[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Чески-Крумлов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чески-Крумлов
чех Český Krumlov
БайраҡГерб
Рәсем
Рәсми атамаһы Krumau һәм Český Krumlov[1]
Дәүләт  Чехия
Административ үҙәге Чески-Крумлов[d]
Административ-территориаль берәмек Чески-Крумлов[d] һәм Q89275961?[2]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Историческая область Богемия[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Polečnice[d], Myší díra[d] һәм Влтава[d]
Геомәғлүмәттәр Data:Map of Český Krumlov, Český Krumlov District.map[2]
Хөкүмәт башлығы Alexandr Nogrády[d][3]
Халыҡ һаны 12 944 кеше (1 ғинуар 2024)[4]
Йорттар һаны 2045[5]
Административ рәүештә бүленә Domoradice[d][6], Horní Brána[d][6], Latrán[d][6], Nádražní Předměstí[d][6], Nové Dobrkovice[d][6], Nové Spolí[d][6], Plešivec[d][6], Slupenec[d][6], Vnitřní Město[d][6] һәм Vyšný[d][6]
Ауыл биләмәһен үҙ эсенә ала Drahoslavice[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 492 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Словень-Градец, Ллануртид Уэллс[d], Сан-Джиминьяно[d] һәм Майами-Бич[d]
Сиктәш Kájov[d], Ветршни[d], Mirkovice[d], Пржидоли[d] һәм Přísečná[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Майҙан 22,168455 км²[7]
Почта индексы 381 01[2]
Электрон почта mail@mu.ckrumlov.cz
Рәсми сайт ckrumlov.cz
Урынлашыу картаһы
Һәйкәлдәр исемлеге list of cultural monuments in Český Krumlov[d]
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1253[8]
Средний возраст 44[5]
Номер тамғаһы коды C
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Чески-Крумлове[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Český Krumlov[d]
Карта
 Чески-Крумлов Викимилектә

Ческа-Крумлов (чех Český Krumlov, нем. Böhmisch Krummau) — ҡала. Көньяҡ Чехия крайы Чески-Крумлов районының киң вәкәләтле административ үҙәге. Влтава йылғаһы буйында урынлашҡан. 1992 йылда ҡаланың тарихи үҙәгеЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.

Замок һәм ҡаланың XIII быуаттың беренсе яртыһында Влтава йылғаһын кисеүе аша үткән Богемия сауҙа юлында төҙөлә башлай. Ҡала Влтава йылғаһының текә бөгөл яһаған ике ярында ла урынлашҡан. Крумлов һарайы 1240 йылда тәүге тапҡыр телгә алына. Башта замок Курумлов ҡалаһының феодал Витковичтар ырыуы ҡулында, ә һуңынан ул Рожемберк ҡалаһындағы Витковичтарҙың туғандаш ырыуына күсә (Розенберг — чехса: Rožmberkové, Рожмберка). Улар Крумлов замогының хужаһы булып 1302 йылдан алып 300 йыл самаһы тора. Әлеге ваҡытта ҡала гербындағы ҡыҙыл рауза Крумлов фамилияһы гербынан алынған.

Рожмберктар (Розенберг) ырыуы бөткәндән һуң, замок император II Рудольф милкендә була (Крумловта II Рудольфтың аҡылһыҙ улы Юлий Цезарь Австрийский йәшәй), артабан император Фердинанд, Эггенберг һәм, ниһайәт, Шварценберг, ырыуы милкенә ҡарай. Шварценберг 1945 йылға тиклем ул замоктың хужаһы булып тора .

XIII быуат уртаһында уҡ Влтава йылғаһының уң ярында Бавария һәм Австриянан күскенселәр тораҡ төҙөп йәшәй башлаған була. Шулай уҡ Влтаваның һул ярында Латран (Latrán) тип аталған тораҡ барлыҡҡа килә.(Әлеге ваҡытта ул ҡаланың тарихи районы ның бер өлөшө булып тора һәм бөтә донъя мәҙәни мираҫы объекты булараҡ һаҡлана). Ике ҡаланы тоташтырған күпер 1347 йылда һалынған. 1336 йылда Крумловта ҡала советы барлыҡҡа килә, был ваҡытта ҡалала сауҙа һәм төрлө һөнәрҙәр үҫеш ала, ҡаланың яңы, көсәйтелгән нығытмалы диуары төҙөлә

