Сокчхо
Сокчхо | |
Дәүләт | Көньяҡ Корея |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Канвондо[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+9:00[d] |
Халыҡ һаны | 79 846 кеше (2015) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 2 метр |
Туғандаш ҡала | Йонаго[d], Грешем[d], Чонып[d][1] һәм Тайдун[d][2] |
Майҙан | 105,25 км² |
Рәсми сайт | sokcho.gangwon.kr/foreig… |
Был объекттан күренештәр категорияһы | Category:Views from the Sokcho Lighthouse Observatory[d] |
Сокчхо Викимилектә |
Сокчхо (кор.속초시?, 束草市?, Sokcho-si) — Көньяҡ Кореяның Канвондо провинцияһындағы ҡала. Илдең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Көнсығыш диңгеҙе яры буйында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала эсендәге боронғо ултыраҡтар бронза быуатына ҡарай. Борон хәҙерге Сокчхо биләмәһе Корея дәүләте Когурьёға ҡараған, ә VI быуатта Силла дәүләте контроле аҫтына күскән. 757 йылғы административ реформаларҙан һуң бында Иннёнхён (Иннён районы) административ берәмек барлыҡҡа килә. 1221 йылда (Корё династияһы) биләмә Янджа составына инә.
Сокчхо тураһында 1760 йылда телгә алына — Чосон дәүләте картаһына индерелгән була.
1945 йылдың 24 авгусынан алып 1951 йылдың 8 ғинуарына тиклем Сокчхо төньяҡ коммунистик хөкүмәт хакимлығы аҫтында була, унан һуң көньяҡ корея ғәскәрҙәре тарафынан яулап алына.
Сокчхоға 1963 йылда ҡала статусы бирелә[3].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сокчхо Япон диңгеҙе ярында Демилитаризациялы зонанан көньяҡҡа ҡарай 62 километр алыҫлыҡта урынлашҡан һәм Сораксан милли паркына ҡапҡалар булып тора. Сокчхоны Приморье крайы менән тоташтырыусы паром кисеүе бар.
Сокчхо климаты Кореяның континенталь өлөшөнән бер аҙ айырыла. Ҡала көнбайыштан тауҙар менән уратып алынған һәм диңгеҙ буйында ята, шуға күрә климаты океан йоғонтоһо аҫтына эләгә. Йыллыҡ уртаса температура — 11,8 °C, уртаса йыллыҡ яуым — төшөм күләме 1300 мм. Елдең уртаса тиҙлеге — 3,1 м/с[4].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылдар буйынса халыҡ һаны динамикаһы:
1970 | 1975 | 1980 | 1985 | 1990 | 1995 | 2000 | 2005 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
024 73 | 351 71 | 759 65 | 430 69 | 758 73 | 979 81 | 880 87 | 706 84 | 80 505 |
Административ бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исеме | Хангыль | Майҙаны, км² | Халыҡ, кеше |
---|---|---|---|
Йоннандон | 영랑동 | 7,60 | 6217 |
Кедон | 교동 | 0,75 | 13 066 |
Кымходон | 금호동 | 1,43 | 7976 |
Нохактон | 노학동 | 22,29 | 412 23 |
Тонмендон | 동명동 | 0,78 | 4360 |
Тэпходон | 대포동 | 65,89 | 3933 |
Чояндон | 조양동 | 5,62 | 915 20 |
Чхонходон | 청호동 | 0,94 | 4720 |
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бюджетын барлыҡҡа килтереүсе тармаҡ булып туризм тора. Пляждар һәм йәнәшәләге билдәле Сораксан тауҙары һыҙаты ҡалаға Көньяҡ Кореянан да, шулай уҡ сит илдәрҙән дә күп туристарҙы йәлеп итә.
2003 йылда ҡала бюджеты 160,700 вон миллиард тәшкил (яҡынса 150 миллион доллар)[5] иткән.
