[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Иена

Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иена

円  (яп.)
Yen  (англ.)
Yen  (фр.)

1916 йылдың 1 иенаһы 1871 йылдың 1 иенаһы, алтын
1916 йылдың 1 иенаһы 1871 йылдың 1 иенаһы, алтын
Кодтар һәм и символдар
ISO 4217 кодтары JPY (392)
Символы ¥
Аббревиатуралар JPY
Әйләнеш территорияһы
Эмитент Япония Япония
Сығарылма һәм параллель берәмектәре
Бүленгән Сен (1100)
Ҡулланыуҙа булған ваҡ аҡсалар һәм банкноталар
Ваҡ аҡсалар 1, 5, 10, 50, 100, 500 иен
Банкноталар 1000, 2000, 5000, 10 000 иен
Ваҡ аҡсалар һәм банкноталар етештереү
Эмиссион үҙәк Япония банкы
www.boj.or.jp
Банкноталар етештереүсе Милли матбуғат бюроһы
www.npb.go.jp
Аҡса һуғыу йорто Япония тәңкәләү йорто
www.mint.go.jp
28 ғинуар 2015 йыл курсалар
1 RUB = 1,754 JPY
1 EUR = 133,6 JPY
1 USD = 117,8 JPY
1 GBP = 179 JPY
2014 йылда инфляция
Инфляция 1,6% (март)
Иена Викимилектә

Ие́на (япон. en?)[1] — Японияның аҡса берәмеге, донъялағы төп резерв валюталарҙың береһе. 1954 йылда әйләнештән алынған һәм хәҙер иҫәпләү аҡса берәмеге булған 100 сенгә бүленә. Халыҡ-ара коды: JPY. символы: ¥ билдәһе.

1869—1871 йылдарҙа алтын һәм көмөш тәңкә булып сығарылған.

«円» иероглифы менән яҙылған аҡса берәмеге Ҡытайҙан килгән һәм ҡытай телендә «юань» тип атала. Цин династияһының Ҡытай империяһындағы валюталарҙың береһе көмөш булған, ул әйләнештә ҡойолма формаһында йөрөгән. Ләкин XVIII быуатта Ҡытайға Испанияның һәм Мексиканың көмөш тәңкәләре килеп инә, улар «көмөш» (ҡыт. 银 円) йәки «көнбайыш юандәре» (ҡыт. 洋 円) тигән исем алалар. Һуңыраҡ Гонконг ҡалаһында британдар төбәк көмөш тәңкәләр сығара башлайҙар, уларҙы «гонконг долларҙары», ә ҡытайса «гонконг юандәре» (ҡыт. 香港 壱 圆) тип атайҙар. Был валюта Японияға инә башлай, бында ҡытай «юане» японса «эн» тип яңғыраған. 1830 йылдан япондар үҙҙәре көмөш тәңкәләр етештерә башлай, улар металл миҡдары һәм ауырлығы буйынса гонконг тәңкәләре менән бер иш булған.

1901 йылғы аждаһа һүрәтле Япон иенаһы; көмөш.
1941 йылғы 1 сен
1873 йылғы 1 сен

Мэйдзи реставрацияһынан һуң, 1869 йылда тәүге тапҡыр баҫылып сығып, 1871 йылғы аҡса реформаһы арҡаһында иена рәсми рәүештә Японияның төп аҡса берәмеге тип ҡабул ителгән. Шул уҡ йылды хөкүмәт кландарҙың ҡағыҙ аҡсаларының (XVI быуаттан алып айырым япон феодалдары менән сығарылған) әйләнешен ваҡытлыса туҡтата. 1868 йылда Финанс министрлығы менән үткәрелгән тикшеренеүҙәр буйынса, Токугава заманында (1603—1867) илдә бөтәһе 1694 дана кландарҙың ҡағыҙ аҡсаһы йөрөгән, уларҙы 244 клан, 14 магистрат һәм 9 сёгунат ялсыһы сығарған. 1879 йылға клан аҡсаларын иенаға алмаштырыу тамамлана[2].

Тағы ла кәсер берәмектәре индерелгән: сен (япон. ) = 1100 иены, рин (япон. ) = 11000. 1954 йылда сен һәм рин әйләнештән алына, әммә «сен» төшөнсәһе финанс донъяһында әле лә ҡулланыла.

1872 йылда Мэйдзи хөкүмәте милли банктар тураһында ҡанун ҡабул итә, уға ярашлы, милли статусҡа эйә булған шәхси банктарға конвертланған банкноталар сығарырға рөхсәт бирелгән. Ләкин 1876 йылда ҡанунды үҙгәрткәндән һуң был банкноталар конвертланыуҙан туҡтаған[3].

1927 йылдың мартында ил финанс кризисы менән осраша. Япония банкы аҡса һалыусыларҙың хәүефтәрен әҙәйтер өсөн бик күп банкноталар сығара. Әммә аҡса һалыусылар банктарға аҡсаларын алырға йүгерләр, һәм был банкноталар ҡытлығына килтерә. Яуап итеп, Япония банкы тиҙ генә 200 иеналыҡ банкноталар сығара, уларҙың артҡы яғы буш була[3].

«Иена» атамаһын япон валютаһы «эн» формаһынан алған (японса «түңәрәк» тигәнде аңлата), сөнки элекке тәңкәләре овал, тура мөйөшлө йәки төрлө рәүештәге алтын йә көмөш ҡойолма булып торған. Иенаның тағы ла боронғо, «хөрмәтле» иероглифик һүрәтләнеше бар — 圓.

1897 йылдың октябрендә иенала алтын миҡдары 0,750 грамм тип билдәләнгән. Беренсе донъя һуғышы осоронда банкноталарҙы алтынға алыштырыу туҡтатылған. Һуңғараҡ, иҡтисади хәлгә ҡарап, Японияла алтын стандарт бер нисә тапҡыр урынлаштырылған һәм кире ғәмәлдән сығарылған, ә 1933 йыл аҙағында ул рәсми рәүештә ғәмәлдән сыҡҡан. 1933—1939 йылдарҙа Япония стерлинг зонаһына ингән, уның буйынса 1 иена 14 британ пенсына тигеҙ булған.

1932 йылда валюта контроле индерелгән, уны Финанс министрлығы һәм Үҙәк банк башҡарған. Эмиссиялау институты булып 1882 йылда нигеҙләнгән Япония Банкы тора, уның капиталы дәүләттеке булған.

1939 йылда октябрендә иена стерлинг блогынан сыҡҡандан һуң, 4,2675 иена 1 АҠШ долларына тигеҙ булған курс урынлаштырылған, ундағы алтын миҡдары 0,20813 грамм тәшкил итә.

Икенсе донъя һуғышы йылдарында иена блоктың төп валютаһы булып торған. Был блокҡа түбәндәгеләр кергән:

  • иена блогының илдәре һәм территориялары — Япония составына ингән Кореяла[4] һәм Тайвандә япон иенаһына параллель рәүештә уға тигеҙ булған корея иенаһы һәм тайвань иенаһы әйләнештә йөрөгән; Маньчжоу-гоның (япон окуппацияһындағы төньяҡ-көнсығыш Ҡытай) валютаһы — маньчжоу-го юане 1935 йылдан япон иенаһына 1:1 дәүмәлендә бәйләнгән; Ҡытайҙың башҡа окуппация аҫтындағы ерҙәре; Таиландтың валютаһы — тай баты 1942—1946 йылдарҙа иенаға тиң булған;
  • япон хәрби иенаһы блогы территорияһы, япон иенаһына тиң булһа ла, уға алыштыра алмаған;
  • формаль рәүештә автономлы валютаһы булған, ләкин Япония хөкүмәте һәм банкы тарафынан контролдә тотолған территориялар (Француз Индоҡытайы һәм Макао)[5].

1945—1948 йылдарҙа, Япония АҠШ оккупацияһы аҫтында булғанда, япон иенаһы менән йәнәшә Америка оккупация иенаһы әйләнешкә индерелә. Икенсе донъя һуғышы һәм унан һуңғы осорҙа иена хаҡының бик тиҙ төшөүе күҙәтелә. 1945 йылдың авгусында 1 АҠШ долларына — 15 иена, 1947 йылдың 12 мартында — 50 иена, 1948 йылдың 5 июлендә 250 иена булған курстар урынлаштырыла. Иҫәп-хисап операцияларында күп төрлө курстар ҡулланылған (1 АҠШ долларына 900 иенаға тиклем).

