Бриони
Бриони | |
Категория защищённых зон МСОП | МСОП II категорияһы: милли парк[d] |
---|---|
Дәүләт | Хорватия |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Адриатик диңгеҙ |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Истрия[d] |
Бриони Викимилектә |
Бриони[1][2], Брийони[3] (хорв. Brijuni — Бриюнь) — Адриатик диңгеҙҙең төньяҡ өлөшөндәге утрауҙар төркөмө, Хорватияға ҡараған Истрияның көнбайыш яры тирәһендә ята. 1983 йылдың 27 октябренән милли парк булып тора.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бриони 36,3 км² дөйөм майҙаны менән 14 утрауҙан һәм рифтарҙан тора. Яр һыҙаты ныҡ йырғыланған, уның дөйөм оҙонлоғо — 37,8 км. Утрауҙар материктан Фажан боғаҙы менән айырыла һәм урындағы Пула административ үҙәгенән 6 км алыҫлыҡта ята.
Иң ҙур утрауҙар — Вели-Бриюн (Бөйөк-Бриюн, 5,7 км²), Мали-Бриюн (1,7 км²) һәм Ванга утрауы (Красница) (0,18 км²).
Бриони утрауҙары, Адриатиканың башҡа күп утрауҙарынан айырмалы рәүештә, тигеҙ һәм субтропик үҫемлектәр менән ҡапланған.
Тәбиғәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тупраҡ — ҡыҙыл тупраҡтың ҡалын ҡатламы, был уртаса климат һәм сағыштырма юғары дымлылыҡ менән субтропик үҫемлектәргә үҫеү өсөн яҡшы шарттар бирә, был улар утрауҙа бик бай: бында диңгеҙ имәндәре, лавр, ҡарағай, зәйтүн ағасы һәм розмарин үҫә. Бынан тыш, Бриони утрауҙарында кедр, пиния, эвкалипт, мирта, олеандрҙың ҡимммәтле тоҡомдарын һәм башҡа бик күп үҫемлектәр һәм ағастарҙы күрергә мөмкин — бриун мәңге йәшел имән урмандары бушҡа ғына Хорватия ла иң матур урмандар тип иҫәпләнмәй.
Һыуҙа бында таҙа һыу билдәһе булған — диңгеҙ терпеләре йәшәй.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо һәм урта быуаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бриони утрауҙарында борон халыҡ йәшәгән, ултыраҡтарҙың беренсе эҙҙәре беҙҙең эраға тиклем 3000 йылдарға, йәғни Бронза быуатына ҡарай[4]. Утрауҙарҙы төрлө ваҡытта иллирийҙар, кельттар, римлеләр, остготтар, византиялылыар биләй[4].
Архипелаг территорияһында күп мәҙәни-тарихи ҡомартҡылар урынлашҡан: I—II быуаттың рим һарайы, рим төрмәһе, Венера ғибәҙәтханаһы, Византия каструмы, V—VI быуаттың Изге Мария базиликаһы, XV быуаттың Изге Герман сиркәүе.
XIX быуат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуатҡа тиклем утрауҙар башлыса каменоломнялар сифатында ҡулланыла. Утрауҙар күпмелер ваҡыт Венецияға ҡарай, һуңыраҡ Наполеон I уларҙы үҙенең империяһының Иллирия провинцияһына берләштерә.
1815 йылда Бриони Австрия империяһының өлөшө була һәм шуға ярашлы Австро-Венгрияныҡы ла була — был ваҡытта утрауҙарҙан Вена һәм Берлинды төҙөү өсөн таш еткерелә. Пулала диңгеҙ базаһына нигеҙ һалғандан һуң Бриони утрауҙарында базаны һаҡлау өсөн бастион һәм батареяларҙы төҙөү башлана. Мали- Бриюн утрауында ике ҙур форт һәм Вели-Бриюнда биш бәләкәй форт төҙөлә[4].
1893 йылда, Австро-Венгрия флоты киткәндән һуң, бөтә архипелагты Австрияның ҡорос магнаты Пауль Купельвизер[5] 100 мең маркаға һатып ала. Купельвизер утрауҙарҙы эксклюзив йәйге курорт һәм шифаханаға әйләндереү проектын башлай. Ял итеү урыны, йөҙөү бассейны, ат һарайҙары һәм спорт майҙансыҡтарын төҙөү эштәре башлана. Әммә төҙөлөш тапма хәүефе аҫтында була, уның сығанаҡтары йәйге айҙарҙа бара. Хатта Купельвизер үҙе лә был ауырыуҙы йоҡтора. Быуаттар сигендә Купельвизер шул ваҡытта малярияның төрлө формаларын һәм уны хинин ҡулланыуға нигеҙләнгән дауалауҙы өйрәнеүсе Роберт Кохты саҡыра. Кох саҡырыуҙы ҡабул итә һәм Бриони утрауҙарында 1900 йылдан 1902 йылға тиклем була. Кох инструкцияларына ярашлы тапма серәкәйҙәре йәшәгән бөтә быуалар һәм һаҙлыҡтар киптерелә, ә пациенттарға хинин менән дауаланыу тәғәйенләнә. Шулай итеп, 1902 йылда малярия ауырыуын еңәләр, һәм Купельвизер Кохҡа һәйкәл ҡуя, ул әлегә тиклем XV быуаттың Изге Герман сиркәүенең эргәһендә тора.
