Камерун
| |||||
Девиз: «Paix, Travail, Patrie - Peace, Work, Fatherland
(Тыныслыҡ, Хеҙмәт, Тыуған ил!)» | |||||
Гимн: «Chant de Ralliement» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 1 ғинуар 1960 ( Франциянан и Бөйөк Британиянан) | ||||
Рәсми телдәр | Француз теле[1] һәм инглизсә[1] | ||||
Баш ҡала | Яунде | ||||
Идара итеү төрө | Президент республикаһы | ||||
Президент
Премьер-министр |
Поль Бийя | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө |
52 475 442 км² 1,3 | ||||
Халыҡ • Һаны (2009) • Халыҡ тығыҙлығы |
▲19 100 000 чел. (59) 34 чел./км² | ||||
КПҮИ | ▼ 0.523 (153 урын) | ||||
Валюта | франк КФА (XAF) | ||||
Интернет-домен | .cm | ||||
Код ISO | CM | ||||
МОК коды | CMR | ||||
Телефон коды | +237 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 1 |
Камерун (фр. Cameroun, ингл. Cameroon [ˌkæməˈruːn]), рәсми — Камеру́н Респу́бликаһы (фр. République du Cameroun, ингл. Republic of Cameroon португалсанан Rio dos Camarões — «диңгеҙ ҡыҫалаһы йылғаһы») — Үҙәк Африканың көнбайыш өлөшөндәге дәүләт, көньяҡ-көнбайышта Бонни ҡултығы (Атлантик океандың Гвинея ҡултығының бер өлөшө) һыуҙары йыуа. Камерундың баш ҡалаһы — Яунде.
БМО (1960), Африка берләшмәһе (1963), ХВФ (1963), Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (1995), Милләттәр Берләшмәһе (1995) ағзаһы.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илдең атамаһы «Риу-душ-Камаройнш» (порт. Rio dos Camarões — «диңгеҙ ҡыҫалаһы йылғаһы») гидронимынан алынған. Был гидроним португал диңгеҙ йөҙөүселәре тарафынан 1480-се йылдарҙа Вури йылғаһы тамағын асҡандан һуң барлыҡҡа килә. Унда диңгеҙ ҡыҫалалары бик күп була. Артабан гидроним «Камерун» формаһына әүерелә[3].
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илдең территорияһы экваторҙың төньяғында ята. Ситке көньяҡ нөктә унан 200 саҡрым самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан. Яр буйы һыҙатының оҙонлоғо яҡынса 320 км тәшкил итә. Төньяҡ-көнбайышта Нигерия, төньяҡта һәм төньяҡ-көнсығышта Чад, көнсығышта Үҙәк Африка Республикаһы, ә көньяҡта Габон, Конго Республикаһы һәм Экватор Гвинеяһы менән сиктәш. Илдең иң юғары нөктәһе — Фако тауы — 4040 м.
Геология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Камерунда тауҙар (Камерун тауҙары), яҫы таулыҡтар һәм тигеҙлектәр сиратлашып килә. Атлантик яр буйының ҙур өлөшөн киң эстуарийлы тупланма уйһыулыҡ (ҡайһы берҙә һаҙлыҡлы) биләй. Яр буйында Камерун стратоволканы (4100 м) тора. Лобе йылғаһынан көньяҡтараҡ яр буйы бейек һәм ташлы була бара. Илдең үҙәк өлөшөндә йәш лава япмалары һәм һүнгән янартау конустары менән ҡатмарланған, 2460 м тиклем бейеклектәге Адамава тауҙары (Сабаль-Мбабо тауы) күтәрелә. Был тауҙарҙан көньяҡтараҡ Камерундың күпселек өлөшөн биләгән яҫы таулыҡ урынлашҡан. Адамава тауынан төньяҡҡа табан Мандараның тәпәш тауҙары менән сиктәш ҡалҡыу ҡатламлы тигеҙлек ята. Илдең ситке төньяғын Чад күле уйпатлығының тигеҙлеге биләй. Уны ямғыр миҙгелендә һыу баҫа. Камерундың иң ситке көньяҡ-көнсығышы Конго уйпатлығының ситендә ята.
Камерунда минералдарҙан шельфта нефть һәм газ ятҡылыҡтары, боксит, алтын, никель, марганец, кобальт, тимер, аҡ ҡурғаш, титан, уран ятҡылыҡтары бар.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Камерундың климат шарттары илдең төрлө мөйөштәрендә айырыла. Көньяҡта климаты экваториаль, даими дымлы, үҙәктә һәм төньяҡта — субэкваториаль, ямғырлы йәй һәм ҡоро ҡыш (ҡоро миҙгелдең көньяҡтан төньяҡҡа оҙайлығы 4 айҙан 7 айға тиклем арта). Камерун янартауының көнбайыш һәм көньяҡ-көнбайыш битләүҙәре — Африкала иң дымлы урын (йылына 9655 миллиметрға тиклем яуым-төшөм) һәм донъялағы иң дымлы урындарҙың береһе.
t иң йылы ай, °С | t иң һыуыҡ ай, °С | Яуым-төшөмдөң йыллыҡ миҡдары, мм | |
---|---|---|---|
Яр буйы | 24—28 (февраль-март) | 22—24 (июль-август) | >3000 |
Үҙәк | 22—24 (апрель-май) | 20—21 (декабрь-январь) | 1500—2000 |
Төньяҡ | 32—33 (апрель-май) | 26—27 (декабрь-январь) | <500 |
Гидрология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Камерундың ҡуйы һәм күп һыулы йылға селтәре Атлантик океан бассейнына ҡарай, ә алыҫ төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыштағы йылғалар Чад күленә ҡоя. Санага — бассейны тулыһынса Камерунда урынлашҡан иң ҙур йылға. Адамава тауҙарының төньяҡ битләүҙәрендә барлыҡҡа килгән йылғалар Нигерҙың эре ҡушылдығы Бенуэға ҡоя. Көньяҡ-көнсығышҡа аҡҡан йылғалар Конго бассейнына ҡараған Сангу йылғаһына ҡоя. Гидроэнергетика ихтыяждары өсөн ҙур һыуһаҡлағыстар булдырылған: Мбакау, Лагдо, Баменджинг.
Флора һәм фауна
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илдең яртыһын урмандар һәм һирәк урмандар биләй. Камерун урмандарында тропик ағастарҙың бөтә төрҙәре лә тиерлек үҫә. Иң типиктары — фикустар, икмәк ағасы, эвкалипттар, пальмалар. Донъя баҙарында һорау менән ҡулланған ҡиммәтле төрҙәр күп: акажу, сипо, сапеле, эбен ағасы, һары ағас кеүек ҡыҙыл ағас төрҙәре. Бик ҡаты (ауыр) ағаслы ағастарҙың күп төрҙәре үҫә, улар араһында билдәле тимер ағасының бер төрө — азоб; ул порт хужалығында һәм шпалдар эшләү өсөн ҡулланыла. Үҫемлектәр тығыҙлығы төньяҡтан көньяҡҡа табан арта: Чад күленән алыҫлашҡан һайын, сүл саванналары типик саванналар менән алмашына бара. Илдең үҙәк өлөшөндә һирәк урмандар һәм япраҡ ҡойоусы мәңге йәшел урмандар килә. Көньяҡта мәңге йәшел экваториаль урмандар менән алмашына. Камерун янартауы битләүҙәрендә 3000 м бейегерәк мәңге йәшел тау урмандары тау болондары менән сиратлаша. Яр буйында мангр ҡыуаҡлыҡтары үҫә.
Камерун флораһы составында юғары үҫемлектәрҙең 9000-дән ашыу төрө бар, фаунаһы ҡоштарҙың 1000, һөтимәрҙәрҙең 300-ҙән ашыу, һөйрәлеүселәр 200 төрҙән тора.
Урмандарҙа төрлө приматтар (маймылдар, галаго, пото, колобус, дрил, шимпанзе, Гориллалар), филдәр, бегемоттар, борма мөгөҙлө антилопалар (бонго, ситатунга) йәшәй. Саванналарҙа күп һанлы жирафтар, буйволдар, антилопалар, ҡара мөгөҙморон, дөйәғош, марабу, дрофтар күп, арыҫлан һәм леопардтар осрай. Һыу фаунаһы ла бай. Яр буйы һыуҙарында 130-ҙан ашыу балыҡ төрө бар, улар араһында бик күп ҡиммәтле төрҙәре, шулай уҡ краб, креветка, лангустар күп. Яр буйы һыҙаты урмандарында голиаф баҡаһы йәшәй. Вури, Санага, Ньонг йылғаларының бассейндары сөсө һыуҙа йәшәүсе балыҡтарға бай.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Камерундың боронғо халҡы пигмейҙар була. Артабан көньяҡты бенуэ-конго ҡәбиләләре һәм банту халыҡтары баҫып ала. XV быуатта чадтар ғаиләһенә ҡараған маса ҡәбиләләре килә. Европалылар менән тәүге бәйләнештәр 1472 йылда булдырыла. XVII быуат башында хәҙерге Камерундың төньяғында иртә феодаль Мандара дәүләте барлыҡҡа килә. 1715 йылда Мандара хакимы үҙ иленә мосолман тәғлимәтен таратыусыларын индерә, һәм Мандара солтанат булып китә.
XVI быуатта Камерундың төньяғына атлантик телдәр ғаиләһенә ҡараған фульбе халҡы үтеп инә башлай. XIX быуатта фулани джихады арҡаһында бөтә төньяҡ Камерун мосолман дәүләте составына инә, уның үҙәге Нигерияның төньяғында урынлашҡан була.
1884 йылға тиклем Камерун төбәгендә бойондороҡһоҙ аҡһаҡалдар өҫтөнлөк итә, уларҙың иң ҡеүәтлеләре дуала батшалары була. Һуңынан өс немец фирмаһы Дуала ҡалаһы өҫтөнән юғары власҡа эйә була һәм уны Германия хөкүмәтенә тапшыра. 1884 йылдан 1916 йылға тиклем Камерун Германия колонияһы була.
Беренсе донъя һуғышы ваҡытында 1916 йылда инглиз-француз ғәскәрҙәре оккупациялай. Милләттәр лигаһы уларға идара итеү мандаттарын 1922 йылдың июлендә бирә, һәм Камерунды Бөйөк Британия менән Франция бүлеп ала.
Урындағы халыҡ баҫҡынсыларға ҡаршы баш күтәрә (1922, 1928—1929 йй, 1931 йылдар)[4]. Икенсе донъя һуғышынан һуң милли-азатлыҡ хәрәкәте көсәйә. Камерун 1960 йылдың 1 ғинуарында бойондороҡһоҙлоҡ ала, беренсе президент булып Камерун союзы партияһы лидеры, Камерун милли-демократик партияһы лидеры Джон Нгу Фонча 1970 йылға тиклем вице-президент вазифаһын биләй. 1960 йылдарҙа Британия Камерунының көньяҡ өлөшө төп Камерун менән ҡушыла. 1972 йылдың 20 майында референдум һөҙөмтәһендә Камерун федератив республиканан унитар республикаға үҙгәртелә. Француз хөкүмәте ҡыҫымы аҫтында Ахиджо 1982 йылдың ноябрендә отставкаға китә һәм вәкәләттәрен Поль Бийяға тапшыра.
Дәүләт төҙөлөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Камерун республика булып тора. Ил Конституцияһы 1972 йылдан алып ғәмәлдә. Камерун Бөйөк Британия етәкселегендәге Берҙәмлек составына инә.
Дәүләт башлығы — президент[4], ул шулай уҡ юғары баш командующий. Президент дөйөм тауыш биреү юлы менән 7 йылға һайлана (ваҡыт иҫәбе сикләнмәгән). Хәҙерге президент Поль Бийя Камерун президенты вазифаһын 1982 йылдың 6 ноябренән бирле биләй (сираттағы президент һайлауҙары 2011 йылдың октябрендә уҙҙы, унда йәнә Бийя еңә).
Башҡарма власты Президент һәм Премьер-министр етәкселегендәге Хөкүмәт тормошҡа ашыра.
