Мәшриҡ
Мәшриҡ | |
Майҙан | 2 700 000 миль²[1] |
---|---|
Мәшриҡ (ғәр. المشرق — Әл-Мәшриҡ) — ҡояш сыҡҡан яҡ.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәшриҡ термины ҡояш сыҡҡан яҡ — көнсығышты аңлатҡан ғәрәп тамырлы шәреҡ (شرق — шәрҡ) һүҙенән килеп сыҡҡан.
Биләмәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәшриҡ башта үҙ эсенә (ғәрәп географтарына, тәү сиратта , Ибн Хөрдәҙбиһкә ярашлы) IX — X быуаттарҙа билдәле булған Көнсығыш ерҙәренең барыһын да, шул иҫәптән Һиндостан, Ҡытай, бер нисә Һинд һәм Тымыҡ океан утрауҙарынан алып Японияға тиклем ерҙәрҙе алған биләмә. Әлеге ваҡытта «Әл-Мәшриҡ» билдәләмәһе ғәрәп телендә, ҡағиҙә булараҡ, Ираҡ, Сүриә, Иордания, Фәләстин һәм Ливан дың йыйылма билдәләмәһе сифатында ҡулланыла. Ҡайһы берҙә үрҙә күрһәтелгән рәткә Мысыр ҙа индерелә
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVI быуаттан XX быуат башы Ғосман империяһы хакимлығы осоронда, «Әл-Мәшриҡ» төшөнсәһенең сиктәре Яҡын Көнсығыштағы ғосман провинциялары сиктәренә тиклем ҡыҫҡартыла һәм, шулай итеп, хәҙерге формаһын ала.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бөйөк Сүриә
- Цивилизация бишеге
- Левант
- Мәғриб
- Месопотамия
- Алғы Азия
- Бәрәкәтле ярым ай
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Mashriq // Encyclopædia Britannica (ингл.)
Сығанаҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]*Книга путей и стран / Перевод с арабского, комментарии, исследование, указатели и карты Наили Валихановой. — Баку: Элм, 1986. — 428 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.