[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Википедия:Замандаштарҙың биографиялары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Википедияның ҡайһы битенә иҫән замандаштар тураһында мәғлүмәт өҫтәгәгеҙ ҙә, бик һаҡ эш итергә кәрәк. Бындай материал айырата нескә мөнәсәбәтте һәм АҠШ-тың тейешле закондарын[1], ошо ҡағиҙәне, шулай уҡ Википедияның мәҡәлә йөкмәткеһенә ҡағылышлы түбәндәге төп ҡағиҙәләрен күҙәтеүҙе талап итә:

Замандаштарҙың биографияһын итәғәтлелек нормаларын һаҡлап һәм мәҡәлә предметының шәхси тормошона ихтирам менән яҙырға кәрәк. Википедия — энциклопедия, ә һары гәзит түгел: кешенең шәхси тормошо хаҡында имеш-мимеш һәм сенсация таратыу уның бурыстарына инмәй. Мәҡәлә яҙғанда әле йәшәп ятҡан кешегә зыян килтереү ихтималлығын һис ҡасан күҙҙән ысҡындырырға ярамай. Был принциптар иҫән кешеләр тураһындағы башҡа мәҡәләләргә лә, фекер алышыу биттәрен дә иҫәпкә индереп башҡа биттәрҙең эстәлегенә лә ҡағыла. Википедияла бөтә төр бәхәсле раҫламаларҙы, иҫән кешеләрҙең биографияһына ҡағылышлыларын — бигерәк тә, иҫбатлау йөгө был раҫламаны мәҡәләгә индергән ҡатнашыусы иңендә ята.

Сығанаҡтарҙың сифатлы булыуына, айырыуса шәхси тормош мәғлүмәттәренә ҡағылғандарына, үтә лә талапсан булығыҙ. Бәхәс тыуҙырған, хатта бәхәс тыуҙырасағы ихтимал булған һәр мәғлүмәт, ышаныслы сығанаҡта баҫылһа ғына һәм тейешле төшөрмәһе ҡуйылһа ғына, ҡулланыла ала. Иҫән кешеләр (йә вафат булыуына бер йыл тулмаған мәрхүмдәр) тураһындағы бәхәсле материал сығанаҡһыҙ йәки ышанысһыҙ сығанаҡ (кире, ыңғай, тарафһыҙ, шикле — ниндәй булыуына ҡарамаҫтан) менән ҡуйылһа, уны кисекмәҫтән һәм фекер алышып та тормайынса юйҙырырға кәрәк[2][3].

Бәхәсле мәғлүмәтте юйҙырыр алдынан уның мәҡәлә аҫтындағы һылтанмалар бүлегендәге абруйлы сығанаҡтарҙа булыу-булмауын тикшерергә кәрәк. Бынан тыш, мәҡәләләге байтаҡ мәғлүмәтте юйҙырыу башҡа ҡатнашыусылар тарафынан вандаллыҡ йә ҡағиҙәләр менән уйнау тип тә баһаланырға мөмкин. Шунлыҡтан, мәғлүмәтте юйҙырғас, фекер алышыуҙар битендә был ғәмәлдең сәбәбен аңлатҡан хәбәр ҡалдырырға кәрәк. Ябай осраҡтарҙа төҙәтеүгә аңлатма һәм ошо ҡағиҙәнең тейешле бүлегенә һылтанма ҡуйыу менән сикләнергә була. Был артабан ошо мәғлүмәттең башҡа ҡатнашыусылар тарафынан тергеҙелеүенә юл ҡуймаҫҡа ярҙам итә.

Әгәр иҫән кешенең биографияһына ҡағылышлы ялыуығыҙ булһа һәм Викимедиа фонды (инглиз телендә) менән бәйләнешкә инергә теләһәгеҙ, бында һәм аҫҡа ҡарағыҙ.

Был ҡағиҙәне тупаҫ йәки даими боҙған ҡатнашыусыларҙың мәҡәләләр мөхәррирләү мөмкинлегенән мәхрүм ителеүе ихтимал.

Был ҡағиҙә контексында әлеге ваҡытта йәшәп ятҡан йә вафатына бер йыл үтмәгән һәр кеше замандаш тип һанала. Шулай уҡ был ҡағиҙә контексында 115 йә унан кәмерәк йыл элек тыуған һәм вафат булыуы рәсми раҫланмаған һәр кеше лә замандаш тип һанала. Ағымдағы 2022 йылға был кешеләр 1907 йылда йә унан һуңыраҡ тыуған. Ҡағиҙә хәбәрһеҙ юғалған һәм вафат булған тип бер йылдан ашыу элек рәсми рәүештә иғлан ителгән кешеләргә ҡағылмай.

Замандаштар тураһындағы мәҡәләләрҙе яуаплылыҡ менән, бик һаҡ һәм тарафһыҙ энциклопедик стилдә, кәметеүҙәргә лә, ҡабартыуҙарға ла юл ҡуймайынса яҙырға кәрәк. Мәҡәлә объект тураһында ышаныслы башҡа сығанаҡтар баҫтырғанды, ҡайһы бер шарттарҙа мәҡәлә объекты үҙе тураһында үҙе яҙғанды тарафһыҙ теркәргә тейеш. Яҙыу стиле нейтраль, тотанаҡлы булырға, факттарҙы теркәүҙән торорға һәм мөхәррирҙең баһаһына һәм субъектив фекеренә урын ҡалдырмаҫҡа тейеш. Был мәҡәләләрҙә «Ҡыҙыҡлы факттар» һәм уға оҡшаш бүлектәр булырға тейеш түгел.

