[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Эшсе һәм һалдат депутаттарының Петроград Советы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эшсе һәм һалдат депутаттарының Петроград Советы
Нигеҙләү датаһы 1917
Рәсем
Дәүләт  СССР
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1924
Член наблюдательного совета Семён Лазаревич Вайнштейн[d]
 Эшсе һәм һалдат депутаттарының Петроград Советы Викимилектә

Эшсе һәм һалдат депутаттарының Петроград Советы (Петроград советы, Петросовет) — Февраль революцияһының тәүге көндәрендә Петроградта үҙ белдеге менән булдырылған һәм Петроградта ғына түгел, ә бөтә Рәсәй буйынса коллегиаль һайлаулы власть органы[1]. Эшсе һәм һалдат депутаттары Советтарының I Бөтә Рәсәй съезы саҡырылышына тиклем (1917 йылдың 3 (16) июнендә — 24 июнендә (7 июлендә)) Петросовет Бөтә Рәсәй революцион демократияһы үҙәге, эшселәр милицияһы һәм Петроград хәрби округының запастағы полктары ҡоарллы көстәренә таянған пролетариат һәм крәҫтиәндәр революцион-демократик диктатураһы органы булып тора. Петроград советының туранан-тура алдан килеүсеһе — Үҙәк хәрби-сәнәғәт комитетының Эшсе төркөмө (ЦВПК), уны, 1905 йылда уҡ, беренсе урыҫ революция көндәрендә, Петербург эшсе депутаттары советы ғәмәлдә булыуына ҡарамаҫтан, меньшевиктар 1915 йылдың ноябрендә ойоштора.

1917 йылдың башында меньшевик К. А. Гвоздев етәкселегендә Үҙәк хәрби-сәнәғәт комитеты «Ҡанлы йәкшәмбе» йыллығына дөйөм забастовка ойоштороуын яҡлап сыға. 1917 йылдың ғинуар аҙағында ҮХСК-ның Эш комитеты яңы хөкүмәткә ҡаршы демонстрацияһын ойоштора башлай, ул Дәүләт думаһының сираттағы сессияһын асыуға тәғәйенләнә; уның тарафынан сығарылған мөрәжәғәтнамә «самодержавие режимын ҡәтғи рәүештә бөтөрөүҙе» талап итә һәм был властарҙың түҙемлеген бөтөрә. 1917 йылдың 26 ғинуарынан (8 февраль) 27 ғинуарына (9 февраль) ҡараған төндә Эш төркөмөнөң етәксе составы тулыһынса ҡулға алына[2]. Уларҙы төрмәнән Февраль революция барышында уҡ баш күтәргән эшселәр һәм һалдаттар сығара. 27 февралдең (12 марттың) иртәһендә улар азат ителә һәм революцион һалдаттар һәм эшселәр менән берлектә думаның меньшевиктар фракцияһы ағзалары йыйылған Таврия һарайына киләләр, думаның меньшевиктар фракцияһы бында була инде.

Думаның меньшевиктар фракцияһы ағзалары, башҡа социалистик партиялары вәкилдәре, легаль профсоюз, кооперативтар һәм башҡа ойошмалары эшмәкәрҙәре менән берлектә Ваҡытлы эшсе депутаттары советы башҡарма комитеты — эшсе депутаттары Советының ойоштороу йыйылышы саҡырылышы буйынса орган булдыралар. Уның составына К. А. Немировский, Б О. Богданов (меньшевиктар, ЦВПК эш төркөмө етәкселәре), Н. С. Чхеидзе, М. И. Скобелев (Дәүләт думаһының меньшевиктар фракцияһы депутаттары), Н. Ю. Капелинский, К. С. Гриневич (Шехтер) (меньшевик-интернационалистар), Н. Д. Соколов (фракциянан тыш социал-демократ), Г. М. Эрлих (Бунд) инәләр.

Петросовет Башҡарма комитеты өндәмәһе. 27 февраль (12 март) 1917 йыл

Ваҡытлы башҡарма комитеты составында большевиктар булмай, төп көстәрен урамдарҙа туплап, Үҙәк комитетытың Урыҫ бюроһы һәм башҡа большевистик ойошмалар хәрәкәт үҫешенә йоғонто яһаған башҡа формаларын иғтибарҙан ысҡындыралар, атап әйткәндә, Таврия һарайында тупланған төрлө социалистик партиялар эшмәкәрҙәре Советты булдырыуҙы үҙ ҡулдарына ала[3]. Ваҡытлы башҡарма комитеты эшселәрҙе Петроград Советына депутаттар һайларға өндәй (һәр бер мең эшсегә бер депутатттан кәм түгел), ә баш күтәргән һалдаттарҙан — һәр бер ротаға берешәр вәкил. Петросоветтың беренсе (ойоштороу) ултырышы Таврия һарайында 27 февралдә (12 мартта) киске сәғәт 9-ҙа асыла һәм28 февралгә ҡараған төндә тамамлана. Унда «даими рәүештә эшләгән» Башҡарма комитеты составы һайлана һәм «Петроград һәм Рәсәй халҡына» өндәмәһе ҡабул ителә:

Дәүләт думаһындағы Эшсе депутаттары Советы Рәсәйҙә халыҡ көстәрен ойоштороуҙы һәм сәйәси азатлыҡ һәм халыҡ идара итеүҙең тулыһынса нығыныуы өсөн көрәште үҙенең төп бурысы итеп ҡуя…
баш ҡала халҡын кисекмәҫтән Совет тирәһендә ойошорға, райондарҙа урындағы комитеттар булдырырға һәм бөтә урындағы эштәр менән идара итеүҙе үҙ ҡулдарына алыуға саҡырабыҙ. Бөтәбеҙ бергә, дөйөм көстәр менән элекке хөкүмәттең тулыһынса ситләштереүе һәм дөйөм тигеҙ, тура һәм йәшерен һайлау хоҡуғы нигеҙендә һайланған Ойоштороу йыйылышы саҡырылышы өсөн көрәшәсәкбеҙ.

Ултырышта ҡатнашыусылар РСДРП Үҙәк Комитеты Урыҫ бюроһының эшселәр милицияһын булдырыу буйынса тәҡдимен хуплай[3].

Петроград советының рәсми баҫма органы булып «Извѣстія Петроградскаго Совѣта Рабочихъ Депутатовъ» гәзите сыға башлай (28 февралдә (13 март)[4].

Альтернатив ҡараш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Петроград советы «урындағы фабрикалар һәм полктар делегаттары тарҡау өйөрөнән» тора, улар араһында синфи нәфрәт, революцион уҫаллыҡ һәм фронтҡа ерәнеү тойғоһо (һалдаттар араһында күҙәтелгән, тигән фекер бар). Ҡайһы бер тарихсылар фекеренсә, Петроград советының демократик легитимлеге булмаған, Советтың реаль власы ҡалала хөкөм иткән буталсылыҡ һәм буржуаз Ваҡытлы хөкүмәте вәкилдәренең Петроград халҡы алдында ҡурҡыуы менән аңлатыла[5][6].

Башҡарма комитеты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Петросовет исполкомы составына башта даими рәүештә 15 кешенән ике большевик кенә инә — А. Г. Шляпников һәм П. А. Залуцкий. 1917 йылдың 28 февралендә (13 март) исполком составы сәйәси партиялар вәкилдәре иҫәбенә 20-гә еткерелә[3]. 1917 йылдың 1 (14) мартында Исполкомға өҫтәмә рәүештә һалдаттарҙан һәм матростарҙан 10 вәкил һайлана, шул иҫәптән ике большевик. Шул уҡ көндө Петроград гарнизоны вәкилдәренән торған һалдат депутаттары Советы эшсе депутаттары менән берләшә. Шул уҡ ваҡытта эшселәр һаны гарнизон вәкилдәренең һаны эшселәр һанынан күпкә артыҡ була. Шулай итеп берҙәм эшсе һәм һалдат депутаттары Советы ойошторола[7]. 1917 йылдың 2 (16) мартына Испоком 36 ағзанан тора, шул иҫәптән — 7 большевик[3].

Петроград башҡарма комитеты советы башлығы итеп Н. С. Чхеидзе тәғәйенләнә[8] — IV Дәүләт думаһы ағзаһы (социал-демократтар-меньшевиктар фракцияһы лидеры), масон, шул уҡ ваҡытта ойошторолған дәүләт думаһы ваҡытлы комитетының ағзаһы.

Рәйес иптәштәре — меньшевиктар М. И. Скобелев һәм эсер А . Ф. Керенский (өсөһө лә — IV Дәүләт думаһы ағзалары).

Чхеидзе һәм Керенский Петрогад Советы тарафынан Дәүләт думаһының ваҡытлы комитеты вәкилдәре итеп тәғәйенләнә. Шул уҡ ваҡытта Башҡарма комитеты Советның комиссиялары булдырыла — хәрби һәм аҙыҡ-түлек, әлеге комиссиялар Дәүләт думаһындағы Ваҡытлы комитетының тейешле комиссиялары менән тығыҙ бәйләнеш булдыралар[3]. 1917 йылдың 3 (16) мартында комиссияларҙың һаны ун бергә тиклем арта. 1917 йылдың 17 (30) апрелендә Бөтә Рәсәй Советтары кәңәшмәһенән һуң (кәңәшмәлә Петросовет исполкомы составына губерна Советтарының һәм фронт армия частарының 16 вәкил индерелә) ағымдағы эштәрҙе алып барыр өсөн исполком Бюроһы булдырыла[9].

1917 йылдың 9 (22) мартында Петросоветтың большевистик фракцияһы тулыһынса формалаша (40-ҡа яҡын кеше).

Башҡарма комитеты рәйестәре:

  • Н. С. Чхеидзе (1917 йылдың 27 февраленән ((12 март) 1917 йылдың 6 (19) сентябренә тикле)
  • Л. Д. Троцкий (7 (20) сентябренән 13 (26) декабренә тиклем)
  • Г. Е. Зиновьев (1917 йылдың 13 (26) декабренән 1926 йылдың 26 мартына тиклем)

Төрлө ваҡытта Петроград советы башҡарма комитетына инәләр: В. А. Анисимов (рәйес иптәше), Н. Н. Гиммер-Суханов, М. И. Либер (Гольдман), Н. Д. Соколов (секретарь), Г. М. Эрлих, Ф. И. Дан, И. Г. Церетели, А Р. Гоц, В. М. Чернов, И. И. Бунаков, В М. Зензинов, В А. Мякотин, А В. Пешехонов, Л. М. Брамсон, С Ф. Знаменский, В. Б. Станкевич, М. Ю. Козловский, В Н. Филипповский, П. Е. Лазимир, Н. В. Чайковский, Н. В. Святицкий, К. К. Кротовский, В. М. Скрябин, И. В. Джугашвили, И. И. Рамишвили, А Н. Падерин, А. Д. Садовый, И. А. Кудрявцев, В И. Баденко, Ф. Ф. Линде, П. И. Стучка, П. А. Красиков, А П. Борисов, М. Г. Рафес (Бунд партияһы), Вакуленко, Климчинский.

Петросовет һәм Ваҡытлы хөкүмәт. Тәүге ғәмәлдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Һалдат депутаттары Советы Дәүләт думаһында

27 февраль (12 март) көнөндә үк Эшсе депутаттары Советының Ваҡытлы исполкомы аҙыҡ-түлек комиссияһын булдыра, уның составына меньшевиктар В. Г. Громан, И. Д. Волков һәм эшселәр ҡулланыусы йәмғиәттәре эшмәкәрҙәре инә. Комиссия Дәүләт думаһының Ваҡытлы комитеты менән бәйләнештәр булдыра һәм артабан «берләштәргән Совет органы һәм дума комитеты» составында эшләй. Баш ҡаланы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү мәсьәләһен яйға һалыу менән бер рәттән Ваҡытлы башҡарма комитетының меньшевиктар етәкселеге сәйәси маҡсаттарҙы ла алға һөрә — буржуазияға власты тапшырыуҙы әҙерләй. Берләштерелгән аҙыҡ-түлек комиссияһын булдырыу Совет исполкомы һәм Дума комитеты араһында Ваҡытлы хөкүмәтте булдырыу буйынса килешеүҙе тиҙләтә[3].

