[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Майкл Кейн

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Майкл Кейн
Michael Caine
Майкл Кейн в 2012 году
Майкл Кейн в 2012 году
Исеме

Морис Джозеф Миклуайт

Тыуған көнө

14 март 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (91 йәш)

Тыуған урыны

Лондон, Бөйөк Британия

Һөнәре

актёр, продюсер

Карьераһы

1956 — хәҙерге тиклем

Наградалары

«Оскар» (1987, 2000)
«Алтын глобус» (1984, 1989, 1999)
BAFTA (1984, 2000)

Британия империяһы ордены кавалеры
Британия империяһы ордены кавалеры
Рыцарь-бакалавр
Рыцарь-бакалавр
IMDb

ID 0000323

michaelcaine.com

 Майкл Кейн Викимилектә

Сэр Майкл Кейн (ингл. Michael Caine; ысын исеме Морис Джозеф Миклуайт, Maurice Joseph Micklewhite, 14 март 1933 йыл, Лондон, Великобритания) —1960—1990-сы йылдар британия актерҙарынан иң билдәлеһе. Хәтерҙә ҡалыусан кокни-акцент менән һөйләшеүсе , Кейн йөҙҙән ашыу тулыметражлы кинола уйнай, күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн ике «Оскар» һәм өс «Алтын глобус» алырға өлғәшә. 1960—2000-се йылдар эсендәге һәр ун йылда «Оскар» премияһына дәғүә итеүсе ике актерҙарҙың береһе (икенсеһе — Джек Николсон). Рыцарь-бакалавр, Британ империяһы ордены командоры (CBE).

Бала һәм үҫмер саҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Морис Джозеф Миклуайт 14 март 1933 йылда Лондондың ярлы төпкөлөндә иҙән йыуыусы менән йөк ташыусы ғаиләһендә тыуа[1]. Мәктәптә насар уҡый, 16 йәшендә уҡыуын ташлай, һәм, бер нисә һөнәр алыштырғас, Кореялағы британ экспедицион корпусында контракт төҙөп, хеҙмәт итергә китә. Армиянан һуң Суссекс графствоһының театр труппаһында администратор ярҙамсыһы булып эшләй.

1955 йылдан башлап, актерҙар курсын бөткәс, сит театр сәхнәләрендә сығыш яһай, 1957 йылдан телепостановкаларҙа төшә, 1960-сы йылдар аҙағына 100-ҙән артыҡ ролдәр башҡара.

Актёрлыҡ карьераһы башында сәхнә ҡушаматы Майкл Скотт була, һуңғараҡ Майкл Кейнға алмаштыра. Был ҡушамат һис тә уйламағанда килеп сыға, тип яҙа Кейн үҙенең бер китабында. Агент менән телефон будкаһында һөйләшеп торғанда, исемен һорайҙар. Әйләнеп ҡараһа, «„Кейне“ болаһы» фильмының афишаһын күрә, уйлап тормайынса шул исемде атай[2]. Киноға төшмәгән ваҡытта актёр ысын исемен ҡуллана.

1964 йылда «Зулустар» фильмында лейтенант-аристократты уйнап, 30 йәшлек Кейн халыҡ-ара танылыу таба. Шон Коннери тәҡдиме буйынса «Досье „Ипкресс“» фильмына төп ролдә, күҙлекле сәйер шпион-ловелас Гарри Палмер, һуңынан Остин Пауэрс өлғөһө булып ҡала. 1966 йылда «Элфи» фильмында, тамашасы Кейн уйнаған ролдә, яғымлы зәңгәр күҙле һарысәстең мөхәббәт мажараларын күрә. Был роль «Оскар» премияһына беренсе дәғүәһе. Кейн ҡатнашҡан беренсе Америка фильмы «Гамбит» була, уҙаҡташы булып танылған Америка актрисаһы Ширли Маклейн ҡатнаша.

1960-сы йылдарҙағы Кейн уйнаған ролдәр эске выжданлыҡты һыҙатлаһа, етмешенсе йылдар дәүере уңышлы ғына ике комедияла төшә: «Пандора йәшниге» һәм «Италиялағы кеүек урлау» (1969). 1971 йылда Кейн, Тед Льюис романы буйынса, «Картерҙы юҡ итергә» исемле фильмда тупаҫ гангстер алдына килеп баҫа (әйткәндәй, ул 2000 йылда үҙгәртелгән фильмдың ҙур булмаған ролендә төшә).

1972 йылда Лоуренс Оливье менән бергә Энтони Шаффер пьесаһы буйынса ҡуйылған көсөргәнешле «Осҡансы уйнау» мажараһында (оригинал — «Эҙләүсе») уйнай, һәм яңынан «Оскар»ға дәғүә итә.

1970-се йылдарҙың икенсе яртыһында Кейнды йыш ҡына ролдәр һайлап ала белмәүҙә тәнкитләйҙәр . Ул ҡушылып уйнаған фильмдар шатырҙап юҡҡа сыға, шулай ҙа бер ни тиклем нәфис яҡтан уңыштар күренә: "Ританың өғөттәре"ндә профессор- алкоголик роле (1983) һәм "Сигенән сыҡҡан алдаҡсы"ла профессионал авантюрист (1988) ролдәре өсөн «Алтын глобус» ала, ә Вуди Аллендың «Ханна һәм уның һеңлеләре» (1986) икенсе пландағы финансист Эллиота роле күптән көткән «Оскар» алып килә. 1988 йылда Кейн Шерлок Холмстың легендар мажараларында уйнай.