Саманы күҙәтеү

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡтау һәм тәнҡит баһалары ышаныслы икенсел сығанаҡтарҙа булһа ғына бирелә ала һәм уларға айырым-асыҡ һылтанмалар ҡуйыла. Шул уҡ ваҡытта был баһаларҙы килтереү ысулы яуаплы, тыйнаҡ һәм тарафһыҙ булһын. Ниндәй ҙә булһа бер фекергә самаһыҙ күп урын бирергә ярамай; әһәмиәтһеҙ аҙсылыҡтың фекерен, ғөмүмән, бирмәҫкә кәрәк. Шулай уҡ мәҡәләнең төҙөлөшөнә иғтибар бүлергә кәрәк: уның преамбулаһы һәм бүлектәрҙең исемдәре нейтраль булырға тейеш. Оҡшашлыҡ буйынса ғәйепләүгә (миҫал: Сәйәсмән Василий Пупкин — Адольф Гитлер кеүек үк вегетариан һәм тартыу менән әүҙем көрәшсе, уның ҡайһы бер ҡараштарын да уртаҡлаша.), шулай уҡ субъектив ҡарашлы йә яуыз ниәтле материалдарға нигеҙләнгән раҫламаларҙан һаҡ булығыҙ.

Берәй заманға өмөтләнеү — Википедиялағы һәр мәҡәлә даими камиллаштырыла, шуға мәҡәләләрҙәге ваҡытлыса дисбаланс зыянлы түгел, сөнки ул ҡасан да булһа эшкәртеләсәк тигән ышаныс — замандаштарҙың биографияһына ҡағылмай. Мәҡәләнең был кешенең тормошона йоғонто яһау ихтималлығын күҙҙән ысҡындырырға ярамай, һәм уның биографияһы һәр ваҡыт сама белеп, объектив күҙлектән сығып яҙылырға тейеш.

Вандалдарса мөхәррирләү

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтарҙы күрһәтмәйенсә һәм кире тонда, хатта хурлау маҡсатында яҙылған биттәр, әгәр сигендерергә уйлағанда ҡағиҙәләргә яуап биргән башҡа версияһы булмаһа, кисекмәҫтән юйҙырылырға тейеш. Мәҡәләләрҙе юйҙырыу өсөн техник мөмкинлеге булмаған ҡатнашыусылар, {{уд-ванд}} ҡалыбын файҙаланып, мәҡәләне тиҙ юйҙырыуға ҡуя ала.

Ышаныслы сығанаҡтар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Шикле материалдар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедиялағы тикшерелеүсәнлек принцибына ярашлы, һәр цитата йәки раҫлама ышаныслы сығанаҡтарҙа баҫылған булырға һәм текста уларға төшөрмәләр ҡуйылырға тейеш. Был шартты ҡәнәғәтләндермәгән материалдар юйҙырылырға мөмкин. Был ҡағиҙә ошо принципты түбәндәгесә киңәйтә: йәшәп ятҡан (йә күптән түгел вафат булған) кешеләр тураһында бәхәсле материалдарҙың башҡа сығанаҡтары булмаһа йәки сығанаҡтары йомшаҡ булһа, уларҙы кисекмәҫтән һәм фекер алышыуһыҙ юйҙырырға. Ҡағиҙә материалдың ыңғай, кире, нейтраль йәки шикле булыуына ҡарамай ҡулланыла. Берҙән-бер сығанағы таблоидлы матбуғат булған мәғлүмәттәрҙе өҫтәргә ярамай. Әгәр материал әһәмиәтле һәм тикшерелерлек булһа, ул бер нисә ышаныслы сығанаҡта табыла ала.

Сығанаҡтары булмаған йәки сығанаҡтары шикле булған тексты юйҙырығыҙ

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Йә ышаныслы сығанаҡтар менән нығытылмаған, йә Википедия:Абруйлы сығанаҡтар ҡулланмаһындағы стандарттарға тап килмәгән сығанаҡтарға нигеҙләнгән, йә сығанаҡты үҙеңсә аңлап фекер йөрөтөү һөҙөмтәһе булған (ҡарағыҙ: Википедия:Оригиналь тикшеренеүҙәрҙең юл ҡуйылғыһыҙлығы), йә үҙнәшерле сығанаҡҡа һылтанған шикле материалдарҙы юйҙырығыҙ.

Иғтибар: өс тапҡыр сигендереү ҡағиҙәһе бындай мәғлүмәтте өҫтәүҙе кире алыуға ҡағылмай. Шуға ҡарамаҫтан, бәхәсле осраҡтарҙа хакимдарға һорауҙар битенә мөрәжәғәт итергә кәрәк, ә был иҫкәрмәгә һылтанып, потенциаль яла яғыусы материал тирәһендә төҙәтеүҙәр һуғышы алып барырға түгел. Хакимдар бындай материалды мәжбүри юйҙыра, биткә һаҡлау ҡуя һәм ҡағиҙә боҙоусыларға бик һала ала. Ҡатмарлыраҡ осраҡтарҙа уларға хакимдар форумында сит хакимға мөрәжәғәт итергә кәрәк була.

Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:СЛУХ
ВП:СЛУХИ

Имеш-мимеш таратыуҙан һаҡ булығыҙ

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедияла имеш-мимеш таратмағыҙ. Үҙегеҙгә был сығанаҡтың абруйлымы, түгелме икәне тураһында һорау бирегеҙ; ундағы материал ышаныслымы, әгәр ул дөрөҫ булған хәлдә лә, был кеше тураһындағы объектив мәҡәләлә ҡулланыу өсөн яраҡлымы-түгелме? Шылғаяғыраҡ фекерҙәр, аноним сығанаҡтарға һылтанған сығанаҡтарҙан һаҡ булығыҙ. Шул уҡ ваҡытта кире ҡағыу йәки дөрөҫ түгеллеген күрһәтеү рәүешендә лә имеш-мимештәрҙе таратырға ярамай (миҫал: «„һары матбуғат“ Василий Пупкин наркоман булған тигән ялған хәбәр таратҡан»).

