[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Цхалтубо ҡалаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Цхалтубо
груз. წყალტუბო
Ил

Грузия

Регион

Имеретия

Район

Цхалтубо районы

Координаталар

42°19′35″ с. ш. 42°36′02″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

VII быуат.

Ҡала с

1953

Халҡы

11 281[1] кеше (2014)

Телефон коды

+995 436

Почта индексы

5400

Һанлы танытмалар
Цхалтубо (Грузия)
Цхалтубо
Цхалтубо

Цхалту́бо[2] (груз. წყალტუბო) — Грузияның көнбайышындағы ҡала, Цхалтубо районының административ үҙәге; Кутаисинан төньяҡ-көнбайышҡа 8 километрҙа урынлашҡан. Халҡы — 11 281 кеше (2014 й.) Тимер юл станцияһы, Броцеула — Кутаиси — Цхалтубо тармағының һуңғы пункты бар. Расстояние до Тбилиси по железной дороге — 242 км.

Цхалтубо тураһында тәүге тапҡыр иҫкә алыу VII быуатҡа ҡарай. XII—XIII быуаттарҙа ҡала дауалау пункты булараҡ иҫкә алына. 1782 йылда «Берлин тәбиғәт йәмғиәте» баҫмаһында донъя күргән. 1787 йылда рәсәй академигы Петер Симон Паллас И. Гюльденштейндың Цхалтубо тураһында немец телендәге «Путевые заметки» хеҙмәтен баҫтыра, ә 1809 йылда И. Гюльденштейндың «Путевые заметки» китабы немец теленән рус теленә тәржемә ителә. Артабан рус әҙәбиәтендә Цхалтубо минераль һыуҙары хаҡында һүрәтләмәләр донъя күрә. 1815 йылда күренекле ғалим Фон Клапорт Берлинда Цхалтубо һәм минераль һыуҙарҙың үҙенсәлектәре тураһында хеҙмәт баҫтыра. 1898 йылда Г. Струве, минераль һыуҙар сығанаҡтарын химик анализлағандан һуң, уны индифферент сығанаҡтарға ҡайтарып ҡалдырған.

1920 йылда сығанаҡтар дәүләт контроль аҫтына күсә һәм бальнеологик курорт функцияһына эйә була. Курорттың үҫеше 1926 йылда башлана. 1931 йылда курортҡа, аяғын дауалау маҡсатында ВКП(б) Үҙәк Комитеты генераль секретары Иосиф Виссарионович Сталин килә[3]. 1931—1932 йй. киң масштаблы ғилми- һәм гидрологик тикшеренеү үткәрелгән.

Цхалтубо. Оборона министрлығы шифаханаһы. (1950-се йй.)

1936 йылда архитектор Н. Северов сираттағы үҫеш проектын эшләй. 1939 йылда Цхалтубо районы Кутаиси муниципалитетынан айырылған, һәм үҙәге Цхалтубола урынлашҡан Цхалтубский районы барлыҡҡа килгән. 1950—51 йылдарҙа генплан эшләнгән (архитекторҙары: И. Заалишвили, В. Кедия), һәм шул план буйынса Цхалтубо бальнеологик, санитар һәм торлаҡ зоналарына бүленгән.

Үҫеш йылдарында 19 шифахана һәм пансионат (1937—40 йй. — «Мегоброба» («Дружба»), арх. — Лентовский; 1951 й. — «Тбилиси», арх.: Ольтаржевский, Б. Соболевский; 1961 й. — «Имерети», арх.: В. Алекси-Месхишвили, Л. Джанелидзе), дауалау ванналы 9 комплекс, курорт паркы, курортология һәм физиотерапия фәнни-тикшеренеү институты филиалы төҙөлгән.

Ҡала Колхида уйһыулығының ҡалҡыулыҡлы көнсығыш ситендә, Губисцкали йылғаһына ҡойған (Риони йылғаһының уң ҡушылдығы) Цхалтубо йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан. Ҡаланың төньяҡ-көнсығышына Ҙур Кавказдың Самгураль һырттары армыттары килеп тоташа. Уратып алған түбәләр япраҡлы урман (имән, бук, граб) һәм тәпәш урмандағы мәңге йәшел ҡыуаҡлыҡтар менән ҡапланған. Курорт паркында субтропик флораның 100-гә яҡын төрө урын алған. Бынан тыш, Цхалтубо районында бик күп ултыртылған ағастар (башлыса, емеш һәм декоратив культуралар, шулай уҡ ҡарағай) үҫә.

Климаты субтропик һәм дымлы. Ҡыш бик йомшаҡ, ҡарһыҙ; ғинуарҙың уртаса температураһы — +5 C°. Йәйге көндәр бик йылы, ҡояшлы, урта кимәлдә дымлы; августың уртаса температураһы — +24 C°. Ҡара диңгеҙҙән йылы дымлы елдәр иҫкәндә, ҡайһы берҙә (ғәҙәттә августа) дымлы тропик һауа торошо урынлаша; фён тибындағы көнсығыш елдәре иҫһә, киреһенсә, артыҡ эҫе һәм ҡоро һауа торошо билдәләнә. Көҙ оҙон, йылы, ҡояшлы була.

