[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Готтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Готтарҙың таралыуы (яҡынса)       — Готланд,       — Гёталанд (тарихи территория),       — Вельбар мәҙәниәте,       — Черняхов мәҙәниәте,       — Рим империяһы
Гот юлбашсыһы — Константинополь ҡалаһының Ҙур һарайындағы мозаика

Готтар (готса Noto Sans Gothic, Segoe UI Historic">𐌲𐌿𐍄𐌸𐌹𐌿𐌳𐌰, Gutþiuda; латин. Gothi, Got(h)ones}}, — Гутондар; бор. грек Γόθοι}}, латин. Gonthi}})[1] — боронғо герман ҡәбиләләр союзы. Б. э. II быуаттан б. э. VIII быуатына тиклем Европа тарихында ҙур роль уйнаған. Был, моғайын, Көнсығыш герман гот телендә һөйләшеүсе скандинав сығышлы герман ҡәбиләләре берләшмәһе (улар өсөн епископ Ульфил б. э. IV быуатында гот яҙмаһыбулдырған). Беҙҙең эраның беренсе быуаттарында улар Скандинавия ярымутрауынан юл башлаған һәм яйлап Рим империяһы алдынғы һаҡ урындарына (аванпост), Төньяҡ Ҡара диңгеҙе һәм Дунай йылғаһына тиклем етә. IV быуатта готтар араһында христианлыҡ тарала.

Готтар Скандинавияла, тарихсы Иордан уны Скандза, йәки б. э. II быуатында Европа территорияһында беренсе раҫланған үҙәкләштерелгән власы булған дәүләттәрҙең береһе, тип атаған өлкәлә формалашҡан тигән дөйөм ҡабул ителгән фекер бар. Уның беренсе короле Берига тураһында түбәндә яҙылған (бәлки, Сконе ярымутрауы).

Б. э. II быуатында король Берига осоронда готтар Балтик диңгеҙе аша сыҡҡан һәм Висланың түбәнге ағымын биләгән. Бында Вельбар мәҙәниәтенең (Иордан был өлкәне Готискандза тип атай) археологик ҡомартҡылары осрай. Хәҙерге Польша биләмәһенән готтар ҡыҫырыҡлап сығарған вандалдар һәм ругтар, урындағы халыҡты Урта диңгеҙ яғына күсергә мәжбүр итеп, көньяҡҡа табан хәрәкәтен башлаған. Шунан — ҡырағайҙарҙың (варварҙар) Рим империяһының төньяҡ-көнсығыш сиктәренә тәүге ҡыҫымы башлана, һәм был хәл Марк Аврелий (б. э. II быуаты) хакимлыҡ иткән дәүерҙә һиҙелә.

Шуның менән бергә, Иоанн де Галонифонтибус үҙенең «Донъянаны танып-белеү» «Познание мира» китабында былай тигән: «Готтар килеп сығышы буйынса шотландтарҙан булыуға дәғүә итә һәм инглиздәр кеүек һөйләшә»[2]. Моғайын, был юлдарҙың авторы готтарҙың атамаһын шотландтарҙың боронғо — скоттар атамаһы менән сағыштыралыр.

Готтарҙың Беригтан һуң килгән короле Филимер[3]уларҙы геттар һәм скифтар еренә, Днепр буйына, килтергән. Иорданҡа ярашлы, готтар Висла ярҙарынан Днепр йылғаһы һәм Азов диңгеҙе араһында таралып, Ҡара диңгеҙҙең төньяҡ ярына барып еткән. Был — готтарҙың Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйына килеүе хаҡында билдәле булған берҙән-бер яҙма сығанаҡ. Черняхов мәҙәниәте ҡомартҡылары ареалы буйынса IV быуатҡа ҡарата гот ҡәбиләләре йәшәгән өлкә көнсығышта Северский Донец йылғаһынан көнбайышта Карпатҡа һәм түбәнге Дунайға тиклем һуҙылған.

