[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Куопио

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Куопио
фин. Kuopio
Герб
Нигеҙләү датаһы 1653
Рәсем
Рәсми атамаһы Kuopion kaupunki
Рәсми тел Фин теле[1][2]
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Финляндия
Административ үҙәге Северное Саво[d]
Административ-территориаль берәмек Северное Саво[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Статистическая область Kuopio sub-region[d][3]
Ассоциацияләшкән сайлау округы Savo-Karelia[d]
Хөкүмәт башлығы Ярмо Пирхонен[d]
Закондар сығарыу органы Kuopio City Council[d]
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы община Финляндии[d][4]
Халыҡ һаны 124 131 кеше (29 февраль 2024)[5]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 82 метр
Туғандаш ҡала Кастроп-Рауксель[d][6], Виннипег[d][6], Гера[7], Миннеаполис[d][6], Безансон[6], Ополе[8][6], Пудун[d][6], Дьёр[d][6][9], Крайова[6], Йёнчёпинг[d][6], Ляэне-Вирумаа[d][6], Будё[6], Питкяранта[d][6], Свеннборг[d][6], Псков[6], Алуксне[d][6] һәм Шанхай[6]
Милке Kuopio Football Stadium[d], Kuopio City Library[d], Башня Пуййо[d], Kuopio Town Hall[d], кафедральный собор Куопио[d], Kuopio Market Hall[d], Museum of Kuopio[d] һәм Kuopio Lyceum High School[d]
Сиктәш Ийсалми[d][10], Юука[d][10], Каави[d][10], Лапинлахти[d][10], Леппявирта[d][10], Пиелавеси[d][10], Раутаваара[d][10], Сийлинъярви[d][10], Суоненйоки[d][10], Терво[d][10] һәм Туусниеми[d][10]
Алдағы Vehmersalmi[d][11], Karttula[d][11], Нильсия[d][11], Маанинка[d][11], Юанкоски[d][11], Kuopion maalaiskunta[d] һәм Riistavesi[d]
Майҙан 3241,74 км² (1 ғинуар 2023)[12]
Почта индексы 70101–70840
Электрон почта kirjaamo@kuopio.fi[13]
Рәсми сайт kuopio.fi
Урынлашыу картаһы
Коллаж
Тема географияһы geography of Kuopio[d]
Классификация климата Кёппена субарктический континентальный климат (Dfc)[d]
Зимнее изображение
Вид с воздуха
Спутниковый снимок
Citizen's initiatives URL kuntalaisaloite.fi/fi/ha…[14]
kuntalaisaloite.fi/sv/so…[14]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Kuopio[d]
Карта
 Куопио Викимилектә

Куопио[15] (фин. Kuopio) — Финляндияла порт ҡалаһы, Каллавеси күле (фин.Kallavesi, Сайма күлдәр системаһында) буйында урынлашҡан. Төньяҡ Саво провинцияһының административ үҙәге. Ҙурлығы буйынса Финляндияла һигеҙенсе ҡала, халҡы 111.3 мең кеше (2015) тәшкил итә. Ағас эшкәртеү сәнәғәте үҙәге; химия, машиналар эшләү, аҙыҡ-түлек сәнәғәте үҫешкән.

Бөгөн Куопио — илдең мәҙәни тормошонда мөһим ҡала, ул үҙенең бейеү һәм музыка ваҡиғалары менән билдәле, туризм һәм ҡышҡы спорт төрҙәре үҙәге.

Һорау алыуҙа йәмәғәт фекере буйынса 2012 йылда фин граждандары араһында йәшәү кимәле буйынса Куопио алтынсы урында тора.[16]

Ҡала Каллавеси күле менән уратып алынған, һәм уның бер нисә өлөшө утрауҙа төҙөлгән.

Куопиоға 1775 йылда нигеҙ һалына.

1856 йылда Саймен каналы төҙөлөп бөтә, был Куопио үҫешендә мөһим мәл була— канал Балтик диңгеҙенең Фин ҡултығына һыу юлын тәьмин итә.

1889 йылда тимер юл тармағы һалына. Уңайлы тарнспорт бәйләнеше Куопионы йәнле сауҙа ҡалаһына әйләндерә.

Лютеранлыҡ
Куопиола лютеран кафедраль собор

Куопионың кафедраль соборында Финляндияның Инжил-лютеран сиркәүе Куопио епархияһы епискобының кафедраһы бар (әлеге ваҡытта — епископ Вилле Риеккинен.

Православие

Куопиола собор Святитель Николай хөрмәтенәФинляндия архиепископлығы Карел епархияһының кафедраль ғибәҙәтханаһы була. Собор янында Карел һәм бөтә Финляндияның архиепискобының (әлеге ваҡытта — архиепископ Лев (Макконен)) кафедраһы, архиепископ һәм Сиркәү Идаралығы канцелярияһы, сиркәү сәнғәте музейы, тегеү оҫтаханалары, нәшриәт советы һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса православие үҙәге урынлашҡан.

Фин Finnpulp компанияһы ҡалала ылыҫлы целлюлоза етештереү буйынса донъяла иң ҙур завод төҙөргә ниәтләй. Проекттың бюджеты 1,4 миллиард евро тәшкил итәсәк[17].

Куопио — популяр туристик маршруттарҙың береһе[18], әлеге ваҡытта илдә ял итеүҙең популярлығы буйынса икенсе урында тора. Муниципаль базаһы — 5100 йәйге коттедждар

Һауа, тимер юл һәм автобус бәйләнеше бар.

1970 йылдан ҡалала халыҡ-ара бейеү фестивале үтә[19]

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Куопиола «Пуййо башняһы» урынлашҡан. Был төҙөлөштөң бейеклеге 75 метрға етә. Бында уҡ — ҡала үҙәгендә — Православие архиепискобы резиденцияһы урынлашҡан. Куопиола төҙөлгән күп ғибәҙәтханалар эшләй. Мәҫәлән, Кафедраль собор, Изге Йоханнес сиркәүе һәм Изге Николай сиркәүе. Куопионың «Раухалахти» термаль үҙәгендә һаулыҡты нығытырға мөмкин[20].

Куопиола 32 башланғыс мәктәп, 6 лицей (шул иҫәптән өлкәндәр өсөн лицей), профессиональ училищелар, халыҡ училищелары, институт һәм политехник университет эшләй.

Лицей:

  • Kallaveden lukio
  • Kuopion klassillinen lukio
  • Kuopion Lyseon lukio
  • Куопионың музыка һәм бейеү лицейы (фин. Kuopion Yhteiskoulun Musiikkilukio)
  • Minna Canthin lukio
  • Өлкәндәр өсөн лицей (фин. Kuopion aikuislukio)

Техникум:

  • Саво профессиональ училищеһы (фин. Savon ammatti - ja aikuisopisto)

Өҫтәмә белем биреү:

  • Куопио граждандар академияһы (фин.Kuopion kansalaisopisto)
  • Савония ҡулланма фәндәр университеты (фин.Savonia Ammattikorkeakoulu).
  • Куопио университеты (фин.Kuopion yliopisto), шул иҫәптән Йәйге университет (фин.Kuopion kesäyliopisto).

Ҡала 2012 йылда үҫмерҙәрҙең I ҡышҡы Олимпия уйындарын ҡабул итеү хоҡуғына көрәштәрҙә ҡатнаша. 2008 йылдың ноябрендә ул финалға сыға, әммә һөҙөмтәлә австрия Инсбругынан ҡалыша. Бынан тыш, ҡалала Финляндияның юғары футбол дивизионында сығыш яһаусы «КуПС» футбол клубы бар, ул күп тапҡыр Финляндия чемпионтаында еңеү яулай, шулай уҡ Финляндия Кубогы трофейҙарына һәм Лига Кубогына эйә була. 2012/2013 УЕФА Европа Лигаһының өсөнсө квалификациялы раундында төрөк «Бурсаспоры» менән осраша, уны 1:0 иҫәбе менән еңә, әммә Бурсала яуап уйында унан 6:0 иҫәбе менән еңелә.