Закондар сығарыу власын 180 депутаттан торған бер палаталы парламент[4] — Милли йыйылыш тормошҡа ашыра.
1961 йылдан хакимлыҡ итеүсе партия — «Камерун халҡының демократик хәрәкәте», әлеге ваҡытта парламентта ул 140 урынды биләй.
Инглиз телле көрсөк
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2017 йылдың сентябрендә сепаратистар Төньяҡ-Көнбайыш һәм Көньяҡ-Көнбайыш төбәктәрҙең (бөтәһе лә Көньяҡ Камерун булараҡ билдәле) инглиз телле биләмәләрендә бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә һәм хөкүмәткә ҡаршы көрәш башлай. Был хәрәкәт Англия телле көрсөк булараҡ билдәле. Хакимлыҡ итеүсе партия — Камерун халыҡ-демократик хәрәкәте сепаратистарҙы террорсылар тип һанай һәм конфликтты хәрби юл менән хәл итеү яҡлы[5]. Шул уҡ ваҡытта оппозиция хөкүмәттең конфликтты хәл итеү буйынса ғәмәлдәрен тәнҡитләүен асыҡтан-асыҡ белдерә. 2019 йылдың ғинуарында Социал-демократик фронт һуғыш дауам иткән ваҡытта илдә буласаҡ теләһә ниндәй һайлауҙарға ҡаршы буласағы тураһында белдерә.
Административ-территориаль бүленеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Камерундың төбәктәргә административ бүленеше | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Ҡалып:Административное деление Камеруна на регионы (Карта изображений) | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ һаны 27,7 миллион кеше тәшкил итә (2020 йылдың июленә халыҡ иҫәбен алыу).
Йыллыҡ үҫеш — 2,78 % (тыуым — бер ҡатын-ҡыҙға 4,66 тыуған бала).
Ир-егеттәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо — 60,6 йыл; Ҡатын-ҡыҙҙар — 64 йыл.
Иммунодефицит вирусы (ВИЧ) йоҡтороу — 3,6 % (2018 йыл баһаһы).
Илдә 250-гә яҡын этник төркөм бар. Иң эреләре — фанг (21 %), бамилеке (19 %), дуала (11 %), фульбе (10 %), тикар (7 %).
Рәсми телдәр — француз һәм инглиз телдәре[4].
Диндәр — 38,3 % католик; 25,5 % протестант; 24,4 % мосолман; 6,9 % башҡа христиандар; 2,2 % мәжүси; 2,7 % төрлө (2018 йыл мәғлүмәттәре буйынса).
Грамоталылыҡ — 82,6 % ир-ат; 71,6 % ҡатын-ҡыҙ (2018 йыл баһаһы).
Ҡала халҡы — 57,6 % (2020 йыл).
Телдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсми телдәр — инглиз һәм француз телдәре; иң таралғаны — француз теле (80%-тан ашыу)[6]. Элек Бөйөк Британияға ҡараған территорияларҙа аралашыу теле — камерун пиджины[7]. 1970 йылдар уртаһынан алып ҡала үҙәктәрендә Camfranglais исеме аҫтында инглиз, француз һәм пиджин ҡатышмалары популярлыҡ яулай бара[8][9]. Франк телле илдәрҙең халыҡ-ара ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, Камерун халҡының 41,17 проценты француз телен белә[10]. Хөкүмәт инглиз һәм француз ике теллелеген хуплай, шуға күрә хөкүмәттең рәсми документтары, яңы ҡануниәт, һайлау бюллетендәре ике телдә лә яҙыла һәм бирелә. Камерунда ике теллелекте пропагандалау инициативаһы сиктәрендә илдең һигеҙ юғары уҡыу йортоноң алтауһы тулыһынса ике телле.
Колониаль телдәрҙән тыш, яҡынса 20 миллион камерун кешеһе 250 самаһы башҡа телдәрҙә һөйләшә[11]. Тап шуға күрә дә Камерун донъяла иң күп телле илдәрҙең береһе булып һанала[12].
