[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Ложбан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ложба́н (ложб. Lojban, [ˈloʒban] тип әйтелә) − яһалма тел, априор телдәрҙән ин күренеклеһе. Тел системаһы формаль логикаһында нигеҙләнә.

Ложбан логлан – тағы бер яһалма тел нигеҙендә Logical Language Group (LLG, ложб. la lojbangirz) тарафынан булдырылған. Булдырыу сәбәбе: логлан тулы булмаған һәм авторлыҡ хоҡуғы тарафынан яҡланған. Ложбан ҡағиҙәләре авторлыҡ хоҡуғы тарафынан яҡланмаған.

Орфография һәм фонетика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ложбан әлифбаһында 26 хәреф: 23 стандарт латин хәреф (h, q, w хәрефтәренән башҡа), апостроф, нөктә һәм өтөр.

' , . a b c d e f g i j k l m n o p r s t u v x y z
  • Апостроф [h] тип әйтелә
  • Нөктә [ʔ] тип әйтелә йәки әйтелмәй
  • c хәрефе әйтеләше башҡортса ш-ға яҡын
  • i хәрефе [i] йәки [j] тип әйтелә
  • u хәрефе [u] йәки [w] тип әйтелә
  • x хәрефе әйтеләше башҡортса х-ға яҡын.
  • y хәрефе шва өнөн билдәләй ([ə])