[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Ява

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ява
индон. Jawa, яв. Jawa
Характеристики
Майҙаны132 000 км²
Иң бейек нөктәһе3676 м
Халҡы140 000 000 чел. (2010)
Урынлашыуы
7°30′10″ ю. ш. 111°15′47″ в. д.HGЯO
Йыуыусы акваториларҺинд океаны, Тымыҡ океан
Индонезия
Красная точка
Ява
 Ява Викимилектә

Я́ва (индон. һәм яв. Jawa) — Индонезия составындағы утрау (Индонезияның баш ҡалаһы Джакарта ошо утрауҙа урынлашҡан). Майҙаны — 132 мең км². Донъялағы халыҡ иң тығыҙ йәшәгән утрау булып тора.

Көнбайыштан көнсығышҡа 1000 км һуҙылған. Ява утрауының 30%-ын джунгли биләй.

Утрауҙа 120 вулкан бар, шуларҙың 30-ы һүнмәгән (мәҫәлән, Мерапи вулканы)[1].

Яваның бай тарихы бар. Мәҫәлән, Явала Матарам, Маджапахит, Демак дәүләттәре барлыҡҡа килгән.


Административ бүленеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Провинция Административ үҙәк Майҙан,
км²
Халҡы,
мең кеше (2010)
1 Бантен Серанг 9019 10 632
2 Көнбайыш Ява Бандунг 36 925 43 054
3 Үҙәк Ява Семаранг 32 800 32 383
4 Көнсығыш Ява Сурабая 46 690 37 477
5 Джакарта округы Джакарта 740 9 608
6 Джокьякарта округы Джокьякарта 3133 3 458
Ява провинцияһы

Донъяла кеше иң күп йәшәгән утрау (140 млн кеше, (2010); халыҡ тығыҙлығы — 1061 кеше/км²). Иң таралған телдәр — ява һәм индонез.

Бында кофеның иң билдәле сорттарының береһе Копи Лювак етештерелә.

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Утрауҙа Индонезияның иң иҫтәлекле урыны — Боробудур ғибәҙәтханаһы урынлашҡан. Буддизм диненең изге ғибәҙәтханаһы Будда космологияһының моделе булып тора. Ғибәҙәтхана ЮНЕСКО-ның архитектура-тарихи ҡомартҡылар исемлегенә инә һәм бөтә донъя мираҫы һанала.