1990-сы йылдар уның таланты премиялар менән бүләкләнә башлай. «Тауышсыҡ» фильмына — өсөнсө «Алтын глобус» (1998), икенсе «Оскар» премияһын «Вино эшләүселәр ҡағиҙәһе» фильмындағы роле өсөн ала (1999).

1992 йылда беренсе автобиографияһын сығара — «Былар барыһы ла нәмә тураһында?»[3]. 1995 йыл актёрға «Пекинға тиклемге экспресс» исемле Канада боевигындә роль алып килә, Кейн бында эшен профессионал карьераһындағы иң алама тәжрибә тип атай.

2000 йылда Елизавета II уны рыцарҙар сафына индерә. «Тыныс Американлы» (2002) драмаһында төп роль өсөн яңынан"Оскар" премияһына дәғүәләнә.

Кейндың һуңғы киноэштәренән — Остин Пауэрстың атаһы Найджел Пауэрс өсөнсө фильмдағы мәҙәк шпион («Остин Пауэрс: Голдмембер», 2002), отставкалағы карикатурист «Кеше балаһы» (2006) исемле фантастик фильмда һәм ҡарт иллюзиялар инженеры «Престиж» (2006) исемле Кристофер Ноландың тағы бер фильмында.

2007 йылда «Шымсы» таҫмаһы сыға, Кейн детектив романдар яҙыусы Эндрю Уайкты уйнай. 2010 йылда икенсе автобиографияһын яҙа — « Голливудтағы фил»[3].

80-йыллыҡ юбилейын 2013 йылдың мартында үткәргәс, Кейн актёрлыҡ карьераһын 90 йәш тулғас тамамлаясағы тураһында белдерә. Ошо ун йыл эсендә, уның әйтеүе буйынса, өсөнсө «Оскар» статуэткаһын алырға ниәте бар[4].

Майкл Кейн ике тапҡыр өйләнә:

Суррей графствоһының Англиялағы Лезерхэд (инг.)баш. (англ.) русск. ҡаласығында йәшәй, һәм бынан башҡа Америкала — курорт ҡалаһы Майами-Бич (Флорида) йорто була.

Кейн сәйәсәттә консерваторҙарға өҫтөнлөк бирә. 2010 йылда асыҡтан-асыҡ премьер-министр Дэвид Кэмеронға тауыш бирә, быға тиклем Маргарет Тэтчерҙы хуплай.

Бүләктәре һәм номинациялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Награда Год Категория Фильм Результат
Оскар 1967 Лучшая мужская роль Элфи
1973 Лучшая мужская роль Осҡансы уйнау
1984 Лучшая мужская роль Ританың тәрбиәһе
1987 Лучшая мужская роль второго плана Ханна һәм уның һеңлеләре
2000 Лучшая мужская роль второго плана Вино эшләүселәрҙең ҡағиҙәһе
2003 Лучшая мужская роль Тыныс Американец
BAFTA 1966 Лучшая мужская роль Досье «Ипкресс»
1967 Лучшая мужская роль Элфи
1984 Лучшая мужская роль Ҡәҙерле консул
Лучшая мужская роль Ританың тәрбиәһе
1987 Лучшая мужская роль Ханна һәм уның һеңлеләре
1999 Лучшая мужская роль Тауыш
2000 Лучшая мужская роль второго плана Вино эшләүселәр ҡағиҙәһе
Academy Fellowship
2003 Лучшая мужская роль Тыныс Американец
Золотой глобус 1967 Лучшая мужская роль в комедии или мюзикле Гамбит
Лучшая мужская роль в драме Элфи
1973 Лучшая мужская роль в драме Игра на вылет
1984 Лучшая мужская роль в комедии или мюзикле Ританың тәрбиәһе
1987 Лучшая мужская роль второго плана Ханна һәм уның һеңлеләре
1989 Лучшая мужская роль в комедии или мюзикле Отпетые мошенники
Лучшая мужская роль в мини-сериале или телефильме Джек- ҡырятыусы
1991 Лучшая мужская роль в мини-сериале или телефильме Джекилл и Хайд
1998 Лучшая мужская роль второго плана в мини-сериале, телесериале или телефильме Ҡапма-ҡаршы
1999 Лучшая мужская роль в комедии или мюзикле Тауыш
2000 Лучшая мужская роль второго плана Вино эшләүселәр ҡағиҙәһе
2003 Лучшая мужская роль в драме Тыныс Американец
Эмми 1990 Лучшая мужская роль в мини-сериале или фильме Джекилл и Хайд
1994 Лучшая мужская роль в мини-сериале или фильме Икенсе донъя һуғышы: арыҫландар үкергән ваҡытта
1997 Лучшая мужская роль второго плана в мини-сериале или фильме Ҡапма-ҡаршы
Премия Гильдии киноактёров США 2000 Лучшая мужская роль второго плана Вино эшләүселәр ҡағиҙәһе
  • Michael Caine. What's it all about. — Arrow, 2010. — 592 с. — ISBN 0099553198.
  • Michael Caine. The Elephant to Hollywood. — St. Martin's Griffin, 2011. — 352 с. — ISBN 0312604343.
  1. Michael Caine > Overview — AllMovie(недоступная ссылка)
  2. Michael Caine (I) | Film | guardian.co.uk (англ.
  3. 3,0 3,1 My Name Is Michael Caine 2013 йыл 29 июнь архивланған. (рус.
  4. Michael Caine postpones retirement — by a decade 2014 йыл 18 август архивланған. (англ.). 3News (28 мая 2013). Проверено 26 декабря 2013.