[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Хан һарайы (Баҡсаһарай)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һарай
Хан һарайы
Баҡсаһарайҙа хан һарайы
Баҡсаһарайҙа хан һарайы
Ил Рәсәй/Украина[1]
Ҡала Баҡсаһарай
Координаталар 44°44′55″ с. ш. 33°52′55″ в. д.HGЯO
Нигеҙләүсе Сәхиб I Гәрәй
Нигеҙләнгән XVI быуат
Биналар:
Хан мәсәте • Ат һарайы корпусы • Ктапхана корпусы • Төп корпус • Гарем корпусы • Ыласын манараһы
Статус тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы
Сайт Рәсми сайт

Баҡсаһарайҙағы Хан һарайы (ҡырым-тат. Han Saray, укр. Ханьский палац в Бахчисараi, Баҡсаһарай һарайы) —Ҡырым хандарының элекке резиденцияһы. Донъя әһәмиәтендәге тарихи һәм мәҙәниһәйкәл, Ҡырым татарҙарының донъялағы берҙән-бер һарай архитектураһы өлгөһө[2]. Ул Баҡсаһарай тарихи-мәҙәни ҡурсаулығы составына инә. Биналарында Ҡырым татарҙарының тарих һәм мәҙәниәт музейы, сәнғәт музейы[3], һалҡын һәм атыу ҡоралдары күргәҙмәһе урынлашҡан. Комплекс территорияһы 4,3 гектар ерҙе биләй. Элегрәк комплекс майҙаны 18 гектар[4] була.

Һарайы Чурук-Су йылғаһының һул ярында урынлашҡан. Уның комплексына төньяҡ һәм көньяҡ ҡапҡалар, Свита корпусы, һарай майҙаны, төп корпус, хәрәм (гарем), хандың аш-һыу бүлмәһе һәм ат һарайы, китапхана корпусы, ыласын манараһы, хан мәсете, Фарсы баҡсаһы, хан зыяраты, Диляра Бикечтың (бикәс) төрбәһе (кәшәнә), Төньяҡ һәм Көньяҡ төрбәләре, ҡәбер ташы өҫтөндәге ротонда, «Сары-Гюзель» мунсаһы, өс күпере булған яр буйы, баҡсалар һәм парк ҡоролмалары, Екатеринина миле һәм башҡа объекттар инә.

Һарайҙың архитектура стиле XVI — XVII быуаттарҙағы Ғосман архитектураһы традицияларын дауам итә. Төп архитектура идеяһы — мосолмандарҙың ерҙәге ожмах баҡсаһы тураһындағы күҙаллауҙарын тормошҡа ашырыу була. «Баҡсаһарай» ҡырым татарҙары теленән «һарай-баҡса» (bağça — баҡса, saray — һарай) тип тәржемәләнә. Һарай эсендә ағастар, сәскәләр һәм фонтандар булған ихаталар күп. Ҡоролмалар еңел, төрлөсә биҙәлгәндәр, тәҙрәләргә селтәрле рәшәткәләр ҡуйылған.

Федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты.

Баҡсаһарайҙы төҙөгәнгә тиклем Ҡырым хандарының резиденцияһы Ашлама-Дере үҙәнендә була. Үҙән хан һарайы өсөн тар була башлағас, яңы урында һарай төҙөргә ҡарар ителә. Төҙөлөш XVI быуат Сәхиб I Гәрәй хан идара иткән ваҡытта башлана. Һарай менән бер рәттән Баҡсаһарай ҙа төҙөлә.

Комплекстың иң боронғо объекттары — 1532 йыл менән билдәләнгән оло Хан мәсете һәм Сары-Гюзель мунсаһы. Демир-Капы порталы 1503 йыл менән билдәләнә, әммә ул икенсе урында тәҙәләп, һуңынан ғына һарайға күсерелгән. Эшләү дәүерендә һарай даими рәүештә идара итеүсе хандар тарафынан ҙурайтыла. Дәүләт I Гәрәй ваҡытында — хан төрбәһе, Ислам III Гәрәйҙә — йыйылыштар залы һәм тағы бер төрбә, Бахадыр I Гәрәйҙә — рәсми ҡабул итеүҙәр өсөнөҫтәмә бина, Каплан I Гәрәйҙә Алтын фонтан төҙөлә. Сәләмәт II Гәрәй — йәйге беседка, Арыҫлан Гәрәй — мәҙрәсә, һәм, Ҡырым Гәрәй Диляра-бикеч, «Күҙ йәштәре фонтаны»н төҙөтә, Иран төҙөүсеһе Омер бүлмәләрҙе эске биҙәү эштәрен башҡара.

