WikiLeaks
WikiLeaks | |
URL: | |
---|---|
Коммерция: |
Нет |
Сайт тибы: |
Хранилище документов |
Теркәлеү: |
Отсутствует |
Теле: |
английский; доступны переводы отдельных депеш |
Милексе: |
The Sunshine Press[1] |
Автор: | |
Эшләй башлаған: | |
Ағымдағы статус: |
Активен |
WikiLeaks Викимилектә |
WikiLeaks (МФА: [ˈwɪkiliːks]; от ингл. wiki и leak — «утечка») — коммерцияға ҡарамаған халыҡ-ара ойошма[3], аноним сығанаҡтарҙан алынған йәки һарҡылып сыҡҡан йәшерен мәғлүмәттәрҙе баҫтырыусы ойошма.[4]. Sunshine Press ойошмаһы 2006 йылда сайтты асыусылар[5] сайт эшләгән тәүге йылда 1,2 миллион документтан торған мәғлүмәт базаһы булдырғанын хәбәр итә[6]. WikiLeaks ойошмаһына нигеҙ һалыусы, баш редакторы һәм директоры— Австралия интернет-журналисы һәм телетапшырыуҙар алып барыусы Джулиан Ассанж[7]. Джулиан Ассанждың партнерҙары — Кристин Храфнсон, Джозеф Фаррелл, Метью Харсфорд һәм Сара Харрисон. Храфнсон Ассанж менән бер рәттән Sunshine Press Productions ағзаһы ла булып тора[8].
Был сайтта навигация өсөн HTTPS протоколын ҡулланып һаҡланған инергә рөхсәт алырға була. Wikileaks—вики-сайт түгел: тейешле рөхсәт алмаған кешеләр уның эстәлеген үҙгәртә алмай. Ләкин «редакция»ға мәғлүмәт ебәргән һәр кем аноним мәғлүмәт сығанағы булып иҫәпләнә ала.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге аҙымдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ойошманың wikileaks.org тигән исеме 2006 йылдың 4 октябрендә рәсми теркәлгән[9]. Веб-сайтта тәүге документ 2006 йылдың декабрендә сыҡҡан[10]. WikiLeaks ойошмаһына нигеҙ һалған Джулиан Ассанж 2007 йылда киң йәмәғәтселекте сайт менән таныштыра[11]. Wired журналы, волонтёр уның менән һөйләшкәндә Ассанж үҙен „ был ойошманың йөрәге һәм йәне, уға нигеҙ һалған кеше, спикеры, ойоштороусыһы, финансисы һ.б. тип атай .“[12].
WikiLeaks күпмелер кимәлдә волонтёрҙарға таяна. Элегерәк ойошмаға нигеҙ һалыусылар тип Америка Ҡушма Штаттары, Европа, Австралия, Көньяҡ Африка һәм Тайвань журналистары, математиктары һәм технологтары иҫәпләнә[13]. Бер аҙҙан веб-сайт материалдарҙы ғәҙәттәгесә сығара башлай- башҡаса редакторҙар материалдарын, сайт ҡунаҡтарының комментарийҙарын төҙәтмәй . 2009 йылда, мәҫәлән, сайтта 1200 волонтёр теркәлгән, шулай уҡ уның кәңәшмә советы бар, унда Ассанж, уның урынбаҫарҙары һәм тағы 7 кеше инә, уларҙың ҡайһы берҙәре был ойошма менән бәйләнештә тороуын инҡар итә[14].
Исеме WikiLeaks булһа ла, веб-сайт 2010 йылдың майынан Wiki ысулдарын ҡулланмай[15]. Исемендә wiki- һүҙе булһа ла, Wikipedia менән Wikileaks сайттарының бер-береһе менән бәйләнеше юҡ . Wiki фирма билдәһе түгел[16]. Wikia, коммерческая корпорация, входящая в состав фонда Wikimedia, действительно покупала в 2007 году несколько доменных имён, косвенно относящихся к Wikileaks (включая wikileaks.com и wikileaks.net)[17].
Маҡсаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]WikiLeaks веб-сайты үҙе билдәләүенсә, уның маҡсаттары: «йәмәғәтселеккә мөһим яңылыҡтар һәм мәғлүмәтте еткереү… Беҙҙең ойошма эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше тәүсәғанаҡты беҙҙең яңылыҡтар менән бергә, уҡыусылар һәм тарихсылар дөрөҫлөктөң барлығына дәлилдәрҙе күрһендәр өсөн, сығарыу».
Ойошманың икенсе маҡсаты- журналистарҙы һәм дөрөҫлөктө асып һалыусыларҙы был ойошмаға биргән мәғлүмәттәр өсөн рәшәткә артына ултытылмаясағанына инандырыу. WikiLeaks веб-сайты тарафынан онлайн эшләүсе «Drop box» WikiLeaks журналистарына ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт бирергә теләгән кешеләр өсөн инновацион, хәүефһеҙ һәм аноним юл тип аңлатыла[18].
«The Colbert Report» Америка телетапшырыуы ваҡытында биргән интервьюһында Ассанж һүҙ иркен сикләү тураһында үҙ фекерен еткерҙе : «Был абсолют ирек түгел, ләкин һүҙ ирке хөкүмәт эшмәкәрлегенә йүнәлеш бирә һәм закондарҙы яҡшыртырға ярҙам итә ала. Шуның өсөн АҠШ Конституцияһының „Хоҡуҡтар тураһында биллендә“ Конгресс матбуғат иркен сикләүсе закондар сығара алмай тип яҙылған. Матбуғат тураһында закон ҡабул итеүҙең закон менән бер ниндәй ҙә бәйләнеше булмаҫҡа тейеш, сөнки матбуғат тураһында закон закондан өҫтөнөрәк, уны ул үҙе булдыра. Барлыҡ конституция йәки хоҡуҡи статьялар ҙа мәғлүмәт ағымынан алына. Шулай уҡ һәр бер хөкүмәт кешеләрҙең ысынбарлыҡты аңлауына нигеҙләнеп һайлана»[19].
Рәсәй тураһында мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эшмәкәрлегенң башында сайт Ҡытай, Рәсәй һәм Үҙәк Евразиялағы репрессия режимдары уның төп тәнҡит йүнәлеше буласаҡ тип белдерә. 2010 йылда бер Рәсәй гәзитенә биргән интервьюһында Ассанж «Рәсәйҙең, һеҙҙең етәкселектең һәм һеҙҙең бизнесмендарығыҙҙың» абруйын төшөрә торған материалдар сығарырасағы турһында әйтә [20].
Джулиан Ассанж Бөйөк Британия төрмәһендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Джулиан Ассанж 2012-2019 йылдарҙа Лондонда Эквадор илселеге бинаһында йәшәй. Эквадор хөкүмәте уға сәйәси ҡасҡын статусын бирә. Ассанж АҠШ хөкүмәте тарафынан WikiLeaks веб-сайтында Афғанстан һәм, Ираҡтағы АҠШ-тың хәрби операцияларын, Гуантанамо лагерендә (Куба ерендә) АҠШ хеҙмәткәрҙәренең тотҡондарға ҡарата рәхимһеҙ ҡылыҡтарын һәм б. фашлаған өсөн эҙәрлекләнә.
АҠШ баҫымы аҫтында Эквадор хөкүмәте Ассанждың Эквадорҙың Лондондағы илселеген ҡалдырыуҙы талап итә. 2019 йылдың 11 апрелендә ул Лондон уртаһында ҡулға алына.
Журналист Вон Смит 2019 йыл аҙағында RT телевидениеһына дуҫы Джулиан Ассанж менән булған телефон аша һөйләшеүе хаҡында һөйләй. Ассанж үҙе әйтеүенсә, Бөйөк Британия төрмәһендә ул әкренләп үлә. Уның телмәре яртылаш аңлайышһыҙ, бик әкрен булыуы хәленең ысынлап та аяныслы булыуын күрһәтә [21].
Ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Wikileaks:About . WikiLeaks. Дата обращения: 3 июнь 2009. Архивировано 14 март 2008 года. 2008 йыл 14 март архивланған.
- ↑ Whois Search Results: wikileaks.org . GoDaddy.com. Дата обращения: 10 декабрь 2010. Архивировано 9 март 2012 года. 2012 йыл 2 май архивланған.
- ↑ «About». WikiLeaks. Archived from the original on 11 October 2012. Retrieved 11 October 2012
- ↑ Editors, The (16 August 2012). «WikiLeaks — The New York Times». Topics.nytimes.com. Archived from the original on 2012-09-16. Retrieved 24 August 2012. https://archive.is/20120916113148/http://topics.nytimes.com/top/reference/timestopics/organizations/w/wikileaks/
- ↑ Chatriwala, Omar (5 April 2010). «WikiLeaks vs the Pentagon». Al Jazeera blog. Retrieved 27 January 2011., http://blogs.aljazeera.com/blog/americas/wikileaks-vs-pentagon 2014 йыл 9 февраль архивланған.
