[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Ижек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ижек
Тамғалау сигма[d]
Схематичная иллюстрация
 Ижек Викимилектә

Ижекһүҙҙең бер тын менән әйтелә торған быуыны. Һүҙ ижектәргә бүленә. Һүҙҙә нисә һуҙынҡы өн булһа, шул тиклем ижек була. Һүҙ бер нисә ижектән торорға мөмкин. Ижектә бер һәм бер нисә өн була ала: хат, у-лар, ҡа-ла, ба-ла-лар-ҙы-ҡы. Ижек иң бәләкәй фонетик-фонологик берәмек булып тора, уға составындағы өндәрҙең акустик-артикуляцион бергәлеге хас. Ижек мәғәнә белдермәй. Ул тик әйтелеш берәмеге булып тора. Тел тураһындғы фән күҙлегенән ижек төшөнсәһенә билдәләмә ике ҡараштан сығып бирелә. Яһалыу йәһәтенән, йәки физиологик яҡтан, ижек өн йә өндәр йыйылмаһы тип һанала, уларҙы әйткәндә кешенең телмәр аппараты өҙмәй генә тынды бер тапҡыр этеп сығара. Үҙ сиратында, акустика йәһәтенән, йәғни ишетелеү яғынан, ижекте бер өндөң эргәләгеләргә ҡарарғанда көслөрәк яңғырауынан торған телмәр киҫәге тип ҡарарға була.

Ижек тураһында дөйөм төшөнсә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тел ғилемендә фонема иң бәләкәй өн берәмеге тип ҡаралһа, ижек үҙ сиратында телмәрҙең йәки артикуляцияның иң бәләкәй берәмеге булып тора. Структура йәһәтенән ижек бер йәки бер нисә өндән тора ала, улар телмәр ағышында бер-береһенә йәнәш тора һәм әйтелештә айырылмаҫ бер бөтөн хасил итә. Ҡайһы бер телдәрҙә, мәҫәлән, рус, инглиз, француз телдәрендә, ижек һүҙҙең мәғәнәүи йөкмәткеһе менән морфологик бүленешенә бер ниндәй ҙә йоғонто яһамай. Бындай телдәрҙә ижектәрҙең сиктәре күсеп йөрөй һәм төрлө модификацияла төрлөсә үҙгәрә ала, был ваҡытта морфемаларға ла, грамматик формаларға ла бәйле булмай. Әйтәйек, рус телендәге дом һүҙе бер ижектән тора, тамыр тотошлай ошо ижек эсенә инә, ә дома формаһында ижек тамырҙың бер өлөшөн генә үҙ эсенә ала, тамырҙың һуңғы өнө ялғау менән берләшә лә икенсе ижекте яһай. Ҡайһы берҙә, мәҫәлән, француз телендә, ижек ике үҙаллы һүҙҙең береһенең аҙағын, икенсеһенең башын берләштерә ала. Ижек тотороҡло берәмек булған телдәр ҙә бар. Телмәр ағышында ижектәрҙең составы һәм сиктәре бер нисек тә үҙгәрмәй. Бындай телдәр — боронғо ҡытай теле, вьетнам теле. Был телдәрҙе ижекле төҙөлөшлө телдәр тип йөрөтәләр. Уларҙағы ижек тотороҡлолоғо шуға бәйле: ижек айырым морфеманы сағылдырыу сараһы булып тора һәм ғәмәлдә иң бәләкәй фонологик берәмеккә әүерелә. Бындай ижек силлабема тип билдәләнә.