1896 йылда уҡ архипелагҡа беренсе ҡунаҡтар килә, әммә туристар һаны малярияны еңгәндән һуң, 1903 йылдан арта башлай. Купельвизер утрауҙы материк менән тоташтырыу өсөн ике кәмә һатып алһа ла, бай клиенттар өсөн абруйлыраҡ судно алырға кәрәк була. Ул дизель двигателе менән йыһазландырылған яңы судноға заказ бирә, ул донъя карап төҙөлөшөндә үҙенең класында беренсе була. «Brioni III» тип аталған судно киләһе тиҫтә йылдар пассажир һәм почта ташыуҙарын тәьмин итә, ике донъя һуғышын кисерә һәм 1960 йылға тиклем хеҙмәт итә. 1913 йылға ҡунаҡхана комплексы төҙөлөшө тамамлана, ул 320 бүлмәнән тора һәм ун вилланы үҙ эсенә ала. Аҙаҡ яңы причал, почта, телефон станцияһы төҙөлә, 50-гә яҡын юл һәм һуҡмаҡ, шулай уҡ ҙур пляж барлыҡҡа килә. Бынан тыш, йылытылған дигеҙ һыуы менән эске йөҙөү бассейны, казино, ипподром, теннис корттары һәм төрлө спорт майҙансыҡтары, шул иҫәптән Европала иң ҙур булған 5850 метр оҙонлоҡтағы юлдар менән гольф өсөн ялан кеүек ҡоролмалар төҙөлә. Даими елкәнле регаталар үткәрелә. Курорт Европа элитаһы өсөн популяр ял итеү урыны була, һәм 1910 йылдан 1915 йылға тиклем урындағы гәзиттәрҙә аристократ, мәҙәниәт, ғилми һәм сәнәғәт даирәләренән ағзалар килеүе тураһында яңылыҡтар даими баҫылып сыға[6].
Бөтә донъя һуғыштары араһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Утрау тиҙ арала эксклюзив йәйге курорт кеүек попоулярлыҡ яулаһа ла, Купельвизерҙың артабан уны үҫтереү буйынса планы Беренсе донъя һуғышы башланыу менән туҡталып ҡала, архипелагта Австро-Венгрияның 2600 тирәһе һалдаты урынлаша. Һуғыш тамамланғандан һуң, бөтә Истрия, шул иҫәптән утрауҙар, Италия контроле аҫтына күсә, әммә Бриони Купельвизер ғаиләһе милегендә ҡала. Пауль Купельвизерҙың вариҫы, уның улы Карл Купельвизер, курортты һаҡлап алып ҡалырға тырыша, ләкин «Ҡара кесаҙна» ваҡиғалары артынан килгән иҡтисади көрсөктән һуң, ул банкротлыҡҡа ҡала һәм үҙ-үҙенә ҡул һала. 1936 йылда утрауҙар Италия финанс министрлығының юрисдикцияһына күсә. Тиҙҙән бынан һуң Бриони утрауҙарына көн һайын гидросамолет рейстары ойошторола, тик Икенсе донъя һуғышы был яңы үҫеш осорона нөктә ҡуя. Архипелаг ҡабаттан хәрби-диңгеҙ базаһына әйләнә һәм һуғыш дауамында бер нисә тапҡыр авиация һөжүменә дусар була. 1945 йылдың 25 апрелендә бомбаға тотоуҙа тулыһынса ике ҡунаҡхана, күп йорттар һәм яр буйының байтаҡ өлөшө емерелә.
Социалистик Югославия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Икенсе донъя һуғышынан һуң Вели-Бриюн Иосип Броз Титоның ҡупшы йәйге резиденцияһына әйләнә. Тито утрауҙы 1947 йылдың июненән 1979 йылдың авгусына тиклем мәртәбәле сит ил кешеләрен ҡабул итеү өсөн ҡуллана[7].
