Копин Роман Валентинович
Копин Роман Валентинович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 5 март 1974 (50 йәш) |
Тыуған урыны | Кострома, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, эшҡыуар |
Биләгән вазифаһы | губернатор Чукотского автономного округа[d] |
Уҡыу йорто |
Түбәнге Новгород идара итеү институты[d] Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Берҙәм Рәсәй |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Копин Роман Валентинович Викимилектә |
Копин Роман Валентинович (5 март 1974, Кострома, РСФСР, СССР) — Рәсәй сәйәсмәне. 2008 йылдың 13 июленән Чукотка автономиялы округы губернаторы (2008 йылдың 3 июленән 13 июленә тиклем һәм 2013 йылдың 23 июленән 24 сентябренә тиклем Чукотка автономиялы округы губернаторы вазифаһын башҡарыусы). «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары Советы ағзаһы[1]. .
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1974 йылдың 5 мартында Костромала тыуған. Кострома ҡалаһының 34-се лицейын тамамлай. 1994 йылда Түбәнге Новгород өлкәһе йәштәр инициативалары үҙәге директоры урынбаҫары була. 1995 йылдан — юридик бүлек инспекторы, ә һуңынан Кострома таможняһы ҡағиҙәләрен боҙоу тураһында ҡарарҙарҙы үтәү буйынса төркөм етәксеһе булып эшләй. Һуңыраҡ «СБС-агро» асыҡ акционерҙар йәмғиәте коммерция банкының Кострома төбәк филиалында эшләй. 1996 йылда Волга-Вятка дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлай.
Сәйәси эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1999 йылда Чукотка автономиялы округы губернаторының кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнә. 2001 йылда Чаун районы башлығы, ә 2003 йылда — Чукотка автономиялы округының Билибино районы башлығы итеп һайлана.
2008 йылдың апрелендә Чукотка автономиялы округының губернатор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, Чукотка автономиялы округының сәнәғәт һәм ауыл хужалығы сәйәсәте (сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, яғыулыҡ-энергетика комплексы, төҙөлөш, архитектура, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, дәүләт техник күҙәтеүе, ауыл хужалығы, ветеринария, сауҙа, аҙыҡ-түлек һәм балыҡсылыҡ, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау) департаментын етәкләй.
2008 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс академияһын «Финанстар һәм кредит» һөнәре буйынса тамамлай.
2008 йылдың 3 июлендә, Чукотка губернаторы Роман Абрамовичтың вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылғандан һуң, Чукотка автономиялы округы губернаторы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә.
2008 йылдың 11 июлендә Рәсәй Президенты Чукотка автономиялы округы Думаһына өлкә губернаторы вәкәләттәрен биреү өсөн Р. Копин кандидатураһын тәҡдим итә, 13 июлдә округ парламенты депутаттары бер тауыштан президент тәҡдим иткән кандидатураны хуплай. 2008 йылдың 24 июлендә Роман Копин Чукотка губернаторы вазифаһына инә[2].
2008 йылдың 1 декабренән 2009 йылдың 25 майына тиклем һәм 2012 йылдың 4 ғинуарынан 28 июленә тиклем — Рәсәй Федерацияһы дәүләт Советы Президиумы ағзаһы [3][4][5][6]..
2013 йылдың 8 сентябрендә Чукотка автономиялы округы губернаторы итеп һайлана. 24 сентябрҙә ант ҡабул итә һәм рәсми рәүештә вазифаһын биләй.
«Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Чукотка төбәк округы сәйәси Советы ағзаһы.
Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйләнгән, ҡыҙы Аринаны һәм улы Михаилды [7]..
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Почет ордены
- «Рәсәй Федерацияһы оборонаһын нығытыуға индергән өлөшө өсөн» миҙалы (Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы, 2019)[8]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Бюро Высшего совета Партии . Единая Россия. Дата обращения: 15 ноябрь 2013. Архивировано из оригинала 27 ноябрь 2013 года.
- ↑ Р. Копин вступил в должность губернатора Чукотки. 24.07.2008 РБК . Дата обращения: 4 июнь 2015. Архивировано из оригинала 23 июнь 2015 года.
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 01.12.2008 г. № 728-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации» . Дата обращения: 30 март 2020. Архивировано 26 март 2020 года.
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 25.05.2009 г. № 326-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации» . Дата обращения: 30 март 2020. Архивировано 26 март 2020 года.
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 04.01.2012 г. № 6-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации» . Дата обращения: 30 март 2020. Архивировано 12 сентябрь 2021 года.
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 28.07.2012 г. № 343-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации» . Дата обращения: 30 март 2020. Архивировано 26 март 2020 года.
- ↑ Иван Голунов. Высокопоставленные наследники – 2 . Slon.ru (13 ғинуар 2011). Дата обращения: 15 ноябрь 2013. Архивировано 1 апрель 2016 года. 2016 йыл 1 апрель архивланған.
- ↑ Глава российского военного ведомства вручил награды за взаимодействие с Минобороны / [[mil.ru]], 22 ноября 2019 . Дата обращения: 22 ноябрь 2019. Архивировано 23 ноябрь 2019 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт губернатора Чукотского АО Р. Копина
- Биография на сайте администрации 2013 йыл 23 октябрь архивланған.
- Копин, Роман — Лентапедияла мәҡәлә. 2012 йыл.