Фонетик ижектең структур составының иллюстрацияһы
Инглиз телле әҙәбиәттә ижек өлөштәрен билдәләү,cat һәм sing һүҙҙәре миҫалында

Ижек уны яһаусы өндән, нигеҙҙә, һуҙынҡынан (ул һыҙмала 'Г' менән билдәләнгән), һәм уны уратҡан башҡа өндәрҙән, башлыса тартынҡыларҙан ('С'), тора. Ижек башындағы тартынҡылар – инициаль, ижек аҙағындағы тартынҡылар – финаль, а ижекте яһаусы урталағы өн үҙәк йәки түбә тип атала. Үҙәк менән финаль бергә рифма [* 1] тип йөрөтөлә. Үҙәк – ижектең мотлаҡ элементы; инициаль йәки финаль булһа ла, булмаһа ла ярай:

Ижек Инициаль Үҙәк Финаль
дом д о м
принц пр и нц
из и з
на н а
у у

Һәр конкрет телдең ижек төҙөлөшөнөң үҙ үҙенсәлектәре бар һәм теге йәки был өндәрҙең айырым позицияларҙа ҡулланыла алмауы ихтимал. Ҡайһы бер телдәрҙә инициаль мотлаҡ (къхонг, вьетнам), икенселәрҙә финаль юҡ (ньянджа, таити). Мотлаҡ финалле телдәр юҡ [1]. Мәҫәлән, ҡайһы бер телдәрҙә, һуҙынҡыларҙан таш, ижек яһаусы үҙәк вазифаһын сонанталар йә шаулы тартынҡылар ҙа башҡара ала. Мәҫәлән, чех телендә ижек яһаусы сонанталар йыш осрай: vlk, vr|ba. Ошо рәүешле үк һуҙынҡы өндәр ижектең периферияһын да төҙөй ала; был осраҡта улар ижекһеҙ тип йөрөтөлә.

Ижектәрҙең классификацияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ижектәрҙе квалификациялауҙың ике варианты киң таралған. Береһе – һуңғы өн буйынса, икенсеһе – һуҙынҡылар һаны буйынса квалификациялау.

I. Һуңғы өн буйынса ижектәр 1. асыҡ, йәғни ижек яһаусы өнгә бөтә һәм артҡы периферияһыҙ; 2. ябыҡ, йәғни ижек яһамай торған өнгә тамамлана һәм артҡы перифериялы була. Ҡайһы бер телдәрҙә ике вариант та киң ҡулланыла, икенселәрендә ябыҡ ижектәр булмай.

II. Һуҙынҡылар һаны буйынса ижектәр 1. оҙон, йәғни составында оҙон һуҙынҡылы йә бер нисә тартынҡылы 2. ҡыҫҡа , йәғни составында ҡыҫҡа һуҙынҡылы һәм тартынҡылар төркөмөһөҙ була. Оҙон һәм ҡыҫҡа ижектәр боронғо грек һәм латин теләдрендә була. Хәҙерге ваҡытта ғәрәп телендә бар.

Бер ижек итеп әйтелә торған бер нисә һуҙынҡылы ижектәр була. Уларҙың иң таралған варианттары ике йә өс һуҙынҡынан тора (дифтонгылар һәм трифтонгылар). Полифтонгыларҙа ижек составындағы һуҙынҡыларҙың береһе ижектең үҙәге, ҡалғандары периферияһы тип ҡарала; шуға ярашлы, полифтонгылар үрләүсе, түбәнйеүсе һәм ҡатнаш төрҙәргә бүленә. Үҙенсәлекле дифтонгылы телдәр ҙә бар, уларҙа дифтонгының ике өнө лә үҙәккә инә.

Ижектәргә бүленеш менән бәйле өн модификациялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ижектәргә бүленгән лексик берәмектең өн составында үҙгәрештәр хасил иткән шарттар булғылай. Был модификациялар ят, йәғни «паразит» тартынҡы йә һуҙынҡы өндәр барлыҡҡа килеү менән бәйле. Урынына ҡарап, улар түбәндәгесә бүленә: эпентеза (ят өндәрҙең һүҙ эсендә барлыҡҡа килеүе), протеза (ят өндәрҙең һүҙ башында барлыҡҡа килеүе). Башҡа төрлө осраҡтар ҙа була. берләшеү (бер нисә һуҙынҡы өндөң бер оҙон өнгә йә дифтонгыға берләшеп бер өн яһауы), элизия (бер-береһе менән яраша алмаған һуҙынҡыларҙың береһенең төшөп ҡалыуы).

