[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Марий Эл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәсәй Федерацияһы субъекты

Мари Иле Республикаһы
Марий Эл Республик
Мары Эл Республик

Марий Эл флагы Марий Эл гербы

Башҡала

Йошкар-Ола

Майҙаны

72-се

- Барлығы
- һыу өҫтө %

23 375 км²
2,8

Халҡы

65-се

- Барлығы
- Тығыҙлыҡ

688 686 (2014)

29,46/км²

Федераль округ

Волга буйы

Иҡтисади район

Волга-Вятка

Дәүләт теле

мари, урыҫ[1]

Президент

Леонид Маркелов

Премьер-министр

Леонид Маркелов

Дәүләт йыйылышы рәйесе

Юрий Минаков

Гимн

Марий Эл гимны

РФ субъекты коды

12

ISO 3166-2 коды

RU-ME

Сәғәт бүлкәте

MSD[d], UTC+3:00[d] һәм Европа/Москва[d][2]

Мари Иле Республикаһы, Мари Республикаһы — Рәсәй Федерацияһы субъекты. Көнсығыш Европа тигеҙлегенең көнсығышында Волга йылға бассейнының урта өлөшөндә урынлашҡан. Киров өлкәһе, Татарстан һәм Сыуашстан республикалары, Түбәнге Новгород өлкәһе менән сиктәш. Баш ҡалаһы — Йошкар-Ола. Юғары вазифа — республика башлығы. 1920 йылда РСФСР-ҙың Мари автономия өлкәһе булараҡ ойошторолған, 1936 йылда- — Мари АССР-ы, 1992 йылдан — Мари Иле Республикаһы. Составында 14 район, 4 ҡала. Волга буйы федераль округына инә.

1917 йылда Бөрө ҡалаһында мари халҡының 1‑се Бөтә Рәсәй съезы була, унда делегаттар (улар араһында — Өфө губернаһынан 130 кеше) сәйәси, социологик‑иҡтисад, мәҙәни үҫеш, мәғариф һәм дин мәсьәләләрен ҡарай. Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында договорҙар Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Мари Иле Республикаһы (1998), республикала Мишкә һәм Морко (1998), Ҡалтасы һәм Сернур (2000), Балтас һәм Волга (2004) райондары хакимиәттәре араһында төҙөлгән. 1999 йылда алып Башҡортостанҙа Марий Эл вәкиллеге эшләй. 2009 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай делегацияһы Марий Эл Республикаһы Дәүләт йыйылышы Президиумының киңәйтелгән ултырышында ҡатнаша, унда ике республиканың закондар сығарыу органдары араһында хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйыла; «Марий Эл Республикаһында башҡорттар ҡоролтайы» ижтимағи ойошмалар ағзалары һәм көнсығыш мариҙарҙың «Ош Виче» яҡташтар берекмәһе менән осраша. 2011 йылда «Чолман» гәзит 20 йыллығы айҡанлы «Мер Канаш» Рәсәй Бөтә мари советы президиумының күсмә киңәйтелгән ултырышы үткәрелә. Башҡортостан Республикаһы менән Марий Эл сауҙа әйләнеше 2007 йылда 354,9 млн һум тәшкил итә. Башҡортостан Республикаһы предприятиелары Марий Эл «Биомашприбор» һәм «Волжскпродмаш» ААЙ, «Марихолодмаш» һыуытҡыс ҡорамалдар предприятиеһы, «ICN Марбиофарм» АЙ һәм башҡа менән хеҙмәттәшлек итә. Марий Эл «Башҡорттар ҡоролтайы» ижтимағи ойошмаһы эшләй (2004 йылда алып), Башҡортостан Республикаһы көндәре үткәрелә (2005 йылда алып). 2005 йылда Марий Эл Республикаһының Һынлы сәнғәт музейында Башҡортостан Республикаһы рәссамдары (Г. Г. Калитов һәм башҡа) ҡатнашлығында 2‑се «Көнсығыш мариҙар төбәге» күргәҙмәһе үтә. Марий Эл ижтимағи ойошмалары Башҡортостан Республикаһының «Эрвел Марий» төбәк мари милли‑мәҙәни автономияһы менән хеҙмәттәшлек итә. 2007 йылда мариҙарҙың 1‑се Бөтә Рәсәй съезының 90 йыллығы айҡанлы Бөрө ҡалаһында Бөтә Рәсәй фәнни‑ғәмәли конференцияһы үтә. «Чолман йук» эстрада йыры конкурстары үткәрелә. 1999 йылда Өфөлә һәм Нефтекама ҡалаһы М.Шкетан исемендәге Мари милли театры көндәре, 2000 йылда «Урал» халыҡ сәнғәте республика галереяһында мари рәссамдары В.Мари (батик, графика), С.Шамаева (һынлы сәнғәт) һәм башҡа күргәҙмәләре була.