1948 йылда Окинава утрауында япон иенаһы әйләнештән алына һәм Америка оккупация иенаһына алыштырыла. Ә 1958 йылда бында АҠШ доллары урынлаштырыла. 1972 йылда япон иенаһы Окинава утрауында яңынан индерелә.

Япон иенаһы тамғалар

1949 йылдың 25 апреленән паритетлы курс кертелә: 360 иена = 1 АҠШ доллары. Был курс нигеҙендә 1953 йылдың 11 майынан Халыҡ-ара валюта фонды тарафынан иена 2,46853 миллиграмм алтынға тиңләштерелә, шулай итеп, ул халыҡ-ара танылыу алған валюта булып китә. 1949—1971 йылдарҙа иенаның курсы АҠШ долларына бәйләнелә. 1971 йылдың 20 декабрендә доллар девальвацияһы арҡаһында курс үҙгәрә һәм 1 АҠШ долларына 308 иена бирелә башлай. 1973 йылдың 14 февраленән АҠШ долларының сираттағы девальвацияһы арҡаһында иена курсы ирекле йөрөүсе тип үҙгәртелә[6]. Бер-бер артлы ревальвация серияларын үткәргәндән һуң, АҠШ долларына һәм башҡа төп валюталарға ҡарата иенаның «көсө» байтаҡҡа үҫә. Һуңғы йылдарҙа иенаның АҠШ долларына ҡарата курсы 100 иена кимәлендә ҡала килә[7][8].

Банкнота һәм тәңкә эмиссиялауына Япония Банкының айырым хоҡуғы бар. Банкноталар 1000 иенанан алып 10000 иенаға тиклемге номиналдарҙа сығарыла. Һәр бер банкнотаның төп яғында Японияның дәрәжәле шәхесе һүрәтләнгән. Мәҫәлән, 1000 иеналы банкнотала — бактериолог Ногути Хидэё, 2000 иенала — яҙыусы Мурасаки Сикибу, ә 10000 иенала яҙыусы һәм мәғрифәтсе Фукудзава Юкити һүрәтләнгән. Тәңкәләр 1 иенанан 500 иенаға тиклемге номиналда сығарыла[2].

2000 йылда 8-се Окинава иҡтисади саммитын һәм яңы мең йыллыҡ етеүен билдәләп, Е исемле серия әйләнешкә индерелә. Был серияла Японияның аҡса әйләнеше тарихында тәүге тапҡыр 2000 иена номиналлы банкнота кертелә һәм тәүге тапҡыр һаҡ билдәһе булып Еврион йондоҙлоғо файҙаланыла. 2004 йылда тағы ла 10 000, 5000 и 1000 иена номиналы менән F исемле серия менән сыға башлай. Улар D серияһының банкнотаһын алыштыралар һәм бында яңы һаҡлыҡ технологияһы ҡулланыла башлай.

Иена резерв валюта рәүешендә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер нисә тиҫтә йыл буйы япон иенаһы икенсел әһәмиәтле резерв валюта булып торған, әммә хәҙерге заманда уның менән файҙаланыу дәрәжәһе түбәнәйгән.