2017 йылда франкофондар яғынан ҡыҫырыҡлауға ҡаршы күмәк англофон протестары башлана[13]. Баш күтәреүселәргә ҡаршы ғәскәр ҡуйыла, һөҙөмтәлә кеше ғүмере өҙөлә; йөҙәрләгән кеше төрмәгә ябыла, меңдәрсә кеше илдән ҡаса[14]. Низағ инглиз телле көрсөк тип атала.
Дине
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Камерунда дин (2018)[15] | ||||
---|---|---|---|---|
Христианлыҡ | 70,7 % | |||
Ислам | 24,4 % | |||
Традицион Африка дине | 2,2 % | |||
Башҡалар | 2,7 % | |||
Халыҡтың яҡынса 40 проценты — христиандар (башлыса католиктар), 22 % — мосолмандар, [21] ҡалғандары — традицион Африка дине яҡлылар (анимализм, фетишизм, ата-бабалар һәм тәбиғәт көстәре культы һ.б.).[22]
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нефть запастары һәм ауыл хужалығы өсөн уңайлы шарттар арҡаһында Камерун иҡтисады Африкала иң бай иҡтисадтарҙың береһе булып тора. 2009 йылда йән башына ЭТП — 2,3 мең доллар. (Африкала 11-се урын, донъяла 108-се урын). Әммә халыҡтың яртыһы тиерлек фәҡирлек сигенән түбән кимәлдә йәшәй. Эшһеҙлек кимәле яҡынса 30 процент тәшкил итә.
Ауыл хужалығында (эшләүселәрҙең 70 проценты, тулайым продукттың 20 %) кофе, какао, мамыҡ, каучук, банандар, майлы, иген, тамыраҙыҡтар; персик, нектарин, абрикос, томат, ҡыяр, әфлисун, борос етештерелә. Малсылыҡ, ағас әҙерләү менән шөғөлләнәләр.
Сәнәғәт (хеҙмәткәрҙәрҙең 13 проценты, ЭТП-ның 30 проценты) — нефть сығарыу һәм эшкәртеү, алюмин етештереү, аҙыҡ-түлек сәнәғәте, ҡулланыу тауарҙары, туҡыма, ағас, бәләкәй суднолар ремонтлау.
Хеҙмәтләндереү өлкәһе — хеҙмәткәрҙәрҙең 17 проценты, ЭТП-ның 50 проценты.
Тышҡы сауҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2017 йылда экспорт — 4,27 миллиард доллар[16]
Төп экспорт тауарҙары — сей нефть (1,34 миллиард доллар), ағас-таҡта материалдары (616 миллион доллар), какао-борсаҡ (492 миллион доллар), банан (306 миллион доллар) һәм эшкәртелмәгән ағас (219 миллион доллар).
Төп һатып алыусылар — Франция (13 %, 559 миллион доллар), Ҡытай (11 %, 488 миллион доллар), Италия (9,2 %, 392 миллион доллар), Бельгия, Люксембург һәм Нидерланд.
2017 йылда импорт — 5,88 миллиард доллар.
Төп импорт тауарҙары — нефть продукттары (396 миллион доллар), махсус тәғәйенләнештәге суднолар (351 миллион доллар), дөгө (304 миллион доллар), медикаменттар (195 миллион доллар).
Сеймал менән төп тәьмин итеүселәр — Ҡытай (18 %, 1 миллиард доллар), Франция (9,3 %, 548 миллион доллар), Конго Республикаһы (7,5 %, 441 миллион доллар), Таиланд һәм Нигерия.
Тышҡы сәйәсәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Камерун түбәндәге халыҡ-ара ойошмалар ағзаһы булып тора:
- Африка, Кариб бассейны һәм Тымыҡ океан илдәре халыҡ-ара ойошмаһы
- Африка берҙәмлеге ойошмаһы
- Үҙәк Африка таможня-иҡтисади союзы
- БМО
2019 йылда АҠШ президенты Дональд Трамп Камерун армияһының граждандарға ҡарата ҡылған көс ҡулланғаны өсөн Камерунға хәрби ярҙамды ҡыҫҡарта. Шулай уҡ АҠШ баҙарына пошлинаһыҙ инеү мөмкинлеге булған илдәр исемлегенән Камерунды алып ташлай[17].
