Мәхмәт IV
Мәхмәт IV | |||
ғосман. محمد رابع | |||
| |||
---|---|---|---|
1648—1687 | |||
Алдан килеүсе: | Ибраһим I | ||
Дауамсы: | Сөләймән II | ||
Дине: | Ислам | ||
Тыуған: | 2 ғинуар 1642 Истанбул, Ғосман империяһы | ||
Үлгән: | 6 ғинуар 1693 (51 йәш) Эдирне, Ғосман империяһы | ||
Ерләнгән: | Истанбул | ||
Династия: | Ғосмандар[d] | ||
Атаһы: | ғосман солтаны Ибраһим I | ||
Әсәһе: | Турхан Хатидже Солтан | ||
Балалары: | Мостафа II Әхмәт III Хатидже Султан[d] Şehzade Selim (IV. Mehmed'ın oğlu)[d] Уммюгюльсюм-султан[d] Фатьма-султан[d] | ||
Автограф: | |||
Тугра: | |||
Мәхмәт IV Һунарсы (Аусы) (ғосм. محمد رابع — Mehmed-i râbi‘, төр. Dördüncü Mehmet, Avcı Sultan Mehmet) (2 ғинуар 1642—6 ғинуар 1693) — Ғосман империяһының 19-сы солтаны, 1648—1687 йылдарҙа хакимлыҡ итә.
39 йыл тәхеттә ултыра (Ғосман империяһында унан оҙағыраҡ Сөләймән I генә идара иткән)[1]. Уның хакимлығы осорона «Көпрүлү вәзирҙәре дәүеренең» иң күп өлөшө тура килә. Мәхмәт IV бик тәҡүәле йәғни диндар хөкөмдар булып замандаштары хәтерендә һаҡланған, һәм уны оҙаҡ идара итеү осоронда бик күп яңы ерҙәр яулағаны өсөн ғази йәки «изге яугир» тип йөрөткәндәр[2]. Ғосман империяһы Европаға ысынлап ҡурҡыныс янаусы һәм территорияларны һаман киңәйтеүсе һуңғы солтан булған. Уның дәүерендә, 1683 йылдан алып, переменный успех в европа һуғыштарында үҙгәреүсән уңыштар даими еңелеүҙәр менән алмашынған, һәм һөҙөмтәлә солтанды ҡолатыуға алып килгән. Артаббан ул последствии он удалился в Эдирнеға киткән, һәм 1693 йылда шунда вафат булған[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атаһы — солтан Ибраһим I, әсәһе Турхан Солтан. Мәхмәткә «Авджи» (аусы; төр. Avcı) ҡушаматы даими рәүештә спорт һәм һунарсылыҡ менән шөғөлләнеүе һәм саф һауала йыш йөрөүе өсөн бирелә.
Атаһы 1648 йылда янычарҙар тарафынан ҡолатылғас, 6 йәшлек сағында тәхеткә ултыра. Бала сағы осоронда илдә анархия хөкөм итә, Мәхмәттең әсәһе һәм өләсәһе власть өсөн үҙ-ара көрәш алып бара. Ғосман иленең ҡаҡшауын күреп, 1656 йылдың 6 июлендә венециялар Дарданелдар боғаҙында ғосман флотын еңә, һәм улар хатта Истанбулды алырға янайҙар. Әммә шул уҡ йылда бөйөк вәзир вазифаһы Кёпрюлю Мәхмәт-пашаға тапшырылғас, илдәге хәл яҡшыра башлай. Бөйөк вәзир венецияларҙы Дарданелдарҙан ҡыуа һәм 1660 йылға ҡрай уларҙан Митилена һәм Лемнос утрауҙарын ҡайтара. Уның улы Фазыл Әхмәт-паша атаһының солтанға йоғонтоһон һаҡлап бөйөк вәзир вазифаһын башҡара. Был осорҙа Австрия менән барған һуғыш ғосмандар өсөн уңышһыҙ тамамлана, 1669 йылда венецияларҙан Крит утрауы ҡайтарыла.
Шул уҡ 1669 йылда Речь Посполитаяның Уң яры гетманы Пётр Дорофеевич Дорошенко Ғосман империяһының вассалына әйләнә.
