Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы
Конституция | |
Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы | |
Ҡабул ителгән: | Бөтә халыҡ тауыш биреүе менән 1993 йылдың 12 декабрендә |
Көсөнә ингән: | 1993 йылдың 25 декабрендә |
Первая публикация: | Российская газета, № 237, 25.12.1993 |
Ғәмәлдәге редакция: | 21.07.2014[1] |
Тулы текст Викикитапханала?. |
Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы — Рәсәй Федерацияһының юғары норматив хоҡуҡи акты. Рәсәй халҡы тарафынан 1993 йылдың 12 декабрендә ҡабул ителгән. 1993 йылдың 25 декабрендә баҫылып сыҡҡан көнөнән көсөнә инә. Рәсәй халыҡ депутаттары съезын, Рәсәй Юғары Советын юҡҡа сығара һәм уларҙы Федерация Советы һәм Дәүләт думаһынан торған Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы менән алмаштыра. Федерация Советына Федерацияның һәр субъектынан 2-шәр вәкил инә, Дәүләт думаһын халыҡ һайлай.
Конституция Рәсәй конституцион ҡоролошоноң нигеҙҙәре, дәүләт ҡоролошон, властың вәкиллекле, башҡарма, суд органдарын һәм урындағы үҙидаралыҡ системаһын, кешенең һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм иректәрен нығытҡан юғары юридик көскә эйә[2][3].
Конституция тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990—1991 йылдарҙа СССР тарҡала. Бөтә республикалар, шул иҫәптән РСФСР ҙа, Дәүләт суверенитеты тураһында декларациялар ҡабул итә. Республиканың Халыҡ депутаттары съезы 1990 йылдың 12 июнендә РСФСР-ҙың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итә. Унда ошо Декларацияла иғлан ителгән принциптар нигеҙендә, власть тармаҡтарының хакимиәт даирәһен бүлешеү принцибын да индереп, тәүләп РСФСР-ҙың яңы Конституцияһын эшләү бурысы ҡуйыла.
Проектты эшләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990 йылдың 16 июнендә РСФСР Халыҡ депутаттарының I съезының Конституция комиссияһы ойошторола, ул проект өҫтөндә эш башлай. Комиссия секретары итеп О. Г. Румянцев раҫлана. Башта комиссия составына 102 депутат инә, ләкин 1992 йылдың ноябренә уларҙың һаны 98 кешегә ҡалып ҡыҫҡара, сөнки, атап әйткәндә, Конституция комиссияһының өс ағзаһы РФ Конституция суды составына һайлана[4].
Ләкин халыҡ депутаттары араһында сәйәси көстәрҙең ҡатмарлы булыуы яңы Конституция ҡабул итеүҙе һуҙҙыра. Эш, нигеҙҙә, РСФСР-ҙың ғәмәлдәге Конституцияһына күп һанлы үҙгәрештәр һәм түҙәтеүҙәр индереү юлы менән бара, шул сәбәпле ул ҡапма-ҡаршылыҡтар менән тулы була. Уның бер нормалары икенселәренә ҡаршы килә. Килешеп эшләмәгәнлектән властың закондар сығарыу һәм башҡарыу тармаҡтары араһында аяуһыҙ низағлашыуҙар һәм бәрелештәр сығып тора.
1993 йылдың 21 сентябрендә Рәсәй Федерацияһының Конституция суды Конституция судының 21.09.1993 № З-2 һығымтаһын сығара һәм «Рәсәй Федерацияһы Президенты Б. Н. Ельциндың «Рәсәй Федерацияһында этаплы конституция реформаһы тураһында»ғы 1993 йыл 21 сентбярь Указына бәйле, уның эш-ғәмәлдәренең һәм ҡарарҙарының Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына ярашлы булыуы тураһында» тип аталған был һығымтала Б.Н.Ельцинды РФ Президенты вазифаһынан бушата[5] — һығымта көсөнән сығарылмай.[6]
1993 йылдың октябрендәге ваҡиғалар ҡаршы тороуҙың иң юғары нөктәһе була, был ваҡиғалар барышында властарҙың ҡораллы бәрелеше Халыҡ депутаттары съезын һәм Юғары Советты таратыу менән тамамлана. Сәйәси һәм конституцион кризис шарттарында яңы Конституцияны ҡабул итеү йәмғиәтте тотороҡландырыу нигеҙе булырға тейеш була.