1736 йылда Ҡырым ханлығының Рәсәй менән һуғышында Баҡсаһарай фельдмаршал Кристоф Миних ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына. Миних баш ҡаланы һәм хан һарайын яндырырға бойора. Әммә быны эшләрҙән алда ул капитан Манштейнға һарайҙы һүрәтләргә ҡуша (яҙма беҙҙең көндәргәсә һаҡлана), бары тик шунан һуң ғына ханс резиденцияһы яндырыла. Янғын ҡоролмаларҙың ҙур өлөшөн юҡ итә, һуңынан һарай тулыһынса тиерлек яңынан төҙөлә[5]. Комплексты тергеҙеү менән Сәләмәт Гәрәй, унан һуң Ҡырым Гәрәй[6] шөғөлләнә.

Ҡырым Рәсәй империяһы составына ингәндән һуң, һарай Эске эштәр министрлығы ҡарамағында була. Ошо ваҡыт эсендә ул күп тапҡыр үҙгәртелә, һөҙөмтәлә йорт үҙенең тәүге йөҙөн һәм стиль берҙәмлеген юғалта. Ремонттар, ҡағиҙә булараҡ, юҙары дәрәжәле ҡунаҡтар килер алдынан ғына үткәрелә. XIX быуаттағы ремонттарҙан һуң хандың ял бүлмәләренең интерьерҙары һиҙелерлек үҙгәрә.

Баҡсаһарайҙа Екатерина миле

1787 йылдың 20 майында һарайға Екатерина II килә. Уның килеүенә һарай ремонтлана, «Күҙ йәштәре фонтаны» Диляра-бикеч төрбәһенән фонтан ихатаһына күсерелә, Сурук-Су күпере эргәһендә Екатеринина миле ҡуйыла. Императрица бер бүлмә ҡабул итеү бүлмәһенә әйләндерелә, ә икенсеһендә көндө йоҡо бүлмәһе эшләнә: бер нисә тәҙрә уйыла, түбәгә алтын ялатыла, XVIII быуаттың рус оҫталары эшләгән гәлсәр люстра эленә һәм стенала карауат ҡуйырға ҡыуышлыҡ булдырыла[7]. Йыһаздар Петербург, Мәскәү һәм Истанбул ҡалаларынан килтерелә. Бер өлөшө урында эшләнә[6]. Музей экспозицияһында Екатерина II походөҫтәл, карауаты һәм башҡа йыһаз һаҡлана[8]. Императрица килеүгә һарайҙы ремонтлауға 60 оҫта һәм 50 эшсе йәлеп ителә. Төҙөкләндереүгә 24 247 һум[6] бүленә. Екатерина II бында өс көн була. Сәфәрҙә уны Австрия императоры Иосиф II, француз илсеһе де Сегюр, инглиз һәм австрия илселәре, шулай уҡ сановниктар оҙатып йөрөй. 1818 йылда Екатерина миленең ике ҡырына рус һәм татар телдәрендә:

1798 йылда архитектор В. Гести һарай планын төҙөй[6]. 1820 йылдың 7 сентябрендә һарайға Александр Сергеевич Пушкин генерал Раевскийҙың ғаиләһе менән килә. Уның Дельвигҡа яҙған хатында шундай һүрәтләү бар:

1818 йылда һарайҙа Александр I була. Уның килеүенә хәрәмдең иҫкергән биналарын һүтәләр, ахырҙа унда өс бүлмәле флигель[9] генә ҡала.. 1822 йылда архитектор И. Ф. Колодин етәкселегендә һарайҙа ремонт үткәрелә[6]. Михаил Кладо төҙөлөш менән шөғөлләнә, унтер-офицер Дорофеев тышҡы диуарҙарҙы геометрик биҙәктәр, гөлләмәләр һәм сәскә гирляндалары менән биҙәй. Ул, шулай уҡ, Омер башҡарған биҙәктәрҙе буяй. Ремонт һөҙөмтәһендә һарайҙың тәүге йөҙө боҙола[6]. Колодиндың тәҡдиме буйынса, Ҡышҡы һарай, мунса комплексы һәм башҡа ҡоролмалар[4] һүтелә. 1837 йылдың 9 сентябрендә һарайға Александр II менән бергә уның уҡытыусы Василий Андреевич Жуковский килә. 1854—1855 йылдарҙағы Ҡырым һуғышы ваҡытында һарайҙа лазарет[4] урынлаштырыла, унда йыш ҡына Николай Иванович Пирогов була.

1908 йылда һарайҙа музей асыла. 1912 йылда һарайға ғаиләһе менән Николай II килә. 1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң бында Ҡырым татарҙарының тарихы һәм мәҙәниәте музейы асыла. 1955 йылдан Баҡсаһарай — тарихи-археология, ә 1979 йылдан — тарихи-архитектура музейы була.