27 февралдең (12 марттың) кисендә Эшсе депуттары Советының Ваҡытлы башҡарма комитеты «ихтилал штабы» формаһында хәрби комиссияһы үҙәген булдыра. Уның составына подполковник, Хәрби академияһы хеҙмәткәре һул эсер С. Д. Мстиславский (Масловский) һәм флоттың өлкән лейтенанты эсер В. Н. Филипповский индерелә. Мстиславскийға баш күтәреүсе көстәрҙең хәрби ғәмәлдәре менән етәкселек итеү йөкмәтелә , Филипповскийға — Таврия һарайы коменданты бурыстарын үтәү. Уларҙан тыш, штабҡа артиллерия ведомствоһы чиновнигы инженер П. И. Пальчинский, офицер эсер М. М. Добраницкий һәм башҡа, башлыса прапорщиктар, индерелә. Даими рәүештә эшләгән Петросовет Башҡарма комитеты ихтилал штабы составына (хәрби комиссияһы исеме аҫтында билдәле) Чхеидзе, Скобелев, Керенский һәм исполкомдың башҡа ағзалары инә. 28 февралгә ҡараған төндө ошоға оҡшаш Хәрби комиссия (Хәрби комитет) хәрби орган Дәүләт думаһының Ваҡытлы комитеты тарафынан да ойошторола. Полковник Б. А. Энгельгардт етәкләгән Дума хәрби комиссияһы үҙ алдына сәйәси һәм ойоштороу яғынан гарнизон ғәскәрҙәрен үҙенә буйһондороуҙы бурыс итеп ҡуя. Шуға ҡарамаҫтан, Петросовет эсер-меньшевистик етәкселеге совет һәм дума комиссияларының берләшеүенә бара. Берләштерелгән комиссияла (уның етәксһе — Энгельгардт) дума комитеты кешеләре өҫтөнлөк ала[3]. 28 февралгә (13 мартҡа) ҡараған төндә М. В. Родзянко Энгельгардт әҙерләгән Петроград гарнизоны ғәскәрҙәре буйынса бойороҡҡа ҡул ҡуя[3]:

1) бөтә айырым түбәнге чиндарға һәм хәрби частарға кисекмәҫтән үҙ казармаларына әйләнеп ҡайтырға;
2) бөтә офицер чиндарына үҙҙәренең частарына әйләнеп ҡайтырға һәм тәртипте булдырыу өсөн бөтә сараларҙы күрергә;
3) частар командирҙарына дәүләт думаһына бойороҡтар алыу өсөн 28 февралдең иртәһендә сәғәт 11-гә килеп етергә.

1917 йылдың 1 (14) мартында формалаша башлаған Ваҡытлы хөкүмәттең хәрби комиссияһын буласаҡ хәрби һәм диңгеҙ министры октябрсе А. И. Гучков етәкләй. Һөҙөмтәлә комиссия демократияға ҡаршы үҙәктәрҙең береһе булып китә. 1-се һанлы бойороҡто ҡабул иткәндән һуң (түбәндә ҡара) уның гарнизон өҫтөнән реаль власы булмай[3].

28 февралдә (13 мартта) Петросовет Исполкомы һалдаттарға «Дәүләт думаһы Ваҡытлы хөкүмәтенең хәрби комиссияһы һәм ул тәғәйенләгән начальниктарҙың бойороҡтарына буйһонорға» саҡыра, әммә шул уҡ ваҡытта бөтә ғәскәри частарға «кисекмәҫтән һәр бер полктан …эшсе депутаттары Советына берешәр вәкил һайларға. Һәр һалдат килеп сыҡҡан ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһынырға һәм халыҡ мәнфәғәттәренә ҡаршы килгән ғәмәлдәр булдырмауға булышлыҡ итергә тейеш» тип өндәй[3].

1 (14) мартында Петросоветтың киске ултырышында Эшсе депутаттары Советы һәм Петроград гарнизоны вәкилдәренән булдырылған Һалдат депутаттары Советы берләшә һәм Совет Исполкомы һалдат һәм матростарҙан 10 вәкил һайлау иҫәбенән киңәйә. Берләштерелгән ултырышта Дәүләт думаһы Ваҡытлы комитетының Петроград гарнизонына ҡарата ғәмәлдәре тураһында һүҙ бара, сөнки Совет депутаттарын «иҫке тәртипте» ҡайтарыу хәүефе борсоуға һала. Бик һуң кисен бәхәстәр һөҙөмтәһендә һалдат вәкилдәре талаптарын сағылдырған 1-се һанлы Бойороҡ ҡабул ителә. Бойороҡҡа ярашлы хәрби частарҙа түбәнге чиндар вәкилдәренән һайлау комитеттарын булдырыу тәҡдим ителә. 1-се һанлы Бойороҡта бөтә сәйәси сығыштарҙа хәрби частар һайлау комитеттарына һәм Советҡа буйһоноуы (офицерҙарға түгел) төп урынды ала. Бойороҡта ҡаралғанса, ғәскәри частарҙың бөтә ҡоралы һалдат комитеттары ҡарамағына һәм күҙәтеүе аҫтына тапшырыла. 1-се һанлы Бойороҡто ҡабул итеү менән Рус армияһында ниндәй булһа ла армия өсөн төп булған бер башлыҡлылыҡ принцибы боҙола; һөҙөмтәлә тәртиптең һәм армияның һуғышҡа һәләтлегенең ҡырҡа түбәнеүе күҙәтелә, ахыр сиктә, был уның тарҡалыуына килтерә.

Төн уртаһында Дәүләт Думаһы Ваҡытлы комитетының, кадет партияһы Үҙәк Комитетының, Прогрессив блогы Бюроһының һәм Петросовет Испокомының берләштерелгән ултырышы башлана, ултырышта ҡатнашыусылар һәр береһе үҙ яғын яйларға тырыша. А. И. Спиридович мәғлүмәттәренә ярашлы, ыҙғыштың төп сәбәбе — «контрреволюцион» офицерҙарҙың яҙмышы, уларҙы Дума вәкилдәре яҡлап сыға. Ричард Пайпс шулай уҡ Дума делегацияһын етәкләгән монархист Милюков Совет ағзаларын офицерҙарҙы һайлап ҡуйыуҙы индереүҙән баш тартыуға һәм кисекмәҫтән республиканы булдырыуға күндереүгә өлгәшә, тип күрһәтә. Бынан тыш, Ваҡытлы хөкүмәт сәйәси амнистия, бөтә граждандарға демократик азатлыҡ, ҡатламдар, дини һәм милли сиктәрҙе бөтөрөүҙе, полицияны халыҡ милицияһы менән алмаштырырға, дөйөм, тиң, тура һәм йәшерен тауыш биреү нигеҙендә Ойоштороу йыйылышына һәм урындағы үҙ-идара органдарына һайлауҙарға әҙерлек башларға, революцион хәрәкәттә ҡатнашҡан хәрби частарҙы Петроградтан сығармаҫҡа һәм уларҙы ҡоралһыҙландырмаҫҡа вәғәҙә итә. Петросовет, үҙ сиратында, төрлө янъялдарҙы һәм мөлкәтте талауҙы, йәмәғәт учреждениеларын баҫып алыуҙы, һалдаттар яғынан офицерҙарға ҡарата дошмандарса мөнәсәбәтте хөкөм итергә, һалдаттарҙы һәм офицерҙарҙы хеҙмәттәшлеккә саҡырыуҙы бурыс итеп ала. Ултырышта аграр мәсьәләһе һәм һуғыш мәсьәләһе күтәрелмәй. Петросовет исполкомы Ваҡытлы хөкүмәткә инмәй. А. Ф. Керенский шулай ҙа был ҡарарға буйһонмай һәм юстиция министры вазифаһын ҡабул итә, Петросоветтың ризалығы икенсе көнгә артҡы һан менән алына.

