[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Мәһәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Мәһәр (ғәр. مهر‎) — Ислам фикһында никахлашҡанда кейәү кәләшенә бирә торған мал, аҡса. Мәһәр никахтың төп шарттарының береһе.

Башҡорттар хәнәфи мәҙһәбкә инә. Был мәҙһәбтә иң кәм мәһәр 33,6 грамм көмөш йәки 4,8 грамм алтын

Башҡорт туйы 04

Мәһәр килешеү буйынса ике өлөшкә бүленеүе ихтимал: никахлашҡанда ҡулға бирелә торған мәһәр — нәҡид һәм кисектерелгән, туйҙан һуң түләнә торған мәһәр — насиә. Мәһәр ире үлгән осраҡта йәки талаҡ әйтелеп никах тарҡалғанда ҡатында ҡала.

Мосолман туйынан күренеш

Мәһәр бөгөнгө көндә барлыҡ мосолман дәүләттәрендә лә һаҡланып килә.

Мәһәр менән ҡалым бер үк түгел. Ҡалым кәләштең ата-әсәһенә ҡыҙҙары өсөн бирелә, ә мәһәр кәләштең үҙенә бүләк ителә. Мәһәрҙең мотлаҡлығы Ән-Ниса сүрәһенең 4-се аятында әйтелә.

«Һәм ҡатындарға мәһәр бүләк итеп бирегеҙ. Әгәр улар мәһәренән нимәне булһа ла һеҙҙең файҙаға бағышлаһалар, ул саҡта иҫәнлеккә-байлыҡҡа ашағыҙ һәм тотоноғоҙ.» Ән-Ниса https://ru.quranacademy.org/quran/4:4-4/kul


Мәһәр дәүмәле кәләште әйттергәндә килешелә. [1].

Мәһәр сифатында хаҡ ҡуйырға йә мөлкәт иҫәбенә индерергә мөмкин булған зиннәтле әйбер, аҡса булыуы ихтимал. Хәҙистәрҙән күренеүенсә, Мөхәммәт с.ғ.с. сәхәбәләренә никахланғанда кәләштәренә мәһәр бирергә ҡушҡан. Хатта бик фәҡир генәләре лә ҡулынан килгәнсә бүләк биргән. Бының буйынса ғөләмәләр бер фекерҙә тора (ижмә).

Әгәр никахланғанда мәһәр күләме буйынса һөйләшелмәгән булһа, был осраҡта шәриғәттә ҡаралған иң кәм күләм бирелә. Хәнәфи мәҙһәбтә минималь мәһәр 33,6 грамм көмөш йәки 4,8 грамм алтын хаҡы тора; мәликиҙәрҙә — өс дирһәм; жафари мәҙһәбтә мәһәр итеп нимә бирергә лә ярай, хаҡы билдәләнмәй. [2]. Мәһәрҙең максималь дәүмәле билдәләнмәгән. Ҡайһы бер илдәрҙә мәһәр кимәлен закон нигеҙендә сикләү ҡаралған [1].

Барлыҡ сөнни мәҙһәбтәрҙә (мәликиҙәрҙән башҡа) мәһәр фарыз һаналмай [2]

  • Боголюбов А. С. Махр // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 164.
  • Али-заде, А. А. Мәһәр (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.