Шулай уҡ «боҙоҡ ҡуласа» хасил булыуҙан— Википедия мәҡәләһенең эстәлеге тышҡы ресурстар тарафынан күсереп алынып, һуңынан шул уҡ эстәлекте Википедия мәҡәләһен «раҫлаған» сығанаҡ итеп ҡулланыуҙан һаҡ булығыҙ.

Беренсел сығанаҡтарҙы яуыз ниәттәрҙә файҙаланыу

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсел сығанаҡ материалдарын һаҡ ҡулланырға кәрәк. Суд ултырыштары стенограммаларын һәм башҡа суд документтарын замандаш тураһындағы раҫламалар өсөн сығанаҡ итеп ҡулланмағыҙ. Шулай уҡ шәхси бирелмәләрҙе, мәҫәлән, тыуыу датаһын, мөлкәттең хаҡын, эш һәм йорт адрестарын үҙ эсенә алған һәм баҫылып сыҡмаған рәсми документтарға һылтанырға ярамай.

Беренсел сығанаҡҡа ундағы фактты ҡулланған икенсел сығанаҡты нығытыу өсөн мөрәжәғәт итергә мөмкин, тик Википедияның сығанаҡтар тураһындағы ошо һәм башҡа ҡағиҙәләренең талаптары үтәлергә тейеш.

Үҙнәшерле сығанаҡтарҙы ҡулланмағыҙ

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер ваҡытта ла үҙнәшерле сығанаҡтарҙы, мәҫәлән, китаптарҙы, фэнзиндарҙы, веб-сайттарҙы, блогтарҙы, форумдарҙағы һәм «Твиттер»ҙағы хәбәрҙәрҙе замандаштар тураһындағы мәғлүмәт сифатында ҡулланмағыҙ, мәҡәлә объекты үҙе яҙған йә нәшер иткән мәғлүмәттәрҙе генә ҡулланырға мөмкин.

«Үҙнәшерле блог» тигәндә шәхси һәм төркөм блогтары күҙҙә тотола. Ҡайһы бер яңылыҡтар ойошмалары мәҡәләләрҙе блог форматында баҫтыра. Бындай блогтар профессиональ авторҙар тарафынан алып барылһа һәм тулыһынса тейешле ойошманың мөхәррир контролендә сыҡһа, уларҙы ҡулланырға мөмкин. Уҡыусыларҙың комментарийҙарын сығанаҡ булараҡ ҡулланырға ярамай.

Мәҡәлә объекты — сығанаҡ сифатында

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Замандаш үҙе тураһындағы мәғлүмәтте матбуғат релиздары, шәхси веб-сайттар, блогтар һ.б. ҡулланып баҫтырырға мөмкин. Бындай материалдарҙы был замандаш тураһындағы мәғлүмәт сығанағы сифатында түбәндәге шарттарҙы үтәгән шартта ҡулланырға ярай:

  1. материал үҙен маҡтау йәки үҙен рекламалау маҡсатын ҡуймаған;
  2. материалда өсөнсө кешеләр тураһында раҫламалар юҡ;
  3. материалда мәҡәлә объектына туранан-тура ҡағылышы булмаған ваҡиғалар тураһында раҫламалар юҡ;
  4. публикацияның төп нөсхә булыуын шик аҫтына алырлыҡ нигеҙҙәр юҡ;
  5. мәҡәлә оҡшаш материалдарға нигеҙләнмәгән.

Был сикләүҙәр авторҙан бойондороҡһоҙ профессиональ мөхәррир контролен атҡарған баҫмаларҙа нәшерләнгән автобиографияларға ҡарата ҡулланылмай: ундай материалдар «үҙнәшерле баҫылмай».

Тышҡы һылтанмалар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Замандаштар тураһындағы материалдарға тышҡы һылтанмалар бөтә Википедия мөхитендә башҡа материалдарға ҡарағанда ла ҡәтғиерәк стандарттарға дусар ителә. Шикле йәки үҙнәшерле сығанаҡтарҙы замандаштар тураһындағы мәҡәләләрҙең «Әҙәбиәт» йәки «Тышҡы һылтанмалар» бүлектәренә өҫтәү хупланмай, бындай һылтанмаларҙы башҡа мәҡәләләргә өҫтәгәндә уларҙың ошо ҡағиҙәгә ярашлы булыуын тикшерергә кәрәк. Мәҡәлә объекты үҙе яҙған йә үҙе нәшер иткән сығанаҡтарҙы, әгәр улар ошо ҡағиҙә талаптарына яуап бирһә, ҙур һаҡлыҡ менән әлеге бүлектәргә өҫтәргә мөмкин.

Дөйөм алғанда, ошо ҡағиҙә талаптарын йә Википедия:Тышҡы һылтанмалар ҡулланмаһын боҙған веб-сайттарға һылтанмағыҙ. Әгәр аталған ҡулланма ошо йәки башҡа ҡағиҙә менән ҡапма-ҡаршылыҡҡа инһә, өҫтөнлөк ҡағиҙәгә бирелә.

Шәхси тормошто яҡлау өҫтөнлөгө

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Виктимизациянан һаҡ булығыҙ

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер-ике ваҡиға буйынса ғына билдәле кеше тураһында мәҡәлә яҙғанда һәр деталде ентекләп һөйләп сығыу, материал сығанаҡтар менән һәйбәт нығытылған хәлдә лә, кире эҙемтәләргә килтерергә мөмкин. Биографияның шикле урындары булһа, бөтә артыҡ нәмәләрҙе ҡыҫҡартып, сығанаҡтар менән тәьмин ителгән нейтраль һәм һәр яҡлап үлсәнгән версияны ҡалдырырға кәрәк. Был бигерәк тә икенсе кешеләрҙең эш-ғәмәлдәренән зыян күреү арҡаһында билдәлелек алған замандаштар тураһындағы мәҡәләләрҙә мөһим. Википедия мөхәррирҙәренең ғәмәлдәре был кешеләрҙең хәлен насарайтырға йә уларҙывиктимизациялау, йәғни ҡорбан итеп күрһәтеү ваҡытын оҙайтырға тейеш түгел.

Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре тураһындағы мәҡәләләрҙә ышаныслы сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәттәр бик күп булырға мөмкин, әммә Википедиялағы биография ул сығанаҡтарҙа һөйләнелгәндәрҙе документлаштырыуҙан ғына торорға тейеш. Әгәр раҫлама йәки ваҡиға әһәмиәтле, уҡыусы өсөн ҡыҙыҡлы һәм ышаныслы сығанаҡтарҙа теркәлгән булһа, ул мәҡәләлә ҡулланыу өсөн яраҡлы — хатта кире характерҙа булһа ла һәм мәҡәлә объектына оҡшамаһа ла. Әгәр инде ул бер нисә ышаныслы сығанаҡта документлаштырылмаған булһа, уны юйҙырығыҙ.

Миҫал: «Василий Пупкиндың Мария Пупкина менән айырылышыу тарихы бик бысраҡ була». Был факт әһәмиәтлеме, тикшерелә аламы, мәҡәләлә бирерлек мөһимме? Әгәр улай булмаһа, уны алып ташлағыҙ йә фактты ғына ҡалдырығыҙ: «Василий Пупкин Мария Пупкина менән айырылыша».
Миҫал:"Раҫлауҙарынса, сәйәсмәндең тормошонда роман була. Ул үҙе инҡар итә, әммә бер нисә эре яңылыҡ сығанағы был раҫлауҙы баҫтырып сығара, һөҙөмтәлә ҙур ғауға ҡуба". Был сығанаҡтарҙан өҙөмтә биреп, раҫламаны биографияға индерергә мөмкин.

Шәхси мәғлүмәтте һаҡлау һәм беренсел сығанаҡтарҙы ҡулланыу

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Шәхси бирелмәләрҙе урлау таралған һайын тулы исем һәм тыуған көн дә йышыраҡ шәхси мәғлүмәт тип иҫәпләнә бара. Википедия мәҡәләләрендә, ышаныслы сығанаҡтарҙа йә мәҡәлә объектына бойондороҡло сығанаҡтарҙа баҫылып, киң таралыу алған мәғлүмәт булараҡ, тулы исемдәрҙе һәм тыуыу даталарын күрһәтеү ҡабул ителгән. Әммә мәҡәлә бағышланған шәхестең әһәмиәте шик аҫтына алынһа йәки биография объекты тыуған көнөн баҫыуға ҡаршы булһа, уның тыуған йылын күрһәтеү етә. Шул уҡ сәбәптән мәҡәләлә почта һәм электрон адрестарын, телефон номеры һәм бәйләнешкә инеү мөмкинлеген биргән башҡа мәғлүмәттәрҙе күрһәтеү кәрәкмәй. Мәҡәлә объектының рәсми веб-сайттарына һылтанмалар биреү ғәҙәттә рөхсәт ителә.

Үтә киң билдәле булмаған кешеләр

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедияла, мәҡәлә яҙыу өсөн етерлек әһәмиәтле булһа ла, киң билдәлелек алмаған кешеләрҙең биографиялары ла бар. Бындай осраҡтарҙа мөхәррирҙәр тыйнаҡлыҡ күрһәтергә һәм мәҡәләгә уларҙы билдәле иткән һәм ышаныслы икенсел сығанаҡтарҙа булған мәғлүмәтте генә индерергә тейеш. Мәҡәлә объектының үҙнәшерле материалдарын, улар тейешле шарттарға яуап бирһә, файҙаланырға мөмкин. Берәйһенең исеменә тап төшөрөрҙәй материалдар менән айырыуса һаҡ булырға кәрәк; кешене яманатлы итерлек белдереүҙәрҙе ҡабатлау судҡа ялыу бирергә нигеҙ була ала.

Әһәмиәте бер генә ваҡиға менән бәйле булған кешеләр

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедия — яңылыҡ репортаждарын таратыу урыны түгел һәм мәғлүмәт сүплеге түгел. Кешенең яңылыҡтарҙа телгә алыныуы Википедияла уның тураһында мәҡәлә мотлаҡ булырға тейешлеген аңлатмай. Ҡағиҙә булараҡ, түбәндәге өс шарт күҙәтелһә, кеше тураһында мәҡәлә яҙырға кәрәкмәй:

  1. Абруйлы сығанаҡтарҙа кеше бер ваҡиға контексында ғына телгә алына.
  2. Был ваҡиғанан тыш кешенең биографияһы ижтимағи ҡыҙыҡһыныу тыуҙырмай. Һөҙөмтәлә был кеше тураһындағы мәҡәләлә ваҡиғаға үтә ҙур иғтибар бүленә (мәҡәләнең дөйөм күләменә ҡарата) һәм мәҡәләлә нисбәтлелек тураһындағы ҡағиҙә боҙола. Бындай осраҡта был кеше тураһындағы мәғлүмәтте ошо ваҡиғаны сағылдырған мәҡәләгә индереү һәм был кешенең тулы исем-шәрифенән мәҡәләгә йүнәлтеү яһау етә.
  3. Был кеше экстраординар әһәмиәттәге ваҡиғала роле яҡшы документлаштырылған төп ҡатнашыусы түгел.

Ваҡиғаның йәки индивидуумдың әһәмиәте абруйлы сығанаҡтарҙа яҡтыртылыу оҙайлығы менән үлсәнә. Бынан тыш, шәхестең әһәмиәтенең айырым критерийҙары бер ваҡиға арҡаһында билдәлелек алған кешенең әһәмиәтлелек дәрәжәһен раҫлай ала.


