Домрачева Дарья Владимировна
Дарья Домрачева | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Дөйөм мәғлүмәт | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тулы исеме |
Дарья Владимировна Домрачева | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Исеме |
бел. Дар’я Уладзіміраўна Домрачава | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ҡушаматы |
Беларусь ракетаһы [1] | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Гражданлығы | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тыуған көнө | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тыуған урыны | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Йәшәгән урыны | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Буйы/Ауырлығы | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ғаилә хәле |
тормошта | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Профессия |
спорт инструкторы | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Белеме |
Туризмдың юғары мәктәбе (Белорус дәүләт иҡтисад университеты) | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Титулдары | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Олимпия чемпионы |
3 Ҡышҡы Олимпия уйындары(2014) | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Донъя чемпионы |
2 Биатлон буйынса донъя чемпионаты (2012, 2013) | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Донъя кубогы |
1 Биатлон буйынса донъя кубогы (2015) | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Донъя кубогы, спринтерские гонки |
1 Биатлон буйынса донъя кубогы (2015) | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Донъя кубогы, гонки преследования |
1 Биатлон буйынса донъя кубогы (2012) | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Донъя кубогы, массовый старт |
3 Биатлон буйынса донъя кубогы (2011, 2012, 2014) | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Атыу мәргәнлеге | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Мәғлүмәттәр буйынса |
Биатлон буйынса донъя кубогы (2014/2015) | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Дөйөм мәргәнлек |
85% | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Карьера (Кубок мира) | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Еңеү |
28 | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Подиум | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Подиумов в эстафетах | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
АЛған мәрәйҙәр |
6928 | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Миҙалдар | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Дарья Домрачева Викимилектә |
Дарья Владимировна Домрачева (бел. Дар’я Уладзіміраўна Домрачава; 3 август 1986 йыл, Минск, Белорус ССР-ы, СССР) — Беларусь биатлонисы, 2014 йылдың өс тапҡыр Олимпия чемпионы, ике тапҡыр донъя чемпионы (2012, 2013), 2014/15 йылдарҙа Донъя кубогын яулаусы; биатлон буйынса 5 Кесе Гәлсәр кубок эйәһе, Беларусь Республикаһының атҡаҙанған спорт мастеры. Ҡышҡы Олимпия уйындарында иң күп титуллы белорус спортсыһы, шулай уҡ донъяла бер Олимпиадала ғына шәхси ярыштарҙа өс тапҡыр чемпион исемен алыусы биатлонсы. 2014 йылда үҙенең өсөнсө алтын миҙалын яулаған көндә Дарьяға «Беларусь Геройы»[2] исеме бирелә. Ул ил тарихында ошо исемгә ҡатын-ҡыҙҙар араһынан иң беренсе лайыҡ була. 2010 йылдарҙа донъяның иң көслө биатлонсыһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дарья Домрачева 1986 йылда Минскиҙа архитекторҙар ғаиләһендә тыуа. Дүрт йылдан һуң ата-әсәһе менән Себергә, яңы төҙөлгән Нягань ҡалаһына күсенә. Дарья унда бейеү һәм баскетбол менән шөғөлләнә, ә 1992 йылда, ағаһына эйәреп, саңғыла йөрөй башлай. Барлыҡ ваҡытын тиерлек күнекмәләрҙә, йыйындарҙа һәм ярыштарҙа үткәрә. Ләкин мәктәптә «яҡшы» һәм «бик яҡшы» иблдәләренә генә өлгәшә. Йәйге каникулдарын Минскиҙа уҙғара.
1999 йылда биатлон менән шөғөлләнә башлай. Гимназияның иҡтисад-юридик синыфын тамамлағас, Төмән университетының икенсе курсына, спорт менеджменты факультетына уҡырға инә. 2003 йылда Минскиға кире ҡайталар. Беларусь дәүләт университетында спорт менеджменты факультеты булмағанлыҡтан, Домрачева туризм менән идара итеү кафедраһына күсә. 2009 йылда «Туризм индустрияһында реклама» темаһына диплом яҡлай.
2010 йылда Домрачева «Дарья Домрачева. Беларусты тәҡдим итеп» тигән авторлыҡ кинолентасығара. Фильм видеокөндәлек форматында биатлонистың үҙе тарафынан төшөрөлгән. Режиссеры һәм авторҙашы Дарьяның дуҫ егете Максим Субботин.[3]
2014 йылдың июненә тиклем Беларусь КГБ-һында хеҙмәт итә, сөнки Биатлон федерацияһы тап әлеге ведомствоға беркетелгән. «Динамо» физкультура-спорт йәмғиәтенең рәсми сайтындағы биографияһына ярашлы (һуңынан ул тулыһынса юйыла), спортсы өлкән лейтенант дәрәжәһенә етә[4][5].
Биатлон карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Карьераһы башында Дарья Рәсәй өсөн сығыш яһай , әммә 2004 йылда Беларусь ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһының өлкәнт тренерынан ил өсөн сығыш яһау тәҡдимен ала. Ул ризалаша һәм Беларусь йыйылма командаһы составында күнекмәләргә йөрөй башлай, әммә команда өсөн сығыш яһау хоҡуғын ярты йыл самаһы яуларға тура килә. Ул ваҡытта Домрачева инде Рәсәйҙә юниорҙар араһында күп тапҡырҙар чемпион исемен яулаған, Европа кимәлендәге ярыштарҙа призер һәм 2004 йылда ҡыҙҙар араһында донъя чемпионатында шәхси ярышта 15-се урында була[6]. Шул уҡ ваҡытта, Дарья һәр ваҡыт, бала саҡтан Беларусь өсөн сығыш яһарға теләнем, сөнки тамырҙарым белорус, тип белдерә.
Беларусь йыйылма командаһы өсөн иң ҙур халыҡ-ара старт 2005 йылда Юниорҙар араһында донъя чнмпионаты була. Унда беренсе (шәхси) ярышта ул 40-сы була.[7] Бер рубежда диоптр төшөп ҡала, һөҙөмтәлә өсөнсө атыу урынында биш мөмкинлектән биш тапҡыр яҙа ата. Артабанғы ике ярышта — спринт[8] һәм баҫтырыу[7] Домрачева еңеү яулай. Бер йылданһуң ошондай уҡ беренселектә Дарья быҫтырыу ярышында бары тик бронза миҙал алып ҡайта.
2006 йылдың (2006/07 йй. миҙгеле) 1 декабрендә Швецияның Эстерсунд ҡалаһында спринт ярышында 16-сы һөҙөмтә[9] күрһәтә (биш белорус спортсыһы араһында икенсе була). 2007 йылда юниорҙар араһында уҙған донъя чемпионатында финишҡа ике тапҡыр икенсе булып килә — спринтта һәм баҫтырыуҙа.
2008/09 йылдар миҙгелендә ярыш һөҙөмтәләре буйынса даими рәүештә беренсе тиҫтә исемлегенә инә. Оберхофтағы этапта киң күләмле стартта Дарья хаталана. Ярышыусыларға юл башлап һәм икенсе ут нөктәһенә беренсе булып килеп, ятып атыу урынына ул баҫып ата[10], шул уҡ ваҡытта бер тапҡырҙа сәпкә тейҙермәй. Уға дистанциянан сығырға тура килә. Шундай хәл булыуға ҡарамаҫтан, Донъя кубогының 5-се этабында шәхси ярышта беренсе тапҡыр подиумға эләгә — Дарья 3-сө урын яулай[11]. Ошо уңышынан һуң тағы ике еңеү килә. 2009 йылдағы Донъя чемпионатында ҡатын-кыҙҙар араһында яуланған урындары буйынса рекорд ҡуя — 48 позиция.
