[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Рәжем

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәжем
Юрисдикция таралышы Фиҡһ һәм Шәриғәт
Өлөшө өсөн бирелгән Зина[d]
 Рәжем Викимилектә
Рәжем ҡанунлаштырылған илдәр

Рәжем(ғәр. رجم‎)Раджм — ислам хоҡуғы (фиҡһ) буйынса был яза сараһы — зина ҡылыусыларға үлтергәнсе таштар бәреү.

Ғәрәп һүҙе «рәжем» «рәжәмә» ҡылымынан килеп сыҡҡан (ғәр. رَجَمَ‎ — таш бәреү; ҡарғау; ҡыуып ебәреү; фараз ҡылыу‎) таш бәреү, ҡәһәрләү тигәнде аңлата.

Рәжем ҡулланыу өсөн төп шарт - аҡылы теүәллек, бәлиғ булыу һәм үҙ ирке менән зина ҡылыу. Рәжем тураһында хөкөм ҡарарын ҡаҙый ғына сығара. Хәнәфи һәм мәлики мәҙһәбендә был яза сараһы мосолман булмағандарға (кафырҙарға) ҡарата ҡулланылмай[1]. Зина ҡылған мәлдә йәки уға тиклем никахта булмағандар (айырылышҡандар, тол ҡатындар) өсөн йөҙ тапҡыр ҡамсы менән һуҡтырыу (ҡолдар - илле) һәм бер йылға (ҡолдар - ярты йылға) аранан ҡыуыу ҡаралған[2]

Судта зина ҡылыу фактын иҫбатлау өсөн дүрт шаһиттың йәки зина ҡылыусының дүрт тапҡыр ғәйебен таныуы кәрәк. Шәфиғи һәм мәлики мәҙһәбе буйынса зина ҡылыуҙы бер таныу етә. Таш бәреп үлтереү рәүешендәге яза кейәүҙәгеләргә һәм ҡасандыр никахта булғандарға ҡағыла. Гонаһ ҡылған ваҡытта никахта тормағандарҙы таяҡлайҙар йәки язаның башҡа төрҙәрен (тәзир) ҡулланалар.

Ҡөрьәндә рәжем һүҙе осрамай, ләкин хәҙистәр йыйынтығында Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ниндәйҙер Мәиз[3] тигән иргә һәм Ғәмидиә[4] тигән ҡатынға ҡарата рәжем ҡулланыуы тасуирлана

Төп нөсхәлә:

إِنَّ ٱللَّهَ قَدْ بَعَثَ مُحَمَّدًا ﷺ بِالْحَقِّ وَأَنْزَلَ عَلَيْهِ ٱلْكِتَابَ فَكَانَ مِمَّا أُنْزِلَ عَلَيْهِ آيَةُ ٱلرَّجْمِ قَرَأْنَاهَا وَوَعَيْنَاهَا وَعَقَلْنَاهَا فَرَجَمَ رَسُولُ ٱللَّهِ ﷺ وَرَجَمْنَا بَعْدَهُ فَأَخْشَى إِنْ طَالَ بِٱلنَّاسِ زَمَانٌ أَنْ يَقُولَ قَائِلٌ مَا نَجِدُ ٱلرَّجْمَ فِي كِتَابِ ٱللَّهِ فَيَضِلُّوا بِتَرْكِ فَرِيضَةٍ أَنْزَلَهَا ٱللَّهُ وَإِنَّ ٱلرَّجْمَ فِي كِتَابِ ٱللَّهِ حَقٌّ عَلَى مَنْ زَنَى إِذَا أَحْصَنَ مِنَ ٱلرِّجَالِ وَٱلنِّسَاءِ إِذَا قَامَتِ ٱلْبَيِّنَةُ أَوْ كَانَ ٱلْحَبَلُ أَوْ الاِعْتِرَافُ. Сәхих Мөслим, 1691a}}

  • Али-заде, А. А. [645 Раджм] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Боголюбов А.С. Зина // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 78.