[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Билсән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Билсән

Бодяк разнолистный (Cirsium heterophyllum) —
типовой вид рода Бодяк.
Общий вид группы цветущих растений.
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Cirsium Mill., 1754


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
GRIN  t:2626
Cirsium arvense

Билсән[1] (лат. Círsium heterophýllum) — астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Яҡынса 200 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Америкала һәм Африкала таралған. Башҡортостанда 9 төрө үҫә. Башҡортостан Республикаһында киң таралған (татырлы тупраҡлы болонда үҫкән ҡанатлы билсән башҡа). Ябай билсән, һаҙ билсәне, башлы билсән — баллы һәм мал аҙығы үҫемлектәре.

Ике һәм күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тармаҡлы, йыш ҡына сәнскәкле, 50—200 см бейеклектә. Япрағы бөтөн йәки ҡауырһын һымаҡ бүлемле, оҙонса ҡыяҡлы, ултырма йәки һаплы, сите сәнскәкле. Сәскәһе ҡыҙыл (төрлө төҫмөрлө), һирәгерәк алһыу, һары йәки аҡ, кәрзинкә сәскәлегенә йыйылған, күпселек өлөшөндә сәнскеле төргәк һәм оҙон һарғылт яры бар, төклө. Июнь—октябрҙә сәскә ата. Емеше — ялпаҡ күп рәтле өлпөлө орлоҡ, сентябрь—октябрҙә өлгөрә.

Ҡайһы бер төрҙәре составында алкалоидтар, кумариндар, флавоноидтар, эфир майҙары бар. Шырт билсән, йәки алһыу күрән — юҡҡа сығарыуы ауыр булған үренте тамырлы ҡый үләне. Тамыр системаһы тупраҡҡа 2—3 (ҡайһы ваҡыт 5—9) м тәрәнлеккә киткән вертикаль һәм уларҙан сыҡҡан 1,5—2 (ҡайһы ваҡыт 4—7) м горизонталь тамырҙарҙан тора. Һабағының бейеклеге 30—150 см. Япрағы оҙонса ланцет формаһында, бөтөн, ҡайһы осраҡта ҡауырһын һымаҡ айырмалы, осо сәнскәкле, ултырма. Сәскәһе шәмәхә‑алһыу төҫтә. Башлыса вегетатив ысул (тамыр үҫентеһе һәм киҫәге), һирәгерәк орлоҡ (бер үҫемлектә 4‑тән 36 меңгә тиклем орлоҡ барлыҡҡа килә) менән үрсей. Бөтә ауыл хужалығы зоналарында таралған. Көрәш саралары: алдан йомшартыу менән тәрән туңға һөрөү һәм пар баҫыуҙарын ваҡытында эшкәртеү, гербицидтар ҡулланыу һ.б.

Әһәмиәте һәм ҡулланылыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бал биреүсе үҫемлек. Көнбайыш Себер шарттарында бер гектарҙан 240 килограмға тиклем бал алырға мөмкин[2].

Йәйен һәм көҙөн төньяҡ боландары (Rangifer tarandus Linnaeus) яратып ашай[3][4][5][6]. Алтай маралы ла (Cervus elaphus sibiricus Severtzow)[7][8] был үҫемлек менән туҡлана[7][8].

  • Бахтизин Н. Р., Рахимов Э. М. Сорные растения Башкирской АССР и меры борьбы с ними. Уфа, 1958; Никитин В. В. Сорные растения СССР. Л., 1983.

Билсән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

  • Харадзе А. Л. Род 1592. Бодяк — Cirsium // Флора СССР. В 30-ти томах / Начато при руководстве и под главной редакцией акад. В. Л. Комарова; Редакторы тома Е. Г. Бобров и С. К. Черепанов. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1963. — Т. XXVIII. — С. 51—215. — 653 с. — 2200 экз.
  1. Cirsium heterophyllum (L.) Hill — Бодяк разнолистный. БИН РАН. Дата обращения: 13 февраль 2023. Архивировано 13 февраль 2023 года.
  2. Григоренко, 1973, с. 26
  3. Александрова В. Д. Кормовая характеристика растений Крайнего Севера / В. Н. Андреев. — Л.М.: Изд-во Главсевморпути, 1940. — С. 82. — 96 с. — (Труды Научно-исследовательского института полярного земледелия, животноводства и промыслового хозяйства. Серия «Оленеводство»). — 600 экз.
  4. Семёнов-Тян-Шанский О. И. Питание северного оленя // Дикий северный олень на Кольском полуострове / Отв. редактор В. Н. Макаров. — М., 1948. — С. 23. — 162 с. — (Труды Лапландского государственного заповедника. Вып. 2). — 500 экз.
  5. Соколов, 1949, с. 200
  6. Семенов-Тян-Шанский О. И. Питание диких северных оленей и обеспеченность их пастбищами // Северный олень. — М.: Наука, 1977. — С. 47. — 92 с.
  7. Жадовский А. Е. Пастбища марала в Центральном Алтае // Вопросы пантового оленеводства. — Всесоюзный научно-исследовательский институт пушно-мехового и охотпромыслового хозяйства. Главпушнина НКВТ, 1934. — С. 114.
  8. Соколов, 1949, с. 208
  • Билсән — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә  (Тикшерелеү көнө: 23 февраль 2010)
  • Билсән: таксон тураһында «Плантариум» проектында мәғлүмәт.
  • Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 1311. Cirsium heterophyllum (L.) Hill — Бодяк разнолистный // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах. — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2004. — Т. 3. Покрытосеменные (двудольные: раздельнолепестные). — С. 375. — ISBN 5-87317-163-7.
  • Григоренко В. Н. Разнотравные лесные луга в таежной сибири // Пчеловодство : журнал. — 1973. — № 12. — С. 25—26.
  • Соколов Е. А. Корма и питание промысловых зверей и птиц / Под редакцией лауреата Сталинской премии профессора П. А. Мантефеля. — М., 1949. — С. 200, 208. — 256 с. — 10 000 экз.
  • Харадзе, А. Л. Флора СССР. В 30-ти томах / Начато при руководстве и под главной редакцией акад. В. Л. Комарова; Редакторы тома Е. Г. Бобров и С. К. Черепанов. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1963. — Т. XXVIII. — С. 165—166. — 653 с. — 2200 экз.