[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Лайм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лайм

Әсе лайм емештәре
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Citrus aurantiifolia (Christm.) Swingle, 1913

Синонимдар

Викитөркөмдә
Систематика

рәсем эҙләү
рәсемдәр
GRIN  t:10683

Ысын лайм (лат. Citrus aurantiifolia), йәки әсе лайм[1] йәки Мексика лаймы[2][3] — цитрус кеүек үҫемлектәр төрө (Citrus) Һиндостандан сыҡҡан руталар (Rutaceae) ғаиләһенә ҡарай. Генетик яҡтан лимонға оҡшаш.

Исеме фарсы لیمو (лиму) һүҙенән килеп сыҡҡан.

Урта диңгеҙ буйына б.э. I мең йыллыҡтың икенсе яртыһында үтеп инә.

Киң япраҡлы лайм (Citrus latifolia) йәки фарсы лаймы. Уның емештәре лимонды хәтерләтә, улар эре (диаметрында 6—8 см), йоҡа (1,5 мм) шыма тышсаһы менән. Ысын лаймға ҡарағанда еҫе көсһөҙөрәк. Ғәҙәттә орлоҡһоҙ, составы буйынса ысын лаймға оҡшаш. Яҡынса ысын лаймдың лимон менән гибрид төрө (культиген).

Шулай уҡ был ырыуҙан башҡа икенсе яҡын төр бар — татлы лайм (лат. Citrus limetta), йәки лиметта йәки татлы лимон[4][5][6]. Лаймдың был төрҙәре «лаймс»[7], «һинд лиметы» (Citrus auraria limetta), «цитрон-лимет»[8] исемдәр аҫтында билдәле .

Папеда сәнскеле (лат. Cītrus hȳstrix), йәки лима йәки каффир-лайм.

Ботаник тасуирлама

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҙур булмаған ағас йәки 1,5 м алып 5,0 м тиклем бейеклектәге ҡыуаҡ, сатыры ҡуйы, ботаҡтары ҡыҫҡа сәнскәктәр менән ҡапланған. 1-7 сәскә менән, сәскә атыуы ремонтантлы; емештәре ҙур түгел — диаметрында 3,5—6 см, оҙонса, йәшкелт, һутлы, бик әсе. Тышсаһы йәшел, һарғылт-йәшел йәки һары, тулы өлгөргәнлек ваҡытында бик йоҡа.

Сәскә атыуы һәм емеше өлгөрөүе бөтә йыл буйына дауам итә. Әммә төп сәскә атыуы ямғырлы миҙгел башланыу менән билдәләнә (май—июнь). Төп уңышты август, сентябрь һәм октябрь айҙарында йыялар. Емештәре 8-10°С температура һәм һауаның сағыштырмаса 85-90 % дымлылығы ваҡытында 1,5—2 ай һаҡлана. Тропиктарҙа, ғәҙәттә, Мексика сортын үҫтерәләр.

Лаймдың тыуған иле тип Малакка ярымутрауы иҫәпләнә. Лаймдың сәнәғәт культураһы беренсе тапҡыр XIX быуаттың 70-се йылдарында Монтсеррат утрауында (Кесе Антиль утрауҙарынан) барлыҡҡа килә. Лаймдың миллионлаған ағастарын Һиндостан, Шри-Ланка, Индонезия, Мьянма, Бразилия, Венесуэла, Көнбайыш Африка илдәрендә үҫтерәләр.

Халыҡ-ара баҙарына лайм башлыса Мексика, Мысыр, Һиндостан, Куба һәм Антил утрауҙарынан килтерелә. Лаймды ғәҙәттә диңгеҙ кимәленән 1000 м бейеклеккә тиклем тропик зоналарҙа культивациялайҙар. Күп белгестәр, лайм тупраҡ шарттарына талапсан түгел, ташлы һәм ярлы ҡомло тупраҡта үҫеүе мөмкин, тип иҫәпләй. Ләкин лайм күпселек цитрус культураларына ҡарағанда, тупраҡ-климат шарттарына һиҙгер. Иң яҡшы тупраҡ — тәрән һөрөлгән һәм яҡшы дренажлы еңел балсыҡлы. Лайм түбән температураларға тотороҡлоғо буйынса һуңғы урындарҙың береһен биләй, минус 1-2°С ваҡытында зыян күрә, лимон насар уңыш биргән дымлы тропик климат шарттарына яҡшы ҡулайлашҡан, шуға күрә тропиктарҙа лайм — төп «әсе цитрус».

