Карантания
Карантания | |
VII быуат — IX быуат
| |
---|---|
Баш ҡала | |
Телдәр |
славян |
Династия | |
Преемственность | |
Карантания Викимилектә | |
Каранта́ния (слов. Karantanija, Korotan) — VII—IX быуаттарҙа көнсығыш Альп тауҙарында славяндарҙың дәүләте.
VII быуатта тарҡалған Само дәүләтенең ерҙәрендә барлыҡҡа килгән, бында кельт-роман халҡы һәм VI быуатта килгән славяндар йәшәгән. Хәҙерге Каринтия, Штирия һәм Словенияның территорияһында урынлашҡан. Тарихи үҙәге — баш ҡалаһы Крнски Град менән Госпосвет яланы.
VIII быуатта Карантания христианлыҡ ҡабул иткән. Шул уҡ быуаттың уртаһында аварҙар менән һуғыштар арҡаһында көсһөҙләнгән Карантания Баварияның вассалы булып китә; IX быуат башында Франк дәүләтенең Көнсығыш маркаһы составына инә.
Барлыҡҡа килеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]VI быуат аҙағында — VII быуат башында славян ҡәбиләләре Альп тауҙарының көнсығыш битләүҙәренә һәм Мура, Драва һәм Сава йылғаларының үрге ағымына килеп төпләнә. 595 йылда Павел Диакондың «Лангобардтар тарихында» Славян провинцияһы (лат. provincia Sclaborum) телгә алынған. Был төбәктәге славян халҡы шунда уҡ тиерлек Авар ҡағанлығы хакимлығы аҫтына эләккән. Әммә 622 йылда аварҙар менән Византия араһындағы һуғышты файҙаланып, славяндар ихтилал күтәргән, уның башында кенәз Само торған. Само 623 йылда авар ғәскәрҙәрен тар-мар иткән, ә 631 йылда франктарҙың яуын кире ҡаҡҡан. Шулай итеп хәҙерге Моравия, Түбәнге Австрия, Штирия, Каринтия, Словения һәм көнбайыш Венгрияның өлөшөндәге территорияла бойондороҡһоҙ славян дәүләте барлыҡҡа килгән.
Само дәүләте ғәмәлдә славян ҡәбиләләре союзынан торған. 631 йылда уҡ ниндәйҙер Венд маркаһы (лат. marca Vinedorum) телгә алына, ул бәлки Само дәүләте составындағы хорутандарҙың (карантандарҙың) автономиялы кенәзлеге булған. 658 йылда кенәз Само вафат булғас, уның дәүләте тарҡалған. Карантания кенәзлеге бойондороҡһоҙлоҡ алған.
Икенсе яҡтан был төбәктә йәшәгән боронғо кельт ҡәбиләһенең атамаһы — карн (лат. carni) — carn (ҡая) кельт-иллирий һүҙенән барлыҡҡа килеүе мөмкин. Карантания нисек булһала словендарҙың ата-бабалары төйәкләнгән ерҙәрҙең таулы характерын тасуирлауы мөмкин.
Территорияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Карантанияның үҙәге хәҙерге Австрияның федераль ере Каринтияның территорияһы (Драваның үрге ағымы) булып тора, бында кенәзлектең баш ҡалаһы — Крнски град (Карнбург) урынлашҡан. Карантанияның иң ҙур киңәйеүе осорҙарында уның составына хәҙерге Каринтиянан тыш, Штирия, Көнсығыш Тироль, Зальцбургтың көнсығыш региондары, Үрге һәм Түбәнге Австрияның бер өлөшөн индергән. Шулай уҡ уның составында хәҙерге Словенияның ерҙәре инеүе мөмкин.
Этник составы һәм социаль структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Карантания халҡының ҙур өлөшөн был төбәккә VI быуат аҙағында күсә башлаған славяндар тәшкил иткән. Шулай уҡ романлаштырылған кельт халҡы һәм римлыларҙың тоҡомдары (башлыса ҡалаларҙа) һаҡланып ҡалған. Ил тарихының иртә осоронда аварҙарҙың торамалары булыуы мөмкин. Хакимлыҡ итеүсе класс тулыһынса славян булған. «Повесть временных лет» йылъяҙмаһы боронғо славян халҡы хорутандарҙы сербтар һәм аҡ хорваттар эргәһендә телгә алған.
Карантания бик тиҙ социаль дифференциация барлыҡҡа килгән. Буйһоноусы крәҫтиән һәм феодаль аҡһөйәктәрҙең ҡатламы ойошҡан. Шулай уҡ айырым косездар (лат. kosez) (кенәз дружинниктарының тоҡомдары) ҡатламы барлыҡҡа килгән, улар үҙҙәренең өҫтөнлөклө хәлен һәм кенәзде һайлау хоҡуғын хатта Карантания Изге Рим империяһы составына ингәндән һуң да һаҡлап ҡалған. Косездар шәхсән ирекле булғандар, үҙҙәренә тиңдәштәре тарафынан ғына хөкөм ителә алғандар һәм ҡорал тотоу менән кенәзде тәхеткә ултыртыу хоҡуҡтарына эйә булғандар. Карантания кенәздәре һайланыулы булған, әммә тиҙҙән бер нәҫел вәкилдәренән кенәздәрҙе һайлау традицияһы нығынған. Кенәз тәхеткә ултырғанда косездарҙың һәм аҡһөйәктәрҙең хоҡуҡтарын һәм привелегияларын раҫлаған.
Кенәзде һайлау йолаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Карантания бигерәктә үҙенең кенәздәрҙе һайлау һәм таж кейҙереү боронғо йолаһы арҡаһында билдәле. Был традиция славян кенәзлеге ҡолап Каринтия немец герцоглығын ойошторолоуҙан һуң да һаҡланып ҡалған. Карантан йолаһы буйынса таж кейҙерелгән һуңғы монарх 1414 йылда Габсбургтар династияһы вәкиле герцог Эрнст Железный була.
Кенәз һайлау церемонияһы словен телендә махсус Кенәз ташында уҙғарылған, был таш Крнский градтан яныдағы боронғо кельт колоннаһының ҡалдығы булған. Кенәз һайлау хоҡуғына Карантанияның барлыҡ ирекле ер биләүселәре эйә булған. Уларҙың йыйылышында бер вәкил-судья һайланған, ул кенәз тәхетенә дәғүәсегә йола һорауҙарын биргән, һуңынан халыҡ йыйылышынан кенәзде һайлауға ризалыҡ һораған. Йыйылыш кенәз кандидатураһын кире ҡаға алған, бындай осраҡтар хатта XI быуат уртаһында Каринтия герцоглығы осоронда булған. Әгәр йыйылыш кенәзде һайларға риза булһа, һуңғыһы таш кенәз тәхетендә ултырып махсус ант бирергә тейеш булған. Был йола Жан Бодендың Six livres de la Republique китабында тасуирланған.
Сәйәси үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙенең барлыҡҡа килеүенән алып Карантания кенәзлеге үҙенең күршеләре (аварҙар, лангобардтар, баварҙар) менән бер туҡтауһыҙ йәшәү өсөн көрәш алып барған. VIII быуат башында авар баҫымы бигерәктә ныҡ көсәйгән. Карантандар баварҙарҙан ярҙам һорарға мәжбүр була. 745 йылда аварҙарҙың яуынан һуң карантан кенәзе Борут Бавария герцогы Одилонан ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән һәм ярҙам өсөн Баварияның Карантания өҫтөнән сюзеренитетын таныған.
Дине
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Карантанияла славян халҡын христианлаштырыу франк монахы Аманд миссияһы тарафынан 630-сы йылдарҙа уҡ башланған. 700 йылдар тирәһендә карантан кенәзе һарайында Изге Руперт килеп сыҡҡан, ул буласаҡта Зальцбург епископлығын нигеҙләгән. VIII быуаттың икенсе яртыһында Бавария сюзеренитеты урынлашҡас христианлаштырыу ҡырҡа көсәйгән, уның төп үҙәге Зальцбург ҡалаһы булып киткән. Кенәз Борут үҙенең улдары Горазд һәм Хотимирҙы Баварияға ебәргән, бында улар христиан динен ҡабул иткән һәм немец йолаларында тәрбиәләнгән. Хотимир Карантания тәхетенә ултырғас, ул кенәздектә бер нисә монастыргә нигеҙ һалған, сиркәү файҙаһына һалым индергән һәм славяндар араһында христианлыҡты таратыу өсөн Изге Модестты саҡырған. Хотимир вафат булғандан һуң Карантанияла христианлыҡҡа ҡаршы һәм немец йоғонтоһо артыуына ҡаршы ихтилал тоҡанған, әммә 772 йылда ул баҫтырылған һәм илдә христиан дине нығынған. Шулай итеп Карантания славян илдәренән тәүгеләрҙән булып Римдан христианлыҡ ҡабул иткәндәр.
