[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Демис Руссос

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Демис Руссос
Ντέμης Ρούσσος
Төп мәғлүмәт
Исеме

Артемиос Вентурис Руссос

Тыуған

15 июнь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Мысыр, Искәндәриә ҡалаһы

Үлгән

25 ғинуар 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (68 йәш)

Үлгән урыны

Афина, Греция

Ил

Греция Греция

Һөнәрҙәре

йырсы

Әүҙем йылдары

1963—2015

Йырлау тауышы

тенор-альтино

Инструменттар

гитара

Жанрҙар

прогрессив рок, поп-фолк, поп-музыка

Коллективтар

Aphrodite's Child

Хеҙмәттәшлек

Вангелис

Наградалар
Почётлы легион ордены кавалеры
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Де́мис Ру́ссос (грек. Ντέμης Ρούσσος; ысын исеме — Артемиос Вентурис Руссос, грек. Αρτέμιος Βεντούρης Ρούσσος; 15 июнь 1946 йыл, Искәндәриә, Мысыр — 25 ғинуар 2015 йыл, Афина, Греция) — Греция йырсыһы. Ижади эшмәкәрлеге дауамында яҡынса 42 альбом сығарған.

Демис Руссос 1946 йылдың 15 июнендә Мысырҙың Искәндәриә ҡалаһында тыуа, атаһы (грек милләтле инженер Джордж (Йоргос) Руссос) классик гитарала уйнай. Музыка мәктәбендә уҡығанда Демис гитарала, торбала, контрабаста һәм органда уйнарға өйрәнә. 1950-се йылдар уртаһында ғаилә Грецияға күсә.

1963 йылда Демис Руссос дуҫтары Вангелис һәм Лукас Сидерас менән бергә «Aphrodite’s Child» тигән төркөм ойоштора. 1968 йылда, Грецияла хәрби түңкәрелештән һуң, төркөм Парижға күсә, унда «Rain & Tears» тигән йыр менән уңыш ҡаҙана.

1971 йылда Демис Руссос төркөмдән китә лә үҙ аллы карьера башлай. 1974 йылда «Forever & Ever» альбомы менән билдәлелек яулай. «Happy То Be On An Island In The Sun» тигән йырлы сингл британ хит-парадында бишенсе юлға күтәрелә, әммә «Can’t Say How Much I Love You» йырҙың һәм «Souvenirs» альбомының түбән урындарҙа булыуы популярлыҡтың кәмеүе тураһында шаһитлыҡ итә. Әммә ныҡышмал йырсы британ «Тор 20»-һе үренә үҙе ижад иткән һәм башҡарған макси-синглы «The Demis Roussos Phenomenon» менән ҡайта. Шул уҡ йылды «When Forever Has Gone» тигән йыры икенсе урынды ала. Сиратағы «Kyrila» тигән ҙур синглы йәнә уңышһыҙ булып сыға, ул ҡырҡынсы урынға саҡ етә.

Яҙмаларының даланһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, Руссос концерттарҙа бик уңышлы сығыш яһай, үҙенең ғәҙәти булмаған тенорын бик оҫта файҙалана. Етмәһә, сәхнә биҙәлешенә, кейемдәргә ҙур иғтибар биреп, Демис Руссос үҙе йырлай башлағансы уҡ тамашасының диҡҡәтен тарта.

Демис Руссостың ике балаһы була: ҡыҙы Эмилия — Парижда, улы Сирил Грецияла йәшәй, диджей булып эшләй, атаһының ижадын пропагандалай[1]. Демис дүрт тапҡыр өйләнә. Һуңғы ҡатыны Мари (Париждан француз ҡыҙы) исемле була.

Францияла (Нейиҙа) йорто була, ләкин йылдың күп өлөшөн Грецияла йәшәп үткәрә[2].

Демис Руссос «Огненные колесницы» һәм «Бегущий по лезвию» тигән фильмдарға саундтректар яҙыуҙа ҡатнаша.

