[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Выборг

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Выборг
Байраҡ[d]Герб[d]
Нигеҙләү датаһы 1293
Рәсем
Рәсми атамаһы Выборг
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Выборгский район[d][1] һәм Выборгское городское поселение[d][1]
Административ-территориаль берәмек Выборгское городское поселение[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 71 279 кеше (2024)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 3 метр
Туғандаш ҡала Рамла[d][3], Будё[d][3], Лаппеэнранта, Чанчжоу[d][3], Иматра[3], Хамина[d][3], Грайфсвальд[d][3], Стерлинг[d][3], Цзясин[d][3] һәм Речица[d][3]
Майҙан 160,847 км²
Почта индексы 188800–188811
Рәсми сайт city.vbg.ru
Коллаж
Тема иҡтисады экономика Выборга[d]
Делится на единицы район города[d]
Урындағы телефон коды 81378
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Выборге[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Категория:Виды Выборга[d]
Карта
 Выборг Викимилектә

Выборг (урыҫ. Выборг, фин. Viipuri, швед. Viborg, алман. Wiburg) — Рәсәй Федерацияһының Ленинград өлкәһендә урынлашҡан ҡала, Выборг районы үҙәге.

Выборг замогына 1293 йылда шведтар нигеҙ һалған, был Карел еренә Өсөнсө тәре походы ваҡытында була[4]. Урта быуаттар урыҫ терминологияһы буйынса : Корел ҡәбиләләре ерҙәренә — Бөйөк Новгородтың союздашына тәре походы ваҡытында. 1980-сы йылдарҙа алып барылған археологик ҡаҙыуҙар күрһәтеүенсә, элекке Замковый утрауында шведтар тарафынан емерелгән карелдарҙың нығытмалы пункты урынлашҡан булған. Швед короле регенгты Кнутссон Торгильс ҡарары буйынса, Замковый утрауында бик ҡеүәтле замок төҙөлә, ул Выборг исемен ала. Шведтар утрауҙың ҡалҡыу өлөшөндә квадрат планлы стена төҙөгәндәр. Замоктың иң бейек ҡарауыл һәм хәрби манараһы норвег короле, Скандинавияны суҡындырған Изге Олав хөрмәтенә уның исеме менән аталған. Оҙаҡ ваҡыт был башня Скандинавияның иң бейек донжоны тип һаналған. Төҙөлгән ҡәлғә диуарҙарының ҡалынлығы 1,5—2 метр, манара стенаһының ҡалынлығы — 4 метр булып, диуары тештәр менән тамамланған, ә периметры буйлап ағас галерея-хәрби юл булған. Выборг замогы Выборг ҡалаһының үҙәге һәм Карел муйынына швед йоғонтоһоноң ышаныслы форпосты булып ҡала 1710 йылға тиклем.

Новгород республикаһы карел ерҙәрен юғалтырға теләмәй, һәм 1294 йылда Бөйөк Новгород дружинаһы Выборгты ҡамай, ләкин ул Новгород ала алмай. Ҡала һәм шведтарға ҡаршы хәрби поход уңышһыҙ булды 1322 йылда шведтарға ҡаршы кенәз Юрий Даниилович ойошторған поход та уңышһыҙ бөтә: кенәз Юрий Даниилович ғәскәре бер ай буйына замок диуарҙары аҫтында тора, замокты алырға хатта улар ҡулланған таш бәреүсе машиналар ҙа ярҙам итә алмай. 1323 йылда Новгород һәм Швеция араһында төҙөлгән Ореховецкий тыныслыҡ килешеүе буйынса улар араһында сик Сестра йылғаһы, Карел муйыны Выборг менән бергә Швецияға күсә.

Төньяҡ һуғыш ваҡытында Выборг Швецияның тыл нығытмаһы булған.

1802 йылда Выборг губернаһы Финляндияға күсә, ә 1811 йылда элекке исеме бирелә, ләкин ошо мәлдә Бөйөк Финляндия кенәзлеге составында була.

Алға, XX-сы быуатҡа ҡәҙәре, ҡала тарихы оло ваҡиғаларға эйә булмай тиерлек: унда урыҫ гарнизоны тора, сауҙа һәм сәнәғәт үҫә.

1930 йылдарҙа яҡын-тирәләге территория менән Выборг Финляндияның сәнәғәт үҙәге булып һанала. 1938 йылда ҡалала төрлө тармаҡтарҙың 38 сәнәғәт предприятиеһы эшләй. Ҡышҡы һуғыштан һуң, Мәскәү тыныс шартнәмәһе шарттары нигеҙендә, Выборг губернаһының ҙур өлөшө, шул иҫәптән, Выборг Карелия һәм бөтә муйынтығы, шулай уҡ башҡа территориялар СССР-ға күскән. Ҡаланың фин халҡы тулыһынса Финляндияға эвакуациялана. 1940 йылдың 31 мартында Финляндиянан алынған территорияларҙы Карел-Фин ССР составына биреү тураһында СССР Законы ҡабул ителә.

1944 йылда Карелия муйынының башҡа территориялары менән ҡала Карел-Фин СССР-ҙан РСФСРның Ленинград өлкәһе составына күсерелә.

2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала 209 Рәсәй Федерацияһының 1112[5] ҡалаһы араһында [6] 375-се урында була

  • Ефимова И. Кто они — выборгские переселенцы? // Выборг : газета. — 2007. — № 61 (15741).
  • Петрова Л. Основание замка и первые десятилетия его существования. Северные крепости.
  • Татищев В. Н. Собрание сочинений в восьми томах. — Москва: Ладомир, 1994—1996. — С. 109—110.