Кольмар
Кольмар (франц. Colmar [kɔlmaʁ], эльза. Colmer [ˈkolmər]) — ҙурлығы һәм халыҡ һаны буйынса Эльзастағы өсөнсө урындағы ҡала. Кольмар ҡалаһы төньяҡ-көнсығыш Францияның төньяҡ-көнсығышындағы Гранд-Эст (элекке Эльзас — Шампань — Арденны — Лотарингия) төбәгендә урынлашҡан. Ҡала Үрге Рейн департаменты Кольмар — Рибовилле округының Кольмар-1 һәм Кольмар-2 кантоны составында тора. Ул Үрге Рейн департаментына ҡараған шул уҡ Кольмар исемендәге округтың һәм юҡҡа сығарылған Кольмар-Нор һәм Кольмар-Сюд кантондарының административ үҙәге булып тора.
тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 823 йылда беренсе тапҡыр король биләмһе булараҡ йылъяҙмала Columbarium исеме аҫтында телгә алынған (Голубятня);
- XIII быуат башы — нығытмалар төҙөү;
- 1226 йылдан алып Империяның ирекле ҡалаһы (Reichsstadt Freie);
- 1360: ҡала советы власты цехтарға тапшырған;
- XIV быуатта Кольмар ҡалаһы ун ҡала союзына инә (франц. Décapole, нем. Zehnstädtebund);
- XIV быуатта/XV быуат: Кольмарҙа мөһим Мейстерзанг мәктәбе барлыҡҡа килә[14], шулай уҡ Meistersinger; франц. Maître chanteur;
- 1673 йылда Людовик XIV ғәскәрҙәре Кольмарҙы биләй;
- 1679 йылда Нимвеген килешеүе буйынса, Кольмар Францияға ҡушыла һәм Эльзас советының тулы хоҡуҡлы вәкиле була (Conseil souverain d’Alsace, Ratsversammlung der Provinz Elsaß);
- 1791: Үрге Рейн департаменты идаралығы;
- XIX быуат: сәнәғәт революцияһы, Кольмар туҡыу сәнәғәт үҙәге барлыҡҡа килә;
- 1871 йылда Франция-Пруссия һуғышы һөҙөмтәһендә Германия империяһы аннексиялай (Deutsches Reich, das deutsche Reich) ;
- 1918 йылдың ноябрендә 10-22: Совет Республикаһы тип исемләү;
- 22 ноябрь 1918 йыл. Франция юрисдикцияһына ҡайтарыла.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала тигеҙ ерҙә, Лош (Лаух, Lauch) йылғаһы буйында урынлашҡан, Рейн йылғаһынан көнбайышҡа табан яҡынса 20 км алыҫлыҡта, Базель (60 км) һәм Страсбург (65 км) ҡалалары араһында тора.
Коммунаның майҙаны — 66,57 км2, халҡы — 65 713 кеше (2006) үҫеш тенденциялары менән: 67 257 кеше (2012), халыҡ тығыҙлығы — 1010,3 кеше/км2.
Халыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2011 йылда халыҡ һаны 67 409 кеше, ә 2012 йылда — 67 257 кеше.
1962 | 1968 | 1975 | 1982 | 1990 | 1999 | 2006 | 2011 | 2012 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
52 355 | 59 550 | 64 771 | 62 483 | 63 498 | 65 136 | 65 713 | 67 409 | 67 257 |
Халыҡ һаны динамикаһы[15][16]:
Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Туғанлашҡан ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лукка, Италия (1962)
- Шонгау, Германия (1962)
- Синт-Никлас, Бельгия (1962)
- Эбингдон, Бөйөк Британия (1978)
- Айзенштадт, Австрия (1983)
- Принстон, АҠШ (1986)
- Дьер, Венгрия (1993)
- Тольятти, Рәсәй (1995)
Ҡала-партнерҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лимбе, Камерун (2007)
Иҫтәлекле урындар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кольмар — матур ҡала. унда Урта быуаттар осоронда төҙөлгән бик күп биналар, сиркәү һәм монастырҙар бар. мәҫәлән, Изге Матфей сиркәүе (Saint Eglise Matthieu), готика стиле менән тәүге роман стилендә төҙөлгән (1240), Доминикан монастыры (XIII быуат), Сен-Мартен сиркәүе (XIII—XIV быуат) һәм башҡа бик күп иҫтәлекле архитектура ҡомартҡылары бар.
Сағыштырмаса бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, ҡала асыҡ һауалағы музей булып тора, уның архитектураһы үҙенсәлекле, унда архитектураның бөтә стилдәре — һуңғы готика, Яңырыу, барокко, рококо, классицизм, ампир, эклектика, модерн, модернизм һәм постмодернизм — бар.
-
Собор майҙаны
-
Вокзал бинаһы
-
Порт
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://www.insee.fr/fr/information/3363419
- ↑ https://www.insee.fr/fr/information/3363419
- ↑ 3,0 3,1 https://www.insee.fr/fr/information/2560698 — 2017.
- ↑ Sandre
- ↑ Populations légales 2021 — Национальный институт статистики и экономических исследований Франции, 2023.
- ↑ 6,0 6,1 Национальный институт статистики и экономических исследований Франции — 1946.
- ↑ https://it-ch.topographic-map.com/map-sbmvs8/Colmar/?zoom=19¢er=48.07916%2C7.35825&popup=48.07936%2C7.35817
- ↑ 8,0 8,1 база данных о французских коммунах — Национальный географический институт Франции, 2015.
- ↑ https://gyor.hu/easy-docs/6023e06eca492
- ↑ https://www.memmingen.de/buergerservice/politik/partnerstaedte.html
- ↑ база данных о французских коммунах — Национальный географический институт Франции.
- ↑ Base officielle des codes postaux — La Poste, 2018.
- ↑ 13,0 13,1 https://lannuaire.service-public.fr/grand-est/haut-rhin/mairie-68066-01
- ↑ Кирпичников А. И., Ловягин А. М. Миннезингеры и мейстерзингеры // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Population selon le sexe et l'âge...2006 (фр.). Распределение населения по полу и возрасту (2006). INSEE. Дата обращения: 6 декабрь 2015. Архивировано 4 сентябрь 2012 года.
- ↑ Население коммуны Кольмар (фр.). cassini.ehess. Дата обращения: 6 декабрь 2015.