Һаулыҡ һаҡлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Камерунда һаулыҡ һаҡлау түбән кимәлдә. Эре ҡаланан ситтәге территорияларҙың күпселегендә медицина ярҙамы менән ойошторолмаған. Һөҙөмтәлә малярия, менингит, шистосомиаз, лейшманиоз, денге биҙгәге кеүек ауырыуҙар барлыҡҡа килә. 15 йәштән 49 йәшкә тиклемге халыҡтың 5,5 проценты ВИЧ менән зарарланған. Күп өлкәләрҙә көнбайыш медицинаһына альтернатива булып халыҡ дауалаусылары тора.
Мәғариф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәғарифтың бюджеты эске тулайым продукттың 3,7 процентын тәшкил итә. Мәктәптә уҡыу тик француз телендә йәки инглиз телендә (башлыса француз телендә) бара. 2000 йылдан башланғыс белем бушлай, әммә мәктәп формаһы һәм дәреслектәр ата-әсәләр иҫәбенә һатып алына, был фактор аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларҙың мәктәпкә йөрөүенә кире йоғонто яһай. Грамоталылыҡ кимәле — 71,3 %. Әммә гендер тигеҙһеҙлеге бар, төп сәбәптәре — иртә никахтар.
Мәктәптәрҙә ауыл хужалығы, ҡошсолоҡ буйынса академик белемдәр ҙә, шулай уҡ практик белемдәр ҙә бирәләр.
Камерунда һигеҙ дәүләт университеты (Буэа, Баменда, Дуал, Дшанг, Маруа, Нгаундер һәм Яунде I һәм Яунде II ҡалаларында) иҫәпләнә. 1990-сы йылдарҙа талиптарҙың күбеһе дәүләт хеҙмәтендә эшләй.
Киң мәғлүмәт саралары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1987 йылда нигеҙ һалынған дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһына (Cameroon Radio Television — CRTV) CRTV-Télé телеканалы (1985 йылдың 23 декабрендә эшләй башлай), дөйөм милли CRTV Radio радиостанцияһы һәм провинциаль радиостанциялар инә.
Мәҙәниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музыка
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Камерун — Африка поп-музыкаһының макосса (дуала халҡы араһында популяр булған косса бейеүе исеменән) жанрының тыуған ере. Дуала ҡалаһында барлыҡҡа килә, башта музыкаль фольклор менән тығыҙ бәйләнгән була һәм тик миссионер мәктәптәрендә генә киң таралыу ала. Әммә 1960-сы йылдарҙың аҙағында макосса бөтә Камерунда популярлыҡ яулай, ә 1970-се йылдарҙан башлап донъяға танылыу ала башлай (параллель рәүештә джазға, хайлайфҡа, сукусҡа һәм башҡа жанрҙарға яҡыная). Был процеста саксофонсы Ману Дибанго мөһим роль уйнай, уның музыкаһы макосса, джаз һәм фанк элементтарын берләштерә. 1972 йылда барлыҡҡа килгән «Soul Makossa» синглы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә донъяның күп илдәрендә билдәлелек ала[18] һәм Дибангоның иң сағыу әҫәрҙәренең береһе булып һанала.
Поп-музыканың башҡа билдәле фигуралары — Сэм Фэн Томас, билдәлелек дәрәжәһе буйынса икенсе урында — Камерун музыканты (Дибангонан һуң) һәм Тото Гийом — 1980-се йылдарҙа Парижда әүҙем үҫешә башлаған поп-макосса жанрының сағыу вәкилдәренең береһе.
Кухня
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Камерун аш-һыуы күп төрлөлөгө менән айырылып тора, сөнки Камерун континенттың төньяғы, көнбайышы һәм үҙәге араһындағы киҫелештә урынлашҡан; этник төрлөлөк, банту, ярым банту һәм ғәрәп ҡәбиләләре мәҙәниәттәре ҡатнаша. Быға немец колониялаштырыуының, һуңынан илдең төрлө өлөштәрендәге француз һәм инглиз анексияһының йоғонтоһон өҫтәргә кәрәк.
Спорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Футбол һәм еңел атлетика популяр. Футбол буйынса йыйылма команда — 2000 йылғы Олимпия уйындары чемпионы, биш тапҡыр Африка чемпионы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1.3 // Конституция Камеруна (фр.)
- ↑ https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/africa
- ↑ Поспелов, 2002, с. 183
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Камерун // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. III. — ISBN 9965-9746-4-0.
- ↑ Cameroon’s Defence minister says «terrorists» will not be freed . Архивировано 27 март 2019 года., Journal du Cameroun, Dec 14, 2018. Accessed Mar 27, 2019.
- ↑ Nathan, Fernand (ed.) (2010) La langue francaise dans le monde en 2010 . Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано из оригинала 3 июнь 2012 года. 2012 йыл 3 июнь архивланған., ISBN 2098824076
- ↑ Neba 94.
- ↑ DeLancey and DeLancey 131
- ↑ Niba, Francis Ngwa (20 February 2007). «New language for divided Cameroon 2007 йыл 21 февраль архивланған. Archived . Архивировано из оригинала 21 февраль 2007 года. 21 February 2007 at the Wayback Machine». BBC News. Retrieved 6 April 2007.
- ↑ Архивированная копия . Дата обращения: 25 март 2022. Архивировано 20 март 2022 года.
- ↑ Kouega, Jean-Paul. 'The Language Situation in Cameroon', Current Issues in Language Planning, vol. 8/no. 1, (2007), pp. 3-94.
- ↑ Linguistic diversity in Africa and Europe - Languages Of The World . web.archive.org (16 июнь 2011). Дата обращения: 4 июль 2019. Архивировано 15 сентябрь 2017 года.
- ↑ Genin. AFRICAN POWDER KEG: CAMEROONIAN CONFLICT AND AFRICAN SECURITY (ингл.). The California Review (11 февраль 2019). Дата обращения: 16 апрель 2019.
- ↑ Deaths and detentions as Cameroon cracks down on anglophone activists . Дата обращения: 3 сентябрь 2019. Архивировано из оригинала 3 ғинуар 2018 года. The Guardian, 2018
- ↑ Africa :: Cameroon — The World Factbook - Central Intelligence Agency . Дата обращения: 19 август 2020. Архивировано из оригинала 15 май 2020 года. 2020 йыл 15 май архивланған.
- ↑ Внешняя торговля Камеруна по данным atlas.media.mit.edu . Дата обращения: 19 февраль 2019. Архивировано 24 октябрь 2017 года.
- ↑ How to stop Cameroon collapsing into a full-fledged civil war 2019 йыл 8 ноябрь архивланған., The Economist, 6.11.2019
- ↑ Makossa . Дата обращения: 20 июнь 2016. Архивировано из оригинала 22 апрель 2009 года. 2009 йыл 22 апрель архивланған.
- Комментарийҙар
- Сығанаҡтар
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.
- Historical Dictionary of the Republic of Cameroon. — 3rd. — The Scarecrow Press, 2000. — ISBN 978-0810837751.
- Mbaku, John Mukum. Culture and Customs of Cameroon. — Greenwood Press, 2005. — ISBN 978-0313332319.
- Neba, Aaron. Modern Geography of the Republic of Cameroon. — 3rd. — Neba Publishers, 1999.
- West, Ben. Cameroon: The Bradt Travel Guide. — The Globe Pequot Press, 2004. — ISBN 978-1841620787.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портал «Камерун» | |
Камерун Викиһүҙлектә | |
Категория:ЭСБЕ:Камерун Викикитапханала | |
Камерун Викимилектә | |
Камерун Викияңылыҡтарҙа | |
Камерун Викигид |
- Сайт президента Камеруна
- How to stop Cameroon collapsing into a full-fledged civil war 2019 йыл 8 ноябрь архивланған. — The Economist, 6.11.2019 (инг.)
- Камерун Open Directory Project (dmoz) һылтанмалар каталогында.
- Профиль Камеруна 2020 йыл 13 сентябрь архивланған. на BBC News (инг.)
- Викисклад: Атлас: Камерун
Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |