[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Гамета

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Гаме́талар (грек. γᾰμετή — инә, γᾰμέτης — ата) йәки енес күҙәнәктәре — төп функциялары енси юл менән үрсеүҙе (репродукция) тәьмин итеү булған генератив күҙәнәктәр.

Был күҙәнәктәрҙә хромосомалар йыйылмаһы берәр генә төрҙән тора (n — одинарный набор). Йәғни, был йыйылмала хромосомаларҙың һәр төрөнән берәре генә була. Бындай йыйылманы икенсе төрлө гаплоид йыйылма тип атайҙар. Шулай итеп, гаметалар гаплоид күҙәнәктәр булып торалар.

Гаплоид йыйылмалағы барлыҡ гендар тупланмаһы геном атамаһы менән йөрөй. Яңы организм барлыҡҡа килһен өсөн, ике гамета бергә ҡушылырға тейеш. Был процесс аталаныу тип атала. Һөҙөмтәһендә зигота барлыҡҡа килә.

Зиготала хромосомалар йыйылмаһы икешәр булып китә (2n — двойной набор). Йәғни, был йыйылмала хромосомаларҙың һәр төрө икешәр була. Ундай күҙәнәктәр диплоид тип атала.

Зигота — диплоид күҙәнәк. Яңы организмдың үҫеше зиготанан башлана.

Был процестың биологик әһәмиәте шунда:

  • Гаметалар ҡушылыуы менән төргә хас булған хромосомалар һаны тергеҙелә.
  • Хромосомаларҙың икеләтә йыйылмаһында инә һәм ата организмдарҙың нәҫел билдәләре берләшә. Гендарҙың яңы комбинацияһы хасил була. Был комбинация генотип атамаһы менән йөрөй.
  • Яңы организм ата-инәһенән нәҫел билдәләре менән айырыла. Сөнки, үҫеше гендарҙың яңы комбинацияһы аша атҡарыла. Яңы организмдағы яңы билдәләр

комбинатив үҙгәреүсәнлек тип атала.

инә гамета (n — геном) + ата гамета (n — геном) = зигота (2n — генотип)

Гаметалар, ғәҙәттә, ике төрлө була:

  • Йомортҡа күҙәнәк — инә гамета.
  • Спермий, спермотозоид — ата гамета.

Бик һирәк осраҡта ғына гаметалар бер-береһенән айырылмайҙар (изогаметалар).

Күпселектә, улар бер-береһенән ныҡ айырыла (гетерогаметалар).

Сперматозоид һәм йомортҡа күҙәнәк.

Сперматозоидтар бик ваҡ, хәрәкәтсән, ҡамсылы була. Уларҙа бик күп энергия запасы (АТФ) һәм бик күп һанда митохондриялар була. Ә йомортҡа күҙәнәк спермотозоидтарҙан 1000 — млн. тапҡыр тирәһе ҙур, бик күп запас матдәле, хәрәкәткә һәләтһеҙ була. Ҡайһы бер осраҡтарҙа яңы организмдың яңғыҙ гаметанан башланғыс алып үҫешеү осраҡтары бар. Был күренеш партеногенез тип атала. Бындай осраҡта, ғәҙәттә, яңы организм аталанмаған йомортҡа күҙәнәктән башланғыс ала. Партаногенездың ундай төрөн гиногенез тип атайҙар. Әгәр үҫеш ата енес күҙәнәгенән башланһа, андрогенез була.