- ↑ [«Wikileaks has 1.2 million documents?». WikiLeaks. Archived from the original on 16 February 2008. Retrieved 28 February 2008., https://web.archive.org/web/20080216000537/http://www.wikileaks.org/wiki/Wikileaks%3AAbout#Wikileaks_has_1.2_million_documents.3F , https://www.wikileaks.org/wiki/Wikileaks:About#Wikileaks_has_1.2_million_documents.3F]
- ↑ [McGreal, Chris (5 April 2010). «Wikileaks reveals video showing US air crew shooting down Iraqi civilians». The Guardian (London). Archived from the original on 2012-09-16. Retrieved 15 December 2010. https://www.theguardian.com/world/2010/apr/05/wikileaks-us-army-iraq-attack , https://archive.is/20120916114132/http://www.guardian.co.uk/world/2010/apr/05/wikileaks-us-army-iraq-attack]
- ↑ [Mostrous, Alexi (4 August 2011). «He came for a week and stayed a year». The Times (London). Archived from the original on 4 August 2012 , http://www.thetimes.co.uk/tto/life/article3114254.ece]
- ↑ [Whois Search Results: wikileaks.org". GoDaddy. Archived from the original on 11 October 2012. アーカイブされたコピー . Дата обращения: 23 май 2012. Архивировано 2 май 2012 года. 2012 йыл 2 май архивланған.]
- ↑ [Calabresi, Massimo (2 December 2010). «WikiLeaks' War on Secrecy: Truth’s Consequences»."Reportedly spurred by the leak of the Pentagon papers, Assange unveiled WikiLeaks in December 2006.http://content.time.com/time/magazine/article/0,9171,2034488,00.html «]
- ↑ [Guilliatt, Richard (30 May 2009). „Rudd Government blacklist hacker monitors police“. The Australian (Sydney). http://www.theaustralian.com.au/national-affairs/policy/rudd-government-blacklist-hacker-monitors-police/story-e6frg8yx-1225718288350]
- ↑ [„WikiLeaks Founder on the Run, Trailed by Notoriety“. The New York Times. https://www.nytimes.com/2010/10/24/world/24assange.html?_r=0]
- ↑ [Jump up to: a b „About WikiLeaks“. http://www.wikileaks.org/wiki/WikiLeaks:About 2008 йыл 14 март архивланған.]
- ↑ [Inside WikiLeaks’ Leak Factory». http://www.motherjones.com/politics/2010/04/wikileaks-julian-assange-iraq-video?page=2]
- ↑ [Gilson, Dave (19 May 2010). «WikiLeaks Gets A Facelift». http://www.motherjones.com/mojo/2010/05/wikileaks-assange-returns]
- ↑ [Rawlinson, Kevin; Peck, Tom (30 August 2010). «Wiki giants on a collision course over shared name». The Independent (London). https://www.independent.co.uk/news/media/online/wiki-giants-on-a-collision-course-over-shared-name-2065561.html]
- ↑ [«Press:Wikia Does Not Own Wikileaks Domain Names». Wikia. Wikia. http://www.wikia.com/Press:Wikia_Does_Not_Own_Wikileaks_Domain_Names]
- ↑ [«EPIC v. DOJ, FBI: Wikileaks». Electronic Privacy Information Center. https://en.wikipedia.org/wiki/Electronic_Privacy_Information_Center]
- ↑ [«Exclusive — Julian Assange Extended Interview» http://www.colbertnation.com/the-colbert-report-videos/260785/april-12-2010/exclusives---julian-assange-unedited-interview]
- ↑ Михаил Бушуев. Wikileaks и Кремль все ближе друг к другу «Deutsche Welle», 08.03.2017
- ↑ Джулиан Ассанж Лондон төрмәһендә
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Книги
- WikiLeaks. Избранные материалы. — М.: «Альпина нон-фикшн», 2011. — 280 с. — ISBN 978-5-91671-111-0.
- Н. Горбатюк. WikiLeaks. Разоблачения, изменившие мир. — М.: Эксмо, 2011. — 208 с. — ISBN 978-5-699-48548-2.
- Журналы
- Александр Птица WikiLeaks. Большой онлайновый скандал // Домашний ПК : журнал. — 2011. — № 1 (145). — С. 80—81. Архивировано из первоисточника 5 декабрь 2013.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]WikiLeaks Викимилектә | |
WikiLeaks Викияңылыҡтарҙа |
- WikiLeaks — Лентапедияла мәҡәлә. 2012 йыл.
- Хроника Wikileaks
- Wikileaks в России
- Александр Тимофеев. Мама-анархия, Папа-интернет . Популярная Механика (июль 2010). Архивировано 9 март 2012 года. 2011 йыл 4 ноябрь архивланған.
- Леонид Радзиховский. Викигод, Российская газета (28 декабря 2010). 28 декабрь 2010 тикшерелгән.
- Нравственный мотив WikiLeaks. Интервью с Исраэлем Шамиром. // Православие и мир, 8 декабря 2010
- Викиликс. Чужая игра
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- Алфавит буйынса сайттар
- 2006 йылда барлыҡҡа килгән сайттар
- WikiLeaks
- Интернет-цензура
- Международные негосударственные организации
- Международные журналистские организации
- Организации Швеции
- Проекты на движке MediaWiki
- Свобода слова
- Сайты, появившиеся в 2006 году