[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Кимерсәкле балыҡтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кимерсәкле балыҡтар
Кимерсәкле балыҡар
Акула
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Chondrichthyes

Аҫ класс
Геохронология

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр

Балыҡтарҙың бөтәһе 20 меңгә яҡын төрө билдәле, һөлдәләренең төҙөлөшө буйынса бөтә балыҡтарҙы кимерсәкле һәм һөйәкле балыҡтарға бүлеп йөрөтәләр.

Кимерсәкле балыҡтар (лат. Chondrichthyes, рус. Хрящевые рыбы) — хәҙерге ике балыҡтар класының береһе. Иң билдәле вәкилдәре — акулалар (Selachii) һәм скаттар (Batoidea) һәм химералар.

Кимерсәкле балыҡтарҙың күпселеге диңгеҙҙә тереклек итә. Айырым төрҙәре генә сөсө һыуҙа йәшәй.

Балыҡтарҙың иң боронғо төркөмдәре булып торалар. Бөтәһе 630 самаһы төр иҫәпләнә.

  • Улар йыртҡыс балыҡтар (бер нисә төрҙән башҡаһы).
  • Һөлдәләре тулыһынса кимерсәктән (һөйәк булып ҡатмай) генә тора.
  • Айғолаҡ ҡапҡастары юҡ. Шуға, айғолаҡ ярыҡтары күренеп тора.
  • Айғолаҡтары тышҡы яҡҡа 5—7 айғолаҡ ярығы аша асыла
  • Йөҙөү ҡыуыҡтары юҡ.
  • Ауыҙ тишеге баштың аҫҡы өлөшөндә урынлашҡан.

Балыҡтарҙың тереклек итеү шарттары, аҙыҡ составы, конкуренттары һәм дошмандары төрлө ерҙә төрлөсә була. Уларҙың төҙөлөшө менән ҡылыҡтарының бик күп төрлө булыуы бына шуға бәйле лә инде.

Һыуҙың тәрән һәм өҫкө ҡатлауҙарында йәшәүсе балыҡтарҙың тәне, ғәҙәттә, шылғыр формала. Ҡойроҡ йөҙгөсө ныҡ үҫешкән була. Был уларға, дошмандарының эҙәрләүенән ҡасҡанда һәм табышын ҡыуғанда, тиҙ йөҙөргә мөмкинлек бирә.

Һыу төбөндә йәшәүсе балыҡтар, ҡағиҙә булараҡ, аҡрын йөҙә. Уларҙың ялпаҡ кәүҙәһе табыштарының да, дошмандарының да күҙенә артыҡ салынып бармай.

Сағыу төҫлө ҡуйы мәрйендәр араһында йәшәүсе балыҡтар үҙҙәре лә сыбар һәм сағыу төҫтә була.

Мәмерйәләрҙәге һыу ятҡылыҡтарында, дөм ҡараңғылыҡ шарттарында, төҫһөҙ балыҡтар йәшәй.

Тәрән һыуҙа йәшәүсе балыҡтарҙың ҡайһы бер төрҙәрендә яҡтыртҡыс ағзалар бар, сөнки ҡояш яҡтыһы тәрән уйпаттарға бер ваҡытта ла төшөп етмәй.

Акулалар һыуҙың тәрән һәм өҫкө ҡатлауҙарында йәшәүсе балыҡтар. Шуға ла, һыу ҡаршылығын еңеү өсөн кәүҙәләре торпеда формаһында. Йөҙөү ҡыуыҡтары булмағас, һәр ваҡыт хәрәкәттә булалар.

Бик йылғыр һәм тиҙ йөҙәләр. Ундай балыҡтарҙың көслө ҡойроҡ йөҙгөсө була.

Ҡойроҡ йөҙгөстәренең көрәктәре бер тигеҙ түгел: өҫкө көрәге аҫтағыһынан ҙурыраҡ була (гетероцеркаль).

Күпселек акулалар күп диңгеҙҙәрҙә һәм океандарҙа таралып йәшәй.

Тиреләре үҙенә бер төрлө тәңкә менән ҡапланған. Тәңкәләре, һөйәкле балыҡтарҙағы кеүек, йоҡа пластинка рәүешендә түгел, ә бик ҡалын һәм өҫтәрендә ҡаты эмаль менән ҡаймаланған үҫенте — сығынты була.

Яңаҡтарҙа был тәңкәләр тештәргә әүерелә. Тештәре хәнйәр кеүек үткер. Умыртҡалы бөтә хайуандарҙың да тештәре шундай тәңкәләрҙән барлыҡҡа килгән. Беҙҙең тештәребеҙҙең дә төҙөлөшө акуланыҡы шикелле тиерлек.

Уларҙың күпселеге үҙҙәренең көсө етерлек хайуандарға һөжүм итә. Ҡайһы бер акулаларҙың кешеләргә лә һөжүм итеүе ихтимал.

Күпселек акулалар — тере бала тыуҙырыусы балыҡтар. Яралғы инә акула тәнендә үҫешә. Инә балыҡ 15—50 см оҙонлоҡтағы акула балаларын тыуҙыра. Улары шунда уҡ ваҡ диңгеҙ хайуандарын аулай ала.

Акулалар араһында оҙонлоғо 1 м-ҙан ашмаған балыҡтар бар, мәҫәлән, Ҡара диңгеҙ катраны.

Гигант акуланың оҙонлоғо 15 м-ға, кит акулаһының—18 м-ға етә. Әммә бындай бәһлеүәндәрҙең тештәре бик бәләкәй була. Улар ваҡ бөрсәләр менән туҡлана. Акулаларҙың бөтәһе 250 самаһы төрө билдәле.

Был диңгеҙ балыҡтары һыу төбөндә йәшәүгә яраҡлашҡан. Уларҙың арҡа-ҡорһаҡ йүнәлешендә ялпаҡланған яҫы кәүҙәһе ромб йәки диск формаһында була. Төҫө лә, формаһы менән дә һыу төбөндәге предметтарға оҡшаған була. Шуға ла, улар дошмандарының күҙенә артыҡ салынып бармай. Табыштарын да шулай, күренмәй генә аңдып тоталар.

Улар һыу төбөндәге моллюскылар менән туҡлана. Бары иң ҙур скат — гигант манта ғына бөрсәләрҙе һәм ваҡ балыҡтарҙы һыу төбөндә түгел, ә һыу ҡатлауында аулай.

Хәрәкәттең сикләнгәнлеге тән формаһында асыҡ сағыла. Ҡойроҡ йөҙгөстәре үҫешмәгән. Нәҙек ҡамсыға әүерелгән. Ҡайһы бер скаттарҙың, мәҫәлән, осло ҡойроҡло скаттың, ҡамсыһы төбөндә ағыулы сәнскәк була.

Ә бына ҡуша үҫкән күкрәк йөҙгөстәре ныҡ үҫешкән. Улар менән скат тулҡын һымаҡ ишеп йөҙә.

Тропик диңгеҙҙәрҙә 70 Вт көсөргәнешле электр тогы эшләп сығарыуға һәләтле ҙур булмаған скаттар йәшәй. Был скаттар электр зарядын дошмандарынан һаҡланыу өсөн файҙалана.

Скаттар ҙа, акулалар кеүек үк, тере бала тыуҙырыусы балыҡтар. Бөтә кимерсәкле балыҡтар ҙа: акулалар 'ҙа, скаттар ҙа бик аҙ үрсемле — улар 1—3-тән алып 20—30-ға тиклем бала тыуҙыра. >

Скаттарҙың яҡынса 350 тирәһе төрө билдәле.