Башҡорт телендә ижек

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт телендә ижектәр бер ижекле лә, күп ижекле лә була. Айырым осраҡтарҙа һүҙ башындағы яңғыҙ һуҙынҡы ла ижек яһай. Миҫалдар: а-тай, и-ләк, е-те. Яңғыҙ тартынҡы ижек яһай алмай. Һуҙынҡы өнгә тамамланған ижек асыҡ ижек тип атала. Миҫалдар: ки-тә, ба-ра-һы. Тартынҡы өнгә тамамланған ижек ябыҡ ижек була. Миҫалдар: таш-тар, шат-лыҡ, ғү-мер-лек.

Һүҙҙе юлдан юлға күсергәндә бер һүҙынҡынан торған ижек юл аҙағында ҡалдырыла алмай. Мәҫәлән: у-саҡ, ә-сәй, а-лыу, у-ҡытыусы кеүек һүҙҙәрҙә юлдан юлға күскәндә тәүге ижек юл аҙағында тороп ҡалмай.

Һүҙ күп ижекле булып, ул ижектәрҙең береһе көслөрәк әйтелә һәм баҫымлы ижек тип атала; ул һүҙҙә берәү генә була. Көсһөҙ әйтелә торған ижек баҫымһыҙ ижек тип йөрөтөлә.

Өндәргә ҡарап бүленеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ижектәр бер, ике, өс, дүрт өндән торорға мөмкин. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙең килеү тәртибенә ҡарап, башҡорт телендә 6 төрлө ижек булыуы мөмкин.

  • Бер һуҙынҡынан торған.
  • Һуҙынҡы һәм тартынҡынан торған.
  • Тартынҡы менән һуҙынҡынан торған.
  • Тартынҡы, һуҙынҡы, тартынҡынан торған.
  • Һуҙынҡы, тартынҡы. тартынҡынан торған.
  • Тартынҡы, һуҙынҡы, тартынҡы, тартынҡы.

Асыҡ һәм ябыҡ ижектәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әгәр ҙә ижек һуҙынҡыға тамамланһа, асыҡ ижек тип атала, әгәр ҙә тартынҡыға бөтһә, ябыҡ ижек була.

Юлдан юлға күсереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һүҙ бер юлдан икекнсе юлға күскәндә ижеккә бүлеп күсерелә: баш-лыҡ. урман, балалар-ҙың. Һүҙҙе юлдан күсергәндә бер генә һуҙынҡы өндән торған ижек юл аҙағына ҡалдырылмай, шулай уҡ икенсе юлға күсерелмәй. Ижек аҙағында Ъ,Ь хәрефтәре булһа, улар тәүге юлда ҡалдырыла.

Шиғыр төҙөлөшөндә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт ғилемендә ижек төшөнсәһенә нигеҙләнгән шиғыр төҙөлөшө системалары бар. Силлабик шиғыр төҙөлөшө. Sillabe грекса ижек тигәнде аңлата. Силлабика ижеккә нигеҙләнә. Әгәр шиғыр юлында ижектәр һаны һигеҙҙән артыҡ булһа, уның уртаһында цезура тип йөрөтөлгән пауза була, ул юлды ярымюлдарға бүлә. Был системала ижектәр һанының тигеҙлеге ритм барлыҡҡа килтерә. Силлабик шиғыр төрки телдәр поэзияһына хас. Был төрки телдәрҙең эске ҡанундары менән аңлатыла. Мәҫәлән, уларҙа һуҙынҡылар һәм тартынҡылар ҡыҫҡа һәм оҙонға бүленмәй. Йәнә төрки телдәрҙә һүҙҙәрҙә баҫымдың урыны тотороҡло була, баҫым ғәҙәттә, һүҙ аҙағындағы ижеккә төшә [2] Мелодик шиғыр төҙөлөшө. Был системала ижектәрҙең бейеклеге мөһим (уларҙың һаны һәм урыны менән бер рәттән); тигеҙ, үрләүсе һәм түбәнәйеүсе тонлы ижектәр бер-береһенә ҡапма-ҡаршы ҡуйыла ала. Мелодика ижектең өн бейеклеге һәм ул хасил иткән ижек фонологик яҡтан мөһим булған телдәрҙә осрай. Метрик шиғыр төҙөлөшө. Был төрҙә ижектәрҙең һанына һәм урынына уларҙың оҙонлоғо ла иҫәпкә алына. Тоник шиғыр төҙөлөшө . Был осраҡта баҫымлы ижектәр һанын һәм урыны ла, уларҙың баҫымһыҙ ижектәр менән бәйләнеше лә иҫәпкә алына.

  1. Названия частей слога даны по Лингвистическому энциклопедическому словарю.
  • Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. Өфө-2000йыл ISBN 5-295-02619-1
  • Толомбаев Х.А., Солтанбаева Х.В. Әсә теле. 6-сы класс өсөн дәреслек. Өфө-2008 йыл ISBN 978-5-295-04288-1
  • Актуальные проблемы культуры речи / АН СССР, Ин-т рус. яз.; под ред.: В. Г. Костомарова, Л. И. Скворцова. — М.: Наука, 1970. — 403, [5] с.
  • Баранникова Л.И. Основные сведения о языке. — М.: Просвещение, 1982. — 112 с.
  • Бондарко Л. В. Звуковой строй современного русского языка. — М.: Просвещение, 1977. — 176 с.
  • Вербицкая Л. А. Русская орфоэпия: (К проблеме эксперим.-фонет. исследования особенностей соврем. произносит. нормы) / Л. А. Вербицкая; Ленингр. гос. ун-т им. А. А. Жданова. — Ленинград: Изд-во Ленингр. ун-та, 1976. — 124 с.
  • Закожурникова М. Л., Костенко Ф. Д., Рождественский М. С. Учебник для 1 класса начальной школы. — М.: Просвещение, 1965. — 127 с.
  • Закожурникова М. Л., Костенко Ф. Д., Рождественский М. С., Матвеева А. Н. Учебник для 1 класса трёхлетней начальной школы. — М.: Просвещение, 1999. — 127 с. — ISBN 5-7461-0078-1.
  • Зиндер Л. Р. Общая фонетика / Л. Р. Зиндер; Ленингр. ордена Ленина гос. ун-т им. А. А. Жданова. — Л.: изд-во Ленингр. ун-та, 1960. — 335, [1] с.
  • Зиндер Л. Р. Общая фонетика. — Учеб. пособие.— 2-е изд., перераб. и доп. — М.: Высш. школа, 1979. — 312 с.
  • Каленчук М. Л. Слог и ударение // Энциклопедия для детей. — Т. 10. Языкознание. Русский язык (3-е издание) / Главный редактор М. Д. Аксёнова. — М.: Аванта+, 2004. — С. 88—89, 92. — 704 с. — ISBN 5-8483-0051-8
  • Кочергина В. А. Введение в языковедение: Основы фонетики — фонологии. Грамматика: Учеб. пособие для студентов вузов по спец. «Восточные языки и лит.» / В. А. Кочергина. — 2-е изд., перераб . — Москва: Издательство МГУ, 1991. — 205 с.
  • Статья Слог // Лингвистический энциклопедический словарь / под ред. В. Н. Ярцевой, Институт языкознания АН СССР. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — 685 с. — ISBN 5-8527-0031-2.
  • Литневская Е. И. Слог // Русский язык: краткий теоретический курс для школьников. — М.: Изд-во Моск. ун-та, Издательство «ЧеРо», 2006. — 240 с. — (Московский университет — школе).
  • Ломоносов М. В. Параграф 107 // Российская грамматика. — 1765.
  • Трубецкой Н. С. Основы фонологии / Пер. с нем. А. А. Холодовича; Ред. С. Д. Кацнельсона; Послесл. А. А. Реформатского [с. 326—361]. — Москва: Изд-во иностр. лит., 1960. — 372 с.
  1. Péter Szigetvári. Chapter 4 // English phonological analysis. A Coursebook. — Budapest: The Department of English Linguistics. Eötvös Loránd University, 2013.
  2. Ким Әхмәтйәнов. Әҙәбиәт теорияһы. - 4-се баҫма. - Өфө, Китап, 2018. - 400 бит.pdf https://vk.com/topic-41267414_39374171