Кирилл һәм Мефодий
Кирилл һәм Мефодий | |
Статус канонизации | святой[d] |
---|---|
Праздник святого | 5 июль, 14 февраль[1] һәм 14 февраль |
Ойошма ағзаһы | Седмочисленники[d] |
Кирилл һәм Мефодий Викимилектә |
Кири́лл (схимаға тиклем Константин, ҡушаматы «Фәйләсуф»[2], 827—869, Рим) һәм Мефо́дий (815—885, Моравия) — православие һәм католик сиркәүенең изгеләре, Солуни ҡалаһынан (хәҙерге Салоники) ағалы-энеле миссионерҙар, боронғо славян әлифбаһы һәм сиркәү-славян телдәрен булдырыусылар, христианлыҡ таратыусылар.
Көнсығыш (Көнсығыш сиркәүҙәрҙә) һәм Көнбайышта изгеләр тип канонлаштырылған. Славян православиеһында изге тиң хоҡуҡлы тәғлимәт таратыусы равноапостольный «слове́н уҡытыусылары» булараҡ хөрмәткә лайыҡтар. Телгә алғанда ҡабул ителгәнсә: фәнни һәм фәнни-популяр текстарҙа — тәүҙә Кирилл, ә һуңынан Мефодий; сиркәү-көнкүреш ғибәҙәтендә — кире тәртиптә килгән (моғайын, Мефодий, ҡустыһына ҡарағанда, юғарыраҡ дәрәжәгә (сан) эйә булғанғалыр).
Сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кирилл һәм Мефодий тыуған византий ҡалаһы Фессалоникиҙа (Салоники, славянса «Солунь») тыуған. Атаһы Лев «иң яҡшы һәм бай ырыуҙан»[4], друнгарий, йәғни Фессалониканың фема стратегы (хәрби һәм граждан губернаторы) янында офицер була. Уларҙың олатаһы (атаһы йәки әсәһе яғынан микән, билдәһеҙ) Константинополдә ҙур вельможа булған, әммә һуңынан, бәлки, эҙәрлекләнгәндер, үҙенең ғүмерен Фессалоникала билдәһеҙлектә тамамлаған.[5]. Ғаиләлә ете ул була, Мефодий[6] — өлкәне, ә Константин (Кирилл) — кесеһе[7].
Күп милләтле Византияла Кирилл һәм Мефодийҙың этник сығышы аныҡ билдәләү мөмкин түгел тиерлек, һәм был сәбәп буйынса бәхәстәр хәҙер ҙә бара. Киң таралған фараздарҙың береһенә ярашлы, тиң хоҡуҡлы тәғлимәт таратыусылар сығышы буйынса грек[8]. XIX быуатта, славян телен яҡшы белгәндәре өсөн, славян ғалимдары (Михаил Погодин, Герменгильд Иречек) уларҙың славян сығышлы булыуын яҡлай[9][10], бөгөн был хәл етерлек дәлил тип һаналмай[11]. Болгар традицияһы, «Житие Кирилла»ның һуңғы редакцияһына таянып (XX быуатҡа тиклем уларға македон славяндары ла ҡаратылған): «родом съи блъгаринь от солоуна града» тип билдәләй; хәҙерге болгар ғалимдарының күбеһе был идеяны хуплай[12].
Бер туған ағай-эне тыуып үҫкән Фессалоника (йәки Солунь), ике телле ҡала булған. Грек теленән башҡа, бында Фессалоника тирәләй урынлашҡан драговиттар, сагудат, ваюнита, смолянин[13] ҡәбиләләре славян теленең солун диалектында[14] һөйләшкән һәм, хәҙерге тел белгестәренең тикшеренеүҙәре буйынса, Кирилл һәм Мефодийҙың тәржемә теленең һәм ул бөтә сиркәү-славян теленең[15] нигеҙендә ята. Кирилл һәм Мефодийҙың тәржемә телен анализлау күрһәткәнсә, славян теле уларҙың туған теле булған. Иҫбатлатланмаһа ла, славян сығышы уларҙы туған ҡалаһында йәшәүсе халыҡтар араһында артыҡ дәрәжәлә айырылып торорлоҡ итмәгәндер. «Мефодий житиеһы» император Михаил III изгеләргә мөрәжәғәт иткән түбәндәге һүҙҙәрҙе килтерә: «вы бо ѥста селѹнѧнина, да селѹнѧне вьси чисто словѣньскы бесѣдѹютъ»[11].
Уҡыған һәм уҡытыусы булып эшләгән йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Туғандар бик яҡшы белем ала. Мефодий, ғаилә дуҫы һәм бағыусыһы бөйөк логофет (дәүләт ҡаҙна мөдире) һаҙым (евнух) Феоктист ярҙамына таянып, хәрби-административ карьераға өлгәшә, Македония территорияһында урынлашҡан Славиния стратигы вазифаһына күтәрелә[16][17]. Әммә һуңынан монахлыҡта ғүмер итеү маҡсатына өлгәшә.