«Мин нисек ябыҡтым» тигән китап яҙа.

1985 йылдың 14 июнендә (буласаҡ ҡатыны Памела менән) террорсыларға әсиргә эләгә. Был көндө Афинанан Римға осҡан Trans World Airlines американ компанияһының Boeing-727 самолеты Хизбулланың ике террорсыһы тарафынан баҫып алына, улар Яҡын Көнсығышҡа осорға бойора, шулай уҡ Израиль төрмәләренән 700 ливан тотҡонон сығарыуҙы талап итә. Террорсыларҙың Афина аэропортында тотолған өсөнсө әшнәһенә алмашҡа грек властары ҡотҡарған һигеҙ грек пассажиры араһында Руссос та була. Руссос был ваҡиғаны хәтерләргә яратмай, сөнки ул саҡта бер нисә көн буйы аманат булып ятырға тура килә. Әммә йырсыны ғәрәп илдәрендә бик яраталар, шуға террорсылар ҙа уға йылы мөнәсәбәт күрһәтә: сағыштырмаса һәйбәтерәк шарттарҙа тоталар, хатта автограф алалар, ләкин бер нисә көн уны үҙҙәренә йырларға мәжбүр итәләр. Йырсының гастролдәр менән һәм мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу өсөн бер нисә тапҡыр Израилгә барыуы[3] ла, Израиль матбуғатына интервьюлар биреүе лә, хатта «Алтын Иерусалим»[4] тигән бик билдәле йырҙы башҡарыуы ла ғәрәп илдәрендәге популярлығына ҡамасауламай.

1986 йылдың ноябрендә СССР-ға гастролгә килә, Что? Где? Когда? тигән телеуйындың тура эфирында ҡатнаша (Валентина Голубева командаһы уйнағанда).

2015 йылдың 25 ғинуарында Афина госпиталдәренең береһендә вафат була[5]; был хәбәрҙе иғлан итеүҙе ғаилә 26 ғинуарға күсерә (халыҡтың иғтибарын ул көндө барған һайлауҙан айырмаҫ өсөн). Руссос 30 ғинуарҙа Афинаның Беренсе зыяратында — күп грек сәйәсмәндәре һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ерләнә торған маҙарҙа — ерләнә[6].

Aphrodite’s Child составында

  • End of the World (1968)
  • It’s Five O’Clock (1969)
  • 666 (1972)

Үҙенең альбомдары

  • Fire and Ice (1971)
  • Forever and Ever (1973)
  • My Only Fascination (1974)
  • Auf Wiederseh’n (1974)
  • Souvenirs (1975)
  • Happy to Be on an Island in the Sun (1976)
  • Die Nacht und der Wein (1976)
  • Kyrila (1977)
  • The Demis Roussos Magic (1977)
  • Ainsi soit-il (1977)
  • Los super 2 LP (1977)
  • Demis Roussos (1978)
  • Universum (1979)
  • Man of the World (1980)
  • Roussos Live! (1980)
  • Demis (1982)
  • Attitudes (1982)
  • Reflection (1984)
  • Ballads (1984)
  • Senza tempo (1985)
  • Greater Love (1986)
  • The Story of… (1987)
  • Come All Ye Faithful (1987)
  • Le Grec (1988)
  • Time (1988)
  • The Golden Voice of Demis Roussos (1988)
  • Voice and Vision (1989)
  • My Friend the Wind (1989)
  • Insight (1993)
  • Adagio (1994)
  • Demis Roussos in Holland (1995)
  • Oro (1995)
  • Gold (1995)
  • Immortel (1995)
  • Too Many Dreams (1996)
  • Best of Demis Roussos (1996)
  • Serenade (1996)
  • Colection Mi Historia (1997)
  • Mon île (1997)
  • Auf meinen Wegen (2000)
  • Live in Brazil (2006)
  • Demis (май 2009)