[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Джайпур

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Джайпур
һинд जयपुर
Нигеҙләү датаһы 1727
Рәсем
Рәсми атамаһы जयपुर һәм Jaipur
Этнохороним Jaipuri
Нигеҙләүсе Савай Джай Сингх[d]
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  Һиндостан[1]
Административ үҙәге Раджастхан[d][2]
Административ-территориаль берәмек Джайпур[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+5:30[d][3]
Хөкүмәт башлығы Ashok Parnami[d]
Етәксе орган Jaipur Municipal Corporation[d]
Ойошма ағзаһы Creative Cities Network[d][4]
Халыҡ һаны 3 073 350 кеше (2011)[5]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 431 ± 1 метр[3]
Туғандаш ҡала Калгари, Фримонт[d], Додома[d], Порт-Луи һәм Лагос
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫы
Майҙан 467 км²[6],
2185 гектар (2011)[7],
710 гектар,
2205 гектар
Почта индексы 302001[8]
Рәсми сайт jaipurmc.org
Подробная карта
Вид в ночное время
Коллаж
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (ii)[d], (iv)[d] һәм (vi)[d]
Вид с воздуха
Урындағы телефон коды 141[9]
Номер тамғаһы коды RJ-14[10]
Карта
 Джайпур Викимилектә

Джайпур (һинд जयपुर, англ. Jaipur) —  Һиндостандағы ҡала, Раджастхан штаты.

Төҙөлөштә ғәҙәти булмағантә алһыу төҫтә таш ҡулланыу арҡаһында Джайпурҙы «Алһыу ҡала» тип йөрөтәләр, ҡала 1727 йылда махараджа Дхундхара Савай Джай Сингхом II менән нигеҙләнгән (1699—1743 идаралыҡ йылдары) һәм дәүләттең яңы баш ҡалаһы исемен ала.

Дөйөм мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Джайпур — Раджастхана штатының баш ҡалаһы, Һиндостанды 1000 йылдан ашыу контролдә тотҡан хәрби төркөмдәрҙең (раджпуттар) тыуған иле. Йәш архитектор Видхиадхара Бхаттачарья проекты боронғо Һиндостан архитектураһына ярашлы төҙөлгән, һәм унда тура мөйөшлө кварталдар булыуы ла ҡаралған. Бөтә Джайпур, ҡаланы дошман ғәскәрҙәренән һәм ҡырағай йәнлектәрҙән һаҡлған стеналар менән уратып алынған, туғыҙ секторға бүленгән. Ул ваҡытта был Һиндостандың берҙән-бер тура мөйөшло планлаштырылған ҡала.

География һәм климат

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Одна из улиц города

Джайпур Һиндостандың Раджастхан штатының көнсығыш өлөшөндә, 431 метр диңгеҙ кимәле өҫтөндәге бейеклектә урынлашҡан. Джайпур тирә-яғынан Банас һәм Банганга йылғалары ағалар.

Ҡала климаты тропик климатына оҡшаш. Иң эҫе периоды — апрелдән июлгә тиклем, унда урта температураһы 30°С арта. Муссондар сезондары июлдән алып сентябергә тиклем дауам итә, уртаса йыллыҡ яуым-төшөм кимәле: 668 мм. Ҡышҡы период (октябрь — февраль) йомшаҡ уртаса  15—18°С температуралы климат менән һәм яуым-төшөмдәрҙең кәм булыуы йәки уларҙың минимумы менән һүрәтләнә.

Климат Джайпура
Показатель Янв. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Год
Абсолютный максимум, °C 30 32 40 43 45 43 45 39 39 38 37 32 45
Средний максимум, °C 22,4 25,4 31,3 37,0 40,3 39,5 34,2 32,3 33,5 33,5 29,1 24,4 31,9
Средняя температура, °C 15,3 18,2 23,6 29,3 33,0 33,5 30,0 28,4 28,4 26,2 21,3 16,8 25,3
Средний минимум, °C 8,2 10,9 16,0 21,6 25,7 27,5 25,8 24,5 23,2 19,0 13,4 9,2 18,7
Абсолютный минимум, °C 1 0 5 12 17 21 16 20 19 10 6 3 0
Норма осадков, мм 7,5 10,2 4,5 8,3 16,7 54,7 214,0 213,6 69,4 23,3 4,2 3,0 629,4
Источник: [1], Страница Ҡалып:Шаблон:Comment/styles.css не имеет содержания.источник?

 2001 йылдың иҫәбе буйынса, ҡала халҡы иҫәбе 3 722 575 кеше тәшкил итә, Джайпур халҡының тирә-яғы: 6 651 071 человек. Халыҡтың уҡый-яҙа белеү кимәле: 69,8 % (82,8 % ирҙәр һәм 55,52 % ҡатындар). 1000 иргә 897 ҡатын тура килә. Иң таралган телдәр: хинди һәм раджастхани. Халыҡтың өлөшө инглиз, панджаби, синдхи телдәрендә һөйләшәләр.

Джайпурҙың халыҡ - ара аэропорты ҡала эргәһендәге  Санганерҙа урынлашҡан, яҡынса ҡала уртаһынан 13 саҡрым алыҫлығында. Был штаттың берҙән - бер халыҡ-ара аэропорты, ул илдең ҙур ҡалаларына урындағы рейстаҙы ҡабул итә, халыҡ-ара рейстар Дубай, Маскат һәм башҡа калаларға ашырыла.

