Саҙаҡа
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Саҙаҡа (ғәр. صدقة), Исламда — ирекле хәйер, мосолмандарҙың мохтаждарға үҙ теләге менән Аллаһ ризалығы өсөн түләүе. Киң мәғәнәлә, саҙаҡа — ул матди ғына түгел, Аллаһ хаҡы өсөн ысын күңелдән ҡылынған теләһә ниндәй изге эш. Мотлаҡ саҙаҡа зәкәт тип атала.
Саҙаҡа «ситдыҡ» («ихлас») һүҙе менән тамырҙаш. Көнбайыш ислам белгестәре йәһүди "седака" һүҙе менән бәйләнеш бар тип белдерә. Хәҙерге мосолман ғалимдары үҙләштереү тураһындағы дәғүәләрен ышандырмай тип һанай. Үҙләштереү тигәндә, үҙ сиратында, мосолмандар үҙҙәре араһында йәшәгән йәһүдтәр һәм христиан динендәгеләр ғәрәп теленән алған тип һанай. Саҙаҡа (Саҙаҡат-Аллаһ,Ситдыҡ, Садиҡ) мосолман ир-ат исеме булараҡ йыш осрай, икенсе быуында - йәһүдтәрҙә, һуңғы ваҡытта христиандарҙа фамилия булараҡ осрай[1].
Саҙаҡа түләү Ислам диненең мөһим өлөшө булып тора. Уның мәғәнәһе бай һәм ярлылар араһындағы социаль тигеҙһеҙлекте өлөшләтә хәл итеү һәм кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙә ихласлыҡ урынлаштырыуҙа. Ҡөрьәнгә ярашлы, саҙаҡаларҙы йәшерен рәүештә биреү асыҡ биргәнгә ҡарағанда яҡшыраҡ тип һанала[2].Шул уҡ ваҡытта күрһәтеп саҙаҡа биреү ҙә тыйылмай, сөнки был башҡаларға үрнәк булыуы мөмкин [3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Ṣadaḳa / Weir, T.H. and Zysow, A. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1995. — Т. 8. — P. 709-716. (түләүле)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |