[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Гамбург

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Населённый пункт
Гамбург
нем. Hamburg[1]
Флаг[d] Герб[d]
Флаг Герб
Ил

Германия

Статус

ерҙең административ үҙәге

Ер

Ирекле һәм Ганза ҡалаһы Гамбург

Координаталар

53°33′ с. ш. 10°00′ в. д.780 000)_region:DE_scale:100000 HGЯO

Эске бүленеш

7 район

Бургомистр[de]

Петер Ченчер[d]

Населённый пункт с

[[07.05.1189]]

Тығыҙлығы

2388,57 кеше/км²

Милли состав

немецтар — 87 %,
башҡа милләттәр — 13 % (2011)[3]

Конфессиональ составы

католиктар — 10 %,
протестанттар ― 30 %,
башҡалар — 60 % (2011)[4]

Сәғәт бүлкәте

UTC+1, йәйге UTC+2

Телефон коды

040, 04721

Һанлы танытмалар
Идентификацион код

02 0 00 000

Гамбург (Германия)
Гамбург
Гамбург
Гамбург (Германия Гамбург)
Гамбург

Га́мбург (нем. Hamburg [ˈhambʊɐ̯k], урындағыса [ˈhambʊɪç], т.-нем. Hamborg [ˈhambɔːx]; произношение ) — Германияның төньяғындағы ҡала. Га́мбург ирекле һәм Ганза ҡалаһы булараҡ (нем. Freie und Hansestadt Hamburg) Германия Федератив Республикаһының 16 ерҙәренең береһе, уның составындағы ҡала-дәүләт. Был ҡала ҙурлығы буйынса илдең икенсе ҡалаһы (Берлиндан ҡала), Европа берлегендә ҙурлығы буйынса етенсе һәм Европа берлегендә иң күп халыҡлы баш ҡала булмаған ҡала. 2014 йылдың 31 декабренә ҡарата ҡала халҡы — 1 803 752 кеше[5].

Гамбург Европала иң эре порт ҡалаһы, ул Эльба йылғаһы Төньяҡ диңгеҙгә ҡойған урында урынлашҡан.

Гамбург хөрмәтенә 1899 йылда асылған астероид (449) Гамбурга, шулай уҡ 1911 йылда асылған астероид (723) Гаммония исеме менән аталған.

Гамбург Төньяҡ Германияла Эльба йылғаһының ике ярында, уға Альстер һәм Билле йылғалары ҡойған ерҙә, Эльба йылғаһы Төньяҡ диңгеҙгә ҡойған ерҙән көньяҡ-көнсығышта яҡынса 110 км алыҫлыҡта урынлашҡан[6]. Бөтә диңгеҙ буйына һуҙылған тәбиғи гавань Эльба, эльба ярына буйлап көньяҡ кварталында ҡала ҡаршыһында бигерәк тә Санкт-Паули һәм Альтон. Йылғаның ике яғында ҡала кварталдары күп күперҙәр, шулай уҡ Эльба аҫтында иҫке һәм яңы тоннелдәр менән тоташтырылған. Эльбанан төньяҡҡа һәм көньяҡҡа табан тәбиғи ландшафт гееста тип атала һәм ҡомдарҙан һәм ултырма тоҡомдарҙан торған убалы уйһыулыҡтан ғибәрәт. Гамбург федераль ере төньяҡта Шлезвиг-Гольштейн һәм көньяҡта Түбәнге Саксония ерҙәре араһында урынлашҡан.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек
Абсолют максимум, °C {{{Янв_а_макс}}} 14,0 22,1 27,0 32,1 31,9 36,4 35,5 31,4 27,1 19,7 14,2
Абсолют минимум, °C {{{Янв_а_мин}}} −17,7 −14 −6,8 −2,6 2,2 7,6 3,8 1,8 −5 −9,3 −14
Сығанаҡ: weatheronline Погода и Климат
1800 йылғы Гамбург картаһы

Хәҙерге Гамбург территорияһындағы беренсе ҡоролмалар ҡалдыҡтарын археологтар беҙҙең эраның V—VI быуаттарына һәм Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе эпохаһына ҡарай тип билдәләйҙәр.Төньяҡ-альбинг сакстары ҡәбиләләренең бөгөнгө көндә табылған иң боронғо торлаҡ ҡалдыҡтары Альстер йылғаһы Эльбаға ҡойған районда (хәҙерге ҡала үҙәгендә) урынлашҡан һәм б. э. IV быуатына ҡарай[7].