1917 йылдың 2 (15) мартында Петросовет рәсми рәүештә әҙселектә булған большевиктар ризаһыҙлығын белдереүгә ҡарамаҫтан дәүләт власын Ваҡытлы хөкүмәткә тапшыра. Петросоветтың һәм Ваҡытлы хөкүмәттең эшмәкәрлеген координациялау маҡсатында, шулай уҡ хөкүмәтте контролдә тотоу өсөн, Петросовет исполкомының бәйләнештәр комиссияһы төҙөлә, ул апрель көрсөгөнә тиклем ғәмәлдә була. Комиссия шул уҡ бинала ултырыштар үткәрә, Ваҡытлы хөкүмәт бөтә мөһим мәсьәләләр буйынса тиерлек уның теләктәрен ҡәнәғәтләндерә. Илдә ике власлылыҡ барлыҡҡа килә һәм был хәл 1917 йылдың февраль-июль осоронда революцияның тыныс шарттарҙа үҫешеүенә булышлыҡ итә[10][.

1917 йылдың 3 (16) мартында «Известия» гәзитендә «Петросовет Исполкомының Ваҡытлы хөкүмәтте булдырыу менән бәйле граждандарға мөрәжәғәте» һәм «Башҡарма комитеттың һалдаттарға һәм эшселәргә офицерҙарға ҡарата көс ҡулланыу буйынса өндәмәләре буйынса» документтары баҫтырыла, әлеге мөрәжәғәттәрҙә исполком үҙ өҫтөнә алған бурыстарҙы ғәмәлгә ашырасағы тураһында хәбәр итә. Шулай итеп, Исполком башбаштаҡлыҡҡа, офицерҙарға ҡарата дошмансыллыҡҡа ҡаршы тороуын һәм офицерҙар һәм һалдаттар араһында хеҙмәттәшлек итеү кәрәклеге тураһында үҙ вәғәҙәләрен тормошҡа ашырыун белдерә[3].

1917 йылдың 6 (19) мартында Петросовет исполкомы Ваҡытлы хөкүмәттең хәрби комиссияһы рәйесе ҡул ҡуйған 2-се һанлы Бойороҡто иғлан итә. Яңы бойороҡҡа ярашлы, тәүге бойороҡтоң төп положениелары үҙ көсөндә ҡалыуы тураһында белдерелә һәм эшсе һәм һалдаттар депутаттары Советы Петроград һалдаттары өсөн тик ижтимағи-сәйәси тормош өлөшөндә генә етәксе орган булып тороуын, ә хәрби хеҙмәт алып барыу өлөшөндә һалдаттар тик хәрби властарға буйһонорға тейешлеген аңлата. Офицерҙарҙы һайлап ҡуйыу принцибы артабан юҡҡа сығарыла, шул уҡ ваҡытта үткәрелгән һайлауҙар үҙ көсөндә ҡала һәм һалдат комиттеттары начальниктарҙы тәғәйенләүгә ҡаршы булыу хоҡуғын алалар.

А. И. Гучков 1-се һанлы Бойороҡто юҡҡа сығарырға, һис юғында, уның ғәмәлдәрен тик тыл частарына таралыуына өлгәшергә маташа. 9 (22) мартта генерал Алексеевҡа ебәрелгән телеграммаһында ике власлылыҡ системаһын түбәндәгесә тасуирлай:

Ваҡытлы хөкүмәттең бер ниндәй ҙә реаль власы юҡ һәм уның бойороҡтары реаль властың иң мөһим элементтарына эйә булған Эшсе һәм һалдат депутаттары Советы рөхсәт иткән кимәлдә генә башҡарыла, сөнки ғәскәрҙәр, тимер юлдар, почта һәм телеграф — уның ҡарамағында. Тура әйтеп була, Ваҡытлы хөкүмәт Эшсе һәм һалдат депутаттары Советы рөхсәт иткән саҡта ғына эшләй ала. Мәҫәлән, хәҙер хәрби ведомствоһы буйынса үрҙә телгә алынған Советтың ҡарарҙарына ҡаршы килмәгән бойороҡтарҙы ғына биреп була.

Власты нығытыу һәм киңәйтеү. Петросовет Ваҡытлы хөкүмәткә ҡаршы тороусы көс булараҡ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Артабанғы ваҡиғалар күрһәтеүенсә, Петросоветтың роле Ваҡытлы хөкүмәттең эшмәкәрлеген контролдә тотоу менән генә сикләнмәй. Атап әйткәндә, тәүге көндәрҙән үк Петросовет исполкомы үҙ өҫтөнә киң мәғлүмәт сараларына (телеграф, почта, гәзит) ҡарата рөхсәт итеү функцияларын ала.

1917 йылдың 10 (23) мартында Петросовет һәм Петроград Фабриканттары һәм заводсылары йәмғиәте араһында фабзавкомдар булдырыу һәм 8-сәғәтлек эш көнө тураһында килешеү төҙөлә[1].

Реаль власть ысынбарлыҡта Петросоветтың башҡарма комитеты ҡулдарында туплана, уның ағзалары Петросоветҡа ингән социалистик партиялар тарафынан тәғәйенләнә. Тарихсы Ричард Пайпс Петросоветҡа ошондай тасуирлама бирә: «өҫтән — башҡарма комитеты булып формалашҡан, социалист-интеллигенттарҙан торған Совет исеменән сығыш яһаусы орган, аҫтан — идараһыҙ ауыл сходы»[11].

Беренсе ай дауамында Петросовет үҙ эшмәкәрлеген баш ҡала сиктәрендә тормошҡа ашыра, әммә 1917 йылдың март-апрелендә үткән Бөтә Рәсәй Советтар кәңәшмәһендә Петросовет исполкомына губерна советтарының һәм фронт армия частарының 16 вәкиле индерелә, был уның вәкәләттәрен Эшсе һәм һалдат депутаттары Советтарының I Бөтә Рәсәй съезына саҡырылышына тиклем киңәйтә.