Сит ил валюталарында халыҡ-ара тупланмалар
1995 1996 1997 1998 1999 2000 2001 2002 2003 2004 2005 2006 2007 2008 2009 2010 2011 2012 2013
USD 59,0 % 62,1 % 65,2 % 69,3 % 70,9 % 70,5 % 70,7 % 66,5 % 65,8 % 65,9 % 66,4 % 65,7 % 64,1 % 64,1 % 62,1 % 61,8 % 62,3 % 61,1 % 61,2 %
EUR 17,9 % 18,8 % 19,8 % 24,2 % 25,3 % 24,9 % 24,3 % 25,2 % 26,3 % 26,4 % 27,6 % 26,0 % 24,7 % 24,3 % 24,4 %
DEM 15,8 % 14,7 % 14,5 % 13,8 %
GBP 2,1 % 2,7 % 2,6 % 2,7 % 2,9 % 2,8 % 2,7 % 2,9 % 2,6 % 3,3 % 3,6 % 4,2 % 4,7 % 4,0 % 4,3 % 3,9 % 3,8 % 4,0 % 4,0 %
YEN 6,8 % 6,7 % 5,8 % 6,2 % 6,4 % 6,3 % 5,2 % 4,5 % 4,1 % 3,9 % 3,7 % 3,2 % 2,9 % 3,1 % 2,9 % 3,7 % 3,6 % 4,1 % 3,9 %
FRF 2,4 % 1,8 % 1,4 % 1,6 %
CHF 0,3 % 0,2 % 0,4 % 0,3 % 0,2 % 0,3 % 0,3 % 0,4 % 0,2 % 0,2 % 0,1 % 0,2 % 0,2 % 0,1 % 0,1 % 0,1 % 0,1 % 0,3 % 0,2 %
Башҡалар 13,6 % 11,7 % 10,2 % 6,1 % 1,6 % 1,4 % 1,2 % 1,4 % 1,9 % 1,8 % 1,9 % 1,5 % 1,8 % 2,2 % 3,1 % 4,4 % 5,1 % 6,3 % 6,2 %
Сығанаҡтар: 1995—2009 МВФ (Халыҡ-ара валюта фонды): Currency Composition of Official Foreign Exchange Reserves
Сығанаҡтар: 1999—2005, ЕЦБ (Европа үҙәк банкы; 2006): The Accumulation of Foreign Reserves
Сығанаҡтар: 1999—2005: ЕЦБ (Европа үҙәк банкы; 2005): Review of the International Role of the Euro, Frankfurt

Әйләнештәге тәңкәләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Әйләнештәге йөрөгән тәңкәләр[9]
Фото Номинал Диаметр Ҡалынлыҡ Масса Состав Төркөм Аверс Реверс Етештерелгән
1 иена 20 мм 1,2 мм 1 г 100 % Al Шыма номинал, йәш ағас, илдең исеме номинал, етештереү датаһы 1955
5 иен 22 мм 1,5 мм 3,75 г 60-70 % Cu
30-40 % Zn
Шыма номинал, дөгө башаҡтары илдең исеме, етештереү йылы 1949
10 иен 23,5 мм 1,5 мм 4,5 г 95 % Cu
3-4 % Zn
1-2 % Sn
Ҡырҡыулы номинал, Бёдоин, илдең исеме номинал, лавр, етештереү йылы 1951, 1959
50 иен 21 мм 1,7 мм 4 г Мельхиор
75 % Cu
25 % Ni
Ҡырҡыулы номинал, хризантема, илдең исеме номинал, етештереү йылы 1967
100 иен 22,6 мм 1,7 мм 4,8 г Мельхиор
75 % Cu
25 % Ni
Ҡырҡыулы номинал, сакура, илдең исеме номинал, етештереү йылы 1967
500 иен 26,5 мм 2 мм 7,2 г Мельхиор
75 % Cu
25 % Ni
Шыма: („NIPPON ? 500 ? NIPPON ? 500 ?“) номинал, павловния, ил исеме номинал, бамбук, мандарин, етештереү йылы 1982[10]
500 иен 26,5 мм 2 мм 7 г 72 % Cu
20 % Zn
8 % Ni
Ҡырҡыулы номинал, павловния, ил исеме номинал, бамбук, мандарин, етештереү йылы 2000

Японияның 47 префектураһының иҫтәлекле тәңкәләре программаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Японияның 47 префектураларының программаһының 500 иен иҫтәлекле тәңкәһе — серияның дөйөм алғы яғы

Япония автономияһының 60 йыллығын билдәләп, 2008 йылдан алып илдә тәңкәләрҙең ике серияһы сыға башлай, улар Японияның 47 префектураһына арналған. Серияның бөтә тәңкәләренең алғы яғы бер иш, һәр тәңкәнең артҡы яғы айырым биҙәлешле.