1672 йылдың яҙында солтан етәкселегендә Речь Посполитаяға ҡаршы һуғыш башлана. Ғосмандарҙы һуғышҡа украин казактары әйҙәй. Үҙенең яңы союздашына таянып, солтан Речь Посполитаяның Днепр аръяғына үҙе командалыҡ иткән 3 меңлек ғәскәре менән килә. Башланып киткән поляк-төрөк һуғышында (1672—1676) төрөктәр һәм вассалдары уңышҡа өлгәшә. Гетман Дорошенко һәм запорожье казактары саҡырып килтергән ғосман армияһы поляктарҙы һәм гетман Михаил Степанович Ханенко етәкселегендәге казактарҙы Батог эргәһендәге алышта тар-мар итә һәм ҡырым татарҙары менән бергә Каменец-Подольский ҡалаһын баҫып ала. 1672 йылда король Михаил Вишневецкий улар менән Буач килешеүен (1672) төҙөй. Әммә һуғыш яңынан тоҡана, 1676 йылдың 27 октябрендә Журавнала төҙөлгән килешеүгә ярашлы, Речь Посполитая Ғосман иперияһына Подолияны һәм Днепр буйы Украинаһының бер өлөшөн бирергә мәжбүр була.
Фазыл Әхмәт 1676 йылда вафат булғандан һуң, Ҡара Мостафа бөйөк вәзир итеп тәғәйенләнә, һәм Ғосман империяһының тарҡалыу фажиғәһе лә уның исеме менән бәйләнгән. 1672—1681 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышы, Чигирин походтарынан һуң, ғосмандар өсөн отошһоҙ булмаған Баҡсаһарай тыныслыҡ килешеүе (1681) менән тамамлана.
Ҡара Мостафа Германияны яулап алырға һәм Ғосман империяһының Дунай һәм Рейн йылғалары араһында яңы ҙур провицияһын булдырырға һәм унда тулы хоҡуҡлы наместник булырға хыялланған. Шул маҡсат менән Ғосман империяһы венгрҙарға һәм Венгрияның австриялылар баҫып алған өлөшөндә йәшәүсе католик түгел дини аҙслыҡтарға, Австрияға ҡаршы ихтилалға күтәрелгән Габсбургтар менән риза түгел халыҡҡа бер ни тиклем хәрби ярҙам күрһәткән. Мәхмәт IV баш күтәргән венгрҙарҙың юлбашсыһы алдараҡ Габсбургтарҙан үҙе тартып алған Үрге Венгрияның (хәҙерге көнсығыш Словакия һәм төньяҡ-көнсығыш Венгрия) короле итеп Имре Төкөлиҙе (Әмре Төкөй) тәғәйенләй.
1681—1682 йылдарҙа австрия хөкүмәт ғәскәрҙәре, Имре Төкөли менән һуғышып, төрөк хөкүмәте контролендә тотолған Венгрияның үҙәк өлөшөнә үтә, һәм был һуғыш башланыуға сәбәп була. Бөйөк вәзир Ҡара Мостафа паша солтандан Австрияға һөжүм башларға рөхсәт ала. Солтан вәзиренә Венгрияның төньяҡ-көнсығышынан баҫып, ике ҡәлғә-һарайҙы — Дьёр һәм (Комарно) Комаромды ҡамауға алырға бойороҡ бирә. 1682 йылдың башында төрөк армияһына мобилизация башлана, ә шул уҡ йылдың 6 авгусына Ғосман империяһы Австрияға һуғыш иғлан итә.
1683 йылдың йәйендә Ҡара Мостафа ҙур ғәскәр менән Вена ҡалаһы ҡаршыһына яҡынлаша. Лотарингия герцогы Карл V һәм Ян Собеский ҡалаға ярҙамға килә, һәм ике айға һуҙылған ҡамау 1683 йылдың 11 сентябрендәге Вена алышында ғосман армияһының тулыһынса еңелеүе менән тамамлана; поляктар һәм немецтар уларҙы эҙәрлекләп килгәнлектән ғосман ғәскәре Венгрияла тағы ике тапҡыр ҡыйратыла. Солтан бойороғо буйынса, уңышһыҙ һуғыштар өсөн, Ҡара Мостафа 1683 йыл аҙағында Белградта язалана.
Бөйөк төрөк һуғышы башлана: европаның христиан дәүләттәре союзы «Изге Лига»ға (1684) ингән илдәр: Изге Рим империяһы, Габсбургтар монархияһы йәғни Габсбургтар Австрияһы, Речь Посполитая, Рус батшалығы, Венеция һәм Мальта республикаһы ғосмандарға ҡаршы һөжүмгә күсә. Ян Собеский Молдавияға һәм Валахияға, венецианлылар һәм мальта рыцарҙары Мореяны яулайҙар, Далмацияны баҫып ала һәм Ион утрауҙарын ғосманлыларҙан таҙарта, ә герцог Лотарингский командалығында австриялылар 1686 йылда 145 йыл дауамында ғосман власы аҫтында булған Венгрияның баш ҡалаһын, Буданы (Офен) азат итә.
