[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Хүләгү

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хүләгү
монг. Хүлэгү, фарс. هولاکو
Хүләгү
Флаг
Флаг
Хүләгүиҙәр дәүләтенең
Илханы
1261 — 8 февраля 1265
Алдан килеүсе: Дәүләттең ҡоролошо
Дауамсы: Абаға
 
Дине: тәңреселек
Тыуған: 1217({{padleft:1217|4|0}})
Үлгән: 8 февраль 1265({{padleft:1265|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
район Мераге
Ерләнгән: о. Шахи на оз. Урмия
Нәҫел: Хулагуиды (ҡоролошсо)
Атаһы: Тулай
Әсәһе: Сорхахтани
Ҡатыны: Туғыҙ-ҡатын
Балалары: Абаға
Йошомот
Тарағай
Тәкүҙәр
Мәңге-Тимер

Хүләгү (1217—1265 йылдың 8 феврале, Марага, Иран Әзербайжаны) — монгол хакимы һәм хәрби начальнигы. Сыңғыҙхандың ейәне, Тулай менән Сорхахтаниҙың улы, ҡағандар Мөнкө менән Хубилайҙың ҡустыһы. Алғы Асияла ул нигеҙ һалған дәүләттә идара иткән Хүләгүҙәр нәҫеленең башлығы.

Хүләгүҙең бала сағы тураһында бер мәғлүмәт тә һаҡланмаған, Рәшит әд-Дин һөйләгән көлкөлө бер тарих ҡына билдәле. Урта Азияны яулағандан һуң, Сыңғыҙхан ҡайтыр юлға сыға һәм

«үҙенең урҙалары сигенә еткәндә ҡаршыһына ун бер йәшлек Хубилай ҡаған менән туғыҙ йәшлек Хүләгү ҡаған сыға. Ошо мәлдә Айман-хой тигән урында, наймандар иле сигендә, Имил-Кучин янында, Хилэ [?] йылғаһының аръяғында, уйғырҙар төбәгенә яҡында осраҡлы ғына рәүештә Хубилай ҡаған — ҡуян, ә Хүләгү ҡаған ҡырағай кәзә атып ала. Монголдарҙа шундай йола була: малайҙар беренсе тапҡыр һунар иткәндә уларҙың ҙур бармағына [ҡулының] ит һәм май һөртәләр. Сыңғыҙхан уларҙың бармаҡтарын үҙе тотоп буяй. Хубилай ҡаған Сыңғыҙхандың ҙур бармағына ипләп кенә тотона, ә Хүләгү ҡаған ныҡ итеп эләктерә. Сыңғыҙхан шул саҡ: „Был йүнһеҙ бармағымды бөтөрҙө!“» — ти. [1]

Яҡын Көнсығыш походы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Хүләгү менән Докуз-хатун. Джәми әт-тауарих ҡулъяҙмаһы, XIV быуат

Монголдарҙың Яҡын Көнсығышҡа походына етәкселек итә һәм Иранды, Ираҡты һәм уларҙың күршеһендә ятҡан илдәрҙе яулап алыуҙы тамамлап ҡуя. 1256 йылда — Иранда исмәғилиҙәр дәүләтен, 1258 йылда Ғәббәсиҙәр хәлифәлеген ҡыйрата. 1259—1260 йылдарҙа Сүриәлә Әйүбиҙәр менән һуғыша. 1261 йылда Хубилай Хүләгүҙе яуланған территорияларҙың идарасыһы тип иғлан итә һәм илхан титулын бирә, йәғни дәүләттең бер өлөшөнөң ханы итә.

Бәркә менән һуғыш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1262 йылда Хүләгүгә ҡаршы уның ике туған ағаһы, Алтын Урҙа хакимы Бәркә сыға. Ислам ҡабул иткән Бәркәнең Хүләгү бойороғо менән аҫылған ғәббәси хәлифе әл-Мөстәсим өсөн үс алыуы һуғыштың һылтауы тип һанала. Ләкин сәбәп тәрәндәрәк ята. Жучиҙар Кавказ аръяғы территорияларына (Арран менән Әзербайжан) ымһына, ул ерҙәргә дәғүәләшеүҙәрен Сыңғыҙхандың васыяты менән нигеҙләй. Ғәмәлдә Кавказ аръяғында власть 1250-се йылдарҙың уртаһына тиклем бөйөк хандың тәғәйенләнмештәре ҡулында була — башта Чормаған, ә 1243 йылдан Байжу идара итә. Байжу Батыйға Көньяҡ Әзербайжанда һәм Кесе Азияла үҙ сәйәсәтен үткәрергә ҡамасаулай.

Батый Бөйөк хан Мөнкө бойороғо буйынса Хүләгүгә Балаҡан, Тутар һәм Кули етәкселегендә өс төмән ғәскәр ебәрә. Һуңыраҡ был ғәскәрҙәр Бағдадты алыуҙа ҡатнаша, һәм ул заманға хакимға әүерелгән ислам динле Бәркә был йәһәттән әллә ни ризаһыҙлыҡ күрһәтмәй. Хүләгү жучиҙарға Кавказ аръяғы менән Көньяҡ Әзербайжанды яумал өлөшө итеп биреүҙән баш тартҡас ҡына, ике туған ҡәрҙәштәр араһында дошманлыҡ көсәйә. Быға өҫтәп, 1260 йыл башында Хүләгү ставкаһында Балаҡан аҫыла (дөрөҫ, уны Бәркә ризалығы менән хөкөм итәләр); кинәт кенә Тутар менән Кули ҙа вафат була, Бәркәлә уларҙы ағыулағандарҙыр тигән шик ярала. Ул ғәскәрҙәренә Дәшт-и-Ҡыпсаҡҡа ҡайтырға, килеп сыҡмаһа — мәмлүк Мысырына сигенергә бойора.

1262 йылда Дербент аша Ширванға Нуғай етәкселегендә 30 мең һыбайлынан торған атлы ғәскәр бәреп ингәс, Аладағтан Хүләгү армияһы килә. Ширемун нойон командованиеһы аҫтындағы уның авангарды ике айҙан Шәмаха янында Нуғай менән бәрелешә. Ләкин 14 ноябрҙә, һуғыш яланына Абатай нойон көстәре килеп еткәс, жучи армияһы ҡыйратыла, ә Нуғай ҡаса. 8 декабрь иртәһендә бөтә Хүләгү ғәскәре Дербентҡа яҡынлаша. Алыш көнө буйы бара, ниһайәт, урҙасылар, ҡәлғәне ҡалдырып, сигенә.

Ширемун менән Абатай Хүләгүҙеү улы Абаға менән ҡушылалар ҙа, Теректы кисеп, Нуғайҙың лагерын һәм ылауҙарын баҫып алалар. Бәркә ҡаршы һөжүм ойоштора, һәм 1263 йылдың 13 ғинуарында Терек буйында алыш башлана. Хүләгү армияһы еңелә, яугирҙәрҙең күбеһе сигенгән саҡта йоҡа боҙ аҫтына төшөп һәләк була. Ике яҡтың да юғалтыуҙары ҙур була. Ибн Вәсил яҙыуына ҡарағанда, Бәркә былай тип бот саба: «Монголдарҙы монголдар ҡылысы менән ҡырған был Халауынды Аллаһ ҡәһәрләһен. Бер яҡлы булып эш итһәк, бөтә ерҙе буйһондорор инек.»[2] Бәркәнең ғәскәре Дербент аръяғына үтә лә тиҙҙән ҡабат төньяҡҡа сигенә. Шул уҡ ваҡытта Хүләгү, баш ҡалаһы Тәбризгә ҡайтып, һуғышты дауам итеү өсөн әҙерлек башлай. Шул иҫәптән урҙанан килгән сауҙагәр-уртаҡтарҙы аҫырға, мөлкәттәрен тартып алырға бойора. Яуап итеп, Бәркә үҙенең биләмәләрендәге фарсы сауҙагәрҙәрен аҫтыра.[3]

Вафаты һәм ерләнеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Хүләгү өсөн һыҡтау йолаһы. Жәми-әт-тауарих ҡулъяҙмаһындағы миниатюра, XIV быуат

1265 йылдың ғинуарында Хүләгү ауырып китә, уға ҡытай табиптары ла ярҙам итә алмай. Илхан 1265 йылдың 8 февралендә Джагату йылғаһы буйында вафат була. Әллә үҙе төҙөгән, әллә тергеҙгән Тала ҡәлғәһендә ерләнә (Урмия күленең төньяғында Шахи утрауындағы Маркутдаг мороно[4]; Рәшид әд-Дин буйынса, «Диххареган ҡаршыһындағы Шаху тауында»). Вассаф дәлилләүенә ярашлы, уның ҡәберенә хәрби походтарҙа алынған затлы нәмәләр менән бергә йәш ҡыҙҙар ҙа һалынған[5]. Унан һуң хүләгүиҙәрҙе ерләгәндә кеше ҡорбаны килтереү осраҡтары теркәлмәгән. Хүләгү ерләнгән урын изге[6] (хориг) тип иғлан ителгән, унда хан ырыуына ҡараған мәрхүмдәр генә ҡуйыла алған[7]. 1282 йылда унда Хүләгү улдары Абаға менән Менге Тимерҙе ерләйҙәр.[4]. Мысыр сығанаҡтарына ҡарағанда, 1282—1283 йылдарҙа ҡәлғә емерелә һәм бөтә хазиналары менән бергә күлгә бата; фарсы сығанаҡтарында бындай ҡаза тураһында бер һүҙ ҙә юҡ.

Хүләгүҙең өлкән ҡатыны Докуз-хатун менән иң яҡшы полководецы Китбуға несторсы христиандарҙан булған. Докуз ҡаршы төшһә лә, Хүләгү ғүмеренең һуңғы йылдарында будда дине менән ҡыҙыҡһынған.

Ҡатындары һәм балалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хүләгүҙеү ун дүрт улы һәм ете ҡыҙы була.

  • Улдары
  1. Абаға, Монголияла Йисунджин-хатундан тыуа, атаһы менән Иранға килә, ул мәрхүм булғас, хакимлыҡты ҡабул итә.
  2. Жумукур, Монголияла Гүйүк-хатун таба, Абағанан бер генә ай һуңғараҡ ҡалып тыуа.
  3. Юшумут, әсәһе Ҡутуй-хатун буйһоноуындағы Нокаджин-эгэчи исемле кәнизәк була.
  4. Текшин, Ҡутуй-хатундан.
  5. Тарағай, Ҡутуй-хатун буйһоноуындағы Боракчин исемле кәнизәктән.
  6. Тубшин, Нокаджиндан тыуа.
  7. Текудер, Ҡутуй-хатундан.
  8. Аджай, әсәһе Арыкан-эгэчи тигән кәнизәк.
  9. Конкуртай, әсәһе Докуз-хатун буйһоноуындағы Эчучэ-эгэчи исемле кәнизәк.
  10. Йисудер, әсәһе Ҡутуй-хатундағы кәнизәк.
  11. Менге Тимер (1256—1282), Олджей-хатундан.
  12. Хуладжу, Ил-эгэчи исемле Докуз-хатундағы кәнизәк.
  13. Шибаучи, Ил-эгэчиҙән.
  14. Туғай Тимер, әсәһе Ҡутуй-хатундағы кәнизәк.
  • Ҡыҙҙары
  1. Булуған-ага
  2. Жәмәй [?]
  3. Меңлүкән
  4. Түдүгәч
  5. Тарағай
  6. Ҡутлуҡан
  7. Баба.
  1. Рашид ад-Дин. Сборник летописей / Перевод с персидского О. И. Смирновой,редакция профессора А. А. Семенова. — М., Л.: Издательство АН СССР, 1952. — Т. 1, кн. 2. — С. 229-230.
  2. Цит. по:Закиров С. Дипломатические отношения Золотой Орды с Египтом. — М., 1966. — С. 15.
  3. Вассаф. История Вассафа // Сборник материалов, относящихся к истории Золотой Орды. — М., 1941. — С. 50.
  4. 4,0 4,1 Абу Бакр ал-Кутби ал-Ахари. Тарих-и шейх Увейс / Пер. М. Д. Кязимова и В. З. Пириева. — Баку: Элм, 1984. — С. 91, прим. 33.
  5. Греков Б. Д., Якубовский А. Ю. Золотая Орда и её падение. — М., Л.: Издательство АН СССР, 1950.
  6. Рашид ад-Дин. Сборник летописей. — Т. 3. — С. 63.
  7. Рашид ад-Дин. Сборник летописей. — М., Л.: Издательство АН СССР, 1952. — Т. 1, кн. 1. — С. 125, прим. 568 (1).