808 йылда император Бөйөк Карл көнбайыш славяндарҙан һаҡланыy өсөн Хаммабург ҡәлғәһе төҙөй[8]. Хәҙерге атамаһы иҫке саксонса бург — ҡәлғә исеменән килеп сыҡҡан; «хам» һүҙенең килеп сығышы һәм мәғәнәһе билдәле түгел[9]. Атама фонетик трансформация кисергән: Bogborg → Bockborg → Buckborg → Huckborg → Huhborg → Hubbouch → Humbouch → Humbourg → Hambourg → Hamburg. Баштағы исеме был урын славяндарҙың изге урыны булған тип фаразлай («алла ҡалаһы»). Шулай итеп, топонимдың килеп сығышының төп ике фаразы бар: Йә был ерҙә славяндар йәшәгәндәр һәм был изге урын булған, йәки бында ҡала Бөйөк Карл ваҡытында славяндарға ҡаршы тороу өсөн барлыҡҡа килгәнref>Charnock, Richard Stephen. Local Etymology: A Derivative Dictionary of Geographical Names. — London: Houlston and Wright, 1859. — P. 125.</ref>[10][11]. Беренсе гипотеза яҡлылар был урындың тәүге исеме «Chrám Boha» булған тип иҫәпләйҙәр[12].

XII быуатта, Европаның төньяғында сауҙаның йылдам үҫешенә бәйле, Эльба йылғаһының мөһим транспорт артерияһы булараҡ әһәмиәте арта. 1189 йылдың 7 майындағы император Фридрих I Барбаросса Гамбургҡа ҙур сауҙа өҫтөнлөктәре бирә, шул иҫәптән Эльба буйлап ташылған тауарҙарҙан таможня пошлиналарын йыйырға рөхсәт итә. Был хәл Гамбург порты үҫешендә ҙур роль уйнай, һәм хәҙер был көн Гамбургта «порттың тыуған көнө» тип байрам ителә(нем. Hafengeburtstag).

Гамбург картаһы (XIX быуат аҙағы)

1510 йылда Гамбург «ирекле империя ҡалаһы» статусы ала (нем. Freie Reichsstadt), был асылда уға император власынан бойондороҡһоҙлоҡ һәм үҙидара хоҡуғы бирә.

Гамбургтың артабанғы үҫеше Американы һәм Азияға диңгеҙ юлдарын асыу менән бәйле. 1550 йылдан алып ул Европа илдәренә тауар ташыу буйынса мөһим порттарҙың береһе була.

Гамбург почта асылмаһында (1895)

1871 йылда Германияға ҡушылғандан һуң ҡала уның « донъяға диңгеҙ ҡапҡаһы» була.

XIX быуат уртаһына тиклем Гамбург үҙенең урта быуаттарҙағы сиге эсендә ҡала. 1860 йылдан башлап сәнәғәттең йылдам үҫеше менән бәйле яҡындағы тораҡ пункттар ҡала составына инә башлай. 1900 йылда ҡала халҡы миллиондан ашып китә.

  • Закондар сығарыу органы — халыҡ һайлап ҡуйған Гамбург бюргершафты (нем. Hamburgische Bürgerschaft),
  • башҡарма органы — Гамбург ҡалаһы Сенаты (Senat der Freien und Hansestadt Hamburg), ул:
  • Беренсе бургомистрҙан (Bürgermeister Erster) һәм
    • Гамбург сенаторҙарынан тора,
  • конституцион надзор органдары — Гамбург конституцион суды (Hamburgisches Verfassungsgericht),
  • юғары суд инстанцияһы — Ганза Юғары ер суды (Hanseatisches Oberlandesgericht),
  • административ юстицияның юғары суд инстанцияһы — Гамбург Юғары административ суды (Hamburgisches Oberverwaltungsgericht).