Енәйәттәрҙә ғәйепләнеүселәр

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ниндәй ҙә булһа енәйәттә ғәйепләнгән әле йәшәп ятҡан кеше суд ҡарары сыҡҡанға тиклем ғәйепһеҙ тип һанала. Әҙ билдәле кешеләргә ҡарата, суд ҡарары сыҡмай тороп, уның енәйәт ҡылыуы йә енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүе тураһында раҫлама йә фараз өҫтәргә тәҡдим ителмәй. Билдәле йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәренә ҡарата уларға ҡағылышлы пункт ҡулланыла.

Исемдәрҙе яҡлау

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер генә ваҡиға буйынса телгә алынған кешеләрҙең исемен күрһәткәндә һаҡ булырға кәрәк. Әгәр айырым кешенең исеме киң билдәле ителмәһә йәки аңлы рәүештә йәшерелһә (мәҫәлән, суд тикшереүе барышында), уны мәҡәләләрҙә күрһәтеү кәрәк түгел, бигерәк тә был эстәлеккә бер ниндәй ҙә зыян килтермәһә. Исемдең мәғлүмәт сығанағы булмаған икенсел сығанаҡтарҙа, мәҫәлән, фәнни журналдарҙа йә был өлкәлә танылған эксперттарҙың хеҙмәттәрендә баҫылыуы уның исемен телгә алыуға йоғонто яһай ала. Мәҡәлә объектының ғаилә ағзалары тураһында һүҙ барғанда шәхси тормошто һаҡлау ихтыяжы өҫтөн тора.

Мәҡәлә предметын тулы асыу өсөн кәрәк булһа, абруйлы сығанаҡтарҙа телгә алынған туғандарының исемен өҫтәргә мөмкин.

Ҡағиҙәне ҡулланыу өлкәһе

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Был ҡағиҙә Википедиялағы әле иҫән булған йә вафатына бер йыл тулмаған кешеләр тураһындағы бөтә материалдарға ҡағыла. Атап әйткәндә, ул фекер алышыу биттәренә, төҙәтеүҙәргә бирелгән комментарийҙарға, ҡатнашыусылар биттәренә, һүрәттәргә һәм категорияларға ҡағыла. Ҡағиҙә мәрхүмдәргә һәм юридик шәхестәргә ҡағылмай, әммә түбәндә ундай осраҡтар өсөн тәҡдимдәр килтерә.

Мәҡәлә мөхитенән тыштағы биттәр

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Замандаштар тураһындағы шикле материалды, ул сығанаҡтар менән нығытылмаған йә йомшаҡ нығытылған булһа, кире алырға, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа төҙәтеүҙәр тарихынан юйҙырырға йә ревизияларға кәрәк. Әгәр замандаш тураһында берәй мәғлүмәтте урынлаштырыуҙың маҡсатҡа ярашлылығы тураһында фекер алышырға теләһәгеҙ, был мәғлүмәтте фекер алышыу битендә мәғәнәһен юғалтырлыҡ күләмдә бирмәгеҙ. Шикле һүрәттәргә лә ошо уҡ принцип ҡулланыла. Фекер алышылған шикле раҫламаларҙы үткән бәхәскә һылтанма менән юйҙырырға мөмкин.

Ошо ҡағиҙә ҡатнашыусылар биттәренә һәм ҡатнашыусыларҙың фекер алышыу биттәренә лә ҡағыла. Ҡатнашыусының үҙе тураһында үҙ шәхси мөхитендә яҙғаны ғына иҫкәрмә булып тора, уныһы ла ҡатнашыусының шәхси битенең эстәлеге тураһындағы һәм кәмһетеүгә, янауға һәм дошмансыллыҡҡа юл ҡуймау тураһындағы ҡағиҙәләргә тап килгән осраҡта ғына. Бынан тыш, бәлиғ булмағандарға үҙенең ҡатнашыусы битендә шәхси мәғлүмәттәрен таратыу тәҡдим ителмәй (ҡарағыҙ: инглиз Википедияһы Юғары шураһының ҡарары).

Ҡағиҙә проект биттәрендә Википедия ҡатнашыусылары тураһында әйтелгәндәргә лә тарала, әммә был осраҡта берләшмәгә хакимлыҡ итеү мәсьәләләрен үҙ аллы хәл итергә рөхсәт бирелә. Шуға ҡарамаҫтан, диффамация кимәленә етһә йәки кәмһетеүгә, янауға һәм дошмансыллыҡҡа юл ҡуймау тураһындағы ҡағиҙәне боҙһа, бындай раҫламаларҙы хакимдар юйҙыра ала.

Замандаштарҙың һүрәттәрен, улар ялған йә яла яғыу төҫөндә файҙаланылмаһын өсөн, эстәлектән ситтә ҡулланырға ярамай. Был бөтәһенән элек полиция тарафынан тотолған кешеләрҙең фотоларына һәм фотоға төшөрөлөүе объект өсөн көтөлмәгән булған осраҡтарға ҡағыла. Замандаштарҙың һүрәттәре Википедияның һүрәттәрҙе лицензиялау сәйәсәтенә яраҡлы булған лицензия аҫтында баҫылып сыҡҡан булһа ғына ҡулланыла ала.

Категориялар, исемлектәр һәм навигация ҡалыптары

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҡәләне категорияға индереү өсөн нигеҙ текстан асыҡ күренергә тейеш. Мәҡәләлә категорияны нигеҙләгән факттар булырға һәм был факттар абруйлы сығанаҡтарға таянырға тейеш.

Кешенең яманатын күҙҙә тотҡан категорияны өҫтәгәндә һаҡ булыу кәрәк. Мәҫәлән, Енәйәтселәр категорияһының берәй аҫкатегорияһын мәҡәләлә уның объектының әһәмиәтенә бәйле енәйәт һүрәтләнһә; тейешле сығанаҡтар бирелһә; объектҡа суд ҡарары сығарылып, суд ҡарары апелляция буйынса юҡҡа сығарылмаған булһа ғына өҫтәргә кәрәк.