Яңы Конституцияның бер нисә проекты әҙерләнә. Уларҙың икеһе иң ҡулайы тип табыла:
- Конституция комиссияһының проекты(недоступная ссылка)
- РФ Президенты Б. Н. Ельцин ҡарары менән йыйылған Конституция кәңәшмәһенең проекты(недоступная ссылка)
Һөҙөмтәлә Конституция кәңәшмәһенең проекты, Конституция комиссияһы проектының күп кенә положениеларын да индереп, нигеҙ итеп алына һәм тулыһынса эшләп бөтөү өсөн Рәсәй Федерацияһы субъекттары, депутаттар, уларҙың фракциялары, белгестәр, эш төркөмдәре ҡарамағына тапшырыла. Байтаҡ шымартҡандан һуң Конституцияның был проекты Президент тарафынан бөтә халыҡтың тауыш биреүенә сығарыла.
Рәсәй Конституцияһы авторҙарының береһе, РФА Донъя иҡтисады һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының баш ғилми хеҙмәткәре Виктор Шейнис фекеренсә, конституцияның «президент проекты» өс кеше — Сергей Сергеевич Алексеев, Анатолий Александрович Собчак һәм Сергей Михайлович Шахрай етәкселегендә эшләнгән, улар процестың башында торған[7], Конституция кәңәшмәһенда бөтәһе 800-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан, төрлө юристар эшләгән. Сергей Шахрай конституцияның төп ике авторын билдәләй — үҙен һәм Сергей Алексеевты [8][9]. Дөйөм эш һөҙөмтәһендә Рәсәй Конституцияһының яңы берҙәм проекты килтереп сығарыла, артабан ул Рәсәй Президенты тарафынан бөтә халыҡтың тауыш биреүенә сығарыла (ғәмәлдә — референдумға) һәм 1993 йылдың 12 декабрендә үткән тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй Федерацияһының ғәмәлдәге Конституцияһына әүерелә.
Ҡабул итеү (1993)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1993 йылдың 15 октябрендә Президент Борис Ельцин Рәсәй Конституцияһы проекты буйынса бөтә халыҡ тауыш биреүе тураһында Указға ҡул ҡуя һәм «1993 йылдың 12 декабрендә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы проекты буйынса бөтә халыҡ тауыш биреүе тураһында положение»ны раҫлай[10]. Положенияға ярашлы, Конституцияны ҡабул итеү өсөн һайлауҙа ҡатнашҡан һайлаусыларҙың күпселеге (теркәлгән һайлаусыларҙың яртыһынан ашыуы тауыш биреүҙә ҡатнашыуы шарты менән) тауыш бирһә, ул ҡабул ителгән тип иҫәпләнелә. «Бөтә халыҡ тауыш биреүе» термины («референдум» түгел) РСФСР-ҙың референдум тураһындағы ғәмәлдә булған Законындағы 9-сы статьяһы положениеһын урап үтеү өсөн кәрәк була, ә уға ярашлы, референдумды тик Халыҡ депутаттары съезы йә РФ Юғары советы ғына тәғәйенләй ала [11], әммә был Закондың 1-се статьяһында был ике термин да тиң тип билдәләнгән.
Тауыш биреү 1993 йылдың 12 декабрендә үтә. Конституцияны ҡабул итеү өсөн 58,43 процент тауыш бирә, ҡаршылар 41,57 процент була. Яңы Конституция ҡабул ителә һәм 1993 йылдың 25 декабрендә «Российская газета»ла баҫылып сығыу менән кәөсөнә инә.