Партия Тауыштар Тауыштар проценты Урындар Урындар проценты
СДПГ 331 067 48,6 % 60 50,28 %
ХДС 265 516 21,9 % 40 22,19 %
Йәшелдәр партияһы 74 472 11,2 % 13 9,92 %
СвДП 50 132 6,6 % 8 6,7 %
Һулдар 50 132 6,4 % 8 6,61 %

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Гамбургтың административ бүленеше

Гамбург — Германиялағы федераль ер.

Гамбург 7 райондан тора һәм 105 кварталға бүленгән. Ҡалып:Metadata Population DE-HH

Район Халҡы (кеше)[5] Майҙаны (км²) Тығыҙлығы (кеше/км²)
Гамбург-Үҙәк 292 659 107,1 2733
Альтона 262 129 78,3 3348
Аймсбюттель 255 018 50,1 5090
Гамбург-Север 294 479 57,8 5095
Вандсбек 419 610 147,5 2845
Бергедорф 123 288 154,8 796
Харбург 156 569 161,0 972

Райондың вәкәләтле органы — халыҡ тарафынан һайланған район йыйылыштары (bezirksversammlung), башҡарма органы — район йыйылыштары һайлап ҡуйған район идараһы (bezirksamt).

Иман килтереүселәрҙең күбеһе — лютерандар, эре лютерандар деноминацияһы — Төньяҡ Германиялағы Евангелическо-Лютеран сиркәүе (Evangelisch-Lutherische Kirche in Norddeutschland).

Ҡаланың халыҡ һаны 2011 йылдың 31 декабренә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса (2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып),1 718 187 кеше тәшкил итә (әйткәндәй, шул уҡ датаға ҡарата элек 1 798 836 кеше тип баһалана)[13].

1970 йылғы мәғлүмәттәр буйынса ҡалала 1 793 640 человек, на 1980 год — 1 645 095 кеше, 1980 йылда —  1 652 363 кеше, 2000 йылдың 31 декабрендә — num|1715392 кеше йәшәй[14].

Халҡы һанының иң ҙур ҡиммәтенә (1,9 миллион кеше йәшәй) Гамбург 1964 йылда етә.

Гамбургта теркәлгән бөтә сит ил граждандарының сирегенән күберәген Евросоюз граждандары тәшкил итә[15].

Ҡалып:Население.wd

Йыл Халыҡ һаны
950 500
1430 16 000
1840 136 956
1867 271 000
1871 302 000
1880 412 000
1890 573 000
1900 705 738
1903 743 860
Йыл Халыҡ һаны
1910 931 035
1920 1 026 989
1930 1 145 124
1940 1 725 500
1950 1 605 606
1961 1 832 346
1970 1 793 823
1975 1 717 383 [16]
1980 1 645 095
Йыл Халыҡ һаны
1987 1 592 770
1990 1 652 363
1995 1 707 901
2000 1 715 392
2001 1 726 363
2011 1 706 696 [17]
2013 1 746 342
2014 1 758 041
2014 1 803 752 [18]
Йыл Халыҡ һаны
2015 1 787 408
2016 1 810 438 [19]
2017 1 830 584 [20]
2018 1 841 179 [21]
2019 1 841 179 [22]
2021 1 852 478 [22]
2021 1 853 935 [23]
2022 1 892 122 [24][25]
2023 1 910 160 [26]

Сәнәғәте һәм иҡтисады

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гамбург — Германияла иң эре порт, ҙурлығы буйынса Европала икенсе, ә донъяла туғыҙынсы урынды биләй. Иң ҙур верфы Blohm und Voss. Гамбург граждандар аэрокосмос сәнәғәтенең мөһим урыны булып тора. Ҡалала ике компания бар — был EADS һәм Airbus, уның Гамбургта йыйыу заводы бар, заводта 13 меңдән ашыу кеше эшләй. Гамбургта Beiersdorf фирмаһының төп офисы урынлашҡан. Ҡалала Холстен маркалы һыра етештереү буйынса ҙур завод урынлашҡан. Гамбург — машиналар эшләү, еңел һәм полиграфия сәнәғәте үҙәге. Ҡалала «Шпигель» һәм «Штерн» матбуғат нәшриәттәре, шулай уҡ Европала иң эре Отто посылка сауҙаһы концернының штаб-фатиры урынлашҡан.