Хәҙерге тышҡы Украина территорияһында Ойум тип аталған гот дәүләте барлыҡҡа килгән[4]. Ойумдың тарихы буйынса яҙма сығанаҡтар — Иордандың «Гетика»һы һәм готтарҙың һундар менән көрәше хаҡында бәйән иткән скандинавия сагалары (тәү сиратта, «Сага о Хервёр»). Днепрҙағы ҡала — Данпарстад скандинавия фольклорында берҙәм гот дәүләтенең баш ҡалаһы тип иҫәпләнгән. Хервёр тураһындағы сагала баш ҡала тип «йылға йорто» — Археймар аталған.

Б. э. 230 йылда готтар Ҡара диңгеҙ буйына төшкән. Римлеләр готтар менән тәүге тапҡыр бәрелешкән осорҙа, улар ике тармаҡҡа — көнсығыш (остоготтар) һәм көнбайыш (вестготтар) тармаҡтарға бүленгән булған. Һуңыраҡ ҡәбиләләре иҫәбенә шулай уҡ скирҙар, таифалдар һәм ҡырым готтары, һәм һуңғараҡ уларҙан бүленеп сығып Тамань ярымутрауында йәшәгән гот-трапезиттар ингән.

«Вестгот королдәре», испан рәссамы Алонсо Кано картинаһы, XVII быуат
Вестгот төйрәмесе (брошь)
  • III быуатта готтар римлеләрҙе Дакиянан (хәҙерге Румыния) ҡыҫырыҡлап сығарған, шул осорҙа көнбайыш (вестготтар) һәм көнсығыш (остготтар) готтарға бүленгәндәр.
  • 257 йылда гот отрядтары көнсығыш Ҡырымға барып етә һәм, Боспор батшалығын (Пантикапей менән Нимфей) талап, флотын баҫып алып, Кесе Азия ярҙарына йүнәлә. Шуның менән улар Скиф батшалығын һәм уның Ҡырымдағы үҙәген юҡ итә.
  • 258 йылдың яҙында готтарҙң Днестр флотилияһы Боспораға барып етә һәм Халкедон менән Никеяны талай.
  • 262 йылда Фракия һөжүмгә дусар була.
  • 267 йылда, Дон тамағынан сыҡҡас, гот флоты Коринф менән Афинаға барып етә.
  • 269 йылда Ниша ҡалаһы (Сербия) янында готтар Рим императоры армияһы менән бәрелешә. Аврелиан дакияны вәхшиҙәргә ҡалдырырға мәжбүр була.
  • 271 йылда император Аврелиан уларҙың ерҙәрендә готтарҙы тар-мар итә.
  • IV быуатта готтар христиан диненең ариан моделен ҡабул итә һәм үҙ яҙмаһына — епископ Вульфила уйлап сығарған гот алфавитына эйә була. Ул Тәүрат тексын (Көмөш кодексты) тәржемә иткән.
  • 364—378 йылдар — император Валент II заманында гундар готтар биләмәләренә һөжүм иткән.
  • 367—369 йылдарҙа — Дунай өсөн Рим империяһының көнсығыш өлөшө императоры Валент II-нең 367—369 йылдарҙа Дунай артына походтары (Гот һуғышы).
  • 375 йылда һундар готтарҙың Ҡара диңгеҙ буйы короллеген юҡ итә.
  • 376 йылда Дунайҙы аша сығалар һәм Балҡанға күсеп ултыралар.
  • 378 йылда готттар Адрианополь янында Рим императоры Валент II-нең армияһын ҡыйрата.

Остготтар, вестготтар, ҡырым готтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 410 — вестготтар короле Аларих Римде емерә.
  • 412 — вестготтар Галлияға баҫып инә.
  • 414 — вестготтар Испанияға баҫып инә.
  • 418 — вестготтар Аквитанияға (Көньяҡ-Көнбайыш Франция) сигенә һәм унда үҙенең короллегенә нигеҙ һала.
  • 451 — Каталаун яландарындағы һуғышта союз готтар һәм башҡа ҡәбиләләрҙең союзы һундарҙың көнбайышҡа үтеүен туҡтата.
  • 463 — вестготтар Испанияны яулап алыуын яңынан башлай.
  • 493 — остготтар короле Бөйөк Теодорих Италия короллегенә нигеҙ һала.
  • 507 — франктар вестготтарҙы Аквитаниянан ҡыҫырыҡлап сығара.
  • Византия-гот һуғыштары барышында (536555) византия императоры Юстиниандың армиялары остготтарҙың Италия дәүләтен юҡ итә.
  • 711 йылда Тарик ибн Зиядтың ғәрәп армияһы вестготтарҙың Испаниялағы короллеген юҡ итә.
  • Ҡырымдағы гот общинаһы тураһында һуңғы мәғлүмәт XVII быуат башына ҡарай (ҡара: Ҡырым-гот теле).
Бөйөк Теодоорих кәшәнәһе (520) — гот архитектураһының һаҡланып ҡалған берҙән-бер ҡомартҡыһы