Рәсәй Федерацияһының 1993 йылғы Конституцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙең ғәмәлдәге Конституцияһы Преамбуланан һәм ике киҫәктән тора. Преамбулала белдерелеүенсә, Рәсәй халҡы ошо Конституцияны ҡабул итә; демократик һәм гуманистик ҡиммәттәр нығытыла; хәҙерге донъяла Рәсәйҙең урыны билдәләнә. Беренсе киҫәк 9 бүлекте эсенә ала һәм 137 статьянан тора, улар Рәсәй Федерацияһында сәйәси, ижтимағи, хоҡуҡи, иҡтисади, социаль системаларҙың нигеҙҙәрен, шәхестең төп хоҡуҡтарын һәм иректәрен, Рәсәй Федерацияһының федератив ҡоролошон, асыҡ власть органдарының статусын, шулай уҡ Конституцияны ҡайтанан ҡарау һәм уға төҙәтеүҙәр индереү тәртибен нығыта. Икенсе киҫәге йомғаҡлау һәм күсеү положениеларын билдәләй һәм конституцион-хоҡуҡи нормалар күсәгилешлелегенең һәм тотороҡлолоғоноң нигеҙе булып хеҙмәт итә.
Рәсәй Конституцияһының структураһы түбәндәгесә:
- Преамбула
- Беренсе киҫәк
- 1-се бүлек. Конституцион ҡоролош нигеҙҙәре (1—16-сы статьялар)
- 2-се бүлек. Кешенең һәм граждандың хоҡуҡтары һәм иректәре (17—64-се статьялар)
- 3-сө бүлек. Федератив ҡоролош (65—79-сы статьялар)
- 4-се бүлек. Рәсәй Федерацияһы Президенты (80—93-сө статьялар)
- 5-се бүлек. Федераль Йыйылыш (94—109-сы статьялар)
- 6-сы бүлек. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте (110—117-се статьялар)
- 7-се бүлек. Суд власы һәм прокуратура (118—129-сы статьялар)
- 8-се бүлек. Урындағы үҙидаралыҡ (130—133-сө статьялар)
- 9-сы бүлек. Конституцияға төҙәтеүҙәр һәм Конституцияны ҡайтанан ҡарау (134—137-се статьялар)
- Икенсе киҫәк. Йомғаҡлау һәм күсеү положениелары
Конституцияның закондарҙан айырмаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Конституцияһы:
- дәүләт ҡоролошон, төп хоҡуҡтарҙы һәм иректәрҙе нығыта, дәүләттең формаһын һәм дәүләт власының юғары органдары системаһын билдәләй;
- юғары юридик көскә эйә;
- туранан-тура йоғонто яһау көсөнә эйә (Конституцияның положениелары уларға башҡа акттар ҡаршы килеүенә бәйһеҙ үтәлергә тейеш);
- ҡабул итеүҙе һәм үҙгәртеүҙе ҡатмарлаштырған айырым тәртипкә бәйле тотороҡлолоҡ менән айырылып тора;
- ағымдағы ҡануниәт өсөн нигеҙ булып тора.
Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы тураһында видеоматериалдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Конституционная практика» — Сергей Брилёвтың документаль фильмы. — © ВГТРК, — 2013 й.
- «Основной закон» — Документаль фильм. — © «Телекомпания НТВ» ААЙ, — 2013 й.
Альтернатив проекттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990—1993 йылғылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Конституция комиссияһы (16.06.1990 — 4.10.1993), РФ Президенты (29.04.1993) һәм Конституция кәңәшмәһенең проекттары (12.07.1993) рәсми булды, улар тураһында үрҙә һөйләнелде.
- Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 1990 йыл 2 октябрь проекты («Һарытау проекты»)
- РСФСР Конституцияһы проекты, 2017 йыл 7 май архивланған. КПСС составындағы Рәсәй Коммунистар эшсе партияһы индергән (3.03.1992)
- Рәсәй христиан-демократик партия һәм РФ Конституцион демократтар партияһы 2017 йыл 23 апрель архивланған. индергән проект (1992 йылдың марты)
- Рәсәй Демократик реформалар хәрәкәтенең проекты (1992 йылдың марты)
- «Аграр союз», «Ватан», «Рәсәй коммунистары» фракцияларынан РФ халыҡ депутаттары тарафынан индерелгән РСФСР Конституцияһы проекты 2017 йыл 22 май архивланған. (1.04.1992)
- С. М. Шахрайҙың эш төркөмө проекты («0 варианты»), 1992 йылдың апреле
- «Реформа» халыҡ-ара фонды проекты 2017 йыл 23 апрель архивланған., (11.03.1993)
- Рәсәйҙең Төп Законы проекты 2017 йыл 19 апрель архивланған., Рәсәйҙе яңыртыу союзы һәм Рус общиналары конгресы тарафынан индерелгән (1993 йылдың 26 мартынан да һуң түгел)
- Рәсәй Конституцияһы проекты (ЛДПР индергән) 2017 йыл 7 май архивланған. (1993 йылдың апреле)
- Рәсәй Республикаһы Конституцияһы проекты (Халыҡ-ара рус клубы индергән) 2017 йыл 8 июнь архивланған. (1993 йыл)
- Сәйәси партияларҙың һәм хәрәкәттәрҙең центристик блогы тәҡдим иткән Рәсәй Конституцияһы проекты 2017 йыл 23 апрель архивланған. (1993 йыл)
- РФ халыҡ депутаттарының «Рәсәй коммунистары» төркөмө проекты (24.07.1993)
Хәҙерге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фәнни сәйәси фекер һәм идеология үҙәгенең С. С. Сулакшин редакцияһындағы проекты 2013 йыл 12 декабрь архивланған. (2012—2013)
- Либераль Миссия фонды проекты, М. А. Краснов редакцияһында 2017 йыл 10 март архивланған. (2012)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Конституция Российской Федерации : Принята всенародным голосованием 12 декабря 1993 г. // Собрание законодательства РФ. — 2014. — № 31. — Ст. 4398.
- ↑ Козлова Е. И., Кутафин О. Е. Конституционное право России: Учебник. — М.: Проспект, 2006. — С. 608 ISBN 5-482-00716-2
- ↑ Комаров С. А., Малько А. В. Теория государства и права: Учебно-методические пособие, краткий учебник для вузов. — М.: Инфра-М, 2001. — С. 448 ISBN 5-86225-968-6
- ↑ О работе Конституционной комиссии Съезда народных депутатов Российской Федерации (1990—1993 годы) 2012 йыл 1 март архивланған.
- ↑ Заключение Конституционного Суда РФ от 21.09.1993 N З-2 "О соответствии Конституции Российской Федерации действий и решений Президента Российской Федерации Б.Н. Ельцина, связанных с его Указом от 21 сентября 1993 года "О поэтапной конституционной реформе в Российской Федерации" и Обращением к гражданам России 21 сентября 1993 года"
- ↑ Заключение Конституционного Суда РФ от 21.09.1993 N З-2 "О соответствии Конституции Российской Федерации действий и решений Президента Российской Федерации Б.Н. Ельцина, связанных с его Указом от 21 сентября 1993 года "О поэтапной конституционной реформе в Российской Федерации" и Обращением к гражданам России 21 сентября 1993 года"||КонсультантПлюс
- ↑ Виктор Шейнис, один из авторов Конституции России, главный научный сотрудник Института мировой экономики и международных отношений РАН, в гостях на радиостанции «Эхо Москвы» в передаче «Не так» от 06.12.2008, тема «Конституция Российской Федерации — 15 лет спустя»: «Участвовали уважаемые люди под эгидой трёх человек.
- ↑ Сергей Шахрай на russia.ru за 2008 год «Откровенно о конституции и поправках. 2017 йыл 21 март архивланған.
- ↑ «Проблемы реализации Конституции России 1993 года» РИА «Новости» от 11.12.2008 «Пресс-конференция руководителя аппарата Счетной палаты России, одного из главных авторов действующей конституции Сергея ШАХРАЯ на тему: „Проблемы реализации Конституции России 1993 года“, приуроченная к 15-летию с момента принятия нового Основного закона в 1993 году.
- ↑ Указом президента России от 15 октября 1993 года № 1633 «О проведении всенародного голосования по проекту Конституции Российской Федерации»
- ↑ Закон РСФСР от 16.10.1990 N 241-1 «О референдуме РСФСР»
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Текст Конституции Российской Федерации на официальном сайте президента России
- Конституция РФ от 11 апреля 2014 года // опубликована новая редакция Конституции РФ
- Комментарии к Конституции РФ