Логистика һәм транспорт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Төп тимер юл вокзалы юлдары

Гамбург эре транспорт үҙәге булып тора (тимер һәм шоссе юлдары), шулай уҡ диңгеҙ һәм йылға (Эльба йылғаһы) порты. Диңгеҙ порты Германияла иң ҙур һәм ҙурлығы буйынса Европала Роттердамдан ҡала икенсе. Гамбургтың йәмәғәт транспорты системаһы метроны (нем. U-Bahn), ҡала тимер юлын (нем. S-Bahn), бәләкәй маршрут паромдарын, ҡала яны поездарын һәм автобустарҙы үҙ эсенә ала. Бөтә ҡала транспорты Гамбург транспорт союзы ҡарамағында[27]. Йөрөү хаҡы зоналар буйынса билдәләнгән. Тарифтарҙың һығылмалы системаһы бар. Гамбургта Deutsche Bundesbahn тимер юл дирекцияларының береһе урынлашҡан. Төп аэропорт Фюльсбюттель ҡала үҙәгенән 8,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан, Гамбургтың көньяҡ-көнбайышында Гамбург-Финкенвердер аэропорты, Германияла Airbus базаһы урынлашҡан. Хәҙерге ваҡытҡа тиклем эшләүсе 1911 йылғы Эльба аҫтындағы автомобиль-йәйәүлеләр тоннеле Германияла инженер-төҙөлөш сәнғәтенең тарихи символы булып танылған.

Мәҙәниәте һәм иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ратуша һәм ҡала үҙәге.

Ҡалала урта быуат төҙөлөшөнөң ҡайһы бер һыҙаттары һаҡланып ҡалған. Альстер йылғаһы Эльбаға ҡойған ерҙә урынлашҡан ҡала үҙәге Альтштадт («Иҫке ҡала») һәм Нейштадт («Яңы ҡала») райондарына бүленә[28]. Төп иҫтәлекле урындар араһында: Ратуша майҙанындағы неоренессанс Ратушаһы (1886-1887), унда ҡала мэрияһы һәм сенат урынлашҡан; Раймерствите, Кремон, Дайхштрассе урамдарында урынлашҡан XVII—XVIII быуаттар йорттары; сиркәү Изге Екатерина, неоготик Изге Николай сиркәүе, Изге Михаил сиркәүе, Якобикирхе, Изге Павел сиркәүе, Кристускирхе сиркәүе, Хельголандер-Аллеяла Бисмарк һәйкәле, «Чилихаус» һәм «Шпринкенхоф» йорттары, опера театры.

Кунстхалле.

Гамбургта 60 тирәһе музей урынлашҡан. Ҡала музейҙарының иң билдәлеләренең береһе — Гамбург Кунстхаллеһы, үҙәк вокзалдан төньяҡ-көнбайышта урынлашҡан.

Старый рынок города был перестроенҠалып:Когда, теперь здесь размещается музей Дайхторхаллен (англ.), в котором представлены произведения современного искусства. Экспозиционная площадь музея составляет 6 тысяч м², здесь часто проходят временные выставки. В районе Альтона расположен Альтонский музей Северной Германии, экспозиции которого рассказывают об истории Северной Германии, о её искусстве, судостроении, этнографии.

Был ҡалала шулай уҡ донъялағы иң ҙур тимер юл макеты «Миниатюр мөғжизәләр иле» урынлашҡан , юлының дөйөм оҙонлоғо яҡынса 13 км тәшкил итә[29]. Hafencity районында Гамбург халыҡ-ара диңгеҙ музейы урынлашҡан([30]).