500 иена номиналлы тәңкәләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге ваҡытҡа 16 биметаллик иҫтәлекле тәңкәләр сығарылған:

  • тәңкәләр составы: баҡыр 72 %, цинк 20 %, никель 8 %;
  • диаметры: 26,5 мм;
  • һәр бер тәңкәнең тиражы: 1,830,000 алып 2,100,000 тиклем[11].

1000 иена номиналлы тәңкәләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
1964 йылғы 1000 иен

1964 йылда, Йәйге Олимпия уйындарына бағышлап, 1000 иена номиналында тәүге көмөш тәңкәләр сығарыла.

2002 йылдан алып көмөш тәңкәләр сығарыу ғәмәлдә йыл һайын үткәрелә. Бөгөнгө ваҡытҡа ҡарата, шундай 26 төр тәңкә сығарылған:

  • составы — көмөш,
  • диаметры — 40 мм,
  • ауырлығы — 31,1 г,
  • һәр бер тәңкәнең тиражы: — 100 000 дана[11][12].

Әйләнештәге банкноталар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2004 йылғы серияның 1000, 5000 һәм 10 000 иена номиналындағы банкноталар әйләнештә йөрөй. 2000 йылғы серияның 2000 иена номиналындағы банкноталар әйләнештә ғәмәлдә осрамай[13].

Һүрәтләнеш Номинал Үлсәм Төп төҫ Тасуирлама Сығарылыш датаһы
Аверс Реверс Аверс Реверс
D серияһы (2000)
¥2000 154 × 76 мм йәшел Наха ҡалаһындағы ҡапҡалар «Гэндзи тураһындағы повестҡа» иллюстрация 19 июль 2000
Е серияһы (2004)
¥1000 150 × 76 мм күкһел бактериолог Ногути Хидэё Фудзи тауы, Мотосу күле һәм сакураның сәскә атыуы 1 ноябрь 2004
¥5000 156 × 76 мм зәңгәр күк яҙыусы Хигути Итиё «Какицубата-цу» (иристар төшөрөлгән Огата Кориндың һүрәте)
¥10000 160 × 76 мм көрән яҙыусы һәм мәғрифәтсе Фукудзава Юкити Бёдо-ин ғибәҙәтханаһындағы феникс ҡошоның һыны

Валюта курсы режимы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Японияла ирекле йөрөгән валюта курсы режимы ҡулланыла.

  1. 2000 йылдың 25 декаберенән 2009 йылға тиклем Бөтә Рәсәй валюта классификаторында алмашлап «иена» йәки «йена» ҡулланылған.
  2. 2,0 2,1 Encyclopædia Britannica Online, s. v. "yen", accessed May 17, 2013
  3. 3,0 3,1 Historical events and currencies in use > Modern Times
  4. Хәҙерге Корея Халыҡ Демократик Республикаһы һәм Корея Республикаһы илдәре.
  5. Алексеев, 1952, с. 294-296
  6. Бутаков, 1987, с. 283
  7. Гукасьян Г. М. Иена // Экономика от А до Я: Тематический справочник. — 2007.
  8. Райзберг Б. А., Лозовский Л. Ш., Стародубцева Е. Б. Иена // Современный экономический словарь. — 2-е изд., испр.. — М.: ИНФРА-М, 1999.
  9. Coins Presently Minted : Japan Mint 2009 йыл 18 октябрь архивланған.
  10. Әйләнштән алынғандар.
  11. 11,0 11,1 Japan 47 Prefectures Coin Program (ингл.). сайт www.pametni-mince.info. Дата обращения: 23 сентябрь 2011. Архивировано 4 февраль 2012 года.
  12. Commemorative coins issued up to now Япония тәңкәләү йорто сайты (инг.) (яп.)
  13. Valid Bank of Japan notes, Япония Банкы сайты  (инг.) (яп.)
  • Алексеев А. М. Военные финансы капиталистических государств. — 2-е. — М: Госполитиздат, 1952. — 506 с.
  • Бутаков Д. Д., Золотаренко Е. Д., Рыбалко Г. П. Валюты стран мира: Справочник / Под ред. С. М. Борисова, Г. П. Рыбалко, О. В. Можайскова. — 5-е изд., перераб. и доп. — М.: Финансы и статистика, 1987. — 383 с.