Туризмы һәм иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихи:
- Будда Синхынса монастыры 1750 йылда төҙөлгән. Илдә иң ҙур будда ғибәҙәтханаһы һанала.
- Силли дәүләте дәүерендәге өс ҡатлы Хянсонсаджи пагодаһы (VIII быуат) бар.
Тәбиғи:
- Сораксан милли паркы. Сораксан тауындағы милли парктан тыш боронғо ҡомартҡылар һәм күп һанлы туристик маршруттар бар.
- Бирён һәм Товансон шарлауыҡтары.
- Чхоксан ҡайнар сығанаҡтары. Хәҙер был сығанаҡтар урынында ҙур спа-курорт урынлашҡан.
- Йонгаранхо күле — күл 1140 км² майҙанды тәшкил итә. Яр буйында күп ресторан һәм ҡунаҡханалар урынлашҡан[6].
Фестивалдәр:
- Корея халыҡ сәнғәте фестивале. Йыл һайын сентябрь аҙағында — октябрь башында 3 көн дауамында үтә.
- Сораксан тауында ҡар бөртөктәре фестивале.
- Таңды ҡаршылауҙың яңы йыл байрамы (Сокчхола географик урынлашыуы арҡаһында ҡояш Кореяның башҡа төбәктәренә ҡарағанда иртәрәк ҡалҡа)[7].
Символдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илдәге бөтә ҡалалар һәм өйәҙҙәр кеүек үк Сокчхоның да үҙенең бер нисә символы бар[8]:
- Сәскә: хризантема — ҡала халҡының байлығын һәм именлеген символлаштыра.
- Ағас: гингко — өҙлөкһөҙ үҫеште символлаштыра.
- Ҡоштар: күгәрсен — ҡала халҡы араһында дуҫлыҡ һәм тыныслыҡты символлаштыра.
Туғандаш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сокчхоның бер нисә туғандаш ҡалаһы бар[9]:
- Грешь (Орегон штаты), АҠШ — 1985.
- Ҡалып:Флаг Тайваня Тайдун өйәҙе (провинция Тайвань), Тайвань — 1992.
- Енагой (Тоттори префектураһы), Япония — 1995.
- Нюдзэн (Тояма префектураһы), Япония — 1996.
- Сакаиминато (Тоттори префектураһы), Япония — 2000.
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Сораксан тауы
-
Сокчхо үҙәге
-
Чхончхохо күле аша күпер
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Города Южной Кореи
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://www.jeongeup.go.kr/eng/index.jeongeup?menuCd=DOM_000000302004000000
- ↑ https://www.taitung.gov.tw/en//cp.aspx?n=13305
- ↑ История Сокчхо. (ингл.). Дата обращения: 18 декабрь 2009. Архивировано 2 июнь 2012 года. 2011 йыл 16 сентябрь архивланған.
- ↑ География Сокчхо. (ингл.). Дата обращения: 18 декабрь 2009. Архивировано 25 декабрь 2009 года. 2013 йыл 17 август архивланған.
- ↑ Экономика Сокчхо. (ингл.). Дата обращения: 18 декабрь 2009. Архивировано 2 июнь 2012 года. 2013 йыл 17 август архивланған.
- ↑ Достопримечательности Сокчхо. (ингл.). Дата обращения: 18 декабрь 2009. Архивировано 2 июнь 2012 года.
- ↑ Туризм в Сокчхо. (ингл.). Дата обращения: 18 декабрь 2009. Архивировано 2 июнь 2012 года.
- ↑ Символы Сокчхо. Дата обращения: 18 декабрь 2009. Архивировано 2 июнь 2012 года. 2013 йыл 17 август архивланған.
- ↑ Города-побратимы Сокчхо. (ингл.). Дата обращения: 18 декабрь 2009. Архивировано 2 июнь 2012 года. 2013 йыл 16 август архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт города 2006 йыл 26 август архивланған. (рус.)
- Страница города в вики-энциклопедии Galbijim (инг.)
- Достопримечательности города 2006 йыл 17 декабрь архивланған.