Ҡалала «КалПа» хоккей командаһы бар.

Финляндияның күп кенә күренекле шәхестәренең — дәүләт эшмәкәрҙәренең, яҙыусы һәм рәссамдарҙың тормошо һәм ижады Куопио менән бәйле.

  • Минна Кант (1844—1897) — яҙыусы.
  • Ахо Юхани (1861—1921) — яҙыусы.
  • Пекка Халонен (1865—1933) — рәссам.
  • Эдвард Гюллинг (1881—1938) — совет сәйәси эшмәкәре, Автономиялы Карел ССР-ының Халыҡ Комиссарҙары советы рәйесе (1923—1935).
  • Мартти Ахтисаари (1937) — 1994—2000 йылдарҙа Финляндия президенты, дипломат, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы хеҙмәткәре. 2008 йылда Нобель тыныслыҡ премияһы лауреаты.
  • Сакари Хиетала (1962) — Tarot төркөмөндә гитарасы, музыкант
  • Марко Хиетала (1966) — Nightwish төркөмөнөң бас-гитарасыһы һәм икенсе вокалисы, музыкант.
  • Пааво Лётьёнен (1968) — фин Apocalyptica метал-төркөмөнөң виолончелисы, музыкант
  • Вильхо Ненонен (1883-1960) — фин дәүләт һәм хәрби эшмәкәре, генерал. Финляндия хәрби министры.
  • Теему Хартикайнен (1990) — профессиональ фин хоккейсыһы, КалПа хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе .
  • Саво
  • Голубая дорога (фин. Sininen tie) — туристский маршрут (Норвегия-Швеция-Финляндия-Россия)
  1. http://www.stat.fi/meta/luokitukset/kunta/001-2012/luokitusavain_ks.html
  2. Kuntien ja kielisuhdeluokituksen 2024 välinen luokitusavain, Klassificeringsnyckeln mellan kommuner och språklig indelning år 2024, The correspondence table between municipalities and language distribution in 2024Статистический центр, 2024.
  3. Kuntien ja seutukuntien vuoden 2024 välinen luokitusavainСтатистический центр.
  4. (unspecified title)
  5. Finland's preliminary population figure was 5,608,218 at the end of February 2024Статистический центр.
  6. 6,00 6,01 6,02 6,03 6,04 6,05 6,06 6,07 6,08 6,09 6,10 6,11 6,12 6,13 6,14 6,15 Kuopion ystävyyskaupungit
  7. https://www.gera.de/sixcms/detail.php?id=17955
  8. https://www.opole.pl/dla-mieszkanca/kuopio
  9. https://gyor.hu/easy-docs/6023e06eca492
  10. 10,00 10,01 10,02 10,03 10,04 10,05 10,06 10,07 10,08 10,09 10,10 https://www.stat.fi/org/avoindata/paikkatietoaineistot/kuntapohjaiset_tilastointialueet.html
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 Kaupunkien ja kuntien lukumäärät ja väestötiedotAssociation of Finnish Municipalities.
  12. Suomen pinta-ala kunnitain 1.1.2023 (фин.)MML.
  13. https://www.kuopio.fi/ (фин.)
  14. 14,0 14,1 (unspecified title)
  15. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — 459 с.
  16. Опрос: Тампере – лучший город Финляндии для проживания // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 4 апрель 2012. (Тикшерелеү көнө: 6 апрель 2012)
  17. В Куопио планируют открыть крупнейший в мире целлюлозный завод – он создаст 1500 новых рабочих мест. // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 2 февраль 2015. (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2015)
  18. Туристов завлекали в Куопио горбольницей // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 27 октябрь 2013. (Тикшерелеү көнө: 28 октябрь 2013)
  19. 5