Германия милли театры.

1678 йылда бында Германияла беренсе булып даими опера театры нигеҙләнгән: бында Георг Фридрих Гендель (1686-1759) үҙенең беренсе «Альмира» операһын ҡуя. Композитор Иоганн Брамс (1833-1897) ҡаланың бөйөк улы булып танылған.Ҡала Нью-Йорк һәм Лондондан ҡала ҡуйылған мюзиклдар һаны буйынса өсөнсө урында. Э. Л. Уэбберҙың «Призрак оперы» өсөн махсус рәүештә «Новая Флора» театры төҙөлә[31]. Гамбургта төрлө йүнәлештәге 40-тан ашыу театр һәм 50. музей эшләй. 2017 йылдың ғинуарында, 10 йыл төҙөлгәндән һуң, Гамбург ҡалаһында Эльба филармонияһы асыла.

Башҡа иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ohlsdorferfriedhof), ҙур булмаған Штерншанце (Sternschanze) паркы, Йенишпарк паркы (Jenischpark) бар. Иҫке ҡаланан төньяҡтаа Альстер (Alster) яһалма күле бар, уның тирәләй ете километрлыҡ «сәләмәтлек һуҡмағы» һалынған. Ботаник баҡсаһы йыл әйләнәһенә эшләй. Унда тәбиғи шарттарҙа Европа һәм Азияның күпселек үҫемлектәртәре үҫә. Инеү ирекле. Гамбургтың иң үҙәгендә Planten un Blomen ботаника баҡсаһы урынлашҡан, унда май айынан октябргә тиклем һәр кисен фейерверктар һәм фонтан файҙаланып тамашалар үткәрелә.

Гамбург зоопаркында беренсе булып хайуандарға тәбиғи йәшәү шарттарын тергеҙелә.

Ҡалала ике футбол командаһы бар. Гамбург футбол клубы — иң боронғоларҙың береһе. Гамбургта шайба менән хоккей бик популяр. Профессиональ Гамбург Фризерс хоккей клубы бар. Профессиональ «ХСВ Гамбург» гандбол клубы ла бар Ҡала ҡабул иткән: 1974, 2006 йылдарҙа Футбол буйынса донъя чемпионатын, 2007 йылда ир-егеттәр араһында гандбол буйынса донъя чемпионатын, 2007 триатлон буйынса донъя чемпионатын, 2010 йылғы УЕФА Европа Лигаһы финалын, гер спорты буйынса 2004, 2014 йылғы донъя чемпионатын[32].

Гамбург университеты.

Мәктәп белем биреү системаһы мәктәп һәм профессиональ әҙерлек эштәре буйынса Министрлыҡ ҡарамағында. 2006 йылда яҡынса 160 000 уҡыусы 245 башланғыс һәм 195 урта мәктәптә белем ала. Гамбургта 17 университет урынлашҡан. 70 000 самаһы уҡый, шул иҫәптән сит илдән 9000 студент. Алты университет дәүләт ҡарамағында. Иң эре юғары уҡыу йорто — Гамбург университеты (Германияла һәм Европала иң эреләрҙең береһе, 38 мең уҡыусы — 2008/2009), театр һәм музыка университеты, ғәмәли фәндәр университеты һәм Гамбург техник университеты. Шулай уҡ ҡалала ҙур булмаған шәхси колледждар һәм университеттар, шул иҫәптән, Һельмут Шмидт университеты (Гамбург федераль ҡораллы көстәр университеты) һ. б. кеүек күп кенә дини һәм махсус учреждениелар бар. Гамбургтың көнбайышында донъялағы иң ҙур өлөшсәләр физикаһы буйынса DESY тикшеренеү үҙәге урынлашҡан.

Ҡарағыҙ Категория: Персоналии: Гамбург.