20 йыл XV быуаттың 20-се йылдарында ҡала идаралығы реформаһы һөҙөмтәһендә ҡала менән етәкселек итергә ҡала башлығы (пуркмистр) ҡуйыла, ул ҡала советын (рада) етәкләй. Пуркмистр булып ҡала советы (рада) ағзаларының һәр береһе ай һайын алмашынып эшләй. Шулай уҡ полиция һәм суд вазифаһын башҡарыусы бурмистр булдырыла. Бынан тыш, бәләкәй ҡала советы ойошторола, уларҙың ағзалары ҡала старшинаһы атала. Ҡала идара органдарына хәлле кешеләр һайланып ҡуйылған.1494 йылда Крумлов ҡалаһы король ҡалаһы статусына һәм привилегияларға эйә була. Тирә -яҡтағы шахталарҙа көмөш сығарыу ҡаланың сауҙа һәм иҡтисад үҫешенә яңы этәргес көс биргән. XV быуат аҙағында готика стилендә төҙөлгән Крумлов замогы Яңырыу дәүерендә итальян архитекторҙары Антонио Эрисера һәм Бальтазар Магджи тарафынан яңыртып ҡорола.

Замок хужаһы булған Рожмберктар ырыуының һуңғы вәкиле 1602 йылда йыйылған бурысы арҡаһында замокты императоры II Рудольфҡа һатырға мәжбүр була.

Утыҙ йыллыҡ һуғыш барышында ҡаланы бер нисә тапҡыр талағандар. Һуғыш тамамланғас, күп донъяуи һәм дин ҡоролмаларын барокко стилендә үҙгәртеп ҡорғандар.

1806 йылда ҡала Австрия империяһына һәм 1866 йылда Австро-Венгрияның өлөшө булған. 1910 йылда ҡалала 8662 кеше йәшәгән, шул иҫәптән 7367 немец һәм 1265 чех булған. 1918 йылда чех ғәскәрҙәре ҡаланы яулап ала, һәм ул 1938 йылға тиклем Чехословакия составында торған. 1938-1945

йылдарҙа Германия нацистары тарафынан аннексияланған. Икенсе донъя һуғышынан һуң немец телле халыҡ Австрия һәм Көнбайыш Германияға депортацияланған һәм Чехословакияның бер өлөшө булып ҡалған. Коммунистик режим ваҡытында Крумлов туҙа башлай, әммә бәрхәт революцияһынан һуң бер ни тиклем дәрәжәлә тергеҙелә һәм хәҙер Чехияның иң популяр туристик үҙәктәренең береһе булып тора.

Туризм һәм иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ҡаланың тарихи үҙәге — ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мәҙәни мираҫ объекттары булараҡ һаҡлау аҫтында тора.
  • Крумлов замогы — Чехияның Пражский Град замогынан һуң ҙурлығы буйынса икенсе урында торған замок. Замоктың дөйөм майҙаны (парк менән бергә) 10 гектар тәшкил итә. Күпселек йортары XIV- XVII быуаттарҙа төҙөлгән. Архитектураһында готика, ренессанс, барокко стилдәре өҫтөнлөк итә.
  • Плащевой күпере 1767 йылда төҙөлгән, өс ҡатлы үткәүелле.
  • Изге Вит костелы — 1340 йылда готика стилендә һалынған, 1407—1439 йылдарҙа яңынан төҙөлгән, XV быуатта фрескалар менән биҙәлгән, төп миһрабы 1673—1683 йылдарҙа барокко стилендә реконструкцияланған.
  • Божье Тело костелы (XV быуат),
  • Минориттар костелы һәм монастыры (XIV—XVII быуаттар),
  • Крумловтың тарихи үҙәгенең төп майҙанындағы ратуша бинаһы (1580 йыл).
  • Балауыҙ фигуралар музейы.
  • Театр, сәхнә тирәләй тамаша залы түңәрәк эсендә әйләнә.

Крумлов замогында барокко стилендә 1766 йылда театр төҙөлгән. Уның механизмдары, терәүҙәре һәм декорациялары бик үҙенсәлекле. Театр боронғо булғанлыҡтан йылына бары тик өс тапҡыр ғына тамаша ҡуйыу өсөн ҡулланыла.

Ҡала аша аҡҡан Влтава йылғаһы һыу спортының популяр үҙәге булып тора, атап әйткәндә, каноэла ишеү буйынса.

Крумлов ҡалаһынан ун километр алыҫлыҡта Богемияның боронғо монастырҙарының береһе Алтын Таж монастыры урынлашҡан.

20042005 йылдарҙа ҡалала «Хостел» фильмының бер өлөшө төшөрөлә.

Туғанлашҡан ҡалалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Чески Крумлов. — Ческе-Будеевице, 2002. ISBN 80-86141-39-X
Флаг ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы ЮНЕСКО