Тукумс
Тукумс | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 1795 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Tukums |
Дәүләт | Латвия |
Административ үҙәге | Тукумский край[d] |
Административ-территориаль берәмек | Тукумский край[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Слоцене[d] |
Иң юғары нөктә | Q112578099? |
Халыҡ һаны | 16 318 кеше (1 ғинуар 2024)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 61 метр |
Туғандаш ҡала | Плунге[d], Шессель[d], Красногорск ҡалаһы, Хони[d], Тидахольм[d], Изюм, Кореличи[d], Андрыхув[d] һәм Chennevières-sur-Marne[d] |
Сиктәш | Смардская волость[d] һәм Tume Parish[d] |
Майҙан |
13,64 км² (1 ғинуар 2024)[2], 13,49 км² (1 ғинуар 2024)[2] |
Почта индексы | 3101, 3102, 3104 |
Рәсми сайт | tukums.lv |
Вики-проект | Проект:Латвия[d] һәм Проект:Ҡалалар[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Tukums[d] |
Тукумс Викимилектә |
Тукумс (лат.Tukums, нем.Tuckum) — Латвияла ҡала, Тукумс крайының административ үҙәге.
Риганан көнбайышҡа табан 65 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Рига, Елгава, Вентспилсҡа ҡарай тимер юлдар линияһы үҙәге.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XI—быуаттарҙа ҡала урынында ливалар ауылы барлыҡҡа килә. 1299 йылда бында немец рыцарҙары нығытылған замок төҙөй, һуңынан ул Ливон ордены геррмейстерҙарының резиденцияһы булып хеҙмәт итә. 1445 йылда ауылға ҡала статусы менән Туккум (нем. Tuckum) исеме бирелә.
1561 йылда орден ҡолатылғандан һуң замок Речь Посполитаяға лен рәүешендә курлянд герцогына тапшырыла. Шул ваҡытта уҡ һарай янында ҙур ауыл булған.
Ҡаланың төп иҫтәлекле урыны— XIII быуаттың Ливон ордены һарайынан ҡалған «Пилс» башняһы («Һарай»)[3]. Башня үҙ заманында ат һарайы, склад һәм төрмә булып хеҙмәт иткән, ә 1995 йылда унда ҡаланың тарих музейы асыла.
XIX быуат аҙағында ҡалала, ул саҡта Курлянд губернаһының өйәҙ үҙәге булараҡ, 7542 кеше йәшәй, шуларҙың байтаҡ өлөшөн йәһүдтәр тәшкил итә. Ҡалала православие сиркәүе, лютеран кирхаһы (XVI быуат), рим-католик костёлы һәм синагога, 11 уҡыу йорто булған. Сауҙа Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге мөхәррирҙәре баһаһы менән ҙур булмаған. 46 мең һумлыҡ етештереү менән 8 завод һәм фабрика (татлы тамыр заводы) булған. 1898 йылда килем 13 554 һум, сығым — 11 653 һум тәшкил иткән. Ҡаланан ике саҡрым алыҫлыҡта тимер һәм углекислоталы ике минераль сығанаҡ бар.
Ҡалала сәнғәт музейы, бер нисә сиркәү менән мәҙәниәт йорто бар. Тукумс Земгале тарихи-мәҙәни төбәктә урынлашҡан.
1990 йылдың 15 авгусында Тукумс янында Слока — Талси трассаһының юл-транспорт ваҡиғаһында билдәле совет рок-музыканты Виктор Цой һәләк була.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙәк статистика идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 2015 йылдың 1 ғинуарына ҡарата ҡалала халыҡ һаны 17 563 кеше тәшкил итә.[4]
- 1989 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы һәм 2015 йылдың баһаһы буйынса милли составы[5][6]
милләте | кеше (1989) |
% | кеше (2015) | % |
---|---|---|---|---|
барыһы | 21439 | 100,00 % | 17563 | 100,00 % |
латыштар | 14097 | 65,75 % | 14503 | 82,58 % |
урыҫтар | 4849 | 22,62 % | 1824 | 10,39 % |
белорустар | 680 | 3,17 % | 354 | 2,02 % |
украиндар | 839 | 3,91 % | 232 | 1,32 % |
сиғандар | 359 | 1,67 % | 176 | 1,00 % |
поляктар | 201 | 0,94 % | 152 | 0,87 % |
литвалар | 144 | 0,67 % | 145 | 0,83 % |
башҡалар | 270 | 1,26 % | 177 | 1,01 % |
Транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тукумсҡа Елгава (Тушки) — Тукумс төбәк P98 автомобиль юлы алып бара. Тукумста P104 Тукумс — Ауце — литва сиге (Витини), P121 Тукумс — Кулдига һәм P131 Тукумс — Кестерциемс — Мерсрагс — Колка төбәк трассалары башлана.
Тимер юл бәйләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тукумс I станцияһы Торнякалнс — II Тукумс электрлаштырылған линияла һәм үҙәк тимер станцияһы Тукумс II, уға шулай уҡ Вентспилс — II Тукумс һәм II Тукумс — Елгава линиялары килә.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Изге Троица лютеран сиркәүе
Башҡа факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тукумс аэропортында Baltic Bees пилотаж төркөмө урынлашҡан, ул 2008 йылда барлыҡҡа килгән, төрлө аэрошоу һәм авиасалондарҙа ҡатнашып, юғары пилотаж фигураларын күрһәтә.
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Ҡала үҙәге
-
Пилс башняһы («Һарай»)
-
Дурбе һарайы
-
Дурбе паркында эстрада.
-
Элекке фермент заводы бинаһы
-
Католик сиркәүе
-
Лиела урамы
-
Кална капи
-
Совет Армияһының билдәһеҙ һалдаты, Кална капи
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Iedzīvotāju skaits pēc tautības reģionos, pilsētās, novados, pagastos, apkaimēs un blīvi apdzīvotās teritorijās gada sākumā (pēc administratīvi teritoriālās reformas 2021. gadā) — Центральное статистическое управление Латвии.
- ↑ 2,0 2,1 Reģionu, novadu, pilsētu un pagastu kopējā un sauszemes platība gada sākumā — Центральное статистическое управление Латвии.
- ↑
- ↑ Енес буйынса даими халыҡ һаны: республика әһәмиәтендәге ҡала, төбәк, ҡала һәм улус йыл башында һәм уртаһында // Iedzīvotāji — Datubāze (Халҡы. Мәғлүмәт базаһы) 2015 йыл 17 ноябрь архивланған. statistikas Centrālā pārvalde (Латвия Үҙәк статистика бюроһы) (латыш.)
- ↑ 34
- ↑ 4
Сығанҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Туккум // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Официальный сайт Тукумского края (латыш.) (рус.) (инг.)
- Информация о Тукумсе на туристическом портале mesta.lv (рус.)
- Информация о Тукумсе в топонимической базе данных (латыш.)