Башта Петросовет етәкселеге Советтар йөҙөндә власҡа альтернатив структураһын булдырырға уйламай. Эсерҙар һәм меньшевиктар Советтарҙы яңы власҡа аҫтан ярҙам күрһәтеү бер ысулы тип һанайҙар, шуға күрә улар үҙенең эшмәкәрлеген Ваҡытлы хөкүмәт менән координациялай. Шулай, батша ғаиләһен ҡулға алыу бкйынса ҡарар сығарғас, Исполком Ваҡытлы хөкүмәттән үҙ ҡарашын белдереүен һорап мөрәжәғәт итә. Яйлап Советтар Ваҡытлы хөкүмәткә ҡаршылыҡ күрһәтә башлай. Ошо тенденцияны тойоп, 1917 йылдың 3 (16) апрелендә эмиграциянан ҡайтҡан большевиктар лидеры В. И. Ленин үҙенең «Апрель тезистарында» Советтарға бөтә тулылығында власты биреү идеяһын һәм «Бөтә власть — Советтарға!» лозунгын күтәреп сыға һәм Советтар системаһын яңы дәүләт тибы итеп һүрәтләй. Әммә Петросовет күпселеге — меньшевиктар һәм эсерҙар — был лозунгыны экстремистик булараҡ баһалай, сөнки улар буржуазия менән коалиция булдырыуҙы теләй һәм социализмдың ваҡыты килеп етмәгән тип һанай[12]. Лениндың Рәсәйгә ҡайтыуы менән большевиктарҙың революцион демократияһы дөйөм фронтынан айырымланыуы һәм бүленеп сығыуы башлана[3].

1917 йылдың 15 (28) мартында «Петроград эшсе һәм һалдат депутаттар советы хәбәрҙәре» гәзитендә Петроград Советының «Донъя халыҡтарына» Манифесты баҫтырыла. был Манифестта һуғыш һәм солох буйынса Советтары сәйәсәтенең төп принциптары раҫлана. Әлеге принциптары аныҡланмай, мөрәжәғәт формаһында бирелә, шуға күрә уны һәр кем үҙе теләгәнсә интерпретациялай ала[13].

Петросовет башҡарма комитеты «демократик Рәсәй» исеменән «бөтә саралар менән хакимлыҡ иткән синыфтың баҫып алыу сәйәсәтенә ҡаршы торорға» вәғәҙә итә һәм Европа халыҡтарын уртаҡ сығыштарға өндәй. Һис шикһеҙ, был документтар тышҡы һәм эске ҡулланылыш өсөн тәғәйенләнә. Рәсәй демократияһы Европа демократияһының иғтибарын үҙәк державалар блогының шовинистик пропагандаһының төп факторы — — «урыҫ ҡурҡынысы» — юҡҡа сығыуына йүнәлтә һәм герман социалистарына үҙ монархия режимын ҡолатырға тәҡдим итә. Манифест Рәсәйҙең һуғышты дауам итеүенә ишара яһай һәм «Урыҫ революцияһы баҫҡынсылар штыктары алдында сигенмәйәсәген һәм үҙен тышҡы хәрби көстәргә ҡыйратырға бирмәйәсәген» белдерә[13].

Март аҙаҡтарында Петросовет башҡарма комитеты һәм Ваҡытлы хөкүмәт араһында конфликт тоҡана, ул Исполком ҡабул иткән «Донъя халыҡтарына» манифесты һәм сит ил эштәре министры П. Н. Милюковтың матбуғатҡа биргән белдереүе араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡтар менән бәйле була. Белдереүҙә һуғыш маҡсаттары һәм Галицияны, шулай уҡ Константинополде, Босфор һәм Дарданелла боғаҙҙарын ҡушып алыу тураһында һүҙ бара. 1917 йылдың 27 мартында (9 апрель) Ваҡытлы хөкүмәттең һуғыш маҡсаттары тураһында рәсми рәүештә компромислы белдереүе менән тамамлана. Шулай ҙа бер айҙан һуғыш маҡсаттары буйынса яңы бәхәс сәйәси көрсөккә килтерә.

29 мартта (11 апрель) — 3 (16) апрелдә Петроградта Перосовет ойошторған Бөтә Рәсәй Советтары кәңәшмәһе үтә, съезда Февраль революцияһы осоронда стихиялы рәүештә барлыҡҡа килгән Советтарҙың берҙәм Бөтә Рәсәй системаһына берләшеүҙә тәүге мөһим аҙым була[14]. Кәңәшмәлә Петросовет башҡарма комитетының яңы составы һайлана, ул Эшсе һәм һалдат депутаттарының Бөтә Рәсәй съезына тиклем юғары совет власть органы булып тора. Үҙ резолюцияһында делегаттар Рәсәйҙең донъя һуғышында ҡатнашыуын дауам итеүгә курсын хуплай («оборончество»). Шулай итеп, делегаттар был мәсьәлә буйынса «баҫып алыу ынтылыштарынан баш тартыу» шарттарында Ваҡытлы хөкүмәттең сәйәсәтенә теләктәшлек белдерә.

21 апрелендәге (3 майҙа) һәм 21 апрелендәге (4 майҙа) күмәк демонстрациялар Петросоветты илдәге дәүләт власына үҙ ҡарашын белдерергә мәжбүр итә. Апрель көрсөгө көндәрендә уның Ваҡытлы хөкүмәтте властан ситләтеүгә һәм власты тулыһынса үҙ ҡулдарына алыу мөмкинлеге була. Әммә Исполком Советындағы меньшевиктар уларға быны эшләргә бирмәй. Шул уҡ ваҡытта Совет бөтөнләй властағы хәлдәр өсөн яуаплылыҡтан ситләшә алмай. Һөҙөмтәлә буржуаз партиялары һәм Петросоветтың социалистик партияларыараһында хөкүмәт коалицияһын булдырыу идеяһы еңеп сыға. 5 (18) майҙа беренсе коалицион хөкүмәте төҙөлә, һәм дөйөм алғанда, Ваҡытлы хөкүмәткә ҡарата Советтың позицияһы үҙгәрә. Туранан-тура ҡаршы тороу осоро яңы осор — үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү — менән алмашына. Май башынан август аҙағына тиклемге осор килешеүсәнлек сәйәсәте менән айырыла. Совет беренсе коалицион хөкүмәт программаһын хуплай һәм Беренсе Бөтә рәсәй Советтары съезының саҡырылышында әүҙем ҡатнаша[3].

