[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Синт-Мартен

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Синт-Мартен
нидерл. Sint Maarten
Синт-Мартен гербы
Флаг
Государственный гимн Синт-Мартен
Үҙаллылыҡ датаһы 10 октябрь 2010Нидерланд Антиль утрауҙарынан)
Рәсми телдәр нидерланд, инглиз[1]
Баш ҡала Филипсбург
Эре ҡалалар Филипсбург
Идара итеү төрө конституцион монархия
Королева

Губернатор Премьер-министр

Беатрикс

Эвгин Олидэй Сара Вэскот-Вильямс

Территория
• Бөтәһе

34 км²
Халыҡ
• Һаны (2009)
• Халыҡ тығыҙлығы

40 917[2] чел. (195)
1203,44 чел./км²
Валюта Нидерланд антиль гульдены (ANG)
Интернет-домены .an использование должно быть прекращено;
Код ISO SX
Телефон коды +599
Сәғәт бүлкәте UTC-4

Синт-Мартен (нидерл. Sint Maarten, МФА: [sɪnt ˈmaːrtə(n)]) — Нидерланд Короллеге составындағы мөһим автономиялы үҙидаралыҡлы дәүләт берәмеге. Сен-Мартен утрауының көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Административ үҙәге - Филипсбург. Рәсми телдәр - нидерланд һәм инглиз телдәре. 2010 йылдың 10 октябренә тиклем Синт-Мартен Нидерланд Антиль утрауҙары составына инә.

Физик-географик ҡылыҡһырлама

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төньяҡта Францияның Сен-Мартен утрауы менән сиктәш (10,5 км оҙонлоҡтағы сик), көнсығышта Сен-Бартельми диңгеҙ сигенә эйә. Майҙаны — 34 км².

Синт-Мартендың ҡырҡылған яр буйҙары төньяҡ-көнбайышҡа һуҙыла. Ул Кариб диңгеҙенең иң ҙур эске һыу ятҡылыҡтарының береһе — Симпсон-Бей лагунаһын диңгеҙҙән айырып торған оҙон һәм тар морон барлыҡҡа килтерә. Утрауҙың көньяҡ өлөшөн 20 процентҡа тиерлек киң тоҙло Грейт-Салт-Понд өлкәһе биләй, ә төньяҡтараҡ бейек булмаған убалы өлкәләр һуҙыла, улар утрауҙың француз өлөшөнә терәлеп урынлашҡан, ике ҙур булмаған теҙмәләр Сентри-Хилл (344 м) һәм Уильямс-Хилл (264 м) ҙур лагуналар һәм тар тәрән ҡултыҡтар менән киҫелгән һөҙәк көньяҡ ярҙарына төшә. Синт-Мартендың иң һиҙелерлек ориентиры — һүнгән Маунт-Флагстафф янартауы (386 метр). Күп һанлы тоҙло лагуналар һәм бик күп ваҡ утрауҙар: Пеликан-Ки (Гуана-Ки), Литтл-Ки, Молли-Беди, Хен һәм Чикен — Синт-Мартен ярҙары һыҙатын уратып алған.Төркөмдөң башҡа утрауҙарынан айырмалы рәүештә, бында, бигерәк тә утрауҙың көньяҡ һәм көнбайыш өлөштәрендә, оҙон ҡомло ярҙар күп, өҫтәүенә, ҡултыҡ аҫтында пляждар диңгеҙҙән айырылып торған ҡомло морондарҙың бөтә киңлегенә һуҙыла.

Утрауҙың нидерланд өлөшө климаты диңгеҙ тропик, пассатлы. Йәйгеһен (июнь-сентябрь) уртаса температура яҡынса 27 градус, ҡышҡыһын (дек.-февраль) 25 градус тәшкил итә, өҫтәүенә һауа температураһы бер аҙ түбәнәйә — төндә термометр бағанаһы хатта ҡышҡы осорҙа ла +20 °С һирәк төшә. Йылдың күпселек өлөшөндә йылы һәм уңайлы һауа торошо тора. Яуым-төшөм күләме көнбайыш ярҙарында 280 миллиметрҙан алып төньяҡ-көнсығыш ҡалҡыулыҡтарҙа 1000 миллиметрға тиклем тирбәлә. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 700 мм тиклем (иң күбе май айынан октябрь-ноябргә тиклемге осорға тура килә). Атлантик океандан иҫкән төньяҡ-көнсығыш пассаттар йыш һәм ҡеүәтле ямғырҙар килтерә. Һауаның сағыштырма дымлылығы йыл дауамында ярайһы уҡ тотороҡло һәм уртаса 76 процент тәшкил итә. Сен-Мартен июль-август айҙарында көслө дауылдар йоғонтоһона бирелеүе ихтимал. Сөнки ул «дауылдарҙың кариб бүлкәте»нең көньяҡ-көнсығыш периферияһында урынлашҡан.

Флора һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уның ландшафы башлыса йәшел, әммә ҡоро — утрау флораһының күпселек өлөшөн пальмалар, гибискустар һәм кактустар тәшкил итә, ә убалы үҙәк райондарҙа бер нисә ҙур булмаған урман бар.

Утрауҙы колонизациялау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Синт-Мартенда ике мөһим форт төҙөлгән: Амстердам форты — Кариб утрауҙарында беренсе голланд хәрби базаһы һәм Виллем форты, уның емереклектәре урынында хәҙер телевидение башняһы төҙөлгән.

Халҡы — 37 429 кеше. (2010 йылдың ғинуарына ҡарата), халыҡ тығыҙлығы 1100,85 кеше/км²[2].

Синт-Мартен халҡы Африка ҡолдарының, голландтарҙың, француз һәм инглиздәрҙең ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Һуңғы тиҫтә йылдарҙа халыҡтың юғары үҫеш темптары Доминикан Республикаһы, Гаити, Һиндостан һәм Вест-Һиндостандағы инглиз-тел утрауҙарында тыуып үҫкән кешеләрҙең утрауға миграцияһы менән аңлатыла[сығанаҡ 2835  көн күрһәтелмәгән].

Иң киң таралған тел инглиз теле (уның урындағы диалекты) — 67,5 %. Инглиз теленән тыш испан теле — 12,9 %, креол теле — 8,2 %, нидерланд теле (рәсми) — 4,2 %, папьяменто (испан, нидерланд, португал һәм инглиз телдәренең ҡатнашмаһы) — 2,2 %, француз теле — 1,5 % һәм башҡа — 3,5 % телдәр (2001)[2].

Халыҡтың 39 % рим-католик сиркәүенә ҡарай, 44,8 % — протестанттар (11,6 % — иллеләр, 6,2 % — адвентистар, 27 % — башҡа протестанттар), иудейҙар — 3,4 %, башҡа диндәр — 5,4 %, атеистар — 6,7 % (2001)[2].

Синт-Мартендың үҙ власть органдары бар: вице-губернатор, урындағы совет һәм хөкүмәт[3].

  1. Конституция Синт-Мартена, ст. 1, п. 2.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Оценка населения (2014). Дата обращения: 17 декабрь 2014. Архивировано 7 март 2011 года.
  3. Final of Constitution Approved on July 21st 2010. Дата обращения: 31 декабрь 2019. Архивировано 8 июль 2011 года. 2011 йыл 8 июль архивланған.