Готтар герман ҡәбиләләренән беренсе булып (ариан йүнәлеше) христианлығын ҡабул иткән. Гот телендәге Тәүрат (Библия) — герман телендәге беренсе әҙәби ҡомартҡы; бер үк ваҡытта был герман теленә беренсе тәржемә ителгән яҙма ҡомартҡы ла. Бөгөн был тәржемәнең айырым өлөштәре генә билдәле. Шуға ҡарамаҫтан, филология (әҙәбиәт ғилеме, сағыштырма-тарихи тел ғилеме кеүек) күҙлегенән ҡарағанда, ул үҙенсәлекле (уникаль) һәм ҡиммәтле. Был тәржемә б. э. IV быуатында ариан епискобы Ульфила тарафынан эшләнгән.

Готтар тураһында хәтер

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ренессанс осоронда гуманистар тарафынан готтар антик цивилизацияның тарҡалыуында ғәйепле булған, вәхшилек башланғысын йөрөтөүселәр итеп ҡарала. Урта быуат термины барлыҡҡа килгәнгә тиклем Европа мәҙәниәтендә герман-вәхши тип баһаланған бөтә нимә «готик» эпитеты менән билдәләнә. Шунан башлап готика һәм готик шрифт терминдары барлыҡҡа килә, әммә был күренештәрҙең готтарға туранан-тура ҡағылышы юҡ.

Славяндар гот теленән бик күп һүҙҙәр — «хлеб» (гот. 𐌷𐌻𐌰𐌹𐍆𐍃, hlaifs), «котёл» (гот. 𐌺𐌰𐍄𐌹𐌻𐍃, katils), «блюдо» (гот. 𐌱𐌹𐌿𐌸𐍃, biuþs «стол»), «купить» (гот. 𐌺𐌰𐌿𐍀𐍉𐌽 или *𐌺𐌰𐌿𐍀𐌾𐌰𐌽, kaupon или *kaupjan), «верблюд» (гот. 𐌿𐌻𐌱𐌰𐌽𐌳𐌿𐍃, ulbandus), сиять (гот. 𐍃𐌺𐌴𐌹𐌽𐌰𐌽, skeinan «светить, блестеть»), чехол (гот. 𐌷𐌰𐌺𐌿𐌻𐍃, hakuls «плащ»), хлев (гот. 𐌷𐌻𐌰𐌹𐍅, hlaiw «могила»), буква (гот. 𐌱𐍉𐌺𐌰, boka «буква, книга»), «художник» (от гот. 𐌷𐌰𐌽𐌳𐌿𐌲𐍃, handugs «умный, мудрый») һәм башҡа (ентекләп ҡара: Этимологический словарь русского языка Макса Фасмера) һүҙҙәр ҡабул иткән. Готтарҙы үҙенең ата-бабаһы тип танытырға Швеция королдәре дәғүә итте ("швед (свей), Владислав IV гот һәм венд короле тип йөрөткән үҙен), испан юғары ҡатламы үҙен вестгот тоҡомо тип һанаған.

  • Готландцы
  • Гёты
  • Гёталанд
  1. Вера Буданова Этнонимия германских племён в эпоху великого переселения народов
  2. Сведения о народах Кавказа (1404 г.). — Баку: Элм. — 1979.
  3. Chronicon sancti Huberti Andaginensis. MGH, SS. — Bd. VIII. — Hannover. — 1848.
  4. Большая Российская энциклопедия. — Т.7. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2007. — С. 554—555. — 767 с. — ISBN 978-5-85270-337-8.

Ҡалып:Перевести