Бер йылдан һуң, шулай уҡ Оберхофтағы масс-стартт бөгөн Домрачева өсөнсө ут нөктәһе алдында уҡ ҙур өҫтөнлөк менән лидер була. Әммә өс тапҡыр сит сәпкә ата һәм 4 штраф әйләнеше еъеүгә өмөт ҡалдырмай.
2009—2010 йылдар иҙгелендә Контиолахтиҙағы Донъя кубогы этабында Домрачева — спринтта, һуңынан баҫтырыу ярышында еңеү яулай. Уңыш тулҡынында киләһе этапта (Холменколлен) Дарья шәхси ярыштарҙа немка Симона Хаусвальдтан ғына ҡалышып, икенсе урын ала.
2010/11 йылдар миҙгелендә Ханты-Мансиҙағы Донъя чемпионатында масс-стартта — «көмөш» һәм эстафетала «бронза» яулай. Дөйөм зачетта Дарья Домрачева алтынсы урында тора.
2011/12 йылдар миҙгеле уның карьераһында иң яҡшыһы була. Донъя Кубогында ул беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар биатлонының бөтә донъяла билдәле лидеры немка Магдалена Нойнер менән тиң дәғүәселек итә. Немец биатлонисткаһы 2011—2012 йылдар миҙгелен үҙ карьераһында һуңғыһы тип иғлан итә һәм барлыҡ дисциплиналарҙа ла еңергә тырыша, әммә Оло Гәлсәр глобус өсөн көрәш интригаһы ахырғаса һаҡлана. Нойнерҙың тиҙлектәге өҫтөнлөгө Домрачеваның шундай уҡ тиҙлеге менән тиңләнә. Атыу буйынса ла күпкә тотороҡло һөҙөмтә күртәһә башлай. Миҙгелдә Дарья Домрачева 18 тапҡыр пьедесмталға күтәрелә. Карьераһында беренсе тапҡыр Рупольдингта донъя чемпионатында баҫтырыу ярыштарында алтын миҙал яулап, донъя чемпионы була. Миҙгел һөҙөмтәләре буйынса Домрачева дөйөм зачетта Нойнерҙан 28 мәрәйгә арттараҡ ҡалып, икенсе урынға сыға, ике Кесе Гәлсәр глобус ала (баҫтырыу һәм масс-стартта), спринтта — икенсе, индивидуаль ярыштарҙа өсөнсө урын ала.
2012/13 йылдарҙағы кубок миҙгеле алдынан Домрачева фаворит һәм Оло Гәлсәр глобусҡа төп дәғүәсе булып иҫәпләнә. Әммә уның һөҙөмтәләре бер төрлө генә булмай. Уңышлы старттары асыҡтан-асыҡ уңышһыҙлыҡ менән сиратлашып килә. Дарьяның төп уңышһыҙлығы сәбәбе тотороҡһоҙ атыу, булһа ла, тиҙлек буйынса ул һаман да иң яҡшыларҙың береһе булып ҡала. Чехияның Нове-Местолағы Донъя чемпионатында Дарья карьераһында икенсе алтын миҙал ота — был юлы еңеү масс-стартта йылмая. Барлығы 2012/13 йылдар миҙгелендә Домрачева Донъя кубогында өс миҙал яулай һәм 9 тапҡыр подиумға күтәрелә. Дөйөм зачетта спортсы үткән йылғы һөҙөмтәһен ҡабатлай.
2014 йылдың 11 февралендә Сочиҙа үткән Олимпия уйындарында 10 километрға баҫтырыу ярыштарында беренсе тапҡыр Олимпия чемпионы була. 9-сы урында килеп һәм 9 февралдәге спринт ярыштары буйынса еңеүсеһе Анастасия Кузьминанан — 31,8, көмөш миҙал яулаусы Ольга Вилухинанан - 11,9, бронза призер Вита Семеренконан 10,1 секунд ҡалышып, Домрачева икенсе атыуҙан һуң лидерлыҡты үҙ ҡулына алып, артабан уны нығыта ғына бара. Бары тик 4-се ут нөктәһендә генә 40 секунд өҫтөнлөк менән Дарья үҙенә яҙа атырға рөхсәт итә, әммә был уға һуңғы әйләнешкә лидер булып сығырғаһәм финиш һыҙатында үҙ иленең флагын ғорурлыҡ менән ҡулына алып финиш һыҙығын киҫеп үтергә ҡамасауламай.
