11 декабрь
Уҡыу көйләүҙәре
(11 декабря битенән йүнәлтелде)
11 декабрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
11 декабрь Викимилектә |
11 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 345-се көнө (кәбисә йылында 346-сы). Йыл тамамланыуға 20 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Балалар фонды — ЮНИСЕФ ойошторолған көн.
- Балалар телевидениеһы һәм радиоһы көнө (декабрҙең икенсе йәкшәмбеһе).
- Тауҙар көнө.
- Ҡурылдай астмаһы менән көрәш көнө.
- Ер: Танго көнө.
- Хор сәнғәте көнө (декабрҙең икенсе йәкшәмбеһе).
- Калейдоскоп көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Андрей флагы көнө.
- Чечняла һәләк булған һалдаттарҙы иҫкә алыу көнө.
- Бразилия: Инженерҙар көнө.
- 1816: Индиана АҠШ-тың 19-сы штаты итеп иғлан ителә.
- 1946: Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Балалар фонды — ЮНИСЕФ ойошторола.
- 1972: Америка астронавтары Юджин Сернан менән Харрисон Шмитт «Аполлон-17» карабынан алтынсы һәм XX быуатта һуңғы тапҡыр Ай өҫтөнә ултырта.
- 1999: Мәскәүҙә «Дубровка» метро станцияһы асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Филаретов Алексей Николаевич (1905—11.08.1975), хәҙерге «Газпром Нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең беренсе директоры (1947—1950). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1965). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры (1965).
- Клековкина Наталья Аркадьевна (1950), ғалим-инженер-металлург. 1973 йылдан Белорет металлургия комбинатының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1977 йылдан өлкән инженер, 1985 йылдан — лаборатория начальнигы, 1996—2011 йылдарҙа Үҙәк тикшеренеү лабораторияһы начальнигы. Техник фәндәр кандидаты (1985). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы (2011). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1989). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Колесникова Валентина Александровна (1931), хеҙмәт алдынғыһы. 1953—1982 йылдарҙа Салауат ТЭЦ-ы машинисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған энергетигы (1976). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Ҡарағай ауылынан.
- Морозов Юрий Алексеевич (1941), фән ветераны, ғалим-археолог. 1971—1973 йылдарҙа һәм 1977 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, 1993 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1996—2004 йылдарҙа ғилми секретарь. Тарих фәндәре кандидаты (1977). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991).
- Аҡбирҙин Нәжметдин Сәләхетдин улы (1951), ауыл хужалығы ветераны. 1968 йылдан Мәләүез районы М. Ғафури исемендәге колхоз тракторсыһы, 1976 йылдан механизацияланған звено етәксеһе, 1998 йылдан бүлексә идарасыһы, 2001—2008 йылдарҙа — механик. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1984). 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1983).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баҙаров Фәрүәз Ямали улы (1912—23.04.1978), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры.
- Ғайнанова Кәнзилә Талбутдин ҡыҙы (1932), нефтсе. 1964—1988 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының насос станцияһы машинисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1982). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Төпкилде ауылынан.
- Корлыханов Николай Иванович (1952), инженер-энергетик, ауыл хужалығы, партия органдары һәм энергетика тармағы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1975 йылдан Мәсетле районы «Сельхозэнерго» берекмәһенең баш инженеры; 1979 йылдан «Серп и Молот» колхозының баш энергетигы, 1984 йылдан — партком секретары, 1986 йылдан — колхоз рәйесе; 2000 йылдан ауыл хужалығы продуктары әҙерләү һәм уларҙың сифаты буйынса бүлек инспекторы; 2003—2013 йылдарҙа хәҙерге «БашРЭС-Өфө» йәмғиәтенең Мәсетле участкаһы начальнигы; дүртенсе (2016—2020) һәм бишенсе (2020-2024) саҡырылыш район советы депутаты; 2014 йылдан — Оло Ыҡтамаҡ ауыл советының Ветерандар советы рәйесе, бер үк ваҡытта 2015 йылдан — Оло Ыҡтамаҡ ауылы старостаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995). Мәсетле районының почётлы гражданы (2020). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Наҙы-Петровск районы Ҡурға ауылынан.
- Неудачин Артем Евгеньевич (1972), табип-балалар хирургы. Республика балалар клиник дауаханаһының 2-се хирургия бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Рәсәйҙең «Иң яҡшы табиптар өсөн «Призвание» милли премияһы»ның «Кеше ғүмерен ҡотҡарған уникаль операция эшләгәне өсөн» номинацияһы дипломанты.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Палатников Александр Самойлович (1923—29.11.2007), инженер-технолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1967—1987 йылдарҙа Күмертау авиация етештереү предприятиеһының генераль директоры. Башҡорт АССР-ының 10-сы (1980—1985) һәм 11-се (1985—1990) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1983). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1978). Ленин (1982), Октябрь Революцияһы (1976), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы.
- Мырҙагилдина Клара Ғәзиз ҡыҙы (1933—2017), китапханасы, 1968—1989 йылдарҙа Күмертау ҡалаһының үҙәк балалар китапханаһы мөдире. Башҡорт АССР-ының (1976) һәм РСФСР-ҙың (1985) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан.
тулы исемлек
- Әхмәтов Арыҫлан Фәрит улы (1948), инженер-технолог-ғалим. 1971 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, тармаҡ лабораторияһы мөдире, 1987—1991 йылдарҙа технология факультеты деканы, 1991 йылдан — кафедра мөдире. Бер үк ваҡытта 1997—2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы нефть һәм газ бүлексәһенең академик-секретары. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһыың мөхбир ағзаһы (1998), техник фәндәр докторы (1986), профессор (1989). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (2015) һәм Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2013).
- Тамара Танһыҡҡужина (1978), спортсы, шашкасыһы, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2021 йылдан Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының Шашка федерацияһының башҡарма комитет рәйесе, 2012 йылдан Рәсәйҙең Халыҡ-ара шашка федерацияһы президенты. 1996 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Халыҡ‑ара шашка уйындары буйынса халыҡ‑ара гроссмейстер (2001), Рәсәй гроссмейстеры (1998). Күп тапҡыр донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионы. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2001). Халыҡтар дуҫлығы (2021) һәм Салауат Юлаев (2001) ордендары кавалеры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шамуҡов Ғабдулла Рухулла улы (1909—22.12.1981), театр актёры, педагог. 1930—1946 йылдарҙа бөгөнгө Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы, бер үк ваҡытта 1933 йылдан Башҡорт сәнғәт техникумы (хәҙер Өфө сәнғәт училищеһы) уҡытыусыһы. 1946 йылдан Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры актёры. СССР-ҙың (1980), РСФСР-ҙың (1957), Татар АССР-ының (1950) халыҡ, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1943) артисы. Ленин ордены кавалеры (1966). Сығышы менән хәҙерге Ульяновск өлкәһе Сарҙаҡлы районы Әсән ауылынан.
- Хәлилов Рәғип Зәбих улы (1924-23.07.2003), педагог. 1961—1984 йылдарҙа Мәсетле районы Әләгәҙ урта мәктәбе директоры һәм уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1982). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Дыуан-Мәсетле ауылынан.
- Чубаров Евгений Иосифович (1934—5.12.2012), СССР һәм Рәсәй рәссамы, скульптор һәм график. 1986 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Поллок-Краснер фонды стипендианты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Түбәнге Бобин ауылынан.
- Ларионов Николай Геннадьевич (1939), СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры. 1963 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1966 йылда Өфөләге Республика рус драма театры, 1967 йылдан — Силәбе академия драма театры актёры. РСФСР ҙың атҡаҙанған артисы (1979). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Красовский Владимир Олегович (1949), ғалим-санитария табибы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1984 йылдан Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 2012 йылдан — бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 1996 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2002). Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). Сығышы менән Архангельск ҡалаһынан.
- Осипов Александр Николаевич (1959), Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының директор урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1803: Гектор Берлиоз, Франция композиторы.
- 1843: Роберт Кох, Германия микробиологы, Нобель премияһы лауреаты.
- 1856: Георгий Плеханов, марксизм теоретигы һәм пропагандисы.
- 1897: Николай Якушенко, театр актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1955).
- 1911: Нәғиб Мәхфрүз, Мысыр яҙыусыһы. Әҙәбиәт буйынса 1988 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
- 1913: Жан Маре, Францияның театр һәм кино актёры, яҙыусы, рәссам, скульптор һәм каскадёр.
- 1918: Александр Солженицын, СССР яҙыусыһы.
- 1922: Николай Озеров, СССР-ҙың спорт комментаторы.
- 1949: Борис Щербаков, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры.
- 1953: Андрей Макаревич, музыкант, «Машина времени» төркөмө етәксеһе.
- 1969: Ананд Вишванатан, Һиндостан шахматсыһы, 15-се донъя чемпионы (2007).
- 1843: Казимир Жан Франсуа Делавинь, Франция шағиры.
- 1909: Пётр Лесгафт, Рәсәй империяһы анатомы, педагог.
- 1941: Шарль Эмиль Пикар, Франция математигы.
- 1967: Сидор Ковпак, генерал-майор, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 1978: Винсент Дю Виньо, АҠШ биохимигы, 1955 йылғы Нобель премияһы лауреаты
- 2012: Галина Вишневская, опера йырсыһы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1966).