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Марий Эл картаһы

Майҙаны — 23,4 мең км².

Халҡы — 698,2 мең кеше, шул иҫәптән 317 башҡорт (2010). Халҡының тығыҙлығы — 31,4 кеше/км². Халыҡтың 63,1 % ҡалала йәшәй. Милли составы (%): мариҙар — 43,9, урыҫтар — 47,4, татарҙар — 5,8. Дәүләт телдәре — мари теле, урыҫ теле.

Халыҡ 1926,
мең кеше (*)
1939,
мең кеше (*)
1959,
мең кеше (*)
1970,
мең кеше (*)
1979,
мең кеше (*)
1989,
мең кеше (*)
2002,
мең кеше (* 2012 йыл 26 ғинуар архивланған.)
2010,
мең кеше[4]
Урыҫтар 210,0 (43,6 %) 267,0 (46,1 %) 309,5 (47,8 %) 320,8 (46,9 %) 334,6 (47,5 %) 356,0 (47,5 %) 345,5 (47,5 %) 313,9 (45,1 %)
Мариҙар 248,0 (51,4 %) 273,3 (47,2 %) 279,5 (43,1 %) 299,2 (43,7 %) 306,6 (43,5 %) 324,3 (43,3 %) 312,2 (42,9 %) 290,9 (41,8 %)
Татарҙар 20,2 (4,2 %) 27,1 (4,7 %) 38,8 (6,0 %) 40,3 (5,9 %) 40,9 (5,8 %) 43,9 (5,9 %) 43,4 (6,0 %) 38,4 (5,5 %)
Сыуаштар 2,2 5,5 9,1 (1,4 %) 9,0 (1,3 %) 8,1 (1,1 %) 9,0 (1,2 %) 7,4 (1,0 %) 6,0
Украиндар 1,8 2,7 4,6 4,5 5,3 5,1 3,6
Удмурттар 1,2 1,4 2,5 2,6 2,5 2,5 2,2 1,9
Белорустар 1,2 1,2 1,4 1,4
Мордвалар 1,6 1,6 1,7 1,7 1,7 1,3
Әзербайжандар 1,2
Әрмәндәр 1,1
Немецтар 1,1
Башҡорттар 0,3

Административ-территориаль бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Марий Эл Республикаһы составында 3 ҡала һәм 14 муниципаль район иҫәпләнә.

Марий Эл административ-территориаль бүленеше картаһы
Муниципаль
ойоштороу
ОКАТО
коды
Халыҡ һаны, кеше
(1.1.2011)[5]
Территория,
км²
Административ
үҙәге
I Йошкар-Ола 88 401 000 259 162 101,8
II Волжск 88 405 000 55 671 30,6
III Козьмодемьянск 88 415 000 21 262 13,0
1 Волжск районы 88 204 000 23 899 942,7 Волжск ҡ.[6]
2 Таулы Мари районы 88 208 000 25 671 1716,2 Козьмодемьянск ҡ.[6]
3 Звенигово районы 88 212 000 44 876 2748,8 Звенигово ҡ.
4 Килемары районы 88 216 000 13 525 3254,7 Килемары ҡтҡ.
5 Куженер районы 88 220 000 14 515 852,8 Куженер ҡтҡ.
6 Мари-Төрек районы 88 224 000 23 005 1513,9 Мари-Төрек ҡтҡ.
7 Медведево районы 88 228 000 67 824 2765,8 Медведево ҡтҡ.
8 Морке районы 88 232 000 32 290 2270,1 Морке ҡтҡ.
9 Яңа Торъял районы 88 236 000 17 054 925,1 Яңы Торъял ҡтҡ.
10 Оршанка районы 88 240 000 15 125 896,5 Оршанка ҡтҡ.
11 Поранча районы 88 244 000 16 242 791,7 Поранча ҡтҡ.
12 Сернур районы 88 248 000 25 598 1032,1 Сернур ҡтҡ.
13 Советский районы 88 252 000 31 054 1421,0 Советский ҡтҡ.
14 Юрино районы 88 256 000 8 726 2154,0 Юрино ҡтҡ.
  • Гаранин Л. А., Казимов А. С. Марий Эл на рубеже веков. — Йошкар-Ола, 2006;
  • Башкортостан и Марий Эл: исторический опыт и перспективы сотрудничества: в 2 т. — Бирск; Йошкар-Ола, 2007.