1930 йылдарҙа архитектор П. И. Голландский етәкселегендә һарайға ремонт яһала. Эш барышында тышҡы яҡтағы[6] биҙәктәр эзбиз менән аҡлана.

19611964 йылдарҙа үткәрелгән биҙәктәрҙе һәм архитектура деталдәрен фәнни реставрация үткәрелә, уның менән УССР Дәүләт төҙөлөшөнөң украин фәнни-реставрация идаралығы шөғөлләнә. Реставрация барышында һарайҙың тышҡы йөҙө тәүге вариантҡа яҡынайтыла. Демир-капа порталынан, Оло Хан мәсете биҙәктәренән буяу ҡатламы алына, Йәйге беседканан Омерҙың биҙәктәре юйыла, Йыйлыштар[6] залының түбәләре реставрациялана. Баҡсаһарай комплексын тәүге хәленә ҡайтарыу буйынса эшмәкәрлек итә[8].

2015 йылдың октябренән федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты[10] булып тора.

0 — Һарай майҙаны; 1 — Төньяҡ ҡапҡалар һәм ҡапҡа манараһы; 2 — Свита корпусы; 3 — Оло Хан мәсете; 4 — Сары-Гюзель мунсаһы; 5 — Хан зыяраты; 6 — Төньяҡ төрбә; 7 — Көньяҡ Төрбә; 8 — Миңле II Гәрәй ротондаһы ; 9 — Ат һарайы корпусы; 10 — Китапхана корпусы; 11 — Көньяҡ ҡапҡа; 12 — Баҡса террасаһы; 13 — Диляра-бикеч төрбәһе; 14 — Фарсы баҡсаһы; 15 — Ыласын манараһы; 16 — Хәрәм корпусы; 17 — Бассейнлы ихата; 18 — Йәйге беседка (беренсе ҡатта) һәм Алтын кабинет (икенсе ҡатта); 19 — Кесе хан мәсете; 20 — Алтын фонтан; 21 — Фонтанлы ихата; 22 — Йыйылыштар залы; 23 — «Күҙ йәштәре фонтаны»; 24 — Демир-Капы порталы; 25 — Йәшәү бүлмәләре; 26 — Аш-һыу корпусы.

  1. Был объект Ҡырым ярымутрауы территорияһында урынлашҡан. Ярымутрауҙың ҙур өлөшө был территорияны контролдә тотоусы Рәсәй Федерацияһы һәм Украина араһында территориаль ризаһыҙлыҡ объекты булып тора. Рәсәй Федерацияһының административ-территориаль ҡоролошона ярашлы ярымутрауҙа Рәсәй Федерацияһы субъекттарыҠырым Республикаһы Һәм Севастополь федераль әһәмиәтендәге ҡала урынлашҡан. Украинаның административ-территориаль ҡоролошона ярашлы ярымутрауында Ҡырым Автономиялы Республикаһы һәм айырым статуслы Севастополь ҡалаһы урынлашҡан.
  2. Олекса Гайворонский. Бахчисарай — Ханский Дворец. Официальный сайт музея. Дата обращения: 30 апрель 2009. Архивировано 31 ғинуар 2012 года.
  3. О музее см. Художественный музей Бахчисарайского государственного историко-культурного заповедника. Крым туристический. Министерство курортов и туризма Крыма. Дата обращения: 30 апрель 2009. Архивировано 12 май 2008 года.
  4. 4,0 4,1 4,2 Олекса Гайворонский. Очерк истории ханского дворца. Официальный сайт музея. Дата обращения: 30 апрель 2009. Архивировано 31 ғинуар 2012 года.
  5. Олекса Гайворонский. Страна Крым. Крымское ханство в лицах и событиях. Книга 1. — Симферополь: Доля, 2004. — 94 с. — ISBN 966-8584-60-0.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 6,7 Е. В. Нагаевская. Дворец-музей // Бахчисарай (путеводитель). — Симферополь: Таврия, 1979.
  7. Юрий Данилевский. Бахчисарай — виртуальная экскурсия. Туристическая планета Крым. Дата обращения: 30 апрель 2009. Архивировано 31 ғинуар 2012 года.
  8. 8,0 8,1 Бахчисарайский Дворец-музей — претендент в список ЮНЕСКО. Республиканский комитет по охране культурного наследия Автономной Республики Крым (17 ғинуар 2004). Дата обращения: 30 апрель 2009. Архивировано 28 декабрь 2012 года.
  9. В. Гарагуля. Бахчисарайский дворец. Жемчужина Крым. Дата обращения: 30 апрель 2009. Архивировано 31 ғинуар 2012 года.
  10. http://government.ru/media/files/XnNawtIgNdGfkAMwq9cweD5tE4N6miAy.pdf