Сорттары һәм гибридтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Лаймкват, лиметта һәм кумкват емеше
Ҡыҙыл емешле лайм

Лаймдарҙың күп сорттары бар:

  • Мексика лаймы (Вест-Һинд), емеше ҙур түгел. Был сортты бигерәк тә һығып алыу йәки оҙайлы парҙа (10-16 сәғәтт) ҡыуыу юлы менән май алыу өсөн киң ҡулланалар.

Лаймдың лимонайм (лайм × лимон), лаймкват (лайма × кумкват) һ.б. кеүек гибридтары билдәле.

  • Татлы лайм емешендә (Citrus × limettioides) кислота юҡ, сөсө, һутында шәкәр 6 % тиклем. Халыҡ медицинаһында киң ҡулланыла, атап әйткәндә, малярияға ҡаршы.

Башлыса сей килеш, шулай уҡ һут һәм сегменттар консервалауҙа ҡулланалар. Һутында 6-8 % лимон кислотаһы бар, яҡшы сорттарҙа орлоҡтар аҙ (0-4). Лайм еҫе лимон еҫенән айырыла.

Лайм һуты лимон кислотаһын алыу өсөн файҙаланыла. Майы алкоголһеҙ эсемлектәр етештереүҙә ароматизатор кеүек ҡулланыла.

Косметика сараһы булараҡ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Майлы тире өсөн. Тире майлы булғанда ҡатнашмала: себум бүленеүен контролдә тота, биттәге ҡара нөктәләрҙе бөтөрә, тирене ағарта (бигерәк тә арҡа һәм муйынды). Сәсте, тырнаҡтарҙы нығыта, уларҙың үҫешенә булышлыҡ итә. Ҡан әйләнешен арттыра, зарарланған капилляр (купероз) һәм зыян күргән тирене тергеҙә, яңы күҙәнәктәр үҫешен стимуллаштыра, йыйырсыҡтарҙы бөтөрә, тиренең тонусын күтәрә, йөҙҙөң төҫөн яҡшырта (йөклөлөктән һуң, тәмәке тартыусыларҙың, нервы стресстарынан һәм ҡаты ауырыуҙан һуң). Ябыҡ камедондарҙы (милиум йәки аҡ һытҡыларҙы) дауалауҙа ҡулланылырға мөмкин

Медицинала ҡулланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лаймдың ревматизмға ҡаршы, антисептик, вирусҡа ҡаршы, бактерицид, яраны уңалтыу, тергеҙеү, тонусты күтәреүсе үҙенсәлектәре медицинала киң ҡулланыла. Йөрәктең йыш һәм көслө тибеүен тынысландыра. Ашҡаҙанға ыңғай йоғонто яһай. Стресс тыуҙырған эсәктәр елһенеүеүен бөтөрә. Йыш ҡына лимон урынына ҡулланыла, сөнки уларҙың үҙенсәлектәре оҡшаш. Биҙгәкте, инфекциялы ауырыуҙарҙы, тамаҡ ауырыуын, һалҡын тейгәнде дауалауҙа ҡулланалар.

Ботағында емеше һәм лайм киҫәге
  1. Вульф Е. В., Малеева О. Ф. Citrus aurantifolia (Christm.) Swingle - Лайм настоящий, кислый / Мировые ресурсы полезных растений // Л.: Наука, 1969. — 568 с.
  2. Опыт зарубежных субтропиков / Выпуск 1, 1936 г. // СССР. Главное управление субтропических культур. С. 64.
  3. Советские субтропики // Абхазкое научное общество. Сельскохозяйственная секция, СССР. Главное управление субтропических культур. 1931 г. С. 106.
  4. Вульф Е. В., Малеева О. Ф. Citrus limetta Risso - Лимон сладкий, Лиметта, Сладкий лайм / Мировые ресурсы полезных растений // Л.: Наука, 1969. — 568 с.
  5. Тахтаджян А. Л. Жизнь растений. В 6-ти томах / Том 5, часть 2: Цветковые растения // М.: Просвещение, 1981. — 575 с. (С. 244).
  6. Шмид И. А. Е. Новый карманный русско-французский и французско-русский словарь // Лейпциг: Карл Таухпиц, 1842. — 737 с. (С. 606).
  7. Статья в журнале «Советская ботаника» № 1 от 1936 г. / АН СССР, Ботанический институт имени В. Л. Комарова АН СССР // СПб.: Издательство АН СССР, 1936. — С. 25.
  8. Эртель В. Полный зоологический и ботанический словарь на французском, русском и латинском языках. Прибавление к французско-русскому словарю составленному В. Эртелем // СПб.: Типография Н. Греча, 1843. — 406 с. (С. 505).
  • Watson, A. M. Agricultural Innovation in the Early Islamic World: The Diffusion of Crops and Farming Techniques, 700—1100. Cambridge, UK: Cambridge University Press, 1983.