1978 йылда Вели-Бриюн утрауының төньяҡ өлөшөндә туғыҙ гектар майҙанды биләгән сафари-парк төҙөлә[8]. Паркта экзотик хайуандар тереклек (зебра, болан һ. б.) итә, уларҙың ҙур өлөшөн Иосип Броз Титоға дәүләт башлыҡтары — Ҡушылмау хәрәкәте ағзалары бүләк итә. 1970 йылда Индира Ганди Титоға Сони һәм Ланка исемле бер пар һинд филе балаларын бүләк итә, улар ҙа утрауҙа йәшәй. Сони 2010 йылда вафат була.
1983 йылдың октябрендә архипелаг территорияһында милли парк ойошторола.
Бойондороҡһоҙ Хорватия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990 йылдар башында Вели-Бриюндан көнбайышҡа ҡарай Ганг, Галия һәм Мадонна утрауҙарында виллалар Хорватия президентының йәйге резиденцияһы сифатында ҡулланыла һәм уларҙы йыл әйләнәһенә утрауҙарҙа урынлашҡан бәләкәй армия гарнизоны һаҡлай[9], Әммә инфраструктураға һәм һаҡланыусы зона статусына бәйле милли паркҡа дәүләт финанслауы етешмәгәнлектән, яңы төҙөлөш тыйылғанлыҡтан, 2000 йылдарға Бриюн курорттары һәм дөйөм архипелаг бөлгөнлөккә төшә.
Хәҙерге торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2009 йылдың авгусында The Independent гәзите Хорватия хөкүмәте утрауҙарҙы һатыуға ҡуя тип хәбәр итә, Вели -Бриюн өсөн 1,2 миллиард евро һәм бөтә архипелаг өсөн 2,5 миллиард һорала[10] , әммә һуңыраҡ был яңылыҡ Хорватияның киң мәғлүмәт сараларында Истрия жупанияһының жупаны Иван Якович, президент Степан Месич һәм премьер-министр Яндранка Косор тарафынан кире ҡағыла[11]. 2009 йылға ҡарата булған ҡунаҡханаларҙы дүрт йондоҙға тиклем яңыртырға, канализация һәм энергия менән тәьмин итеү системаларын яңыртыу пландары була. «Brijuni Rivijera» проекты сиктәрендә әҙерләнгән план Бриони архипелагын 800 ял итеүсене һыйҙырған бай туристик курортҡа әйләндереүҙе үҙ эсенә ала[11]
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Сәскә атыусы олеандр ҡыуағы
Башҡа мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Итальян фирмаһы Brioni тап ошо утрауҙар исеменән сыҡҡан.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Словения, Хорватия, Сербия, Черногория, Босния и Герцеговина, Македония, Албания // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 70—71. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
- ↑ Балканские страны, север // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 1999 г. ; отв. ред.: Т. Г. Новикова, Т. М. Воробьёва. — 3-е изд., стер., отпеч. в 2002 г. с диапоз. 1999 г. — М. : Роскартография, 2002. — С. 102—103. — ISBN 5-85120-055-3.
- ↑ Топокарты Генштаба 2016 йыл 23 апрель архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Springer, Zvonko Brijuni Archipelago at the south western coast of Istria Peninsula . CroatianHistory.net. Дата обращения: 16 июнь 2010. Архивировано 26 май 2012 года.
- ↑ Fatović-Ferenčić, Stella Brijuni Archipelago: Story of Kupelwieser, Koch, and Cultivation of 14 Islands . Croatian Medical Journal (июнь 2006). Дата обращения: 16 июнь 2010.
- ↑ Osobe koje morate upoznati (хорв.). Brijuni National Park. Дата обращения: 16 июнь 2010. Архивировано 1 июнь 2012 года. 2012 йыл 6 июнь архивланған.
- ↑ Josip Broz Tito na Brionima (хорв.). Brijuni National Park. Дата обращения: 16 июнь 2010. Архивировано 1 июнь 2012 года. 2012 йыл 6 июнь архивланған.
- ↑ Safari park . Brijuni National Park. Дата обращения: 16 июнь 2010. Архивировано 1 июнь 2012 года. 2012 йыл 6 июнь архивланған.
- ↑ Brijuni: Osoblje za novog šefa Josipovića ugodilo sva tri klavira . Večernji list (7 март 2010). Дата обращения: 16 июнь 2010.
- ↑ Day, Michael Croatia puts Tito's holiday islands up for sale (price: €2.5bn). The Independent (8 August 2009). Дата обращения 16 June 2010lang=en
- ↑ 11,0 11,1 Lazarević, Milan. Prodaja Brijuna - talijanska podvala (хорв.). Slobodna Dalmacija (9 August 2009). Дата обращения 16 июня 2010.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Брионские острова // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт национального парка Бриони (хорв.). Архивировано 18 май 2012 года.