 Джайпур митрополитен системаһы әлегә төҙөлөү стадияһында. Беренсе юлы 2015 йылдың 3 июнендә асыла[11]. Ҡала төньяҡ-көнбайыш Һиндостандың тимер юлдарының штаб-фатиры булып тора, Джайпур уңайлы итеп илдең ҙур ҡалалары менән тимер юлдары аша бәйле. Милли хайвэй № 8 Джайпурҙы Дели һәм Бомбей менән бәйләй, хайвэй № 12 — Кота  ҡалаһы менән, № 11 — Биканер һәм  Агра менән бәйләй.

 2006 йылдан Ҡалала Джайпур әҙәбиәт фестивале үткәрелә[12].

Иҫтәлекле урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Джайпурҙа иҫтәлекле урындар, стена менән уралған ҡалала урынлашҡан. Иң яҡшы ҡала менән танышыу ысулы  —  йәйәү йөрөү.

Элекке махараджа һарайы, боронғо ҡаланың стеналарының етенсе өлөшөн биләгән, ике архитекутра стиленең ҡушылыуын күрһәтә — раджпут (Раджастани) һәм могол (Мугхал).  Комплекска Чандра Махал, Шри Говинд Дэв храмы һәм «Сити Пэлес» музейы инә. Һарайҙа бик яҡшы костюмдар һәм ҡорал йыйылмаһы,  балаҫтар һәм миниатюралар менән сәнғәт галерея урынлашҡан

Савай Джай Сингхом төҙөгән  Һиндостандың биш төрлө ҡалаларында урынлашҡан биш обсерваторияларҙан иң ҙуры. Обсерваторияла  үҙе менән урта быуат астрономия оҫталығы түбәһен ҡурһәткән ҡоралдар һаҡлана.

Хава-Махал йәки Елдәр һарайы Джайпурҙың символы булып китә. 1799 йылда төҙөлгән, биш этажлы, алһыу таштан яһалған, ҡолонналар һәм балкондар менән биҙәлгән йорт. Хава Махал ҡала һарайы комплексының бер өлөшө булып була, унда шулай уҡ  XIX быуат аҙағында төҙөлгән  Мубарак Махал, Ҡунаҡтар һарайы инә.

Ҡаланың иң бейек башняһы Исар-Лет 1749 йылда төҙөлгән. Яңыраҡ тамашасы өсөн асылған. Башня — ҡалаға иң яҡшы панорама асылған урын.

 Ҡаланың көнсығышында урынлашҡан, бороңғо паломничество үҙәге.Ҡабарып торған йәшеллек менән уратылған храмдар, бассейндар, изге һыулы шишмәләр. Ҡояш аллаһының бәләкәй храмы ҡаланың булған нөктәләренән күренә.

Амбер ҡәлғә- һарайы Джапурҙан төньяҡ яғына 11 саҡрым алыҫлығында урынлашҡан. Был һарай иҫ киткес матур һарайҙар, залдар, павильондар, баҡсалар һәм ғибәҙәтханалар комплексы, ул ике йөҙ йыл дауамында төҙөлгән. Ҡаты һәм ҡырыҫ фасадтар артында ожмах интерьеры йәшенә, унда монгол һәм раджастан стилләре үҙенең иң бейек кәүҙәләнешендә ҡушылған. Күҙ алдында асылған залдарҙы көнсығыш байлығының өлгөһө  тип атарға булаю.Һуғыш һәм һунар күренештәрен һүрәтләгән биҙәктәр, көҙгө һәм аҫыл таштар менән биҙәлгән. Һарай алдында — тигеҙлегендә Амбера матурлығын күрһәткән Маота күле

Дворец на воде.

 Һиндостандың күп ҡалмаған урта быуат, элекке һарайҙарҙың, баҡсаларҙың, бассейендарҙың, ғибәҙәтханаларҙың ялтрауҙарын һаҡлаған хәрби ҡәлғәләрҙең береһе.

Яңыраҡ тергеҙелгән матур ғибәҙәтханалар комплексы.

 Нахаргар һарай форты
 Мадхвендра һарайы

 Форт Мадхвендра һарайы менән данлы. Бейек ҡаяға менһәң, бынан бөтә Джайпур күренә. Әммә был һарайға әләгер өсөн,кеше күп йөрөгән урамдар аша үтергә тура килә, унда рикшаларға утеуе ҡыйын булыуы мөмкин.

Магазиндар, ресторандар һәм башҡа йорттар Бади Чаупарала Амбер ҡәлғә - һарайҙың ике яғынан төҙөлгән. Джайпур — донъяла иң ҙүр аҫыл таш эшкәртеү  һәм огранка  үҙәге. Был ысын һөнәрселәр өйө, улар һеҙгә матур тауарҙарын тәҡдим итерҙәр, төҫлө туҡымаларын,ҡыйбат булмаған һәм матур ҡул менән яһалған ювилир эштәре, аҫыл һәм ярым аҫыл таштар һәм самоцветтар. Ҡаланың баҙарҙарында шулай уҡ һөнәрселек кәсептәре күп — сарилар,, сандалиялар, ҡул менән эшләнгән ҡағыҙҙар, сәй, керамика һәм башҡалар.

  • Джайпур рәсәме