[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Уҡытыусылар көнө

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Уҡытыусылар көнө — мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы. СССР-ҙа 1965 йылдан рәсми байрам итәлә.

Рәсәйҙә һәм яҡын сит илдәрҙә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Байрам СССР Юғары Советы президиумы указы менән 1965 йылдың 29 сентябрендә индерелә һәм йыл һайын октябрҙең тәүге йәкшәмбеһендә билдәләнә. 1994 йылдан башлап Рәсәй Федерацияһында уҡытыусылар көнөн 5 октябрҙә[1] Бөтә донъя уҡытыусылар көнө менән бергә байрам ителә.

Был байрам Белоруссияла, Латвияла, Ҡаҙағстанда һәм Украинала октябрҙең тәүге йәкшәмбеһендә билдәләнә.

Үзбәкстанда Уҡытыусы көнө 1 октябрҙә үткәрелә.

Әзербайжанда, Ҡырғыҙстанда, Молдавияла, Әрмәнстанда , Эстонияла — 5 октябрҙә билдәләнә.

Был көндө, ғәҙәттә, уҡыусылар уҡытыусыларын ҡотлай, гөлләмәләр һәм бүләктәр тапшыра, үҙешмәкәр концерттар ойошторола, үҙнәшер газеталар баҫтырыла, үҙидара көнө үткәрелә.

  • Бөтә донъя уҡытыусылар көнө
  • Мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө
  • Белем көнө