Ҡасандыр, 1526 йылда, Күркәм Сөләймән I иҫ киткес еңеүгә өлгәшеп, быуат ярым дауамында үҙ хакимлығын урынлаштырған Венгрияла 1687 йылдың 12 авгусында Мохач алышында герцог Лотарингский ғосмандарҙы тар-мар итә. Петроварадин (Петервардейн), Эгер (Эрлау), Секешфехервар (Штульвейсенбург) һәм хатта Белград христиандар ҡулына күсә. Һөҙөмтәлә, Ғосман империяһы Венгрия менән Трансильванияны бөтөнләйгә юғалта.
Истанбулда Мәхмәт Көпрүлүнең икенсе улы, Мостафа, етәкселегендә ихтилал тоҡана, Мәхмәт IV 1687 йылда тәхетенән ҡолатыла; Мәхмәт IV 1693 йылда төрмәлә вафат була. Тәхеткә Мәхмәт IV-нең энеһе Сөләймән II ултыра.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡатындары һәм кәнизәктәре:
- Өмәтуллаһ Рабия Гөлнуш Солтан (Мостафа II һәм Әхмәт III солтандарҙың әсәһе) (1642 — 5[3]/6[4] ноября 1715; баш хасеки[5]) — сығышы Крит утрауынан Верцицци ғаиләһенән [6][7].
- Әфифә солтан[5][8]
- Гөлбияз солтан[3] — Өмәтуллаһ Рабия Гөлнуш Солтан үлтерергә ҡушҡан тигән хәбәр булған (һыуға батырып[9] йәки быуып үлтерелгән[10]).
- Гөлнар солтан[11][8]
- Гөнеш солтан[3]
- Хәтижә солтан (Гөнеш солтан бойороғо менән үлтерелгән тигән фараз бар{{sfn|Alderson|1956|loc=table XXXVIII)
- Гөлназ солтан (баш хасеки[5])
Улдары:
- Мостафа II (5 июнь, 1664 — 29 ғинуар, 1703; әсәһе — Өмәтуллаһ Рабия Гөлнуш Солтан[12][4])
- Әхмәт III (31 декабрь, 1673 — 11 июль, 1736; әсәһе — Өмәтуллаһ Рабия Гөлнуш Солтан[13][4])
- Шаһзада Баязит (декабрь, 1678[14] — ғинуар, 1679[3])
- Сөләймән (13 февраль, 1681 — бала сағында вафат булған[3])
Ҡыҙҙары:
- Хәтижә Солтан - (Мәхмәт IV ҡыҙы) Hatice Sultan (IV. Mehmed'in kızı) (1743 й. 9 майында вафат булған)[15] — 1675 й. 23 июненән капудан Мусаһип Мостафа пашаның (Musahip Mustafa Paşa) ҡатыны (1686 й. октябрендә вафат булған); 1691 йылдан бөйөк вәзир Моралы Хәсән пашаның ҡатыны (1655 — декабрь 1713). Хәтижәнең дүрт улы: Абдулла (1699 й. үлгән), Али (1693/1694 й. үлгән[16]), Васыф (1690/1691 й. үлгән[17]) и Хасан (ум. 1684[18])[19].
- Сафия Солтан - 1687 йылдан Эдирне губернаторы һәм Мәхмәт IV-нең һунар мажараларында ҡатнашҡан Ҡасим Мостафа пашаның ҡатыны[20].
- Өммөгөлсөм Солтан (Ümmü Gülsüm Sultan) (1720 й. 10 майында вафат булған) — 1694 йылдың 11 апреленән Көсөк Осман пашаның (Küçük Osman Paşa) ҡатыны (1727 й. 8 ғинуарында вафат булған), унан ҡыҙҙары Фатима (ум. 1701/1702[21]) һәм Хәтижә (ум. 1699/1700[21]) тыуа.