Дини ҡарашҡа йәки енси өҫтөнлөктәргә ҡағылған категорияны, түбәндәге ике критерий ҡәнәғәтләндерелмәһә, ҡуйырға ярамай:

  • кеше инаныуҙарын йә ғәҙәттәрен асыҡтан-асыҡ белдерһә;
  • дини инаныуҙары йә енси ғәҙәттәре уның эшмәкәрлеге йә ижтимағи тормошо өсөн мөһим булһа йәки, килтерелгән абруйлы сығанаҡтарға ярашлы, Википедияла ҡабул ителгән әһәмиәтлелек тураһындағы төшөнсәгә тап килеүенә бәйле булһа.

Ошо принциптар бер тигеҙ дәрәжәлә дини инаныуҙарға һәм енси ғәҙәттәргә ҡағылған йәки замандаштарҙың яманатлы булыуын күҙҙә тотҡан исемлектәргә, шулай уҡ Википедияның теләгән бер битендә урынлашҡан навигация ҡалыптарына һәм ҡалып-карточкаларҙағы раҫламаларға ҡарата ла ҡулланыла.

Дөйөм алғанда был ҡағиҙә мәрхүмдәр тураһындағы мәғлүмәткә ҡағылмай. Әммә ул мәрхүмдәргә (бигерәк тә күптән түгел үлгәндәргә) был материалдарҙы баҫыу мәрхүмдең иҫән туғандары һәм дуҫтары өсөн эҙемтәле булған осраҡта ҡағыла. Тереләргә йә күптән түгел үлгәндәргә ҡағылышлы бәхәсле йә шикле материал кисекмәҫтән юйҙырылырға тейеш.

Һуңғы 115 йыл эсендә тыуған һәр бер кеше, уның үлемен раҫлаған абруйлы сығанаҡ булмаған осраҡта, әле йәшәй тип иҫәпләнә, һәм уның тураһындағы материалдар ошо ҡағиҙәгә буйһона. 115 йәштән өлкәндәр, оҙон ғүмерлеләр исемлегенә индерелмәгән булһа, вафат булған тип иҫәпләнә.

Юридик шәхестәр һәм төркөмдәр

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Был ҡағиҙә корпорацияларға, компанияларға һәм юридик шәхес тип һаналған башҡа берәмектәргә ҡағылмай. Ләкин бындай материал мәҡәлә эстәлеге тураһындағы башҡа ҡағиҙәләргә тап килергә тейеш.

Был ҡағиҙәнең кешеләр төркөмдәренә йоғонтоһо — ҡатмарлы мәсьәлә, уны һәр осраҡ өсөн айырым хәл итергә кәрәк. Ҙур булмаған төркөм йәки ойошма тураһында кире раҫлама әле иҫән кешеләрҙең биографиялары тураһындағы ҡағиҙәгә ҙур төркөм менән сағыштырғанда нығыраҡ ҡарай. Бик бәләкәй төркөмдәргә ҡағылышлы осраҡтарҙа төркөм менән уға ингән кешеләр араһындағы айырма һиҙелер-һиҙелмәҫ була. Ауырһынһағыҙ, сифатлы сығанаҡ ҡулланғанлығығыҙға инанығыҙ.

Замандаштарҙың биографиялары өҫтөндә эш

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Эштең мөһимлеге

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедияла замандаштар тураһында йөҙ меңдән ашыу мәҡәлә бар — улар автоматик рәүештә Википедия:Биографии современников категорияһына инә. Был мәҡәләләрҙәге юридик йәһәттән дә, этик йәһәттән дә яла яғыусан һәм башҡа урынһыҙ материалдарҙы юйҙырыу өсөн тәүәккәл эш итергә кәрәк. Әммә шуны иҫәптә тотоу мөһим: урынлы материалды мәҡәлә объектының теләге буйынса ғына юйҙырыу мәҡәләне уның файҙаһына үҙгәртергә йәки дан көҫәгән әһәмиәтһеҙ кешеләр тураһындағы мәҡәләләрҙе ҡалдырырға мөмкин. Замандаш биографияһында урынлы булыуы шик аҫтына эләккән материалдар булһа, мәҡәләне ҡағиҙәләргә тап килгән версияға ҡалдырып ҡыҫҡартырға кәрәк. Был ҡағиҙәне күҙәтеү һаҡ ҡуйыу йәки биттәрҙе юйҙырыу кеүек хакимлыҡ сараларын ҡулланыуҙы талап итергә мөмкин. Сикке осраҡтарҙа Викимедия фонды хеҙмәткәрҙәренең ҡыҫылыуы кәрәк булыуы бар.

Өлөшләтә һаҡлау, һаҡлау һәм бик һалыуҙар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Яуыз ниәтле йә объектив булмаған мөхәррирләүҙә йәки урынһыҙ материалды өҫтәүҙә йә тергеҙеүҙә шик тыуһа, хакимдар биттәрҙе һаҡлау ҡағиҙәләренә ярашлы биттәрҙе өлөшләтә йә тулыһынса мөхәррирләүҙән һаҡлай ала. Замандаштар тураһында сығанаҡтар менән нығытылмаған йә йомшаҡ нығытылған бәхәсле материалдарҙы даими өҫтәүсе йә тергеҙеүсе ҡатнашыусылар, бикләү өсөн нигеҙгә таянып, мәҡәлә төҙәтеү мөмкинлегенән мәхрүм ителә ала.

Замандаштарҙың биографиялары буйынса фекер алышыу биттәрендә мөхәррирҙәрҙе һәм уҡыусыларҙы (мәҡәлә объектын да индереп) был ҡағиҙәләр тураһында иҫкәртеү өсөн {{blp}} ҡалыбын ҡуйырға кәрәк.