Яуым-төшөм йылына 1700 мм, башлыса апрель-октябрь айҙарында ҡойма ямғырҙар була. Ҡояш балҡыуы сәғәте йылына 2000-дән артыҡ. Иң көслө (көнбайыш һәм көнсығыш) елдәр яҙ һәм ҡыш иҫә.

Һыу дебиты суммала 220 л/сек. Һыуҙар: азот, термаль (34—35 °C), көсһөҙ радонлы (Махе буйынса 2-нән 22 берәмеккә тиклем), сульфат-гидрокарбонат-хлоридлы кальциево-магнийлы әсе (pH 7,2); шулай уҡ кремнезём, органик матдәләр, микроэлементтар бар. сығанаҡ һыуҙарын ванналар, һуғарыу һәм ингаляциялар өсөн ҡулланалар. Ҡан әйләнеше, хәрәкәт итеү һәм таяныс, гинекологик, нервы системаһы органдарын дауалайҙар. Шифаханалар, һыу инеү өсөн бассейнлы ванна биналары, пансионаттар бар. Цхалтубола Грузия Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы курортология һәм физиотерапия фәнни-тикшеренеү институтының филиалы урынлашҡан.

Цхалтубо, No. 6 сығанағы (2017)

Цхалтубо һыуҙарының төп тәбиғи дауалау факторы — үҙенең физик-химик үҙенсәлектәре буйынса һирәк осрай торған термаль (33-35 градус) радон минераль һыуҙары. Цхалтубо минераль һыуҙары түбәндәге сирҙәрҙе: аяҡ-ҡул ослоҡтарын, периферия нервы системаһын, йөрәк-ҡан тамырҙарын, тире, матдәләр алмашыныуын, эндокрин системаны, гинекологик сирҙәрҙе, ревматизм, полиомиелитты, церебраль фалижды дауалай. Үҙенең микроклиматы булған карст мәмерйәләре лә дауалау үҙенсәлегенә эйә; улар они бронхиаль астманан, стенокардиянан, гипертониянан, невроз һәм хроник пневмония менән яфаланыусыларға ла ыңғай йоғонто яһай. Дауаланыу курсы — 3-4 аҙна.

Инфраструктураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Автовокзал

Курортты тәүге планлаштырыу проекты 1932—1940 (архитекторы — Н. П. Северов) йй. төҙөлгән. 1950—1951 (архитекторы: И. Заалишвили и В. Кедиа) йй. генераль планы ҡулсаға оҡшаған төҙөлөш схемаһына таянған. Ҙур курорт паркы йәйелдерелгән, эре шифаханалар: 1937—1940 йй. «Дуҫлыҡ», (архитекторы — С. М. Лентовский); 1951 й. «Тбилиси», (архитекторҙары: В. К. Олтаржевский, Б. А. Соболевский); 1951 й. «Шахтёр» (архитекторҙары: М. Мелеги, Г. Химшиашвили); 1957 й. «Металлург» (архитекторҙары: В. Кедиа, И. М. Соловьева); 1961 й. «Имерети», (архитекторҙары: В. Месхишвили, Л. Джанелидзе); 1976 й. «Геолог» (архитекторҙары: В. Кедиа, Ф. Куфарашвили) һ. б.; ванна биналары, ҡунаҡханалар, торлаҡ йорттар төҙөлгән.

СССР тарҡалғанға тиклем Цхалтубола бер нисә комбинат/заводтар һ. б. предприятиелар эшләне. Мәскәү — Цхалтубо тиҙ йөрөшлө поезд туранан-тура йөрөгән.

Комбинаттары:

  • Ит-һөт.

Заводтары:

  • Емеш һыуҙары һәм һуттар,
  • Химик,
  • Гәлсәр,
  • Тәбиғи таш,
  • Төҙөлөш деталдәре.

Фабрикалары:

  • Галантерея фабрикаһы,
  • Сәй фабрикалары берекмәһе,
  • Гумбрин табыу.

Цхалтубо тирә-яғының иҫтәлекле урындары араһында Сатаплия мәмерйә комплекстары, Кумистави һәм Навенахеви мәмерйәләре бар, а также краеведческий музей.

Ҡалала  1945 йылда нигеҙ һалынған «Самгурали» футбол клубы бар.

2015 йылдан ҡалала шулай уҡ «Цхалтубо» баскетбол клубы эшләй башланы.

Топографик карталар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. მოსახლეობის საყოველთაო აღწერა 2014. საქართველოს სტატისტიკის ეროვნული სამსახური (ნოემბერი 2014). Дата обращения: 7 ნოემბერი, 2016.
  2. Суперанская А. В. Словарь географических названий. — М.: АСТ-ПРЕСС КНИГА, 2013. — 208 с. — С. 130.
  3. Рыбин А. Т. Рядом со Сталиным. Записки телохранителя. — М.: Ветеран МП, 1992. — С. 72—73.
  • Шавианидзе Отар Курорты Цхалтубо — Тбилиси: Советская Грузия, 1973.
  • Цитланадзе Г. Цхалтубо. Научно Популярное издание — Тбилиси: ГрузМедИздат, 1958.
  • Эристави И. Петрография вулканизма цхалтубского ущелья — Кутаиси, 1941.
  • Эристави Г. Бальнеотехника цхалтубской минеральной воды — Тбилиси, 1987.

Ҡалып:Города Грузии