Петросовет делегаттары 1917 ййылдың ноябрендә. Уртала — Спиридонова Мария

Петросоветта Кронштадт инциденты ҙур борсоу тыуҙыра, ул 17 (30), майҙа (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 16 (29) майында) Кронштадт Советы үҙен ҡалала берҙән-бер власть итеп иғлан итеүҙән һәм Ваҡытлы хөкүмәтте танымауы һәм артабан эште тик Петросовет Советы менән башҡарасағы тураһында белдереүенән башлана. 21 майҙа (3 июндә) Кронштадҡа Петросовет делегацияһы юллана, уны Петросовет рәйесе Н. С. Чхеидзе етәкләй, әммә сәфәр уңышһыҙ үтә. 22 майҙа (4 июндә) Петроград Советы үҙ ултырышында ошо мәсьәләне тикшерә, әммәалдан әҙерлнгән резолюция буйынса тауыш биреү кисектерелеп тора. Ваҡытлы хөкүмәт яңы аҙымға бара: Кронштадҡа почталар һәм типография министры И. Г. Церетели һәм хеҙмәт министры М. И. скобелев ебәрелә — уларҙың икеһе лә Петросоветта мөһим роль уйнай. сәфәр барышында компромислы килешеүгә ирешелә, әммә улар ҡайтыуы менән Кронштадт Советы үҙ позицияһына кире ҡайта. 26 майҙа (8 июндә) Петросовет ултырышы үтә, унда башҡарма комитет ағзалары һәм министр-социалистар кронштадсыларҙы ҡаты тәнҡиткә дусар китәләр. Фекер алыу барышында ҡабул ителгән резолюция ярайһы уҡ ҡаты була һәм Ваҡытлы хөкүмәткә бер һүҙһеҙ буйһоноуҙы талап итә[15].

I Бөтә Рәсәй Советтар съезы ваҡытында (1917 йылдың 13 (16) июненән 24 июнгә (7 июлгә) тиклем бара) Бөтә Рәсәй эшсе һәм һалдат депутаттары Советтары Үҙәк башҡарма комитеты (ВЦИК) ойошторолғандан һуң Петросовет башҡарма комитеты уның составына инә, ВЦИК-тың секциялары һәм бүлектәре (сит ҡала, хәрби, иҡтисади, аграр, аҙыҡ-түлек, тимер юл, юридик һәм башҡалар) эштәре Петросоветтың комиссиялары һәм бүлектәре менән тығыҙ бәйләнештә була[9]. Съездың эше башланыуы менән Петросоветтың роле һәм сәйәси әһәмиәте яйлап икенсе планға күсә[3]. 1917 йылдың июнендә Петросовет башҡарма комитеты ВЦИК Бюроһы ҡала бүлеген булдыра, ул башлыса Петроград пролетариатының һәм гарнизондың эшмәкәрлеге менән етәкселек итә[9].

Советты большевиклаштырыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

9 (22) мартта Петросоветтың большевиктар фракцияһында барыһы 40 кеше иҫәпләнә. Советта эсерҙар һәм меньшевиктар өҫтөнлөк итеүен иҫәпкә алып, РСДРП(б)-ның Үҙәк Комитеты Петроград партия ойошмаларын ваҡыттан алда һайлауҙарҙы үткәреүгә өндәй. 7 (20) майында «Правда» гәзитендә Советтарға һайланасаҡ большевик депутаттарына наказ пректы баҫтырыла. Өлөшләтә ҡабаттан һайуҙар үткәрелеүе лә хатта Петросоветтаҫы көстәр ниҫбәтен күҙгә күренерлек үҙгәртә. Июль башына большевиктар фракцияһында яҡынса 400 кеше иҫәпләнә . Большевиктар Советтың эшселәр секцияһында өҫтөнлөк алалар, әммә һалдаттар секцияһы һаман да эсер юлбашсыларын артынан эйәрә. былар барыһы ла июль-август айҙарында Петроград Советы сәйәси йүнәлешендә ҙур тирбәлеүҙәргә килтерә[3].

Петросоветтың сәйәси составында төп һынылыш август аҙағында — сентябрь башында була. Рига яуланғандан һуң (1917 йылдың 21 авгусында (3 сентябрендә) һәм генерал Корнилов фетнәһе Советтың партияһыҙ делегаттарының күпселеге «һул яҡҡа» ауыуына алып килә. Корнилов сығышы көндәрендә Петросовет янында баш ҡаланы обороналау өсөн беренсе Хәрби-революцион комитеты булдырыла; фетнә баҫтырылғандан һуң әлеге комитет таратыла.

Корнилов фетнәһенең уңышһыҙлығы (1917 йылдың 28 авгусында (10 сентябрендә) һәм артабанғы сәйәси көрсөк менән файҙаланып, большевиктар 1917 йылдың 31 авгусында (13 сентябрендә) киске ултырышта үҙҙәренең «Власть тураһында» резолюцияһын үткәреүгә өлгәшәләр, әлеге резолюцияла бөтә власты Рәсәйҙә Советтарға биреү талап ителә. Петроград Советы тарихында тәүге тапҡыр кардиналь мәсьәлә буйынса тауыш биреүҙә депутаттар үҙ тауыштарын большевиктарға бирә. Петросоветтың большевикланыуына кәртә ҡуйыу маҡсатында уның эсер-меньшевистик Президиумы — Н. С Чхеидзе, А. Р. Гоц, Ф. И. Дан, И. Г. Церетели, В. М. Чернов — отставкаға китә, был, үҙ сиратында, 1917 йылдың 9 (22) сентрябендә Петросвет башлығы итеп Лев Троцкийҙы һайлауға булышлыҡ ит, уны ошоға тиклем төрмәнән сығаралар. 1917 йылдың 25 сентябрендә (8 октябрендә) Петровет башҡармы комитеты ҡабаттан һайлана. Эшселәр секцияһында большевиктар өсөн — 230, эсерҙар һәм меньшевиктар өсөн 156 кеше тауыш бирә[1]. Ноябрь башына ҡарата большевиктар Петроград Советында 90 % тауыш тауышҡа эйә була.