Туғанлашҡан ҡалалары (Partnerstädte — «ҡала-партнер»)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡаланың үҙәк өлөшө панорамаһы
Ҡаланың үҙәк өлөшө панорамаһы
  1. 1,0 1,1 https://www.onomastik.com/on_geschichte_hamburg.php (нем.)
  2. archINFORM (нем.) — 1994.
  3. Hamburg. Regionaldatenbank Deutschland. Дата обращения: 2 май 2018.(недоступная ссылка)
  4. Hamburg. Regionaldatenbank Deutschland. Дата обращения: 5 май 2018.(недоступная ссылка)
  5. 5,0 5,1 Ҡалып:Metadata Population DE-HH
  6. Водовозов В. В. Гамбург // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  7. Сайт истории городов Германии: Гамбург
  8. Гамбург // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
  9. Das Abenteuer das Hamburg heißt. — 4th. — Hamburg: Ellert&Richter, 2007. — P. 8. — ISBN 978-3-8319-0137-1. (нем.)
  10. Falckenstein, Johann Heinrich von. Antiquitates et moralia Marchiae Brandenburgicae. — Bayreuth und Hof, 1751. — P. 153.
  11. Origines Hamburgenses. — Liebezeit, 1706. — P. 95.
  12. Radlinský, Andrej ; Sasinek, Viťazoslav. Albert, arcibiskup Hamburgský. // Slovesnosť. — 6 okt. 1864. — R. 2 — Čís. 35 — S. 547
  13. Statistisches Bundesamt 2016 йыл 3 апрель архивланған.: Gemeinden in Deutschland nach Bevölkerung am 31.12.2011 auf Grundlage des Zensus 2011 und früherer Zählungen 2016 йыл 9 март архивланған.
  14. Города и сельские населённые пункты федеральных земель Германии по данным официальных источников ФРГ 2013 йыл 3 декабрь архивланған. (нем.)
  15. Статистика. Гамбург 2008 йыл 4 октябрь архивланған.
  16. Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.1975Federal Statistical Office, 2018.
  17. http://www.statistik-nord.de/fileadmin/Dokumente/Tabellen%2C_Tabellenbände%2C_Broschüren/Zensus2011/Einwohner/HH/Zensus_2011_Einwohnerzahlen_FHH_Bezirke.pdf — Б. 2.
  18. http://www.statistik-nord.de/fileadmin/Dokumente/Statistische_Berichte/bevoelkerung/A_I_S_1_j_H/A_I_S1_j14.pdf — Б. 12.
  19. https://www.destatis.de/DE/ZahlenFakten/LaenderRegionen/Regionales/Gemeindeverzeichnis/Administrativ/Aktuell/05Staedte.html
  20. Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2018 (4. Quartal)Federal Statistical Office.
  21. https://www.statistik-nord.de/fileadmin/Dokumente/Presseinformationen/SI19_108.pdf
  22. 22,0 22,1 https://www.statistikportal.de/de/produkte/gemeindeverzeichnisFederal Statistical Office.
  23. https://www.destatis.de/DE/Themen/Laender-Regionen/Regionales/Gemeindeverzeichnis/Administrativ/Archiv/GVAuszugQ/AuszugGV4QAktuell.html (нем.)DESTATIS, 2023.
  24. https://www.statistik-nord.de/fileadmin/Dokumente/Statistische_Berichte/bevoelkerung/A_I_3_j_H/A_I_3_j22_HH.xlsx
  25. Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2022 (нем.)DESTATIS, 2023.
  26. Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2023 (нем.)DESTATIS, 2024.
  27. Железнодорожный транспорт. Энциклопедия.: М. Большая Российская энциклопедия, 1995 стр. 88—89
  28. Гамбург // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  29. Wunderland Facts — model building — model railway Hamburg www.miniatur-wunderland.com (инг.)
  30. [1] Internationales Maritimes Museum Hamburg (нем.)
  31. Арно Капплер, Адриане Гревель. Германия. Факты. — Франкфурт-на Майне: Социетэтс-ферлаг, 1995. — 492 с. — ISBN 3-7973-0603-2.
  32. Чемпионат мира 2014 в Гамбурге

Ҡалып:Города Германии Ҡалып:Земли Германии Ҡалып:Ганза Ҡалып:Гамбург в темах