- Фатима Солтан (1700 йылдың 6 декабрендә вафат булған)[22] — 1695 й. сентябренән Тырнаҡсы Черкес Ибраһим пашаның ҡатыны[23] (1697 й. февралендә язалап үлтерелгән); 1698 йылдан Топал Юсыф пашаның ҡатыны (1716 й. октябрендә вафат булған). Фатиманың ҡыҙҙары: Өрҡиә [24] (1720 й. үлгән) һәм Сафие (1710 й. үлгән[25]).
- Көсөк Солтан — 1675 йылдың июненән бөйөк вәзир Мерзифонлу Ҡара Мостафа пашаның ҡатыны (1634 — 1683 йылдың 25 декабрендә язалап үлтерелгән)[3].
- Өмми Солтан (бала сағында вафат булған[21])[22]
- Гәүһәр Солтан [3]
- Ҡыҙы (әсәһе — Гөлбияз солтан[3])
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- A’dan Z’ye Tarih Ansiklopedisi (1984). Serhat yayınevi. (төр.)
- Uzunçarşılı, İsmail Hakkı (2003). Osmanlı Tarihi III. Cilt 1. Kısım: II. Selim’in Tahta Çıkışından 1699 Karlofça Andlaşmasına Kadar. Ankara: Türk Tarih Kurumu Yayınları. ISBN 975-16-0013-8. (төр.)
- Sakaoğlu, Necdet (1999). Bu Mülkün Sultanları. İstanbul: Oğlak Yayınları. ISBN 875-329-299-6. say.200-209 (төр.)
- Kinross, Lord (1977). The Ottoman Centuries. İstanbul: Sander Kitabevi. ISBN 0-224-01379-8. (инг.)
- Historisches Museum der Stadt Wien, Robert Waissenberger (Herausgeber): Die Türken vor Wien. Europa und die Entscheidung an der Donau. Residenz Verlag, Salzburg/Wien 1982, ISBN 3-7017-0312-4. (нем.)
- Ferenc Majoros, Bernd Rill: Das Osmanische Reich 1300—1922. Die Geschichte einer Großmacht. Marix, Wiesbaden 2004, ISBN 3-937715-25-8. (нем.)
- Josef Matuz: Das osmanische Reich. Grundlinien seiner Geschichte. 4. Auflage. Wissenschaftliche Buchgesellschaft, Darmstadt 2006, ISBN 3-534-20020-9. (нем.)
- Nicolae Iorga: Geschichte des Osmanischen Reiches. Nach den Quellen dargestellt. 5 Bände, Verlag Perthes, Gotha 1908—1913, Nachdruck Frankfurt/Main 1990. (нем.)
- Gabriel Effendi Noradounghian: Recueil d’actes internationaux de l’Empire Ottoman 1300—1789. Tome I. Paris, Neufchâtel 1897. Reprint: Kraus, Nendeln 1978, ISBN 3-262-00527-4. (нем.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Mәхмәт IV. Викимилектә |
Алдан килеүсе: Ибраһим I |
Ғосман солтаны 1648—1687 |
Һуңынан килеүсе: Сөләймән II |
- ↑ 1,0 1,1 Börekçi, 2009, p. 370, 371
- ↑ Baer, 2008, p. 165
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 Alderson, 1956, table XXXVIII
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Süreyya, 1 Cild, 1996, p. 15
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Süreyya, 1 Cild, 1996, p. 23
- ↑ Alderson, 1956, table XXXVIII (прим. 2)
- ↑ Uluçay, 1985, p. 65
- ↑ 8,0 8,1 Uluçay, 1985, p. 67
- ↑ Harding, 2009, p. 371
- ↑ Sakaoğlu, 2008, s. 268
- ↑ Sakaoğlu, 2008, s. 379
- ↑ Alderson, 1956, table XL
- ↑ Alderson, 1956, table XLI
- ↑ Süreyya, 1 Cild, 1996, p. 9
- ↑ Uluçay, 1985, p. 68
- ↑ Süreyya, 1 Cild, 1996, p. 5
- ↑ Süreyya, 1 Cild, 1996, p. 45
- ↑ Süreyya, 1 Cild, 1996, p. 17
- ↑ Süreyya, 1 Cild, 1996, p. 16
- ↑ Alderson, 1956, table XXXVIII (прим. 7)
- ↑ 21,0 21,1 21,2 Süreyya, 1 Cild, 1996, p. 44
- ↑ 22,0 22,1 Uluçay, 1985, p. 69
- ↑ Süreyya, 1 Cild, 1996, p. 14
- ↑ Süreyya, 1 Cild, 1996, pp. 14, 36
- ↑ Süreyya, 1 Cild, 1996, p. 37