Был ҡағиҙәне боҙоусыларҙың фекер алышыу битенә {{uw-biog1}} иҫкәртеү ҡалыбын ҡуйырға була.

Йәшәп ятҡан кешеләрҙең биографияһын юйҙырыу

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Тиҙ юйҙырыу, мәҡәләләр булдырыуҙы иҫкәртеү һәм фекер алышыуҙы юйҙырыу

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Замандаш тураһында был ҡағиҙә талаптарына яуап бирмәгән биографик материалды тулыландырырға һәм төҙәтергә кәрәк. Әгәр был мөмкин булмаһа, материал юйҙырылырға тейеш. Әгәр тотош мәҡәлә түбән сифатлы булһа һәм башлыса сығанаҡтар менән нығытылмаған йә йомшаҡ нығытылған бәхәсле материалдан торһа, был мәҡәләне фекер алышыу башлап тормайынса юйҙырыу дөрөҫ булыр.

Битте юйҙырыу — ҡағиҙә булараҡ, һуңғы сара. Әгәр мәҡәләнең ҡалдырылыуы ғына бәхәсле булһа (мәҫәлән, йә шикле әһәмиәте арҡаһында, йә мәҡәлә объекты уны алып ташлауҙы һораһа), был мәсьәлә мәҡәләне юйҙырыуға ҡуйыу юлы менән хәл ителә. Әгәр мәҡәләлә абруйлы сығанаҡтар менән нығытылмаған кире йөкмәткеле материал булһа йә нейтраль ҡараш тураһындағы ҡағиҙәне боҙоп яҙылған булһа һәм ҡабатлап яҙыла йәки ҡулайыраҡ иртә версияларға ҡайтарыла алмаһа, тиҙ юйҙырыу урынлы. Мәҡәләне юйҙырғас, берәй хаким уға ҡабат тергеҙеүҙән һаҡ ҡуя ала.

Юйҙырыусы хаким үҙе эшләгәнде башҡа ҡатнашыусыларға аңлатырға әҙер булырға тейеш. Материал конфиденциаль булһа, быны электрон почта аша эшләргә мөмкин. Юйҙырыу менән ризалашмаусылар юйҙырған хакимдың ҡатнашыусыларға билдәле булмаған сәбәптәрҙе белеүе мөмкин булыуын күҙҙә тоторға тейеш. Тергеҙеүҙе үтенергә, юйҙырыуға ҡарата дәғүә бирергә була, ләкин кире йөкмәткеле шәхси мәғлүмәттәре булғанға юйҙырылған мәҡәләләр буйынса оҙаҡлап бәхәсле ҡороуҙан ҡасырға кәрәк. Бындай фекер алышыуҙар тамамланғандан һуң, мәҡәлә объектына ихтирам йөҙөнән, уларҙы юйҙырырға була.

Әҙ билдәле кешеләрҙең биографияларын юйҙырыу

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәмәғәт эшмәкәре булмаған әҙ билдәле кешеләрҙең биографияларын юйҙырыуға үтенестәр, уларҙы ҡалдырыу буйынса уртаҡ фекергә киленмәһә, ҡәнәғәтләндерелә ала. Киң билдәлелеккә эйә булмаған кешеләр тураһындағы мәҡәләләрҙе, әгәр сығанаҡтар менән йомшаҡ нығытылған булһа һәм ул кешеләр тарафынан юйҙырыуға ҡуйылһа, фекер алышыуҙар йә ризаһыҙлыҡтар булмаған осраҡта ғәҙәттәге йомғаҡ яһау мөҙҙәте үткәс тә, юйҙырырға мөмкин.

Юйҙырылған мәғлүмәтте тергеҙеү

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарафһыҙлыҡты ныҡлы күҙәтеү һәм юғары сифатлы абруйлы сығанаҡтар менән тәьмин итеү кәрәклеге бәхәсле материалды ҡалдырырға йә тергеҙергә теләгәндәргә иҫбатламалар табыу бурысын йөкмәтә. Әгәр замандаштар тураһындағы мәғлүмәт ошо ҡағиҙәгә нигеҙләнгән намыҫлы дәлилдәргә ярашлы юйҙырылған булһа, был мәғлүмәтте тергеҙергә йә өҫтәргә теләгән ҡатнашыусы уның мәҡәләләр йөкмәткеһе тураһындағы Википедия ҡағиҙәләренә ярашлылығын тәьмин итергә тейеш. Юйҙырылған материалды яҡшыртмайынса тергеҙеү консенсусҡа өлгәшеүҙе талап итә. Бынан тыш, бәхәсле юйҙырылыуҙар буйынса башта мәҡәләне юйҙырған ҡатнашыусы менән фекер алышырға кәрәк. Әйтелгән фекерҙәрҙе иҫәпкә алып яҡшыртылған материал һәр осраҡта айырым ҡаралырға тейеш.

Мәҡәлә объекты менән Википедия араһындағы мөнәсәбәттәр

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҡәлә объекты тарафынан индерелгән төҙәтеүҙәрҙе ни эшләтергә

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедияла үҙең тураһындағы мәҡәләне яҙыу йәки киңәйтеү хупланмай. Шул уҡ ваҡытта мәҡәләләр объекттары хата төҙәтеү, раҫланмаған бирелмәләрҙе алып ташлау өсөн үҙгәрештәр индерергә хоҡуҡлы.

Замандаштың биографияһын теркәлмәгән ҡатнашыусының тулыһынса йәки өлөшләтә юйҙырыуына һаҡлыҡ менән ҡарарға кәрәк — бәлки, материал объекты үҙе тураһындағы кәмһеткес йә хаталы мәҡәләләр тураһында материалдарҙы алып ташларға тырышалыр. Бындай төҙәтеүҙәрҙе вандаллыҡ тип ҡарарға кәрәкмәй; бының урынына мәҡәлә объектына мәҡәлә эстәлеге буйынса ризаһыҙлыҡтарын яҙырға тәҡдим итергә кәрәк. Яңы төҙәтеүҙәрҙе патрулләүсе ҡатнашыусыларға бындай хәлдәр менән осрашҡанда киҫкен һүҙҙәрҙән тыйылырға кәрәк.