Кирилл, ағаһынан айырмалы рәүештә, баштан уҡ рухи-ғилми юл һайлай. "Житие"гә ярашлы, Фессалоникала үҙенең тәғлимәтенә нигеҙ һалғандан алып, уҡыусылары даирәһендә яҙылғанса, күп кешене үҙенең һәләте менән хайран ҡалдыра. Бер ваҡыт ул һунарҙа яратҡан ҡарсығаһын юғалта, һәм был уға шундай ныҡ тәьҫир итә, — ул бөтә кәйеф-сафаларҙан баш тарта һәм, үҙ бүлмәһендәге стенаға тәре һүрәте төшөрөп, дин белгесе Григорий Богослов хеҙмәттәрен тәрәнерәк өйрәнеүгә бирелә, уға айырым маҡтау шиғыры бағышлай. Логофет Феоктист кәңәше буйынса Константинополгә юллана, һәм житиела яҙылғанса, император менән бергә уҡый (ләкин Михаил Константиндан күпкә йәш була, бәлки ысынбарлыҡҡа ул кескәй императорҙың белем алыуында ярҙам итергә тейеш булалыр[18]). Шул осорҙоң ҙур ғалимдары, буласаҡ патриарх Фотий I һәм Лев Математик уның уҡытыусылары була. Унда ул («Житие» авторы раҫлауынса, өс ай эсендә) «Гомерҙы һәм геометрияны, Лев һәм Фотийҙа диалектиканы һәм, өҫтәүенә, бөтә фәлсәфә фәндәрен: риториканы, арифметиканы, астрономияны, музыканы һәм бөтә башҡа эллин сәнғәтен өйрәнә»[19]. Артабан шулай уҡ арамей һәм иврит телдәрен үҙләштерә. Уҡыуын тамамлағандан һуң, уңышлы донъяуи карьера төҙөү маҡсатында, логофеттың крестницаһы менән отошло никах (шуның менән бергә уға «архонтия», йәғни Македонияның ярым автоном славян өлкәһе менән идара итеү, ә артабанғы перспективала стратиг вазифаһы вәғәҙә ителә) күҙ аллана. Шул сәбәпле сиркәү хеҙмәтенә ебәрелә (ул ваҡытта Константинға барлығы 15 йәш кенә була, һәм ул тағы сиркәү иерархияһының бер нисә баҫҡысын үтергә тейеш була, һуңынан ғына дин әһеле (священник)[20] булыу мөмкин булған) һәм, житиела яҙылғанса, «книгчии у патриарха въ святѣи Софии»[21] сифатында хеҙмәткә алына. «Чтец патриарха» (Фотий, Константиндың уҡытыусыһы, патриарх) тигәнде хартофилакс (патриарх канцелярияһы начальнигы, һүҙмә — һүҙ — «архив һаҡсыһы»), ә бәлки библиофилакс — патриарх китапханасыһы тип аңлатырға мөмкин; Б. Н. Флоря икенсе вариантҡа өҫтөнлөк бирә, сөнки йәш дьякон патриарх сәркәтибе кеүек яуаплы вазифа үтәрлек административ тәжрибәгә эйә булмай. Ләкин ул, вазифаһын көтмәгәндә ташлап, монастырға ҡаса. 6 айҙан уны патриарх илселәре таба һәм Константинополгә ҡайтыуын үтенә. Күптән түгел үҙе уҡыған (ошо осорҙан бирле уның Константин Фәйләсуф ҡушаматы нығына) Магнавр университетында фәлсәфә фәнен уҡыта. Константин житиеһына ышанһаң, ул элекке патриарх Иоанн Грамматикты, (житиела кәмһетеүле «Анний» ҡушаматы менән атала) мәжүсилек һынташтары сүрәттәре (иконоборчество) юлбашсыһын, бәхәстә (диспут) еңә; әммә хәҙерге заман тикшеренеүселәре ғәмәлдә был эпизодты бидғәт (уйлап сығарылған) тип һанай.
851 йылда Кирилл, император ҡушыуы буйынса, сарацин хәлифәһе, йәғни, ахыры, ғәббәсиҙәр хәлифәһе Әл-Мутавәкил Алаллаһ[22] һарайына юллана (миссия).
856 йылда Константиндың элекке ҡурсалаусыһы логофет Феоктист үлтерелә. Константин, үҙенең уҡыусылары Климент, Наум һәм Ангеларий менән, Бәләкәй Олимп[23] тауында урынлашҡан Полихрон монастырына килә. Ағаһы Мефодий унда өлкән священник (настоятель) була. Был монастырҙа Константин һәм Мефодийҙың фекерҙәштәренән торған төркөмдә славян әлифбаһын булдырыу тураһында фекер тыуа[24].
Хазар миссияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]860 йылда Кирилл, миссионерлыҡ маҡсаты менән, хазар ҡағаны һарайына ебәрелә. Житиегә ярашлы, ҡағандың, әгәр ышандыра алһалар, христиан динен ҡабул итеү мөмкин тигән вәғәҙәһенән сығып, илселек ебәрелә. Корсундә булғанда, Константин, бәхәскә әҙер булыр өсөн, йәһүд телен, самаритян яҙмаһын өйрәнә, ә улар менән бер рәттән «русьской» яҙмаһын һәм телен (ҡайһы берҙәр, житиела хата киткән һәм «русьские» яҙмаһы урынына «сурьские», йәғни сүриә — арамей, тип уҡыр кәрәк тиҙәр; Көнсығыш Сиркәүе тәғлимәте таралыуы айҡанлы, Хазария славяндары сүриә яҙмаһын ҡулланғандыр; һәр осраҡта ла был дөйөм славян теленән бүленеп сыға башлаған айырым боронғо урыҫ теле булыуы мөмкин тип раҫлап булмай, уның солун диалектында бер туған ағалы-энеле бала сағынан яҡшы һөйләшкән)[25][26]. Константиндың ҡаған алдында мосолман имамы һәм йәһүд раввины менән ойошторолған бәхәсе, житиела яҙылғанса, уның еңеүе менән тамамланған, әммә ҡаған иманын алмаштырмаған. Ғәрәп сығанаҡтары һәм «Иосифтың хаты» башҡа төрлө аңлатма бирә: ҡаған алдында күҙҙән төшкәндәрен көтөп торған раввин, Константин менән имамды бер-береһенә ҡаршы ҡоторта, һөҙөмтәлә йәһүд диненең өҫтөнлөктәрен иҫбатлаусы раввин бәхәстә еңеүсе тип таныла[27]. 862 йылда Кирилл һәм Мефодий Константинополгә әйләнеп ҡайта.
Рим папаһы изге Клименттың изге һөйәгенә эйә булыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]861 йылдың ғинуарында, Хазарияға китеп барышлай, ул саҡта Византия империяһының бер өлөшө булған Таврия Херсонесында туҡталғанда, ағалы-энеле, легенда буйынса, Херсонесҡа һөргөнгә ебәрелгән һәм унда батырып үлтерелгән папа Клименттың (папаның мәйете яртылаш һыу баҫҡан утраусыҡта, фаразланылғанса, хәҙерге Севастополдең Казак бухтаһында табыла) изге һөйәгенә эйә була. Әммә боронғо сиркәү йолаһы папа Клименттың Херсонеста һөргөндә булыуы хаҡында бер нәмә лә белмәй, һәм, ҡайһы бер фараздар буйынса, һыу баҫҡан утрауҙа ерләнгән ошо төбәктә ул осорҙа хөрмәтләнеүсе башҡа ниндәйҙер изге мәйетен Рим папаһының изге һөйәге, тип ҡабул итеүҙәре мөмкин[18][28].
Константин-Кирилл был ваҡиғала төп ролде уйнай, һәм һуңынан уны славян теленә тәржемәлә килеп еткән «Слово на обретение мощей Климента, папы Римского» тигән әҫәрендә һүрәтләй. Изге һөйәккә эйә булыу Константинополдең юғары руханиҙары вәкилдәре һәм урындағы епископ ҡатнашлығында башҡарыла. Е. В. Уханова, изге һөйәккә эйә булыу ҙа, артабан Конмтантин-Кириллдың уны Римгә күсереүе лә (түбәндәрәк ҡара) диндарлыҡ (тәҡүәлек) акты ғына түгел, ә Константинополдең ике мәлдә: патриарх Фотийҙы һайлағанда Николай I папа менән билдәлелек алған мөнәсәбәттәре өҙөлөүенә тиклем) һәм яңы император Василий Македонянин һарайының Фотийҙы алып ташлағанынан һуң, рим тәхете менән ярашыуына йүнәлтелгән сәйәси акты ла, тип ҡарар кәрәк, ти[29].