31 августа Петросовет депутаттарының Рәсәйҙә власты бөтә тулылығында Советтарға тапшырыу тураһындағы талабы Эшсе һәм һалдат депутаттары Петроград Советының большевиклаштырыуын тиҙләтә. Совет һәм хөкүмәт араһында ҡапма-ҡаршылыҡтар ҡабаттан барлыҡҡа килә. Әммә хәҙер Совет башлыса элекке берҙәм революцион демократияһы фронтының бер генә партияһына теләктәшлек белдерә. Ф. Керенский етәкләгән коалицион хөкүмәт власын хуплаған ҡалған партиялар — меньшевиктар, социалист — революционерҙар, халыҡ социалистары[3]. депутат әҙселеге тарафынан хуплана.

Петросоветтағы үҙ яҡлыларына таянып, большевиктар, ВЦИК-тың ҡаршылашыуына ҡарамаҫтан, ҡаты петросовет. күпселегенә таянып, большевиктар алмай, ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, Эшсе һәм һалдат депутаты Советтарының II Бөтә Рәсәй съезын саҡырыуға һәм Октябрь ҡораллы күтәрелешен ойоштороуға өлгәшәләр.

II съезд алдынан большевистик Петросовет, 2лкё съезын ойоштора — Төньяҡ өлкә Советының I съезын — Петроград менән Балтфлот та шунда инә. Съезд 1917 йылдың 11-13 (24-26) октябрендә Петрограда үткәрелә, съезд радикаль социалистарҙың күплеге менән айырылып тора: 94 съезд делегаты араһында 51 большевик һәм 24 һул эсер иҫәпләнә[16]. Съезда 11 большевик һәм 6 һул эсер составында һайланған Төньяҡ өлкә комитеты II Бөтә Рәсәй съезына әҙерләнеү буйынса ҡыҙыу эшмәкәрлек йәйелдерә. 16 октябрҙә большевистик Петросовет, Мосовет һәм төньяҡ өлкә Советтары Съезы исеменән урындағы Советтарға телеграммалар ебәрелә, телеграммаларҙа 20 октябргә съезға үҙ делегаттарын ебәрергә тәҡдим ителә. Әлеге эшмәкәрлек меньшевиктарҙың һәм уң эсерҙарҙың ҡаршылашыу сиктәрендә үтә, сөнки улар Ойоштороу йыйылышының власть буйынса ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуҙан ҡурҡып, съезды саҡырыуға бөтөнләй ҡаршы була.

Петроград Хәрби-революцион комитеты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

9 (22) октябрҙә, герман ғәскәрҙәре Рига ҡултығын баҫып алғандан һуң, баш ҡалаға яҡынлашҡан саҡта, уң социалистар (меньшевиктар һәм эсерҙар) Петросовет башҡарма комитетына баш ҡаланы яҡлау маҡсатында Революцион оборонаһы комитетын ойоштороу буйынса тәҡдим яһайҙар — был юлы немецтарҙан; комитет Петрогад обронаһына баш ҡала эшселәрен йәлеп итергә тейеш була. Большевиктар, Ҡыҙыл гвардияны легаллештереү мөмкинлеген тойоп, тәҡдимде хуплай[17]. 16 (29) октябрҙә Петрогад советы пленумы Совет рәйесе Л. Троцкий тәҡдим иткән резолюцияны — Хәрби-революцион комитеты тураһында — ҡабул итә. ХРК ысынында Октябрь ҡораллы күтәрелешенең легаль штабына әүерелә.

Хәрби-революцион комитетын булдырыу тураһындағы 9 (22) һәм 16 (29) октябрҙәге Совет ҡарарҙары уға ҡабаттан ҡала ҡораллы көстәр өҫтөнән контроль булдырырға мөмкинлек бирә. Яңы конфликт тыныс рәүештә хәл ителә алмай, сөнки һәм уның яҡлы партиялар большевиктар менән компромисҡа барырға теләмәй. Петроград Советы ихитлалға «Бөтә власть — Советтарға!» большевиистик лозунгы аҫтында бара[3].

ХРК составына бер нисә тиҫтә кеше инә — большевиктар, һул эсерҙар һәм анархистар. Петросовет раҫлаған ХРК тураһындағы Положениеға ярашлы уның составына Үҙәк Комитет һәм Петрогад һәм һул эсерҙар һәм большевиктарҙың хәрби партия ойошмалары вәкилдәре, президиум һәм Петросовет һалдат секцияһы делегаттары, ҡыҙыл гвардия штабы, Центробалт һәм Центрофлот, фабзавком делегаттары инә. ХРК тураһындағы Положение большевиктарҙың һәм һул эсерҙарҙың бөтә вәкилдәре, бөтә ҡыҙылгвардиясылар, Петроград гарнизоны һалдаттары һәм балтик флоты матростары ошо органға буйһоноуы тураһында иҡлан итә[18].

21 октябрҙә (3 ноябреҙә Петроград гарнизонының полк комитеттары вәкилдәре йыйылышы Петросоветты берҙән-бер ҡала власы тип таный, бынан һуң ХРК, Ваҡытлы хөкүмәт комиссарҙарын алыштырып, үҙенең комиссарҙарын хәрби частарға, ҡорал һәм боепрпастар складтарына, заводтарға һәм тимер юлдарына тәғәйенләй башлай. 23 октябрҙә (5 ноябрҙә) Петросовет рәйесе Троцкий гарнизондың һуңғы часын — Петропавловск ҡәлғәһеһен буйһондора. 24 октябрҙә (6 ноябрҙә) ХРК комисарҙары баш ҡаланың бөтә мөһим стратегик объкттарына ҡуйылып бөтә. Уларҙың рөхсәтенән тыш Ваҡытлы хөкүмәттең һәм Петроград хәрби округы штабының бойороҡтары үтәлмәй.

25 октябрҙең (7 ноябрҙең) таңында бөтә ҡала тиерлек ХРК контроле аҫтында була. Шул уҡ көндө В. И. Ленин тарафынан яҙылған «Рәсәй граждандарына!» өндәмәһендә ХРК Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатылыуы һәм дәүләт власы уларҙың ҡулына тулыһынса күсеүе тураһында хәбәр итә. ХРК-ның ялан штабы булдырыла, ул 26 октябргә (8 ноябргә) ҡараған төндө Ҡышҡы һарайҙы баҫып алыу һәм Ваҡытлы хөкүмәтте ҡулға алыу буйынса операцияны ғәмәлгә ашыра.

Граждандар һуғышы йылдарында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Октябрь революцияһы еңгәндән һуң Петросовет ҡалала юғары власть булып ҡала. 1917 йылдың 17 (30) ноябрендә Петросовет башҡарма комитеты янында ҡала хужалығының төрлө тармаҡтары менән тәкселек иткән бүлектәр булдырыла[9].

