Джеймс Уатт
Джеймс Уатт | |
James Watt | |
| |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
Уйлап сығарыусы, механик |
Ниндәй өлкәлә танылған |
Пар машинаһын уйлап сығарыусы |
Автограф | |
Джеймс Уатт (ингл. James Watt; 19 ғинуар 1736 йыл — 19 август 1819 йыл) — шотланд инженеры, уйлап табыусы-механик. Эдинбург король йәмғиәте (1784), Лондон король йәмғиәте (1785), Париж фәндәр академияһы (1814) ағзаһы[1]. Уның исеме менән ҡеүәт берәмеге аталған — Ватт.
Ике йүнәлештә эш итеүсе пар машинаһы уйлап тапҡан. Уатттың эштәре башта Англияла, артабан бар донъяла сәнәғәти революцияға килтерә.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғүмеремдең күп өлөшөн мин йәмғиәткә файҙа килтереүгә бағышланым, юҡҡа түгелдер тип өмөт итәм Джеймс Уатт.
|
Бала сағы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кесе Джеймс Уатт 1736 йылдың. 19 ғинуарында Гринокта тыуа. Тыумыштан сирләшкә генә малай Гриноктағы мәктәптә уҡый башлаһа ла, йыш ауырыуҙары арҡаһында ата-әсәһе өйҙә генә белем бирергә ҡарар итә. Баланың өйҙән ситтә берҙән-бер шөғөлө балыҡ тотоу була. Малайҙың бер мәл ерҙә ниндәйҙер һыҙыҡтар һыҙып ултырғанын күреп, атаһының дуҫы мәктәпкә бирергә кәңәш итә, йәгәһе, ваҡытын юҡ нәмәләргә сарыф итә. Әммә атаһы улының Эвклид мәсьәләләрен сисеп ултырыуын белдерә.
Үҫмер сағында астрономия, химик тәжрибәләр менән мауыға, үҙ ҡулдары менән нимәлер эшләргә ярата, «оҫта ҡуллы» тип һоҡланалар. Атаһы балта оҫтаһы ҡоралдары бүләк иткәс Джеймс атаһыуйлап сығарған ҡорамалдарҙың моделдәрен эшләргә ярата.
Башланғыс синыфтф тамамлар йәш еткәс уны гимназияға бирәләр. Үҫмер күп уҡый, яҡшы өлгәшә, алған белемен тормошта тикшереп ҡарарға ынтыла.
Белем алыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]18 йәш тулғанда Уаттың әсәһе үлеп ҡала, атаһының да сәләмәтлеге ҡаҡшай, эше лә бармай башлай. Егеткә үҙе көсө менән көн күрергә тура килә Джеймс үлсәү приборҙары менән бәйле шөғөлгә тотонорға ҡарар итә. Шотландияла быға уҡытмайҙар, Уатт бер йылға Лондонға китә. Ҙур ауырлыҡ менән Моргантигән кешегә уҡырға инә, тик аҡсаһы бер йылға түләргә генә етә. У Легаль рәүештә уҡыусы була алмағас, ул башкөллө эшкә сума.
Ябай ғына линейкаларһәм циркулдәр башлап, ул ҡатмарлыраҡ ҡулайламаларға күсә бара. Тиҙҙән квадрант, сектор, теодолит эшләй башлай. Уның бер буш ваҡыты ла ҡалмай, сөнки хужаға ла бил бөгә, кистәрен заказ үтәй. Аслы-туҡлы йәшәй. Уҡыусы статусы булмағас, Ост-Һиндостан компанияһына хәрби хеҙмәткә алыу ҡурҡынысы ла янай.
Һаулығы ҡаҡшап, ул Шотландияға үҙ эшен асыу ниәте менән ҡайта. Мюрхед тигән ағаһында Глазгола йәшәй башлап, октанттар, параллель линейкалар, барометрҙар, телескоп кәрәк-яраҡтары һәм башҡа ҡорамалдарҙы йүнәтеүгә тотона. Әммә ҡаланың һөнәрселәр берлеге уның цех тәртиптәренә ярашлы эшләргә рөхсәте юҡ, тип, Шотландияла берҙән-бер шундай белгес булыуына ҡарамаҫтан, ҡамасаулай башлай. Осраҡлы хәл Уатты ҡотҡара — Глазго университетына астрономик ҡорамалдар ҡайтарталар. Профессор ағаһының таныштары аша егеткә уларҙы тәртипкә килтереү бурысы йөкмәтелә һәм ул фән ҡорамалдары мастеры итеп тәғәйенләнә. Бының өсөн ул университетта бәләкәй генә оҫтахана аса. Шунан алып ул урта быуаттарҙа һөнәрселектә йәшәп килгән тәртиптәргә ҡарамай эш итеү мөмкинлеге ала. Университетта Уатт химик Джозеф Блэк менән таныша. Дуҫының химия буйынса эҙләнеүҙәре өсөн яңы ҡорамалдар уйлап сығара.
1759 йылда Уатт архитектор һәм бизнесмен Джон Крейг менән хеҙмәттәшлек итә башлай. Улар төрлө ҡорамалдар менән рәттән музыка ҡоралдары һәм хатта уйынсыҡтар ҙа сығара. Эш табышлы булып сыға һәм Уатт ниһайәт хатта ярҙамсылар тотоу мөмкинлеге ала Ул Крейга.
1763 йылда Уатт алыҫ туғаны Маргарет (Пегги) Миллерға өйләнә. 1772 йылда ҡатыны бәпесләй алмай үлеп ҡала. Уларҙың биш балаһынан икәүһе генә ғүмерле булып сыға: кесе Джеймс (1769—1848) һәм Маргарет (1767—1796). Икенсе тапҡыр 1777 йылда Энн Мак Грегорға өйләнеп, ике балалары тыуа: улы Грегори (1777—1804), (геолог һәм минеролог булып китә), ҡыҙы Джэнет (1779—1794). Энн иренән ҡалып, 1832 йылда вафат була.
Уйлап табыуҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1759 йылда Уатттың дуҫы Джон Робинсон уны боҫто (парҙы) хәрәкәт энергияһы өсөн ҡулланыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһындыра. Ньюкомен уйлап сығарған пар машинаһы шахталарҙан һыуҙы һурып сығарып өсөн генә ҡулланыла һәм бер нисек тә камиллаштырылмай. Уның принциптарын белгән кеше лә булмай, Уаттҡа барыһын да үҙенә баш ватырға тура килә. Уңышһыҙлыҡтарҙан хатта күңеле ҡайтып ҡуя.
1763 йылда унан Глазго университеты физика профессоры Джон Андерсо Ньюкомендың пар машинаһы макетын йүнәтеүен һорай. Уаттың эҙләнеүҙәре, үҙгәртеүҙәре һөҙөмтәһендә макет эшләй башлай Эш барышында Уатт машинаның етешһеҙлектәрен асыҡлай.
Боҫ менән төрлө тәжрибәләр яһап ҡарап, ул үҙе өсөн күп асыштар яһай. 1765 йылда, ниһайәт, ул конденсат өсөн айырым камера кәрәклегенә төшөнә.
1769 йылда был асышына патент ала. Әммә машинаны эшләргә аҡсаһы етмәй. Бер ни тиклем ярҙамды Джозеф Блэк күрһәтә.
Уаттҡа Бирмингемда литейного завода (ингл. Soho Foundry) юғары квалификациялы ҡорос ҡойоусылар менән эшләгән Мэттью Болтон ярҙамға килә. П Джоном Уилкинсон кәрәкле цилиндрҙы һәм поршенде эшләп сығара заводе, выпускающем пушечные ядра (ингл. Bersham Ironworks) в Рексэме (ингл. Wrexham), Северный Уэльс (ингл. North Wales).
Уатт пар цилиндрын айырым урынлаштыра, 1782 йылда ике йүнәлешле машина уйлап сығара. Пар машинаһының етештереүсәнлеге дүрт тапҡырға арта[2].
Эшҡыуар Мэттью Болтон менән хуҙмәттәшлеккә ингәнсе машина бер файҙа ла килтермәй. Уларҙың берлектәге компанияһы «Boulton and Watt» 25 йыл уңышлы эшләй һәм Уатт бай кеше булып китә.
Патенттар буйынса хөкөм эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы машинаның даны таралғас, уға оҡшатырға маташыуҙар китә Ялған моделдәр бик хәүефле була, Уатт менән Болтондың фирмаһының абруйына зыян килтерә һәм улар судҡа мөрәжәғәт итергә тура килә. Был ваҡытты һәм көстө күп алһа ла, ысын хужалар судта үҙ хоҡуҡтарын яҡлап ҡала.
Рәсәй тәҡдимдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй фәндәр академияһы Уатты эшкә саҡыра. Инглиз инженерына үҙ маҡсаттарына ярашлы эшләргә мөмкинлек биреү һәм 1000 фунтов стерлинг[3] түләү вәғәҙә ителә Уаттың Рәсәйгә күсеү теләге шау-шыу тыуҙыра. Шағир Эразм Дарвин: «Илаһым, рус айыуы, һеҙҙе эләктереп алғанын ишеткәс, ҡотом осто! Мөмкин булһа, унда бармаһағыҙ ине. Утлы машинағыҙ Һеҙҙе бында ҡалдырыр тип өмөт итәм». Уатт Рәсәйгә күсмәй.
Ҡартлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вальтер Скотт Уаттың күп ҡырлы белеменә хайран булып, бер романының баш һүҙендә ошо хаҡта яҙа. Ҡарт көнөндә Уатт скульптураларҙың күсермәләрен эшләй торған эйдограф тигән машинаһын камиллаштырыу менән шөғөлләнә.
83 йәшендә вафат була һәм Һэндсвортта ерләнә.
Гриноктағы коллежға һәм үҙе юллашҡан китапханаға Уатт исеме бирелгән.
Хеҙмәттәрен таныу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1784 йылда Уатт Эдинбург Король йәмғиәте ағзаһы итеп алына. 1787 йылда Роттердамда Батавиан эксперименталь фәлсәфә йәмғиәте ағзаһы булып китә. 1806-ла Глазго университетының почётлы хоҡуҡ докторы. 1814 йылда Француз академияһы мөхбир ағза итеп һайлай.
Ай йәмғиәте ағзаһы.
2009 йылдың 29 майында Англия банкыһы Уатт һәм Болтон портреттары менән 50 £ сығарыуҙарын хәбәр итә. Был аҡса әле әйләнештә.
Ватт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡеүәт берәмеге булараҡ Уатт «ат көсө» берәмеген алырға тәҡдим итә. 1882 йылда Британия инженерҙары ассоциацияһы ҡеүәт көсөнә уның исемен бирергә тәҡдим итә. Техника тарихында үлсәү берәмегенә кеше исеме ҡушылған тәүге осраҡ был.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Джеймс Уатт Викимилектә | |
Джеймс Уатт Викияңылыҡтарҙа |
- ↑ Джеймс Уатт — Биография
- ↑ Джеймс Уатт — создатель универсальной тепловой машины 2015 йыл 27 сентябрь архивланған.
- ↑ Изобретение практически пригодного универсального теплового двигателя 2013 йыл 12 ғинуар архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Петрушевский Ф. Ф. Ватт, Джеймс // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Уатт // Большая советская энциклопедия: В 65 томах / гл. ред. О. Ю. Шмидт. — 1-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1947. — Т. 55 (Трихоцисты — Украинское искусство). — С. 488. — 986 с. — 45 000 экз.
- Уатт // Большая советская энциклопедия: в 51 томе / Б. А. Введенский. — 2-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1956. — Т. 43 (Топсель — Уженье). — С. 582—583. — 672 с.
- Каменский А. В. Джеймс Уатт. Его жизнь и научно-практическая деятельность // Гутенберг. Уатт. Стефенсон и Фултон. Дагер и Ньепс. Эдисон и Морзе: Биографические повествования. / Н.Ф. Болдырев. — 2-е изд. — Челябинск: Урал, 1995. — С. 101—182. — 438 с. — 25 000 экз. — ISBN 5-88294-066-4.
- Келле В. Ж. Джеймс Уатт — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Супотницкий М. В. Патенты — на пути технического прогресса. Дата обращения: 8 июль 2008. Архивировано 22 август 2011 года. 2012 йыл 15 март архивланған.
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
- 19 ғинуарҙа тыуғандар
- 1736 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Шотландияла тыуғандар
- 19 августа вафат булғандар
- 1819 йылда вафат булғандар
- Англияла вафат булғандар
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- Бөйөк Британия физиктары
- XVIII быуат тарихы
- Франция фәндәр академияһы ағзалары
- Машина төҙөүселәр
- Эдинбург короллеге йәмғиәте ағзалары
- Алфавит буйынса уйлап табыусылар
- Ғалимдар хөрмәтенә аталған физик үлсәү берәмектәре
- Бөйөк Британия уйлап табыусылары