Йәннәт менән һөйөнсөләнгән унау
Йәннәт менән һөйөнсөләнгән унау | |
Йәннәт менән һөйөнсөләнгән унау Викимилектә |
Йәннәт менән һөйөнсөләнгән унау (ғәр. العشرة المبشرون بالجنة — әл-ғәшара әл-мүбәшширун би-л-джәннәт, рус. Десять обрадованных раем) — сөнниҙәр инанысы буйынса — ислам пәйғәмбәре Мөхәммәттең (с.ғ.с) үҙе иҫән сағында йәннәт менән һөйөнсөләгән иң яҡын ун көрәштәше. Улар: Әбү Бәкер, Ғүмәр ибн әл-Хәттаб, Усман ибн Әффан, Али ибн Әбү Талип, Әбү Ғүбәйдәт ибн әл-Жәрәх, Сәғд ибн Әби Үәҡҡас, Ғәбдеррәхмән ибне Ғауф,Зөбәйер ибн әл-Ғәүүәм, Талха ибн Ғөбәйдулла, Сәғит ибн Зәйет[1]. Улар сөнниҙәр тарафынан таныла, ә шиғыйҙар уларҙы кире ҡаға.
Хәҙис
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алты абруйлы хәҙистәр йыйынтығынан йәннәт менән һөйөнсөләгән унау тураһында хәҙис әт-Тирмизи, Әбү Дауыт һәм Ибн Мажа йыйынтыҡтарында килтерелә[2]. Сөнниҙәр фекеренсә, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең көрәштәштәре ун ике төркөмгә бүленгән һәм әлеге ғәшара әл-мүбашшәра беренсе урында тора[3]
Исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]№ | Исем | Ғәрәпсә | Йәшәгән йылдары | Иҫкәрмә |
---|---|---|---|---|
1 | Әбү Бәкер әс-Сиддиҡ | أبو بكر الصديق | 573—634 | беренсе хаҡ хәлиф |
2 | Ғүмәр ибн әл-Хәттаб | عمر بن الخطاب | 585—644 | икенсе хаҡ хәлиф |
3 | Усман ибн Әффан | عثمان بن عفان | 574—656 | өсөнсө хаҡ хәлиф |
4 | Али ибн Әбү Талип | علي بن أبي طالب | 599—661 | дүртенсе хаҡ хәлиф, шиғый-имамсыларҙың тәүге имамы |
5 | Әбү Ғүбәйдәт | أبو عبيدة بن الجراح | 582—639 | Леванттың наибы (наместнигы) (634—638) |
6 | Сәғд | سعد بن أبي وقاص | 595—664 | өсөнсө хәлифлеккә кандидат |
7 | Ғәбдеррәхмән | عبد الرحمن بن عوف | 580—652 | өсөнсө хәлифлеккә кандидат |
8 | әз-Зөбәйер | الزبير بن العوام | 594—656 | өсөнсө хәлифлеккә кандидат, Дөйә һуғышында һәләк була |
9 | Талха | طلحة بن عبيدالله | 595—656 | өсөнсө хәлифлеккә кандидат, Дөйә һуғышында һәләк була |
10 | Сәғит | سعيد بن زيد | 593—673 | Дамаск наибы (наместнигы) (с 634 г.) |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Али-заде, 2007
- ↑ Muqaddimah Ibn al-Salah, pg. 160 Dar al-Ma’aarif edition; al-Tirmithi, under #3748; al-Tirmithi, Volume 5, Page 605, Hadith 3748; Abu Daoud, #4649 and #4650
- ↑ Twelve Ranks of the Companions 2011 йыл 23 апрель архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. [121 Ашара мубашшара] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- al-ʿAs̲h̲ara al-Mubas̲h̲s̲h̲ara / Wensinck A. J. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)