1918 йылдың 25 февраленән Эшсе һәм һалдат депуттары Советының менән Крәҫтиән депуттары Советының берләшеүенән һуң Петросовет Петроград эшсе, һалдат һәм крәҫтиән депутаттары советы тип атала башлай, ә 1918 йылдың 16 апреленән — Петроград эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары советы[9].

1918 йылдың мартында совет хөкүмәте Мәскәүгә күскәндән һуң Петроград власть органдары системаһы үҙгәрә. 10 мартта Петросовет президиумы Петроград хеҙмәт коммунаһының (ПТК) Комиссарҙар советын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итә. 1918 йылдың 13 мартында уның составы Петросовет пленумы тарафынан раҫлана. Петросовет «урындағы юғары власть органы» тип иғлан ителә. Шул уҡ ваҡытта коммунаның комиссарҙар советы уға һәм уның башҡарма комитетына буйһона. Петросовет бүлектәре (мәғариф, финанс, матбуғат һәм агитация, ҡала хужалығы, юстиция, аҙыҡ-түлек, хәрби округы буйынса, халыҡ хужалыҡ эштәре буйынса, социаль ярҙамы, юл бәйләнештәре) Петроград хеҙмәт коммунаһының тейешле комиссариаттары менән берләшә[9].

1918 йылдың 29 апрелендә Төньяҡ өлкә коммуналар союзы (СКСО) ойошторолған һуң Петроград хеҙмәт коммунаһы, уның комиссариаттары Төньяҡ өлкә коммуналар союзының ошондай уҡ органдары итеп үҙгәртеп ҡорола.

1919 йылдың февралендә Төньяҡ өлкә коммуналар союзы бөтөрөлә, Петросовет тергеҙелә, шул уҡ ваҡытта Петросовет структураһы үҙгәрә: СКСО-ның элекке комиссариаттары базаһнда 12 тармаҡ бүлектәре ойошторола, 1919 йылдың көҙөнә табан уларҙың һаны ун бишкә тиклем арта[19].

Граждандар һуғышы йылдарында Петросовет ҡаланы яғыулыҡ һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә, эпидемиялар менән көрәш алып бара, һуғыштан һуң ҡала хужалыҡты һәм сәнәғәтте тергеҙеү менән шөғөлләнә.

1920 йылдың 2 авгусында Петроград губерна Советтарының Х съезы Петросоветтың һәм губерна башҡарма комитетының берләшеүе тураһында иғлан итә. Эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеецтар депутаттары Советтарының губерна съезы урындағы үҙ-идара юғары органы булып китә, ул йылына ике тапҡыр саҡырыла. Ҡала һәм губерния башҡарма властың юғары органы булып губисполком тора, ул Советтарҙың губерна съездары араһында Петросоветҡа буйһона.

1924 йылдың 26 ғинуарындағы II Бөтә Союз Советтарының съезы ҡарары буйынса Петроград ҡалаһы ленинград тиа атала башлай, ә Петросовет — Ленинград эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары советы (Ленсовет).

  1. 1,0 1,1 1,2 Авторский коллектив. Гражданская война в России: энциклопедия катастрофы / Составитель и ответственный редактор: Дмитрий Михайлович Володихин, научный редактор Сергей Владимирович Волков. — 1-е. — М.: Сибирский цирюльник, 2010. — С. 27. — 400 с. — ISBN 978-5-903888-14-6.
  2. Российские социалисты и анархисты после Октября 1917 года
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 3,13 3,14 3,15 3,16 Петроградский совет рабочих и солдатских депутатов в 1917 году. Протоколы, стенограммы и отчеты, резолюции, постановления общих собраний, собраний секций, заседаний Исполнительного комитета и фракций (27 февраля — 25 октября 1917 года) в пяти томах. Под общей редакцией академика П. В. Волобуева. Ленинград: «Наука», Ленинградское отделение, 1991. Том I, 27 февраля — 31 марта 1917 года
  4. Дмитрий Наилевич Чердаков]] «Известия Петроградского Совета рабочих депутатов», газета 2015 йыл 23 ғинуар архивланған. // Энциклопедия Санкт-Петербурга
  5. V. D. Medlin and S. L. Parsons, eds. «V. D. Nabokov and the Russian Provisional Government.» — New Haven: Yale University Press, 1976, p. 137.
  6. Брентон, 2017, с. 186
  7. Петроградский совет рабочих и солдатских депутатов, Петросовет 2015 йыл 28 ғинуар архивланған. // Краткий исторический словарь, 2000 г.
  8. Петроградский совет рабочих и солдатских депутатов // Отоми — Пластырь. — М. : Советская энциклопедия, 1975. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 19).
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 Санкт-Петербургский городской совет народных депутатов (Горсовет) (1917—1993 гг.) 2015 йыл 19 апрель архивланған. // Путеводители по архивам России
  10. Двоевластие в России. Победа Октябрьского вооруженного восстания 1917 г. 2007 йыл 28 сентябрь архивланған.
  11. Глава 8. Февральская революция // Пайпс Р. Русская революция. Книга 1. Агония старого режима. 1905 – 1917 = The Russian Revolution / Редактор И. Захаров, пер. с англ. М. Тименчика и С. Струкова. — М.: «Захаров», 2005. — ISBN 5-8159-0527-5.
  12. Глава 2. Государство и право после Февральской революции 1917 г. // Кара-Мурза, С. Г. История советского государства и права
  13. 13,0 13,1 Фёдоров М. В. «Известия Петроградского совета рабочих и солдатских депутатов» о выходе России из империалистической войны в марте-апреле 1917 г. // Труды Исторического факультета Санкт-Петербургского университета. 2013. № 14.
  14. История отечественного государства и права. Часть 1 2015 йыл 19 июнь архивланған.
  15. Рачковский В. А. Петроградский совет рабочих и солдатских депутатов в феврале-марте 1917 г. в воспоминаниях социалистов (часть II) // Новейшая история России. 2012. № 1.
  16. Съезд Советов Северной области // Струнино — Тихорецк. — М. : Советская энциклопедия, 1976. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 25).
  17. Троцкий Л. Д. История русской революции. М., 1997. Т. 2, ч. 2. С. 85-86
  18. Шрамко С. И. Забытый автор Октября. // Сибирские огни. 2007. № 11
  19. Кружнов Ю. Н. Петроградская трудовая коммуна 2013 йыл 2 декабрь архивланған. // Энциклопедия Санкт-Петербурга