Оригами
Орига́ми (япон. 折り紙, «бөкләнгән ҡағыҙ») — япон ҡағыҙ менән эшләй торған биҙәнеү-ҡулланма сәнғәте. Был сәнғәтә бик күп алымдар ҡулланып төрлө объекттар эшләргә мөмкин. Объекттар бөкләгәндән һуң формаһын һаҡлай торған махсус ҡығыҙҙан эшләнә. Һүҙлектәр, телешоуҙар оригами ҡағыҙҙан эшләнгән торналар, кәмәлер, самолеттар тип кенә аңлата, әммә ҡағыҙ бөкләүҙең яңы технологиялары яңы моделдәрҙе һәм хайуандарҙы һәм эшләргә мөмкинлек бирҙе.[1]
Иң тәүҙә япондар оригамины бер бит ҡағыҙҙан эшләгәндәр. Һуңыраҡ модулле оригами эшләргә өйрәнәләр. Бының өсөн төрлө киҫәктәрҙән айылым модулдәр әҙерләнә, һуңынан бер ҙур модулгә йыйыла. Шулай уҡ, оригаминан төрлө математик формалар эшләргә мөмкин.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Барлыҡҡа килеү осоро билдәһеҙ. Ҡағыҙ төрөү сәнғәте Ҡытайҙа I быуат — II быуатта барлыҡҡа килгән. Япониға VI быуатта ғына барып еткән. Беренсе моделдәр бик ябай булған, улар эшләгән әйбергә яҡынса ғына оҡшаған булған. Ҡағыҙ бөкләп эшләгән нәмәләрен кешеләр башҡа кешеләргә уңыш килтерә торған символ итеп бирер булған. Мәҫәлән, синто самурайҙары яңы өйләнешеүселәргә уңыш теләп, туй ваҡытында күбәләк кеүек биҙәлгән күҙлек кейеп сакэ (эсемлек) менән байрам итер булған.
Германия, Испания кеүек башҡа илдәрҙә лә ҡағыҙ бөкләү традициялары булыуы билдәле. 1490 йылда Европала ҡағыҙҙан эшләнгән кәмә картинаһы быны иҫбатлай. 1440 йылда ҡығыҙҙан ҡумталар эшләнә[2]. Һәм ниһайәт, 1845 йылда Kan no mado ҡағыҙ бөкләп яһалған беренсе китап моделе тураһында яҙа.[1]
Кешеләр оригами менән ҡыҙыҡһына башланы. 1954 йылда япон оригамасыһы Акира Йошизоа ҡағыҙҙан модель эшләү өсөн оригами ҡағиҙәләрен яҙып сыға[3]. Уның оригами инструкциялары хәҙер ҙә барлыҡ итдәрҙә лә ҡулланыла.
Материалдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле оригами оҫтаһы Питер Енгел, оригами өсөн ҡағыҙ квадрат формаһында яңы һәм йоҡа булырға тейеш тип иҫәпләй.[4] Оригами өсөн төрлө размерҙа киҫелгән төҫлө ҡағыҙҙар һатыла. Оригама эшләүсе моделдең өлөштәре төрлө төҫтә булһын өсөн, ике ҡатлы, йәки биттәре төрлө төҫтә булған ҡағыҙ менән эшләй. Шулай уҡ махсус тестуралы, металлаштырылған, рәсемле ҡағыҙҙар була.
Күп кешеләргә оригами менән шөғөлләнеү оҡшай. Энгель ике яғынан ҡағыҙ йәбештерелгән алюмин фольганан эшләнгән оригами тураһында яҙа. Был ысул сэндвич тип атала. Оригами өсөн ҡағыҙ һәр ваҡыт бар. Ҡыҙыҡлы һәм уникаль моделдәр эшләү өсөн офис ҡағыҙы, обойҙар, салфеткалар, карточкалар һәм ҡағыҙ аҡсалар ярай[1].
Инструменттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күп кенә оригамисылар ҡағыҙҙы ҡаты өҫтәлдә бөкләй, ҡайһы берҙәре ҡағыҙҙы ҡулда бөкләй.[4] Традицион оригами яһаусылар оригами ҡулдан ғына эшләнергә тейеш тип иҫәпләй. Хәҙерге заман оригама яһаусылары моделдең бәләкәй деталдәрен эшләү өсөн пицет, скрепкалар ҡуллана.
Төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кешеләр күр төрлө оригами эшләйҙәр, шуға күрә яңы төр оригами барлыҡҡа килеп тора[5]
Рәсемдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Фил
-
Туп
-
Торналар
-
Модулле оригами
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Beech, Rick (2003).
- ↑ Donna Serena da Riva.
- ↑ Margalit Fox (April 2 2005).
- ↑ 4,0 4,1 Engel, Peter. (1994).
- ↑ «Types of Origami» 2015 йыл 5 ноябрь архивланған..