[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Билән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Белянка
башҡ. Билән
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Балаҡатай

Ауыл биләмәһе

Билән ауыл Советы

Координаталар

56°02′36″ с. ш. 59°14′07″ в. д.HGЯO

Халҡы

853[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452586

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 210 804 001

ОКТМО коды

80 610 404 101

ГКГН номеры

0522792

Белянка (Рәсәй)
Белянка
Белянка
Билән (Башҡортостан Республикаһы)
Белянка

Билән (рус. Беля́нка) — Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районындағы ауыл. Билән ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 853 кеше булған[2]. Почта индексы — 452586, ОКАТО коды — 80210804001.

  • Район үҙәгенә тиклем (Яңы Балаҡатай): 54 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Незяпетровск): 33 км

Билән ауылы Ҡариҙел йылғаһы ҡушылдығы Билән йылғаһы буйында, район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 54 километр һәм Наҙы-Петровск (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көнбайышҡа табан 33 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Билән ауылына Себер даруғаһы Балаҡатай улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған, Билән ауылы XVIII быуаттың 80-се йылдары аҙағынан Пермь губернаһы Красноуфимск өйәҙе биләмәһенә ингән[4].

Биләмә берәмектәренә инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1780 Балаҡатай улусы Себер даруғаһы Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 5-се йорт 2-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 5-се йорт 2-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 5-се йорт 2-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 5-се йорт 2-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Балаҡатай улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Балаҡатай улус Советы (1918 й.), Билән ауыл Советы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926 Билән ауыл Советы (1923 йылдан) Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Билән ауыл Советы Балаҡатай районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Билән ауыл Советы Балаҡатай районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Билән ауыл советы Балаҡатай районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Билән ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуаттың 1-се яртыһында, Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 2-се Башҡорт кантоны 5-се йорто составында булған. 2-се Башҡорт кантонына Билән ауылынан башҡа Ҡараҡай, Маҫҡары, Юлдаш (хәҙер Силәбе өлкәһендә), Араҡай, Әртә-Шиғыр, Өфө-Шиғыр [5], Үрмәкәй, Аҡбаш, Шәкүр (барыһы ла Сверд­ловск өлкәһендә).

1811 йылда Билән ауылында 11 йортта 100 кеше, 1834 йылда — 15 йортта 166 кеше, 1859 йылда — 24 йортта 281 кеше йәшәгән.

1842 йылда 166 кешегә 84 сирек яҙғы иген сәселгән. Был төбәктә ужым ашлығы, картуф әлегә сәселмәгән. Малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр, йәйгеһен йәйләүгә сыҡҡандар. XIX быуат аҙағында — XX быуат башында тирмән, тимерлек, земство мәктәбе, мәсет теркәлгән.

1869 йылда Билән ауылындағы 52 йортта 315 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, һал һәм кәмә яһау менән шөғөлләнгәндәр. Билән ауылы Бәләкәй Ҡошсо улусының административ үҙәге булған, бында улус идараһы, мәсет, мәктәп урынлашҡан булған[6].

Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1920 йылда Биләндә — 123 йортта 694 башҡорт йәшәгән.

Әлеге ваҡытта Билән ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, Мәҙәниәт йорто («Серҙәш» халыҡ фольклор ансамбле эшләй), китапхана бар[7].

Билән ауылында башҡорттар йәшәй (2002)

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 803
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1279
1959 йыл 15 ғинуар 1372
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 1012 462 550 45,7 % 54,3 %
2002 йыл 9 октябрь 883 417 466 47,2 % 52,8 %
2010 йыл 14 октябрь 853 404 449 47,4 % 52,6 %

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Гагарин урамы (рус.  Гагарина (улица)
  • 1-се Күл урамы (рус.  1-я Озёрная (улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)
  • Яр урамы (рус.  Береговая (улица)
  • 2-се Күл урамы (рус.  2-я Озёрная (улица)
  • Совет урамы (рус.  Советская (улица)
  • Йәшлек урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • 3-сө Күл урамы (рус.  3-я Озёрная (улица)
  • Совхоз урамы (рус.  Совхозная (улица)[13]
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Билән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 563. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Топонимы Свердловской области.
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 563. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Билән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. Билән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. Н у р и д ж а н о в Э. С. Тренер Шамигулов // Башкирия спортивная. Уфа, 1971
  10. Энциклопедия Башкирии. Шамигулов Марат Абдуллович
  11. Марат Шамигулов — заслуженный тренер РСФСР
  12. Энциклопедия УГНТУ. Казырбаев Фуат Муталипович 2019 йыл 16 август архивланған. (рус.)
  13. Карта д. Белянка. Улица
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.