[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Яйла

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яйла
Рәсем
 Яйла Викимилектә

Яйла (франц. plateau, plat — яҫы) — (рус. Плато) бер аҙ бүлгеләнгән тигеҙ йәки убалы‑түбәле тигеҙлектәрҙән торған тәпәш, яҫы өҫлө ҡалҡыулыҡ. Күршеһендәге тигеҙлектәрҙән текә ҡабырғалары менән айырылып тора. Ғәҙәттә, диңгеҙ өҫтө кимәленән 500 метрҙан артыҡ бейеклектә урынлаша. Яйланың тигеҙ өҫтө йөҙҙәрсә-меңдәрсә километрга һуҙылырға мөмкин (мәҫәлән, Тибет яйлаһы)

Һардангервидда яйлаһы (Норвегия)
Колорадо яйлаһы (АҠШ)
Өфө яйлаһы күренеше
Йылайыр яйлаһы күренеше

Яйла ҙур күләмдә янартау магмаһы сығыу, лава экструзияһы (ҡыҫылып-этелеп сығыуы) йәки эрозия (тау тоҡомдарының йәки тупраҡтың ағым һыуҙар тарафынан емерелеүе йәки йыуылыуы) кеүек төрлө геологик процестар арҡаһында барлыҡҡа килергә мөмкин.

Һыу аҫты һәм ҡоро ер яйлаларына бүленә. Һыу аҫты яйлаһы — океан төбө күтәрелеү арҡаһында барлыҡҡа килә. Ҡоро ерҙәге яйла — бөтә яҡтан текә ҡалҡыулыҡтар менән уратып алынған (иңкеүлектәр айырылған) тигеҙлек.

Шулай уҡ структуралы, янартау (лава), денудацион, аккумулятив, таулы яйлаларға бүленә.

Янартау (йәки лава) яйлаһы. Янартау аталыуы арҡаһында барлыҡҡа килә торған ҙур майҙандағы яйла. Рельефтың тигеҙһеҙлеген тултырыусы шыйыҡ базальт лаваһы өҫкә сыҡҡанда яһала. Янартау (лава) яйлаһына өлгө булып Путорана яйлаһы (Себер) тора.

Тау тоҡомдарының (һыу, ел, боҙ, үҙ ауырлыҡ көсө менән) емерелгән продукттарының ер өҫтөндә уйһыулыҡтарҙа, соҡорҙарҙа урынлашҡан майҙандарға күсеүе йәки күсерелеүе арҡаһында барлыҡҡа килә. Мәҫәлән,Өфө яйлаһы (Ҡариҙел бассейны), Урал аръяғы яйлаһы.

  • Һардангервидала (норв. Hardangervidda) — Европаның (Норвегия) иң бейек тау яйлаһы. Диңгеҙ өҫтө тигеҙлегенән 1 200 — 1 600 м өҫтә, 8 000 кв. км. майҙанда урынлашҡан. Яйлала милли парк ойошторолған.
  • Колорадо (ингл. Colorado Plateau) — АҠШ-тың көнбайышында бер нисә штат ерендә урынлашҡан яйла. Майҙаны 337 мең км, бейеклеге 1 500 — 3 350 м.

Башҡортостандағы яйлалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостандың­ Урал ­алды төнь­яҡ‑көнсығышында Өфө яйлаһы, Баш­ҡортостан­ Уралының көнь­яғында Йылайыр яйлаһы урынлашҡан. Был яйлалар ныҡ йырғыланған денудация‑эрозиялы һыҙатланышлы, тәрән боролмалы үҙәндәре күп. Башҡортостандың­ Урал­ аръяғы­ яйлаһы аккумулятив‑денудацион тигеҙлектән ғибәрәт [1].