Карантанияның ҡолауы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]788 йылда Бавария франктар тарафынан тар-мар ителгән Һәм Карантания менән бергә Бөйөк Карлдың империяһы составына ингән. Франк империяһы составына ингәндән һуң Карантания үҙенең автономияһын һаҡлап ҡалған. Карантания кенәзе Войномир 796 йылда Фриул герцогы Эриктың бойороғо буйынса аварҙарға ҡаршы яу ойоштора, еңеү яулай һәм Авар ҡағанлығы баш ҡалаһын тар-мар итә. 803 йылдан Авар дәүләте йәшәүҙән туҡтай. Франктар осоронда Карантания кенәздәре славян булып ҡалған, әммә әкренләп, бигерәктә Фриул маркаһы яғынан, немец йоғонтоһо көсәйә барған. Карантания кенәзлеге юридик рәүештә Фриул маркаһына буйһонған. Германлаштырыу 819 йылда Людевит Посавский етәкселегендә Түбәнге Паннония, Сава үҙәне һәм Карантанияның бер өлөшө славяндарының ихтилалын тыуҙырған. Ихтилал тиҙҙән баҫтырылған, бының менән франктар файҙаланып 820 йылда Карантания кенәзен властан ситләткән һәм кенәзлек территорияһын бер нисә немец макграфлыҡтары араһында бүлгән. Славян аҡһөйәктәре властан ситләтелгән, немец колонистары, дворяндар һәм сиркәү ҙур ер биләмәләренә эйә булғандар.
Һөҙөмтәлә Карантания кенәзлеге йәшәүҙән туҡтай. Ул Бавария герцоглығы составына ингән, ә 976 йылда яңы дәүләт берәмеге — Каринтия герцоглығы ойошторолған, уның составына элекке Карантанияның һәм төньяҡ итальян ерҙәренең территориялары ингән.
Карантания хакимдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Валук (631 — VII быуат)
- билдәһеҙҙәр
- Борут (яҡынса 740 — 750)
- Горазд, Боруттың улы (749—751)
- Хотимир, Боруттың туғаны (751/752 — 769)
- Вальтунк (772—786)
- Домислав (Домициан Карантанский[en])
- Прибислав (яҡынса 786 — 800)
- Семика (яҡынса 800 — яҡынса 810)
- Стоймир (яҡынса 810 — яҡынса 820)
- Этгар (яҡынса 820 — яҡынса 828)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- France Bezlaj, Etimološki slovar slovenskega jezika (Slovenian Etymological Dictionary). Vol. 2: K-O / edited by Bogomil Gerlanc. — 1982. p. 68. Ljubljana: Mladinska knjiga, 1976—2005.
- Rajko Bratož, ur., Slovenija in sosednje dežele med antiko in karolinško dobo : začetki slovenske etnogeneze = Slowenien und die Nachbarländer zwischen Antike und karolingischer Epoche : Anfänge der slowenischen Ethnogenese, 2 zv. Ljubljana, 2000;
- Paul Gleirscher, Karantanien — das slawische Kärnten. Klagenfurt, 2000. ISBN 3-85378-511-5
- Bogo Grafenauer, Ustoličevanje koroških vojvod in država karantanskih Slovencev : Die Kärntner Herzogseinsetzung und der Staat der Karantanerslawen. Ljubljana, 1952;
- Hans-Dietrich Kahl, Der Staat der Karantanen: Fakten, Thesen und Fragen zu einer frühen slawischen Machtbildung im Ostalpenraum, Ljubljana, 2002.
- Peter Štih, «Karantanci — zgodnjesrednjeveško ljudstvo med Vzhodom in Zahodom», Zgodovinski časopis 61 (2007), s. 47-58;
- Peter Štih, Ozemlje Slovenije v zgodnjem srednjem veku: osnovne poteze zgodovinskega razvoja od začetka 6. stoletja do konca 9. stoletja, Ljubljana, 2001.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Карантания Викимилектә |