Ошо уҡ Олимпиадала 2014 йылдың 14 февралендә 15 километрға шәхси ярышта ул бер тапҡыр ғына яҙа атып һәм ҙур тиҙлек күрһәтеп, икенсе алтын миҙал яулай.
Рекорд наградаһын бер үк ваҡыттағы старт килтерә. Унда ла Дарья бер тапҡыр ғына яҙа ата. Шул уҡ көндө республика президенты Александр Лукашенко Домрачеваға "Беларусь Геройы " исемен бирә[12].
2013/14 йылдар миҙгелендә спортсы Олимпиада алдынан бер этапты ҡалдыра[13]. Бынан тыш, шул йылда беренсе тапҡыр Олимпия уйындары һөҙөмтәләре Донъя кубогында иҫәпкә алынмау тураһындағы ҡағиҙәләр ғәмәлгә индерелә. Шуға ҡарамаҫтан, миҙгел һөҙөмтәһе буйынса Домрачева өсөнсө урынға сыға һәм биатлон программаһы ярыштарындағы элиталы һаналған төрҙә — массакүләм стартта Кесе Гәлсәр глобус ала.
2014/15 йылдар миҙгелендә Ханты-Мансиҙағы Донъя кубогының һуңғы этабында карьераһында тәүге тапҡыр үҙенең төп дәғүәсеһе Кайса Мякяряйненды уҙып, Ҙур Гәлсәр глобусҡа эйә була.
Ауырыуы сәбәпле (мононуклеоз), спортсы 2015/16 йылдар миҙгелендә ҡатнашмай.
Беларусь спорты тарихында Дарья Домрачева В. В. Щерб (6 миҙал, Олимпиада, 1992 йыл), О. В. Корбут (3 миҙал, 1972), В. В. Парфенович (3 миҙаль, 1980) менән бер рәттән Олимпиадала иң күп алтын миҙал алған спортсылар исемлегенә инә . Ул — Беларусь спортсыларынан бер ҡышҡы Олимпиадала ғына өс алтын миҙал, шулай Бкларусь Олимпия командаһы составынан бер Олимпиадала өс алтын миҙал алыусы беренсе кеше (О. Корбут, В Парфенович СССР командаһы составында сығыш яһай, ә. В. Щербо — Берләшкән команда составында).
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2016 5 апрелендә Домрачеваның Норвегия биатлонисы Уле-Эйнар Бьерндалендан[14] бәпес көтөүе билдәле була. 16 июлдә Домрачева һәм Бьерндален өйләнешә. 1 октябрҙә Минскта[15] уларҙың ҡыҙы Ксения тыуа.[16]
Ағаһы — Никита Владимирович Домрачев, архитектор.
Һөҙөмтәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Донъя кубогы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миҙгел | Дисциплина | Этаптар | һөҙөмтә | ||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Кесе кубок |
Ҙур кубок | ||||||||||||||
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | О | М | О | М | ||
Биатлон буйынса Донъя кубогы 2006—2007 | Спринт (биатлон) | Эст 16 |
Хох 5 |
Хох 26 |
Обе 30 |
Руп 13 |
- | Биатлон буйынса Донъя чемпионаты 13 |
Лах 9 |
Хол 9 |
Хан 21 |
164 | 15 | 297 | 22 |
Баҫтырыу | Эст 21 |
Хох 9 |
- | - | - | - | [[Биатлон буйынса Донъя чемпионаты 2007 22 |
Лах 19 |
Хол 7 |
Хан 6 |
125 | 15 | |||
Масс-старт | - | - | - | - | - | - | [[Биатлон буйынса Донъя чемпионаты 2007 DNF |
- | - | Хан 23 |
8 | 42 | |||
Эстафета (биатлон) | - | Хох 6 |
Хох 6 |
Обе 5 |
- | - | Биатлон буйынса Донъя чемпионаты 2007 5 |
- | - | - | - | - | |||
Ҡатнаш эстафета (биатлон) Ҡатнаш эстафета (биатлон) |
- | - | - | - | - | - | Биатлон буйынса Донъя чемпионаты 2007 13 |
- | - | - | - | - | |||
Биатлон буйынса Донъя кубогы 2007—2008 | Спринт (биатлон) | Кон 35 |
Хох 14 |
Пок 41 |
Обе 14 |
Руп 25 |
Ант 11 |
ЧМ 46 |
Пхё 23 |
Хан 7 |
Хол 14 |
124 | 18 | 226 | 26 |
Баҫтырыу | Кон 30 |
Хох DNF |
- | - | - | Ант 28 |
ЧМ 25 |
Пхё 17 |
Хан 7 |
Хол 13 |
76 | 22 | |||
Масс-старт | - | - | - | - | - | Ант 16 |
- | - | - | Хол 20 |
26 | 34 | |||
Эстафета (биатлон) | - | Хох 9 |
Пок 12 |
Обе 5 |
Руп 8 |
- | Биатлон буйынса Донъя чемпионаты 2008 5 |
- | - | - | - | - | |||
Ҡатнаш эстафета (биатлон) Ҡатнаш эстафета (биатлон) |
- | - | - | - | - | - | [[Биатлон буйынса Донъя чемпионаты 2008 2 |
- | - | - | - | - | |||
Биатлон буйынса Донъя кубогы 2008—2009 | Шәхси ярыш | Биатлон буйынса Донъя кубогының 1-се этабы 2008-09 9 |
— | Биатлон буйынса Донъя кубогының 3-сө этабы|Хох 16 |
— | — | — | Биатлон буйынса Донъя чемпионаты 2009 11 |
— | — | — | 87 | 14 | 776 | 7 |
Спринт (биатлон) | Биатлон буйынса Донъя кубогының 1-се этабы 2008-09|Эст 10 |
Биатлон буйынса Донъя кубогының 2-се этабы 2008-09|Хох 7 |
Биатлон буйынса Донъя кубогының 3-сө этабы 2008-09|Хох 16 |
Биатлон буйынса Донъя кубогының 4-се этабы 2008-09|Обе 6 |
Биатлон буйынса Донъя кубогының 5-се этабы 2008-09|Руп 3 |
[[Биатлон буйынса Донъя кубогының 6-сы этабы 2008-09|Ант 2 |
Биатлон буйынса Донъя чемпионаты 2009 53 |
Биатлон буйынса Донъя кубогының 7-се этабы 2008-09|Ван 10 |
Биатлон буйынса Донъя кубогының 8-се этабы 2008-09|Тро 9 |
Биатлон буйынса Донъя кубогының 9-сы этабы 2008-09|Хан 8 |
329 | 5 | |||
Баҫтырыу | Эст 7 |
Хох DNF |
— | — | Руп 9 |
Ант 3 |
ЧМ 5 |
— | Тро 6 |
Хан 21 |
214 | 8 | |||
Масс-старт | — | — | — | Обе DNF |
- | Ант 19 |
ЧМ 6 |
- | Тро 4 |
Хан 4 |
146 | 7 | |||
Эстафета (биатлон) | - | Хох 8 |
Хох 5 |
Обе 7 |
Руп 7 |
- | ЧМ 4 |
- | - | Ван 8 |
- | - | |||
Ҡатнаш эстафета (биатлон) | - | - | - | - | - | - | ЧМ 9 |
- | - | - | - | - | |||
2009/10 | Шәхси ярыш | Эст 3 |
- | Пок 16 |
- | - | - | ОИ 3 |
- | - | - | 121 | 4 | 770 | 6 |
Спринт (биатлон) | Эст 57 |
Хох 28 |
Пок 4 |
Обе 27 |
Руп 4 |
- | ОИ 8 |
Кон 1 |
Хол 2 |
Хан 19 |
283 | 6 | |||
Баҫтырыу | - | Хох 20 |
Пок 6 |
- | - | - | ОИ 15 |
Кон 1 |
Хол 2 |
- | 199 | 4 | |||
Масс-старт | - | - | - | Обе 9 |
Руп 7 |
- | ОИ 6 |
- | Хол 8 |
Хан 14 |
140 | 8 | |||
Эстафета (биатлон) | Эст 9 |
Хох 10 |
- | Обе 6 |
- | - | ОИ 7 |
- | - | - | - | - | |||
Ҡатнаш эстафета (биатлон) | - | - | - | - | - | - | - | Кон 4 |
- | Хан 9 |
- | - | |||
2010/11 | Шәхси ярыш | Эст 35 |
- | Пок 18 |
- | Руп 48 |
- | - | - | ЧМ 19 |
- | 51 | 29 | 862 | 6 |
Спринт (биатлон) | Эст 3 |
Хох 2 |
Пок 21 |
Обе 4 |
Руп 14 |
Ант 60 |
Пре 11 |
Фор 6 |
ЧМ 26 |
Хол 3 |
323 | 7 | |||
Баҫтырыу | Эст 8 |
Хох 3 |
- | - | Руп 13 |
- | Пре 3 |
Фор 8 |
ЧМ 35 |
Хол 2 |
252 | 5 | |||
Масс-старт | - | - | - | Обе 15 |
- | Ант 3 |
- | Фор 3 |
ЧМ 2 |
Хол 1 |
236 | 1 | |||
Эстафета (биатлон) | - | Хох 7 |
- | Обе 3 |
- | Ант 4 |
- | - | ЧМ 3 |
- | - | - | |||
Ҡатнаш эстафета (биатлон) | - | - | - | - | - | - | - | - | ЧМ 10 |
- | - | - | |||
2011/12 | Шәхси ярыш | Эст 1 |
- | - | - | Нов 5 |
- | - | - | ЧМ 25 |
- | 116 | 3 | 1188 | 2 |
Спринт (биатлон) | Эст 5 |
Хох 5 |
Хох 2 |
Обе 2 |
Нов 10 |
Ант 3 |
Хол 2 |
Лах 3 |
ЧМ 2 |
Хан 3 |
471 | 2 | |||
Баҫтырыу | Эст 16 |
Хох 1 |
Хох 3 |
- | Нов 4 |
- | Хол 3 |
Лах 3 |
ЧМ 1 |
Хан 1 |
392 | 1 | |||
Масс-старт | - | - | - | Обе 7 |
- | Ант 1 |
Хол 2 |
- | ЧМ 5 |
Хан 1 |
250 | 1 | |||
Эстафета (биатлон) | - | Хох 5 |
- | Обе 5 |
- | Ант 2 |
- | - | ЧМ 4 |
- | - | - | |||
Ҡатнаш эстафета (биатлон) | - | - | Хох 10 |
- | - | - | - | - | ЧМ 6 |
- | - | - | |||
2012/13 | Шәхси ярыш | Эст 2 |
- | - | - | - | - | ЧМ 33 |
- | Соч 1 |
- | 122 | 3 | 924 | 2 |
Спринт (биатлон) | Эст 7 |
Хох 1 |
Пок DNS |
Обе 10 |
Руп 2 |
Ант 3 |
ЧМ 43 |
Хол 2 |
Соч 5 |
Хан 13 |
351 | 2 | |||
Баҫтырыу | Эст 2 |
Хох 5 |
Пок DNS |
Обе 5 |
- | Ант 10 |
ЧМ 25 |
Хол 5 |
- | Хан 11 |
251 | 6 | |||
Масс-старт | - | - | Пок 21 |
- | Руп 2 |
- | ЧМ 1 |
Хол 3 |
- | Хан 23 |
200 | 2 | |||
Эстафета | - | Хох 7 |
- | Обе 8 |
Руп 8 |
Ант 8 |
ЧМ 7 |
- | Соч 8 |
- | 210 | 8 | |||
Ҡатнаш эстафета | Эст 12 |
- | - | - | - | - | ЧМ 11 |
- | - | - | 59 | 12 | |||
2013/14 | Шәхси ярыш | Эст 6 |
- | - | - | Руп 2 |
- | ОИ 1 |
- | - | - | 92 | 2 | 793 | 3 |
Спринт (биатлон) | Эст 4 |
Хох 36 |
Анс DNS |
Обе 1 |
- | Ант 3 |
ОИ 9 |
Пок 28 |
Кон1 37 Кон2 20 |
Хол 1 |
254 | 3 | |||
Баҫтырыу | Эст STOP |
Хох 11 |
Анс DNS |
Обе 1 |
Руп 12 |
Ант 5 |
ОИ 1 |
Пок 4 |
Кон 2 |
Хол 5 |
296 | 3 | |||
Масс-старт | - | - | - | Обе 3 |
- | - | ОИ 1 |
Пок 1 |
- | Хол 4 |
151 | 1 | |||
Эстафета | - | Хох 7 |
Анс DNS |
- | Руп DNS |
Ант STOP |
ОИ 5 |
- | - | - | 36 | 7 | |||
Ҡатнаш эстафета | Эст 8 |
- | - | - | - | - | - | - | - | - | 34 | 8 | |||
2014/15 | Шәхси ярыш | Эст 1 |
- | - | - | - | - | - | Хол 2 |
Кон 16 |
- | 139 | 2 | 1092 | 1 |
Спринт (биатлон) | Эст 5 |
Хох 8 |
Пок 6 |
Об 18 |
Руп 2 |
Ант 1 |
Нов 4 |
Хол 1 |
Кон 25 |
ХМ 3 |
416 | 1 | |||
Баҫтырыу | Эст 4 |
Хох 13 |
Пок 1 |
- | - | Ант 1 |
Нов 1 |
- | Кон 7 |
ХМ 1 |
347 | 2 | |||
Масс-старт | - | - | Пок DNF |
Об 1 |
Руп 1 |
- | - | - | Кон 4 |
ХМ 4 |
206 | 3 | |||
Эстафета | - | Хох 2 |
- | Об 3 |
Руп 2 |
Ант 6 |
- | Хол DNS |
Кон 7 |
- | - | - | |||
Ҡатнаш эстафета | Эст 11 |
- | - | - | - | - | Нов 11 |
- | Кон 4 |
- | |||||
Эксперименталь ҡатнаш эстафета | - | - | - | - | - | - | Нов DNS |
- | - | - | |||||
Иҫкәрмә: DNS — ҡатнашмай, DNF — ҡатнаша, әммә финишҡа килмәй, STOP — ярыш судьялар ҡарары менән туҡтатыла. | |||||||||||||||
Эстафеталар шәхси иҫәптә һаналмай | |||||||||||||||
2015 йылдың 22 мартына ҡарата |
Еңеүҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | Спринт | Баҫтырыу | Шәхси ярыш | Масс-старт | Дөйөм |
2009-10 | Контиолахти | Контиолахти |
2 | ||
2010-11 | Хольменколлен | 1 | |||
2011-12 | Хохфильцен Рупольдинг (Чемпионат мира) Ханты-Мансийск |
Эстерсунд | Антерсельва Ханты-Мансийск |
6 | |
2012-13 | Хохфильцен | Сочи | Нове-Место (Чемпионат мира) | 3 | |
2013-14 | Оберхоф Хольменколлен |
Оберхоф Сочи (Олимпийские игры) |
Сочи (Олимпийские игры) | Сочи (Олимпийские игры) Поклюка |
7 |
2014-15 | Антерсельва Хольменколлен |
Поклюка Антерсельва Нове-Место Ханты-Мансийск |
Эстерсунд | Оберхоф Рупольдинг |
9 |
Дөйөм | 6 | 10 | 4 | 8 | 28 |
Донъя чемпионаттарында сығыш яһау статистикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | Уҙғарыу урыны | Спринт | Баҫтырыу | Шәхси ярыш | Дөйөм старт | Эстафета | Ҡатнаш эстафета |
---|---|---|---|---|---|---|---|
2007 | Антхольц-Антерсельва | 13 | 22 | — | DNF | 5 | 13 |
2008 | Эстерсунд | 46 | 25 | — | — | 5 | |
2009 | Пхёнчхан | 53 | 5 | 11 | 6 | 4 | 9 |
2010 | ярыштар үткәрелмәй | ||||||
2011 | Ханты-Мансийск | 26 | 35 | 19 | 10 | ||
2012 | Рупольдинг | 25 | 5 | 4 | 6 | ||
2013 | Нове-Место | 43 | 25 | 33 | 7 | 11 | |
2014 | ярыштар үткәрелмәй | ||||||
2015 | Контиолахти | 25 | 7 | 16 | 4 | 7 | 4 |
Олимпия уйындарында сығыш яһау статистикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | Уҙғарыу урыны | Спринт | Баҫтырыу | Шәхси ярыш | Масс-старт | Эстафета |
---|---|---|---|---|---|---|
2010 | Ванкувер | 8 | 15 | 6 | 7 | |
2014 | Сочи | 9 | 5 |
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Беларусь Геройы (2014)
- III дәрәжә Ватан ордены (2010)
- Беларусь Республикаһының атҡаҙанған спорт мастеры (2010)
- «Беларусь спорт Олимпы» премияһы лауреаты (2012)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Белорусская ракета Дарья Домрачева
- ↑ Александр Лукашенко присвоил Дарье Домрачевой звание Героя Беларуси
- ↑ Домрачева сняла с бойфрендом авторский фильм — Ale.by — Картина дня — Новости Беларуси 2015 йыл 23 ғинуар архивланған.
- ↑ Олимпийская чемпионка из Белоруссии оказалась сотрудницей КГБ «Meduza», 04.05.2016
- ↑ Биатлонистка Дарья Домрачева — сотрудница КГБ Белоруссии.
- ↑ Результат женской индивидуальной гонки (25 января 2004)
- ↑ 7,0 7,1 http://data.biathlonworld.com/data/archives.aspx? 2009 йыл 26 ғинуар архивланған. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «ReferenceA» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ http://data.biathlonworld.com/data/archives.aspx? 2009 йыл 26 ғинуар архивланған.
- ↑ http://data.biathlonworld.com/data/archives.aspx? 2008 йыл 26 июнь архивланған.
- ↑ Видео
- ↑ http://data.biathlonworld.com/data/archives.aspx? 2009 йыл 26 ғинуар архивланған.
- ↑ Дарья Домрачева стала Героем Беларуси (17 февраль 2014). 18 февраль 2014 тикшерелгән. 2014 йыл 22 февраль архивланған.
- ↑ Домрачева пропустит этап Кубка мира в Анси, Калина готовится к старту | СПОРТ. 2014 йыл 6 сентябрь архивланған.
- ↑ Биатлонист Бьёрндален сообщил, что Дарья Домрачева ждёт от него ребёнка | Вокруг спорта | Р-Спорт.
- ↑ Дарья Домрачева и Уле-Эйнар Бьорндален стали родителями
- ↑ Домрачева и Бьорндален назвали дочь Ксюшей (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2019)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҫкәрмәләрендә хаталар булған биттәр
- 3 августа тыуғандар
- 1986 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Минскиҙа тыуғандар
- Беларусь Республикаһының атҡаҙанған спорт мастерҙары
- Алфавит буйынса спортсылар
- Алфавит буйынса биатлонсылар
- 2010 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында бронза миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Биатлон буйынса Олимпия чемпиондары
- Биатлон буйынса Европа чемпиондары
- Биатлон буйынса донъя чемпиондары