Үҙең тураһындағы мәҡәләләр өҫтөндә эшләү

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедияла һеҙҙең туралағы мәҡәләгә бәйле проблемаларҙы хәл итешә торған ҡағиҙәләр һәм күрһәтмәләр, һеҙгә ярҙам итергә әҙер торған күп һанлы ҡатнашыусыла, шулай уҡ проблемаларҙы административ тәртиптә ҡарау процедуралары бар. Күҙгә күренеп торған хаталар тиҙ һәм үҙ аллы төҙәтелә ала. Ҡатмарлыраҡ осраҡтарҙа мәҡәләнең фекер алышыу битендә, хата тураһында хәбәр итеү битендә иҫкәрмәләр ҡалдырығыҙ йәки {{Требуется помощь}} ҡалыбын ҡуйығыҙ. Әгәр был ҡағиҙәне үтәгәндә һеҙгә хаким ярҙамы кәрәк булһа, Википедия:Хакимдарға һорауҙар битенә мөрәжәғәт итегеҙ.

Шуны онотмағыҙ: Википедияның бөтә ҡатнашыусылары ла тиерлек ирекмән булып тора, шуға һеҙҙең итәғәтһеҙ тәртибегеҙ, сәбәбе аңлашылғандай булһа ла, мөрәжәғәтегеҙҙең һөҙөмтәлелеген кәметергә мөмкин.

Һеҙ шулай уҡ туранан-тура Викимедиа фонды (инглиз телендә) менән бәйләнешкә инә алаһығыҙ.

Хоҡуҡи проблемалары

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Әгәр биографияғыҙҙа йә Википедияның башҡа урындарындағы һеҙҙең хаҡтағы материалдарға ҡарата юридик йә башҡа етди дәғүәләрегеҙ булһа, һеҙ Викимедиа фондының хаттарҙы эшкәртеү буйынса ирекле хеҙмәтенә (VRT) мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Проблемағыҙҙы һүрәтләп, мәҡәләгә һылтанманы ҡуйып, хәбәрегеҙҙе info-ru@wikipedia.org (рус телендә) йәки info-en-q@wikimedia.org (инглиз телендә) адресына ебәрегеҙ. Материалды үҙ аллы төҙәтеүгә ҡарағанда ярҙам һорау яҡшыраҡ булыр.

Берәй мәҡәләнең объекты менән судта дәғүәләшеүгә йәки үҙ-ара низағлашыуға йәлеп ителгән кешеләргә ул мәҡәләне мөхәррирләмәҫкә кәрәк. Бының урынына мәҡәләнең фекер алышыу битен ҡулланырға йәки хата тураһында хәбәр итеү битенә йә тейешле мөрәжәғәттәр битенә яҙырға кәрәк.

Беҙҙең менән элемтәгә керегеҙ

Викимедиа фонды менән нисек бәйләнешкә инергә

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Әгәр замандаштар тураһындағы биографик материал буйынса һеҙҙең иҫкәрмәгеҙгә ҡатнашыусыларҙың йәки хакимдарҙың реакцияһы етерлек булмаһа, һеҙ туранан-тура Викимедиа фонды (инглиз телле) менән бәйләнешкә инә алаһығыҙ. Кәрәкле биткә инеү өсөн бында баҫығыҙ.

Викимедиа фондының ҡарары

[сығанаҡты үҙгәртеү]

2009 йылдың 9 апрелендә Викимедиа фондының бағыусылар советы иҫән кешеләр тураһындағы материалдарға ҡағылышлы ҡарар ҡабул итте. Ҡарарҙа ҡайһы бер биографияларға ҡағылышлы проблемалар булыуы билдәләнә: рекламаға үтә ныҡ оҡшашлыҡ, вандаллыҡ, хаталар һәм яла яғыу. Фонд Викимедиа берләшмәһен әле йәшәп ятҡан кешеләргә ҡарата битарафлыҡ һәм тикшерелә алыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә; кешелек дәрәжәһен һәм шәхси тормошто ихтирам итергә; индерелеүсе үҙгәрештәрҙе тикшереүҙең яңы техник механизмдарын үҫтерергә; шулай уҡ кемдән килһә лә ялыуҙарҙы ҡарағанда сабыр, ихтирамлы һәм изгелекле булырға саҡырҙы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

[сығанаҡты үҙгәртеү]
Викимедиа фондының сәйәсәте һәм ҡарарҙары

Ғәмәлдәге ҡағиҙәләр һәм күрһәтмәләр

Ҡулланырға планлаштырылған ҡағиҙәләр һәм күрһәтмәләр

  1. Wikimedia Foundation, Inc. является американской некоммерческой организацией, изначально зарегистрированной в городе Сент-Питерсберг, штат Флорида, США. Поэтому до 31 января 2008 года все иски к организации должны были подаваться в суд Сент-Питерсберга и рассматриваться по законам США с учётом законодательства штата Флорида. После перерегистрации с 31 января 2008 и по настоящее время все иски к организации должны подаваться в суд Сан-Франциско и рассматриваться по законам США с учётом законодательства штата Калифорния. В частности, иски по клевете и диффамации будут рассматриваться по Закону Соединённых Штатов о диффамации (англ. United States defamation law).
  2.  (инг.) Jimmy Wales. «WikiEN-l Zero information is preferred to misleading or false information», 16 мая 2006 и 19 мая 2006.
  3. См. также решения АК по вопросам применения правила — АК:796 и АК:854.

Һылтанмалар

[сығанаҡты үҙгәртеү]