[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Капри

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Капри
итал. Capri
Рәсем
ХФА-лағы транскрицияһы ˈkaːpri
Дәүләт  Италия
Административ үҙәк Капри[d]
Административ-территориаль берәмек Неаполь[d]
Урын Неаполитанский залив[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Тиррен диңгеҙе
Иң юғары нөктә Monte Solaro[d]
Халыҡ һаны 12 903 кеше (2022)
Административ рәүештә бүленә Капри[d] һәм Анакапри[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 589 метр
Оҙонлоҡ 6,3 km
Киңлек 2,7 km
Майҙан 10,4 км²
Вики-проект Проект:Италия[d], WikiProject Kingdom of Naples[d], WikiProject Travel and Tourism[d], Википедия:Форум/Географический[d] һәм Проект:Острова[d]
Был объекттан күренештәр категорияһы Category:Views from Capri (island)[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Capri (island)[d]
Карта
 Капри Викимилектә

Капри (итал. Capri) — Тиррен диңгеҙендә (Урта диңгеҙенең өлөшө), Кампани төбәгенең итальян провинцияһы Неаполгә инә. Рим республикаһы ваҡыттарынан алып популяр диңгеҙ курорты.

Бәлки, был утрау исеме боронғо грек κάπρος — «ҡабан», «вепрь» һүҙенә барып тоташҡандыр.[1] Әммә тағы бер версия бар, уның буйынса утрау исеме һуңғыраҡ латин теленән caprea — кәзә һүҙенән килеп сыҡҡан.[2][3]

Утрауҙың немец картаһы (xix быуат аҙаҡтарында).

Капри утрауы Неаполитан ҡултығының көньяҡ өлөшөндә, Соррентин мороно осонан яҡынса көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны —10,4 км² . Иң юғары нөктәһе — Монте - Соларо, 589 метр. Вулкандан барлыҡҡа килгән утрау, уның нигеҙе күбеһенсә эзбизташтан тора. Ҡаялар, тәбиғи аркалар һәм мемерйәле текә ярҙар был рельеф өсөн хас. Утрау флораһында урта диңгеҙ сәнскеле ҡыуаҡтары өҫтөнлөк итә.[4]

Утрауҙарың баш ҡалаһы — Капри, даими халыҡтың күпселеге утрауҙа йәшәй, уға ике гавань Марина - Пиккола һәм Марина - Гранд ҡарай. Утрауҙың икенсе ҡалаһы — Анакапри, унда күп виллалар урынлашҡан.

Утрауҙың төньяҡ ярында иң иҫтәлекле популяр урындарҙың береһе — Зәңгәр грот урынлашҡан.

Каприны император Август, 29 б. э. т. неаполитанлыларҙан тартып алған. Император Тиберий бында бер нисә иҫ киткес вилла төҙөй, утрау уның иң яратҡан урыны була киткән һәм уның ваҡытында иң популяр ял итеү урынына әйләнә. Үҙ ғүмеренең һуңғы 10 йылын Тиберий утрауҙа үткәрә. Һуңыраҡ утрау һөргөн урынына әйләнә[5].

Утрау халҡы туристик тармағы менән, субтропик игенселек, баҡсасылыҡ һәм балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә.

Ҡоро ер менән бәйләнеш — шәхси катерҙар һәм паром.

Утрау ҡатындар өсөн айырым төр салбар фасонына исем бирә: капри — кыҫка, тәнгә һылашып торған салбар, улар тубыктан саҡ ҡына оҙонораҡ, тышҡы яҡтан ҙур булмаған уйымы бар.

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Монте - Соларо тауы (589 м). Анакапринан тауға аҫылмалы ҡанат юлы алып бара. Тауға, яҡынса VII—VI б.э. т. даталанған «Финик баҫҡыстары» (921 баҫҡысы) буйлап менергә мөмкин. Уның түбәһенән Неаполгә, Аненниндың көньяк осона һәм култығына куренеш асыла.
  • Зәңгәр грот исемле яр мәмерйәһе

Капри донъя мәҙәниәтендә һәм тарихында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Нобель премияһы лауреаты Эмиль Беринг виллаһы (бордовый), 1906-1913 йылдарҙа Горький йәшәгән.
Август һәм Фаральони баҡсаларынан күренеш

Төрлө ваҡытта утрауҙа йәшәүселәр:

  • Утрауҙа (дөрөҫөрәге — Малапарт Курцио виллаһында) Жан-Люк Годар Презрение (1963, А. Моравианың шул уҡ исемле романы буйынса) һәм Лилиана Кавань Тире (1981, Малапарте романы буйынса) фильмдар төшөрөлә.
  • Утрауҙа 1948 йылда үткәрелгән иң беренсе Гран Italia фестивале үтә.
  • 2009 йылдан алып Горький премияһы тапшырыла.
  • Капри мәктәбе
  1. Andrén, Arvid (1980). Capri: age to the stone age tourist from the. p. 250. ISBN 91-85058-98-X
  2. Кап // географик атамалар донъяһы: Поспеловтың һүҙлеге. — М.: АСТ. 2001 Е. М. Поспелов
  3. Кап // географик атамалар донъяһы: Поспеловтың һүҙлеге. — М.: АСТ. 2001 Е. М. Поспелов.
  4. Кап // ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә — М.: советская энциклопедия. 1969-1978.
  5. Антик һүҙлеге. — Немец теленә тәржемә иткән. М.: Прогресс. Лейпцигский институты библиография. 1989.