Моравия миссияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]862 йылда[30] (йәиһә 863 йылда[31]) Константинополгә Бөйөк Моравия кенәзе Ростислав илселәре килә. Илселәр «въ свои языкъ истую вѣру съказалъ» әйтерлек «епископ һәм уҡытыусы» талап итергә тейеш була [32]. Хәҙерге заман ғалимдары фекеренсә, илселек Ростиславтың үҙен Көнсығыш-Франк королегенә ҡаршы ҡуйыуы һәм немец епископтарының (Бөйөк Моравияның сиркәүе Зальцбург архиепискобы етәкселегендәге Бавария епископтары) ҡурсалауынан ҡотолорға маташыуы менән ойошторолғандыр. Илселек болгар ханы Борис һәм Людовик Немецлыға ҡаршы Византия менән союз ойоштороу маҡсатына ынтылған тип фаразлана, ләкин бындай фараз дөйөм хуплау тапмай[33]. «Мефодий житиеһы» буйынса, император Константинға түбәндәге телмәр менән мөрәжәғәт итә:
«Ишетәһеңме, Фәйләсуф, был телмәрҙе? Һинән башҡа быны берәү ҙә эшләй алмай. Ағайың, игумен Мефодийҙы, ал да, әйҙә. Һеҙ бит солуняндар, ә солуняндар саф славянса һөйләшә».Оригинал текст (иҫке славян)«Слышиши ли, философе, рѣчь сию? Инъ сего да не можеть сътворити развѣ тебе. Тѣ на ти дари мнози, и, поимъ братъ свой игуменъ Мефедии, иди же. Вы бо еста селунянина, да селуняне вьси чисто словѣньскы бесѣдуютъ.»
"Кирилл житиеһы"на ярашлы, был һөйләшеү вельможалар синклиты алдынан, ысынбарлыҡта император булып иҫәпләнгән туғанының еңел аҡыллы улы урынына идара итеүсе кесарь Варда ҡатнашлығында үткән. Бөйөк Моравияла, Константин-Кирилл ағаһы Мефодий һәм уның уҡыусылары ярҙамында, славян әлифбаһын төҙөй һәм грек теленән болгар теленә төп ғибәҙәт ҡылыу китаптарын: Инжил (Евангелие), Апостол һәм Псалтырь китаптарын, шулай уҡ Октоихты тәржемә итә. Славян азбукаһын төҙөү осоро болгар черноризец монахы Храбрҙың, батша Симеон замандашының «О письменах» хикәйәтендә тасуирләнған. Ул былай тип яҙа[34][35]:
Әгәр ҙә славян уҡымышлыларынан: «Кемдәр һеҙгә яҙмалар булдырҙы һәм китаптар тәржемә итте?» - тип һораһаң, барыһы ла быны белә һәм шулай яуап бирә: «Үҙен Кирилл тип атаған Изге Константин Фәйләсуф — ул үҙе яҙмалар булдыҙы һәм китаптар тәржемә итте, һәм уның ағаһы Мефодий. һәм уларҙы күргән кешеләр әле тере». Әгәр: «ҡасан?» тип һораһаң, былай тиҙәр: «Грек батшаһы Михаил, һәм болгар кенәзе Борис, морав кенәзе Ростислав, һәм блатен кенәзе Коцел осоронда, бөтә донъя барлыҡҡа килгәндең 855 йылында (6363)» тиҙәр.Оригинал текст (иҫке славян)Аще ли въпросиши словѣньскыя боукаря, глаголя: „Къто вы письмена сътворилъ есть, или кънигы прѣложилъ?“ — То вьси вѣдятъ и отъвѣщавъше рекутъ: „Святыи Костанътинъ Философъ, нарицаемыи Кѵрилъ, тъ намъ письмена сътвори и кънигы прѣложи, и Меѳодие, братъ его. Суть бо еще живи иже суть видѣли ихъ“. И аще вопросиши: „в кое время?“ то ведят и рекут: „яко въ врѣмена Михаила, цѣсаря грьчьска, и Бориса, къняза блъгарьска, и Растица къняза моравьска, и Коцеля къняза блатьньска въ лѣто же отъ съзъданья вьсего мира 6363“
Шулай итеп, Александрийский хисабына ярашлы, славян әлифбаһын булдырыу датаһы шул замандағы болгар йылъяҙмасылары ҡулланған Христос Раштыуаһының 863 йылына ҡарай[36].
Әлегә тиклем белгестәр Константин, ниндәй славян әлифбаһының авторы — глаголицаныҡымы әллә кириллицаныҡымы — тигән һорау буйынса берҙәм фекергә килә алмай. Әммә черноризец (чернец — никахтан баш тартҡан һәм үҙен тулыһынса аллаға хеҙмәт итеүгә бағышлаған дәрүиш монах) Храбр, Кирилл әлифбаһы 38 тамғанан торған һәм был глаголицаға күрһәтә, тигән[37].
Моравияла Константин һәм Мефодий сиркәү китаптарын грек теленән славян теленә тәржемә итеүҙәрен дауам итә, славяндарҙы, буласаҡ Карпат Русе халҡын да индереп, уҡырға, славян телендә ғибәҙәт ҡылырға өйрәтә. Моравияла ағалы-энеле өс йылдан ашыу (Константин житиеһында 40 ай) йәшәй. Шулай уҡ Моравия миссияһы барышында улар Болгарияны суҡындырыуға (864) әҙерләй.
Римгә сәфәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]867 йылда ағалы-энеле Римгә саҡырыла. Көнбайыш Сиркәү дин белгестәренең ҡайһы бере араһында, Раббыға маҡтау өс телдә генә: йәһүд, грек һәм латин телдәрендә генә әйтелеүе мөмкин тигән ҡараш йәшәгән була. Шуға күрә Моравияла христианлыҡ таратыусы Кирилл менән Мефодий кафыр тип ҡабул ителә һәм Римгә саҡыртыла. Улар унда Моравияла үҙҙәренең тотҡан урындарын бирергә теләмәүсе һәм славян яҙмаһы таралыуына ҡаршы сығыш яһаусы немец руханиҙарына ҡаршы көрәштә таяныс табырға өмөтләнәләр. Римгә барышлай, улар тағы бер славян иленә — Блатен кенәзлеге урынлашҡан Паннонияға һуғылалар. Бында, Блатноградта, кенәз Коцел ҡушыуы буйынса, славяндарҙы китап теленә һәм славян телендә ғибәҙәт ҡылыу эштәренә өйрәтәләр.
868 йылдың башында Римдә Кирилл менән Мефодий яңы папа Адриан II менән осраша. Ағалы-энеле Клименттың изге һөйәген тапшыра, һәм папа славян телендә (Глаголик йола) ғибәҙәт ҡылыуҙы раҫлай, һәм тәржемә ителгән китаптарҙы рим сиркәүҙәренә лә һалырға бойора. Папа ҡушыуы буйынса, Формоз (Порто епискобы) һәм Гаудерик (Веллетри епискобы) Константин һәм Мефодий менән бергә сәйәхәт итеүсе өс диндарҙы священник (рухани) тип таный[38], ә һуңғыһы епископ санына лайыҡ була.
Кириллдың вафаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Римдә Константин ҡаты ауырый, 869 йылдың февраль башында түшәккә ята, схима һәм Кирилл тигән яңы монах исемен ҡабул итә, 14 февралдә вафат була. Ул Рим ҡалаһында Изге Климент сиркәүендә ерләнә.
Үлер алдынан, опасаясь, Мефодийҙың Олимптағы монастырға ҡайтыуынан ҡурҡып, ағаһына:
«Бына, ағай, беҙ икебеҙ, йөккә егелгән үгеҙ кеүек, бер бураҙнаны һөрҙөк, һәм мин урман янында <, бураҙнаны сығып,> көнөмдө тамамлап, йығылдым. Ә һин, бик ныҡ тау яратһаң да, тау хаҡына уҡытыусылығыңды ташлама, сөнки шул эшеңдән башҡа тағы нисек ҡотолоуға өлгәшерһең?»Оригинал текст (иҫке славян)««Се, брате, вѣ супруга бяховѣ, едину бразду тяжаща, и азъ на лѣсѣ падаю, свои дьнь съконьчавъ. А ты любиши гору вельми, то не мози горы ради оставити учения своего, паче бо можеши кымь спасенъ быти».
Папа Николай I Мефодийҙы Моравия һәм Паннонияның архиепискобы тип иғлан итә.
Мефодийҙың Паннонияға әйләнеп ҡайтыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]870 йылда Мефодий, священник (дин әһеле) санын алған уҡыусылары менән, Паннонияға, ә һуңынан Бөйөк Моравияға әйләнеп ҡайта.
Был осорҙа Моравияла хәлдәр ҡырҡа үҙгәргән була. Ростислав Немецлы, Людовиктан еңелеп, 870 йылда бавар төрмәлә вафат булғандан һуң, уның туғанының немец сәйәси йоғонтоһона буйһонған улы Святополк Моравия кенәзе була. Мефодий һәм уның уҡыусыларының эшмәкәрлеге ҡатмарлы шарттарҙа башҡарыла. Латин-немец руханиҙары славян теленең сиркәү теле булараҡ таралыуына төрлөсә ҡамасаулай.
872 йылда Мефодий Райхенау монастыры төрмәһендә өс йыл тотола. Был хаҡта белгәс, папа Иоанн VIII немец епископтарына, Мефодий азат ителгәнсегә тиклем, литургия башҡарыуҙы тыйған. Дөрөҫөрәге, ул, вәғәздәрҙе генә рөхсәт итеп, славян телендә ғибәҙәт атҡарыуҙы тыя.
874 йылда архиепископ хоҡуҡтары тергеҙелеп, Мефодий, тыйыуҙарға ҡарамаҫтан, славян теле ғибәҙәте атҡарыуын дауам иткән, чех кенәзе Борживой I һәм уның ҡатыны Людмиланы славян телендә һыуға сумдырған йәки суҡындырған.
879 йылда немец епископтары Мефодийға ҡаршы яңы процесс ойоштора. Әммә Мефодий Римдә бик шәп аҡланыу таба һәм хатта славян телендә ғибәҙәт ҡылыуҙы рөхсәт иткән папа буллаһына эйә була.
881 йылда Мефодий, император Василий I Македонянин саҡырыуы буйынса, Константинополгә килә. Ул бында өс йыл йәшәй, шунан һуң уҡыусылары менән бергә Бөйөк Моравияға (Велеград) әйләнеп ҡайта. Өс уҡыусыһы ярҙамында славян теленә Иҫке Ғәһед һәм изге ватан (святоотеческий) китаптарын тәржемә итә.
885 йылда Мефодий ҡаты ауырыуҙан вафат була. Вафаты алдынан үҙ урынына уҡыусыһы Горазды тәғәйенләй. 4 апрелдә, Вербный йәкшәмбе көнөндә ул үҙен ҡорама илтеүҙәрен үтенә, унда вәғәз уҡый. Һәм шул уҡ көндө ул вафат була. Мефодийға йыназа өс телдә — славян, грек һәм латин телдәрендә уҡыла.
Вафатынан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мефодий үлгәндән һуң, уның дошмандары Моравияла славян яҙмаһын тыйыуға ирешә. Бик күп уҡыусылары язалана, ҡайһы берҙәре Болгария (Горазд һәм Климент Охридскийҙар) Болгарияға һәм Хорватияға күсенә.
Ағалы-энеле булдырған әлифба Болгарияла һәм артабан Хорватияла, Сербияла һәм Киев Русендә тарала. Хорватияның ҡайһы бер төбәктәрендә XX быуат урталарына тиклем латин обряды (йолаһы) литургияһы славян телендә атҡарылған. Ғибәҙәт китаптары глаголица менән яҙылғанлыҡтан, был йола глаголик йола тип атала.
Папа Адриан II Прагалағы Ростислав кенәзгә, әгәр ҙә кем дә булһа, славянса яҙылған китаптарға нәфрәт менән ҡарай икән, ул сиркәүҙән ҡыуылһын һәм Сиркәү хөкөмөнә бирелһен, сөнки асылда ундай кешеләр «бүре». Ә папа Иоанн VIII 880 йылда Святополк кенәзгә, вәғәздәр славянса әйтелһен, тигән бойороҡ бирә.
Изге Кирилл һәм Мефодийҙың уҡыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Константин Преславский
- Горазд Охридский.
- Климент Охридский
- Савва Охридский.
- Наум Охридский.
- Ангелярий Охридский.
- Лаврентий.
Юғарыла исемләнгән уҡыусылары Балҡанда изге седмочисленниктар (сиркәү-славян телен булдырған һәм шул телгә Священное Писаниены тәржемә иткән ете изге) тип хөрмәт ителә.
Мираҫы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кирилл һәм Мефодий текстарҙы славян телендә яҙыу маҡсатында махсус әлифба — глаголица булдырған. Хәҙерге ваҡытта тарихсылар араһында кириллицаны, грек алфавиты нигеҙендә, изге ағалы-энеленең уҡыусыһы Климент Охридский (был турала Житиела ла телгә алына) эшләгән тигән барыһы тарафынан да танылып етмәгән ҡараш өҫтөнлөк ала бара. Ошо әлифба ярҙамында ағалы-энеле туғандар грек теленән Священное Писаниены (Изге Китапты) һәм тағы башҡа ғибәҙәт китаптарын тәржемә иткән.
Шул уҡ ваҡытта, хатта Климент хәрефтәрҙең кириллик яҙылышын эшләгән хәлдә лә, ул Кирилл һәм Мефодийҙың славян телендәге өндәрҙе айырыу буйынса хеҙмәтенә (һәм был эш яңы яҙма булдырыу эшенең төп өлөшө) таянып башҡарған. Хәҙерге заман ғалимдары, фәнни айырымланған һәр славян өнөн билдәләп күрһәтеүгә өлгәшкән был хеҙмәттең сифатын юғары кимәлдә тип билдәләй. Һәм быны Константин-Кириллдың сығанаҡтарҙа билдәләнгән күренекле лингвистик һәләте менән генә аңлата алабыҙҙыр. Кирилл житиеһындағы «русскими письменами» яҙылған китаптар булған тигән өҙөккә таянып, ҡайһы берҙә, славян яҙмаһы Кирилл менән Мефодийға тиклем үк булған тигән фекер барлыҡҡа килә:
«Һәм фәйләсуф бында <Корсундә> урыҫ яҙмаһы менән яҙылған Инжил һәм Псалтырҙы тапҡан, һәм шул телмәрҙә һөйләшкән кешене лә тапҡан. Уның менән әңгәмәләшкән һәм, үҙ теленең һуҙынҡылары һәм тартынҡылары менән сағыштырып, теленең мәғәнәһен аңлаған. Һәм Раббыға доға ҡылып, тиҙҙән уҡый һәм һөйләшә башлаған. Һәм күп кеше, Раббыны данлап, был хәлгә хайран ҡалған».Оригинал текст (иҫке славян)«Обрѣте же ту Еваньгѣлье и Псалтырь, русьскы писмены писано, и чьловека обрѣтъ, глаголюща тою бесѣдою. И бесѣдовавъ с нимь и силу рѣчи приимъ, своеи бесѣдѣ прикладая различно писмена гласьная и съгласная. И къ Богу молитву держа, въскорѣ начатъ чисти и сказати. И мнозѣ ся ему дивляху, Бога хваляще.»
Әммә өҙөктә телгә алынған «урыҫ теле» славян теле тип әйтеп булмай; киреһенсә, Константин-Кириллдың уны үҙләштереүе мөғжизә булараҡ ҡабул ителә, һәм туранан-тура уның славян теле булмауын раҫлай. Шуны лә хәтерҙә тотоу кәрәк: Кирилл һәм Мефодий заманында һәм унан да һуңыраҡ славяндар берен-бере еңел аңлаған, һәм уртаҡ славян телендә һөйләшеүҙәрен таныған. Һәм ҡайһы бер хәҙерге телсе ғалимдар ҙа XII быуатҡа тиклем берҙәм праславян теле булға тигән фекер менән ризалаша[39]. Тикшеренеүселәрҙең күпселеге, фрагментта йә гот телендәге Инжил-Евангелие (тәүге тапҡыр Шафарик тарафынан әйтелгән идея), йә булмаһа ҡулъяҙмала хата бар, һәм «русьский» урынына «сурьский», йәғни «сүриәсә» тип уҡыр кәрәк, ти. Ошо фекерҙе раҫлап, автор һуҙынҡы һәм тартынҡы хәрефтәр араһында айырма яһай: билдәле булыуынса, арамей яҙмаһында һуҙынҡы өндәр юл өҫтө тамғалары менән билдәләнә[25][26]. Ғөмүмән, бөтә фрагмент, Хазариялағы бәхәскә әҙерләнгәндә, Константиндың Корсундә йәһүд телен һәм самаритян яҙыуын өйрәнеүе тураһындағы контексына ярашлы килтерелгән. Митрополит Макарий (Булгаков), шул уҡ житиела Константин славян яҙыуҙарын булдырған һәм уға тиклем славян яҙмалары булмаған, тип бер нисә тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алына — йәғни «русьские» тип һүрәтләнгән яҙмаларҙы автор үҙе лә славян яҙмаһы, тип һанамай[40].
Хөрмәтләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кирилл менән Мефодий Көнсығышта ла, Көнбайышта ла изгеләр тип хөрмәт ителә.
Урыҫ православиеһында изгеләрҙе хәтерләү көнө: Кириллды — яңы стиль буйынса 14 (27) февраль, Мефодийҙы — 6 (19) апрель (преставление — ерҙәге тормоштан теге донъяға күсеү көнө).
Католицизмда изгеләрҙе хәтерләү көнө — 14 февраль; элек Католик сиркәүендә Кирилл һәм Мефодийҙы хәтерләү байрамы 5 июлдә билдәләнгән.
XIX быуат уртаһынан, славян халыҡтары мәҙәниәттәренең үҙбилдәләнеш символына әүерелгәндән бирле, славян халыҡтарының тәүге уҡытыусылары Кирилл һәм Мефодийҙы киң хөрмәтләү башлана. Тәүге тапҡыр Кирилл һәм Мефодийҙы хәтерләү көнө 1858 йылдың 11 майында Пловдивта уҙа, әйткәндәй, гректар тантаналарҙа ҡатнашмай[41]. Байрамды ойоштороу Болгар сиркәүе буйһонған Константинополь Патриархатының грек изге түрәлегенә (священноначалие) символик ҡаршы тороуы характерына эйә булған.
Смоленск сиркәүе епискобы Антоний (Амфитеатров), 1861 йылдың йәйендә Синодтың обер-прокурорына мөрәжәғәт итеп яҙылған ғаризаһында шуға иғтибар итә: 11 майға ҡаршы Минейҙа Кирилл һәм Мефодийға арналған ғибәҙәт ҡылынмай, ә Месяцесловта уларға торпарь ҙә, кондак та юҡ, тип, беренсе славян уҡытыусыларын хөрмәтләүгә тәүге практик аҙымдар яһай. Йәғни Рәсәйҙә (Сербияла, Болгарияла һәм Рәсәйҙә) баҫылған китаптарҙы ҡулланған илдәрҙәге ғибәҙәт ҡылыу практикаһында славян беренсе уҡытыусыларына махсус ғибәҙәт хеҙмәттәре үтәлмәй, ти. Бындай хеҙмәттәрҙе төҙөргә һәм ғибәҙәт ҡылыуҙа ҡулланылышҡа индерергә кәрәк була. Был башланғысты митрополит Филарет (Дроздов)[41] хуплай.
1863 йылын Рим сиркәүе «Славян юбилейы йылы», тантаналар үҙәге Велеград (Hradiště Uherské)[42] тип иғлан итә. Бер быуаттан ашыу осор үткәндән һуң, папа Иоанн Павел II үҙенең Кирилл һәм Мефодийға Slavorum Apostoli (Славян апостолдары) энцикликаһын арнай.
1863 йылда рәсәй Изгеләрҙән изге Хакимлыҡ итеүсе (Святейший Правительствующий) Синоды йыл һайын ике изге байрамын «беҙҙең ватан телен Инжил һәм Ғайса дине менән башланғыс изгеләндерелеүенең мең йыллығы иҫтәлегенә»[43] юлиан календары буйынса 11 (24) маяйҙа үткәреү билдәләнә; синодаль ҡарарҙа ошо көндө һайлау сәбәбе аңлатылмай. Мәскәү университеты профессоры Иван Дмитриевич Беляев 1862 йылда үҙенең тарих һәм рәсәй боронғолоғо мәскәү йәмғиәтенең ниндәйҙер «сиркәү төп нөсхәһе» тураһындағы мәҡәләһендә «11 май һаны» менән Кирилл һәм Мефодий иконаларын яҙыу буйынса күрһәтмәләр бирелеүе тураһында яҙған[44].
Был тантаналарҙан һуң ике йыл үтеүгә М. П. Погодин мөхәррирлеге аҫтында сыҡҡан һәм Кирилл һәм Мефодий эшмәкәрлеге менән бәйле күп тәүсығанаҡтарҙы, шул иҫәптән боронғо беренсе славян уҡытыусыларына бағышланған ғибәҙәттәрҙе үҙ эсенә алған «Кирилло-Мефодиевский сборник» донъя күрә. Бында шулай уҡ кирилл-мефодий тантаналарының сәйәси аспекты һыҙыҡ өҫтөнә алынған мәҡәләләр урынлаштырылған[41].
Беренсе болгар Экзархы Анфим I, Константинополь Патриархияһының тыйыуына ҡарамай, 1872 йылдың 11 майында Костантинополдең болгар сиркәүендә литургия барышында Болгар сиркәүен автокефаль сиркәү тип иғлан итеү тураһында актты тантаналы уҡый. Изге синодтың рәсми органы үҙенең 1885 йылғы Православие Көнсығышы буйынса күҙәтеүендә былай тип яҙа: «Бер нисә йыл буйы беҙҙең тыйнаҡ йылъяҙмабыҙ биттәренән ике уртаҡ динле халыҡтарыбыҙ — грек-болгар схизмаһы исеме аҫтында билдәле грек һәм болгар халыҡтары араһында үкенесле бүленеш факты төшмәне<…> Шундай ҡәбилә ынтылыштары менән мауығыуын былтыр грек православ сиркәүе (Төркиәлә һәм ирекле Эллада сиктәрендә), 6 апрелдә славян сиркәүҙәре тантаналы байрам иткән славянлыҡтың беренсе уҡытыусыларын изге Кирилл һәм Мефодийҙы хөрмәтләүҙең мең йыллығын билдәләүҙә ҡатнашмауы асыҡ күрһәтте[45]. Ҡатнашмауҙарын байрамдың сәйәси характерға эйә булыуы менән аңлаттылар»[46]. Рәсәйҙә, атап әйткәндә, 1885 йылдың 6 апрелендә Мефодийҙың вафатының мең йыллығы, атап әйткәндә, Петербургта Бөтә Рәсәй императоры ҡатнашлығында Исаакиевский соборында тантаналы ғибәҙәт менән билдәләнде[47].
Изге Синодтың 1885 йылғы Указы менән 11 май иҫтәлеге төн буйы уяу булыу (бдение) менән оҙатылыусы урта байрамға индерелде. 1901 йылда Синод дини ведомство ҡарамағында булған барлыҡ уҡыу йорттары эргәһендәге ғибәҙәтханаларҙа йыл һайын 11 май көнө алдынан, дәрестәрҙән азат ителеп, уҡыусыларҙың төн буйы уяу булыуын, икенсе көндө, доға уҡып, Мефодий һәм Кириллға литургия атҡарыуын билдәләй. Шулай куҡ 11 майҙа сиркәү мәктәптәрендә йыл һайын сығарылыш тантаналары була[48].
Кирилл һәм Мефодий хөрмәтенә байрам — Рәсәйҙә (1991 йылдан алып), Болгарияла, Чехияла, Словакияла һәм Төньяҡ Македонияла дәүләт байрамы. Рәсәйҙә, Болгарияла һәм Төньяҡ Македонияла байрам 24 майҙа билдәләнә; Рәсәйҙә һәм Болгарияла Славян мәҙәниәте һәм яҙмаһы көнө, Төньяҡ Македонияла — Изге Кирилл һәм Мефодий көнө тип атала. Чехия һәм Словакияла байрам 5 июлдә билдәләнә.
Словак шағиры Ян Голлы ағалы-энелегә «Кирилло-Мефодиада» (1835) тигән ҙур поэмаһын бағышлаған. Кирилл һәм Мефодий тарихнамәһе (тормош тасуирламаһы) Милорад Павичтың "Хазар һүҙлеге"нә инә.
Болгарияла Кирилл һәм Мефодий ордены бар. Шулай уҡ Болгариялая, коммунистик осорҙа уҡ, дәүләт байрамы — Славян мәҙәниәте һәм яҙмаһы көнө (Кирилл һәм Мефодийҙы сиркәүҙә хәтерләү көнө менән тап килә) билдәләнгән, һәм хәҙерге ваҡытта ла киң билдәләнә.
1869 йылдың июль уртаһында Новороссийскиға килгән чех күскенселәре Цемес йылғаһы аръяғындағы быуатлыҡ урманда изге Мефодий хөрмәтенә Мефодиевка тип аталған ауылға нигеҙ һала.
-
Изгеләр Кирилл һәм Мефодий (XVIII—XIX бб. иконаһы)
-
2013 йылғы Рәсәй почта блогы
-
Севастополь ҡалаһында Петропавловск соборы алдында Кирилл һәм Мефодий һәйкәле
-
Ханты-Мансийск ҡалаһындағы һәйкәл
Сәнғәттә Изгеләрҙең образы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәттә сағылышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Слав Караслав, «Солунские братья» (1978—1979) романы (урыҫ теленә тәржемәһе «Кирилл и Мефодий» исеме аҫтында баҫылған (1987))
Кинола
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Константин Философ» (1983)
- «Солунские братья» (1989)
- «Кирилл и Мефодий — Апостолы славян» (2013)
Музыкала
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һарри Топор һәм Тони Раут — «Кирилл һәм Мефодий» (альбом «Страна Ос», 2014)[49]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Изге Кирилл
- Мефодий Моравский
- Славян мәҙәниәте һәм яҙмаһы көнө (Кирилл һәм Мефодий көнө)
- Глаголица
- Сиркәү-славян теле
- Кирилл-Мефодий уҡыуҙары
- Кирилл-Мефодий туғанлығы
- Скопьела Изге Кирилл һәм Мефодий университеты.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бернштейн С. Б. Константин-Философ и Мефодий. Начальные главы из истории славянской письменности. М., 1984
- А. Ф. Гильфердинг. О Кирилле и Мефодии (1862) // Собрание сочинений А. Гильфердинга. — СПб.: Печатня В. Головина, 1868. — Т. 1. — С. 299—340.
- Горшков В. А. Старославянский язык. М.: Астрель, 2002.
- Истрин В. А. 1100 лет славянской азбуки. М., 1963, 1988 (2-е изд.).
- Истрин В. А. История письма. М., 1965.
- Лавровский П. А. Кирилл и Мефодий, как православные проповедники у западных славян, в связи с современною им историею церковных несогласий между Востоком и Западом. — Харьков: Унив. тип., 1863. — 588 с.
- Лев XIII Grande munus. О святых Кирилле и Мефодии.
- Перевезенцев С. В. В начале было слово…
- Тахиаос А.-Э. Н. Святые Кирилл и Мефодий просветители славян. Сергиев Посад, 2005.
- Филиппов Т. И. «Краткое сказание о житии и подвигах святых Кирилла и Мефодия, просветителей славянских», Санкт-Петербург, 1885
- Чешмеджиев Д. Култът на Кирил и Методий в българското средновековие. — Slavica Slovaca, 42 (2007), No 1, 20-36
- Николов А. Сведения о св. Кирилле и св. Мефодии в списке Русского хронографа из собрания Национальной библиотеки в Софии (НБКМ № 774). — KRAKOWSKO-WILEŃSKIE STUDIA SLAWISTYCZNE, 8 (2013), 25-38
- Флоря Б. Н. Сказания о начале славянской письменности
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Константин Нарыҡлай-Кирилл
- Мефодийҙың Нарыҡлай
- Протоиерея Александр Горский. Кирилл Мефодийҙың һәм боронғо изге ҡанунына тураһында // «дини әлифба», интернет-порталы.
- Ф. и. Токмаков библиографик күрһәткес. Свв әҙәбиәте тураһында. Кирилл һәм Мефодийҙың, славян мәғрифәтсеһе. — М., 1885. — С. 28
- YouTube сайтында Открытие памятника Кириллу и Мефодию в культурно-историческом комплексе «Двор кириллицы», (Плиска, Болгария)
- ↑ Calendarium Romanum (лат.): Ex decreto Sacrosancti Œcumenici Concilii Vaticani II instauratum auctoritate Pauli PP. VI promulgatum. Editio typica — Civitas Vaticana: Typis Polyglottis Vaticanis, 1969. — Б. 24.
- ↑ И. А. Шалина, А. П. Иванникова Кирилл // Православная энциклопедия. Том XXXIV. — М.: Церковно-научный центр «Православная энциклопедия», 2014. — С. 186-225. — 752 с. — 33 000 экз. — ISBN 978-5-89572-039-4
- ↑ Дуйчев, Иван. Българско средновековие. — София: Наука и изкуство, 1972. — С. 96.
- ↑ ЖИТИЕ КОНСТАНТИНА-КИРИЛЛА
- ↑ «Дѣдъ имѣхъ велии и славенъ зѣло, иже близъ цесаря сѣдяше, и даную ему славу волею отвергъ, изгнанъ бысть, и страну ину землю дошедъ, обнища. И ту мя роди» — приводит житие слова самого Константина — см. ЖИТИЕ КОНСТАНТИНА-КИРИЛЛА
- ↑ Тахиаос, Антоний Эмилий-Н. Святые братья Кирилл и Мефодий просветители славян. Сергиев Посад, 2005. С. 11.
- ↑ Кирилл и Мефодий, равноапостольные, учители Словенские
- ↑ Columbia Encyclopedia, Sixth Edition. 2001-05, s.v. «Cyril and Methodius, Saints»; Encyclopedia Britannica, Encyclopedia Britannica Incorporated, Warren E. Preece — 1972, p.846
- ↑ Кирилл и Мефодий // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Кирилл и Мефодий // Новый энциклопедический словарь. Том 21. 1914 год
- ↑ 11,0 11,1 Е. М. ВЕРЕЩАГИН. Из истории возникновения первого литературного языка славян. Переводческая техника Кирилла и Мефодия 2013 йыл 16 октябрь архивланған.)
- ↑ Кирилло-Мефодиевская энциклопедия., София., издание БАН (Болгарская Академия Наук), 1985
- ↑ История Византии. Том I, глава 15.
- ↑ С. Б. Бернштейн. Славянские языки. Лингвистический энциклопедический словарь. — М., 1990. — С. 460—461
- ↑ Encyclopedia od Indo-European Culture, J.P. Mallory and D.Q. Adams, page 301.
- ↑ Малышевский И. И. Святые Кирилл и Мефодий
- ↑ Левченко М. В. История Византии. — М.-Л.: ОГИЗ, 1940. — С. 136.
- ↑ 18,0 18,1 Б. Флоря. Сказания о начале славянской письменности
- ↑ Житие Константина-Кирилла
- ↑ Б. Флоря: «Поскольку все известные „хартофилаксы“ IX в. были дьяконами, Ф. Дворник предполагает, что и Константин получил, вероятно, лишь сан дьякона, и сообщение о его посвящении в священники — неточность Жития. Cм.: Dvornik F. Les lgendes… P. 63-64.»
- ↑ «но постригше и на поповство, вдадимъ ему службу. Да будет книгчии у патриарха въ святѣи Софии. (…)». Еже и сътвориша ему. ЖИТИЕ КОНСТАНТИНА-КИРИЛЛА
- ↑ И. И. Малышевский. Олимп, на котором жили св. Константин и Мефодий
- ↑ Кирилл и Мефодий
- ↑ Просветительская деятельность Константина (Кирилла) и Мефодия
- ↑ 25,0 25,1 Флоря Б. Н. Сказания о начале славянской письменности. М.. 1981, стр. 115—117
- ↑ 26,0 26,1 Алексей Гиппиус. Русские письмена(недоступная ссылка) Автор — специалист по древнерусскому языку, сотрудник Института славяноведения РАН
- ↑ С. А. Плетнева. Хазары . Дата обращения: 22 май 2011. Архивировано 21 июль 2015 года.
- ↑ Обретение мощей св. Климента Римского в Херсонесе
- ↑ Е. В. Уханова. Обретение мощей св. Климента, папы Римского, в контексте внутренней и внешней политики Византийской империи IX века. Византийский временник, т. 59, М., «Наука», стр. 116 . Дата обращения: 18 сентябрь 2019. Архивировано 5 февраль 2016 года. 2016 йыл 5 февраль архивланған.
- ↑ Каждан А. П., Литаврин Г. Г. Очерки истории Византии и южных славян. — СПб.: Алетейя, 1998. — С. 157.
- ↑ Бернштейн С. Б. Константин-Философ и Мефодий. — М.: Московский университет, 1984. — С. 78.
- ↑ Мефодий житиеһында Ростиславтың үтенесе былай яҙылған: «Яко Божиею милостию съдрави есмъ, и суть въ ны въшьли учителе мнози, крьстияни из влахъ и из грькъ и из нѣмьць, учаще ны различь, а мы словѣни проста чадь и не имамъ, иже бы ны наставилъ на истину и разумъ съказалъ. То, добрѣи владыко, посъли такъ мужь, иже ны исправить вьсяку правьду». Кирилл житиеһына ярашлы: «Людемь нашимъ поганьства ся отвергъшемъ и по крьстьяскъ ся законъ держащемъ, учителя не имамъ такого, иже бы ны въ свои языкъ истую вѣру съказалъ, да быша ины страны того зряще, уподобили намъ. Посли ны, владыко, епископа и учителя такого. Отъ васъ бо на вся страны всегда добрыи законъ исходить».
- ↑ Б. Флоря. Сказания о начале славянской письменности
- ↑ Черноризец Храбр. О писменехь . Дата обращения: 6 июль 2014. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Первый этап 2013 йыл 21 октябрь архивланған.
- ↑ Попов В., протоиерей Слава вам, братья, славян просветители!
- ↑ Robert Mathiesen. A Note On «O pismenexъ črъnorizъca Xrabra» // Studia. — T. 7: Symbolae in Honorem Georghii Y. Shevelov. — Monachii(München): Universitas Libera Ucrainiensis — Facultas Philosophica, 1971. — P. 317—320.
- ↑ И. И. Малышевский. V Деятельность Константина и Мефодия в Моравии и Паннонии и по выходе отсюда до кончины св. Константина в Риме // Святые Кирилл и Мефодий. — 1885.
- ↑ «О языковом единстве славян кирилло-мефодиевской эпохи убедительно говорится в интересной статье М.Чейки и А.Лампрехта; в подтверждение своего тезиса они используют исторические, социологические, а также глоттохронологические аргументы. Я.Бауэр прибавил к ним аргументы синтетического характера. Именно это единство славян в языковом отношении в IX веке и сделало, по мнению Б. С. Ангелова, возможным создание общего для них всех литературного языка, а также обусловило возникновение общеславянской литературы. Как же охарактеризовать это единство в терминах сравнительно-исторического языкознания? В. В. Виноградов, излагая концепцию Н. И. Толстого, пишет по этому поводу: „В IX веке славянские языки, по мнению А.Мейе, Н. С. Трубецкого и Н. Н. Дурново, были ещё настолько структурно близки друг к другу, что сохраняли общее состояние праславянского языка позднего периода“. Именно по причине всеобщей распространенности языка Мейе, как известно, не употреблял термина „праславянский“, а говорил об „общеславянском языке“; тем не менее термин „праславянский“ кажется нам вслед за С. Б. Бернштейном (Очерк…, 42-43) приемлемым в большей степени. Ср. также аналогичную позицию П. С. Кузнецова.»(Е. М. ВЕРЕЩАГИН Из истории возникновения первого литературного языка славян. Переводческая техника Кирилла и Мефодия 2013 йыл 21 октябрь архивланған.)
- ↑ Митрополит Московский и Коломенский Макарий. История русской церкви . Дата обращения: 22 май 2011. Архивировано 21 октябрь 2013 года. 2013 йыл 21 октябрь архивланған.
- ↑ 41,0 41,1 41,2 Кравецкий А. Г., Плетнева А. А. Минейные службы нового и новейшего времени: история, поэтика, семантика: Портал Богослов. Ru
- ↑ Духовная бесѣда, еженедѣльно издаваемая подъ редакціей протоіерея Іоанна Яхонтова. СПб., 1863, Т. 17, № 3, стр. 89.
- ↑ Цит. по:Херсонскія Епархіальныя Вѣдомости. Одесса. 15-го апреля 1863 года, № 8, стр. 92.
- ↑ Душеполезное чтеніе, ежемѣсячное изданіе общепонятныхъ сочиненій духовнаго содержанія. М., 1862, август, стр. 359.
- ↑ В 1885 году отмечалось тысячелетие со дня преставления архиепископа Мефодия.
- ↑ «Церковный Вѣстникъ». 1886, № 2, стр. 19 (неподписанная статья Ивана Троицкого).
- ↑ «К. П. Победоносцев и его корреспонденты: Письма и записки» / С предисловием Покровского М. Н., Т. 1, полутом 2-й, М.-Пг., 1923, стр. 499—500 (докладная записка обер-прокурора К. П. Победносцева от 6 апреля 1885 года императору Александру III с резолюцией последнего: «Я был очень рад, что нам удалось принять участие в общем празднике славян, и кажется, что действительно торжество удалось. <…>»).
- ↑ С. В. Булгаков. Настольная книга для священно-церковно-служителей. Киев, 1913, стр. 182.
- ↑ Кирилл и мефодий. Гарри Топор & Тони Раут . Дата обращения: 9 март 2019.