[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Бәлеш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Бәлеш (бөйөрөк) — башҡорт аштарының береһе, ҡамыр тыш эсенә ит һалып майҙа бешерелгән ҡунаҡ ашы.

Бәлеш бешереү өсөн әсе ҡамыр алына. Ул башҡа әсе ҡамыр кеүек үк әҙерләнә. яҡшы ҡабарған өлгөргән ҡамырҙы 50-60 грамм ҙурлығындағы киҫәктәргә бүләләр, онло таҡта өҫтөндә әүәләп, кескәй генә йәймәләр йәйәләр.

Эслекте һәм бәлеште әҙерләү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бәлеш эсенә һимеҙ һыйыр йәки һарыҡ ите һалына. Итте таҙа йыуғас, ваҡ ҡына итеп турарға һәм һуған менән бергә ит ваҡлау машинаһынан үткәрергә кәрәк. Үткәрелгән иткә борос һәм тоҙ һибеп, ағас ҡалаҡ менән йәиһә ҡул менән ипләп болғарға, иҙгеләп баҫырға кәрәк. Әгәр ит ҡорораҡ булһа, шыйығыраҡ булһын өсөн, бер аҙ һыуытылған һурпа, һыу йәки һөт өҫтәйҙәр, Шулай хәҙерләнгән итте ҙур ҡалаҡтың яртыһы күләмендә самалап алып, уртаса ҙурлыҡта йәйелгән түңәрәк ҡамырҙың уртаһына һалалар ҙа бысаҡ менән тигеҙләп йәйәләр. Шунан сон ҡамырҙың ҡырыйҙарын өҫкә ҡаплап, ыҡсым һәм тигеҙ генә бөрөп сығалар, уртаһында диаметры 3 см ҙурлығындағы тишек ҡалдырыла.

Ҡабартыу, бешереү һәм табынға биреү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙерләнгән бәлеште бер аҙ он һибелгән таҡтала бер ни тиклем тотып ҡабарталар, унан һуң май ҡайнап торған ҡаҙанға йәки табаға тишекле яғын аҫҡа ҡаратып һалалар. Май бәлештәрҙе күмеп торорға тейеш.

Бәлештең тишекле яғының йөҙө килгәс, өҫкә әйләндерәләр һәм эсенә балғалаҡ менән табалағы ҡыҙыу майҙы һалып, аҫҡы яғын ҡыҙарғансы бешерәләр.

Бәлеш табынға эҫе килеш бирелә.

Ит машинаһынан үткәргәндә бәлеш итенә һөттә ебетелгән киптерелгән икмәк өҫтәргә лә мөмкин. Ошолай эшләгәндә, бәлеш йомшағыраҡ һәм артыҡ майлы булмай.

Бер бәлешкә: 50-60 грамм ҡамыр, 30-35 грамм ит, 10 грамм һуған, ҡыҙҙырыу өсөн 6-7 грамм һары май (йәки үҫемлек майы), кәрәк тиклем борос һәм тоҙ, итте йомшартыу өсөн бер ни тиклем һалҡын һурпа, һыу йәки һөт алына,

Сөсө ҡамырҙан бәлеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бәлеш өсөн сөсө ҡамыр ит бәлештәренә баҫҡан кеүек баҫыла. Был бәлеш тә әсе ҡамырҙан бешерелгән бәлеш кеүек эшләнә һәм бешерелә. Тик был бәлештәрҙе ҡабартырға ҡуйырға кәрәкмәй, яһаған бер бәлеште бешерә барырға була.

Һәр бәлеш өсөн: 50-60 грамм он, 35 грамм ит, 10 грамм һуған, ҡыҙҙырыу өсөн 6-7 грамм һары май, кәрәк тиклем тоҙ һәм борос алына.

Кейәү бәлеше йомортҡа һытып, һөткә генә иҙелгән ҡамырҙан бешерелә. Уның ҡамырын башҡа әсе ҡамыр кеүек үк баҫалар, тик уға йомортҡа ғына бер ярым тапҡырға күберәк һалына. Был бәлеште һөткә, майға һәм йомортҡаға ғына йомшағыраҡ итеп баҫылған сөсө ҡамырҙан яһарға ла була.

Кейәү бәлешенә йәш һарыҡ йә быҙау ите алына. Итте иң элек ваҡ ҡына итеп турайҙар, унан һуң һуған ҡушып, ит машинаһынан ике тапҡыр үткәрәләр. Шунан инде иткә самалап тоҙ, борос һибеп, һөт өҫтө йәки аҡ май һалып бик яҡшы итеп болғатыу кәрәк.

Кейәү бәлеше башҡа бәлештәргә (ит бәлешенә) ҡарағанда ике тапҡыр бәләкәй була. Шуға күрә уның ҡамыры ла аҙраҡ алына, ите лә аҙраҡ һалына.

Кейәү бәлеше ит бәлеше кеүек үк яһала һәм бешерелә. Бер бәлеш эшләү өсөн: 15-20 грамм ваҡланған ит, 30-35 грамм он, 5-6 грамм һуған, 5-6 грамм һары май йәки ҡыҙҙырылған аҡ май, кәрәк тиклем тоҙ һәм борос, иткә һалыу өсөн бер-ике грамм аҡ май йәки һөт өҫтө алына*

  • Башҡорт аш-һыуы